Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һатмаған

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡ­рым ғына булғас, жом ала торған ғәҙәт бар. Уны һәр ваҡыт яҙҙырып ҡына алып бул­май, ҡайһы саҡ урлап та килтереп һаталар.
Бер ваҡыт Вәлиәхмәт ағай жом ала. Шундай хәбәр тиҙ йөрөй бит. Иртәгәһенә үк уға килеп тә етәләр.
— Ағай, әйт әле, жомды кем килтерҙе? — тиҙәр.
— И-и, балалар, ҡайҙан беләйем инде, мейес башында ауырып ята инем, ҡулына ғына аҡса тотторҙом да ебәрҙем.
— Кем икәнен танымайһыңмы ни?
— Ҡайҙан таныйым, ти, йөҙөнә ҡарама­ным, йөнлө ҡуллы бер оҙон урыҫ ине, — тигән.
Р. ЙӨҘЛӨКБАЕВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Ярамағанмы...

Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине (Әхмәҙулла бабай, Ишназар, Ноғман ҡарттар). Ғәҙел йәшәне улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарҙы алмашлап тәрбиәләй.
Элегерәк көндәшле ҡатындарҙың бере­һе шым ғына муллаға килә. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Өш­көртөү өсөн бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән ҡатын иренең үҙен яратмауына зарлана. Шуға ла бетеү өшкөрөп биреүен үтенә. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:
“Уны һөйҙө ни миңә,
Быны һөйҙө ни миңә.
Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май —
Ярамаймы ни миңә?!” —
тигән бетеү яҙып биргән.
З. МЫРҘАГИЛДИНА.
Ғафури районы.

Һарандан — бер йөк ҡар

Беҙҙең яҡтарҙа ике кеше һүҙгә килешкән. Янсаф Усманға: “Һинең атайың һаран, унан ҡар ҙа һорап алып булмай”, — тигән дә үҙ юлы менән киткән. Усман бик эскерле кеше булған, үҙе тракторҙа эшләгән.
Бына ҡыш үтеп, яҙ ҙа еткән. Урамдар бысрап, ҡарҙар ҙа унда-бында ғына ҡалған, ләкин Усман Янсаф менән һүҙгә килеш­кәнен онотмаған. Трактор арбаһын тултырып бысраҡ ҡар тейәткән дә Янсафтың кибеп килгән ихатаһына алып барып ауҙарған: “Бына һиңә, Янсаф, ҡар алып килдем, атайым ебәрҙе”, — тигән.

Үс алыу

Маһия әбей, төшкө сәй эсеп алғас, күр­ше­ләренә йомошҡа барған. Фәйрүзә әбей бабайы менән яңы ғына өҫтәлгә ҡунаҡлаған икән.
Маһия әбейҙе лә ай-вайына ҡарамай, мәжбүрләп тигәндәй, сәй эсергә ултыртҡан­дар, ләкин Маһия ныҡ туҡ булған, йүнләп ашай алмаған. Йомошон йомошлап ҡайтҡан.
Фәйрүзә әбей ауылға һүҙ таратҡан: “Бынау Маһия әллә ҡылтамаҡ инде, бер ҙә йүнләп ашай алмай...” Был хәбәр Маһия әбейгә килеп еткән.
Бер көн ул асыҡҡансы эшләгән-эшләгән дә төшкө сәй ваҡытына Фәйрүзә әбейҙәргә киткән. Уларҙың төшкө сәйгә ултырған мә­ле икән. Тәүҙә инәлткән кеше булһа ла, Ма­һия ихласлап сәй эсергә керешкән. Шулай итеп, ике самауырҙы “йыҡҡан” былар. Өҫтәлдәге бик күп тәм-том, ризыҡ бөткән. Ул ҡайтып киткәс тә, Фәйрүзә әбей тағы һүҙ таратҡан: “Бынау Маһияның ашарына юҡтыр инде бахырҙың, бер үҙе ике самауыр сәйҙе эсеп бөттө лә ҡуйҙы”.
Л. БҮЛӘКБАЕВА.
Әбйәлил районы.

Хәйер

Бер йомала Яҡтыбикә әхирәтенең хәлен белергә килә. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ Мәйсәрә әбей әхирәтенең “Хәлеңде белергә килдем әле” тигәнен “Хәйер бирергә килдем” тип ишетә лә, ҡасан ғына бирер икән тип көтә башлай.
Тегенеһе һаман да хәйерен сығармай. Әллә был картуф-фәлән алып килеп өн­дәш­мәй ултырамы икән тип тышҡа ла сығып әйләнә. Әҙерәк ултырғас, Яҡтыбикә әбей хушлашып ҡайтып китә. Ә Мәйсәрә әбей, асыуы ҡабарып, үҙ алдына: “Алдаҡсы, хәйер бирәм тине лә һүҙгә әүрәп онотто”, — тип һөйләнеп тороп ҡала.

Һанарға онотҡан

Мортаза олатай бик мәҙәк һәм тапҡыр һүҙле кеше булған. Бер ваҡыт был кәбәнен ҡутарып йөрөй икән.
Эргәһенән үтеп барған бер ир:
— Ағай, ниңә кәбәнеңде ҡутараһың? — тип шаяртып һораған.
Кәбәне янғанын белгертмәҫкә теләп, Мортаза олатай:
— Ҡойған саҡта күбәнең нисәү икәнен һанарға онотҡанмын. Хәҙер шуны һанап, яңынан ҡоям,— тип тапҡыр яуаплаған.
Р. ҒӘЙНИСЛАМОВА.
Баймаҡ районы.

“Ш-ш-шаңҡытты...”

Беҙҙең күрше ауылда ике ағай Ағиҙелгә балыҡҡа төшкән. Балыҡты күп итеп тотоу ниәтенән һыуға шартлатҡыс һалғандар ҙа көтәләр икән, тик ниңәлер шартламаған да ҡуйған.
Тамам аптырағас, береһе һыуға башын тығып тыңламаҡсы булған. Шул саҡ ҡапыл шартлау ишетелгән һәм... үҙе, шаңҡып, ағып киткән. Быны күргән иптәше ни эшләргә белмәгән. Барып тотҡас, тегенеһе: “Ш-ш-шаңҡытты...” — ти икән.
Хәҙер берәйһенә һуҡһалар йәки йығылып китһә, ошо һүҙҙе иҫкә төшөрәләр.
Ә. БИКМӨХӘМӘТОВА.
Бөрйән районы.

“Ипләп, күҙеңде!”

Ауылда уттай ҡыҙыу мәл. Колхозда урып-йыйыу эштәре бара. Көндөң һәр минуты, һәр сәғәте ҡәҙерле, ләкин эшсе көстәр етешмәй.
Тик шешә менән дуҫ ҡайһы бер колхозсылар яратҡан шөғөлдәренән айырылырға теләмәй икән. Бер мәл аҙыҡ базаһында (сеновал) тап шундайҙар ҡарауылсы йортона йыйылып, табын ҡороп ебәрә. Күп тә үтмәй, колхоз рәйесе килеп инә лә шешә­лә­рен стенаға селпәрәмә килтереп һуға башлай. Был хәлгә ҡарауылсы түҙмәй. Әл­лә “аҡбаш”ты йәлләүҙән, әллә хужаны ҡайғыртып: “Ипләп, күҙеңә, улым!” — ти. Һәр шешә селпәрәмә килгән һайын шулай һамаҡлай икән.
Хәҙер ошо һүҙҙәр лаҡапҡа әйләнеп киткән. Яңылыш ҡулыңдан берәй әйбер төшөп китһә лә, эләгеп ҡолаһаң да “ипләп, күҙеңде!..” тиҙәр.
Г. ҠАШҠАРОВА.
Баймаҡ районы.

“Янғантау”ҙан да яҡшыраҡ

Эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башлан­ғайны. Магазинда “зәм-зәм” һыуы булмағас, күп кеше бал ҡоя торғайны.
Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Шунан, “дегустация” яһау маҡсатында, бер ярты литрлыҡты күтәреүе була тәҙрә­нән ҡыҙыл фуражкалыларҙың өйгә инеп ки­леүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр әсе­гән балды күреп ҡалһалар, протокол тө­ҙөйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә “маҡтаясаҡтар” тигән уй үтә уның башынан.
Аптырап ҡалмай был — тиҙ генә салба­рының бер балағын һыҙғана ла, ойоғон да сисеп тормай, бер аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ бал еҫе менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән. “Ни эшләп ултыра­һың, ағай?” тигән һорауҙарына Саҙрый еҙнәй: “Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап тәҡәтте ҡо­рота бит, врач кәңәше буйынса, дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, “Янғантау”ың ары торһон”, — тип яуаплай.
Ф. ХИСМӘТУЛЛИН.
Бөрйән районы.

Балыҡсы бесәй

Минең элек Васька исемле бесәйем булды. Яҙ етеп, көндәр йылынһа, мурҙа һалып балыҡ тота инек. Был эш элек тыйылманы, рөхсәт ителгәйне. Тәүҙә атайым балыҡ тота торғайны, аҙаҡ уның һөнәре миңә күсте.
Ауылдың көньяғында, Йылайыр йылғаһында “Кәзә ташы” тигән ер бар, мурҙаны шунда һалам. Аҫта 30 метрлы ҡая. Ҡаяға үрмәләүселәргә таштарға тотоноп менеп-төшөү өсөн таһыллыҡ та, ҡыйыулыҡ та кәрәк. Саҡ ҡына яңылышһаң, аҫҡа осоп төшөп ғәрипләнеүеңде көт тә тор. 50 – 60 йыл буйы атайым, унан мин ошолай менеп-төшөп мурҙа һала торғас, таштарҙы еңә барып, менергә ярайһы ғына уңайлы тупһа барлыҡҡа килде.
Өйгә балыҡ алып ҡайтһам, Васька мине көтөп кенә ултыра, уны туйғансы ваҡ балыҡ менән һыйлайым.
Бер көн Васьканы “Үҙең эшләп аша” тип ҡуйыныма тыҡтым да балыҡҡа алып киттем. Мурҙаның егенән төшкән ваҡ балыҡты ашап төшөнгәс, хәҙер һәр көн миңә эйәреп балыҡҡа бара, эйәреп ҡайта. Ҡайһы саҡ нығыраҡ ашап ташлаһа, ҡайтырға йыбанып, ҡаянан ике-өс метр күтәрелә лә, уңай ғына оя-өң бар, шунда йоҡларға ҡала.
Бер көн шулай өңөндә йоҡлап ҡалғайны, иртәнсәк барһам, мыяулап ҡаршыланы. Ҡарайым, ҡаянан күтәрелгән ерҙә ҡан таптары ҡалған. Аптыраңҡыраным да ҡайтып киттем.
Беҙҙең Мәҡсүттә ир-ат иртәнсәк эшкә китер алдынан бергә йыйылып, тәмәке көйрәтеп, гәп һатып алыу ғәҙәте бар ине. Был көндә лә ир-ат йыйылды. Бер ауылдашымдың ике ҡулы ла бинт менән уралған. Ни булыуын һорашҡайным, ауыҙ эсенән нимәлер мығырҙап ҡына ҡуйҙы. “Кәзә ташы”ндағы ҡан таптары хәтергә төштө. Хикмәт нимәлә? Аҙаҡтан ғына белдем эштең ниҙә икәнен.
Ауылдашым, ҡыҙмаса булып алғас, төндә минең мурҙаны ҡарарға барған. Мурҙанан балыҡ алып, ҡаянан бер-ике метр күтәрелеп тә өлгөрмәгән, балыҡ еҫен һиҙеп, минең Васька тегегә ташланған. Ауылдашым бында минең бесәйем барлығын белмәгән. Етмәһә, төндә бесәйҙең күҙҙәре баҙлап яна бит инде. Мыяулап, төн уртаһында ҡаяла бер йәнлек ташланғас, ауылдашымдың ҡулы тайып киткән дә, ҡаянан түбәнгә шыуып төшөп, ике ҡулын, беләген һыҙырған икән. Баҡтиһәң, ҡаялағы ҡан таптары шунан ҡалған булған. Ныҡ ҡурҡытҡан һәм өркөткән ауылдашымды Васька.
Хәҙер инде балыҡсы бесәйем Васька юҡ был донъяла. 15 июнгә тиклем балыҡ тоторға рөхсәт тә юҡ.
Ошо иҫтәлек кенә ҡалды бесәйем тураһында.

Күҙ ҡыҫыу

Минең ҡоҙам Иҙрис ине. Телгә шәп булды, шаяртырға яратты, ҡайһы берәүҙәрҙе алдап та киткеләне. Комбайнсы, тракторсы, бригадир ҡуйғас, ферма мөдире булып та эшләп алды. Хаҡлы ялға ябай малсы булып эшләп сыҡты. Хәбәр һөйләгәндә бер күҙен ҡыҫып-ҡыҫып ала торған ғәҙәте бар. Беҙ, мәҡсүттәр, уның күҙ ҡыҫыуына өйрәнеп бөткәнбеҙ.
Ошо ғәҙәте арҡылы тәү күргән кешеләр менән осрашҡанда мажараға осрап бөттө. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар яғынан. Һүҙем шуларҙың береһе тураһында. Бер шулай ул кәләше менән ҡайны-ҡәйнә йортона Исҡужаға ҡунаҡҡа бара. Мәжлестә ҡайнағаһы менән ҡапма-ҡаршы тура килә. Ҡунаҡ булғас, араҡыһы ла була инде. Тәүге тост әйткәс, ҡайнағаһы кейәүе менән сәкәштерә лә рюмканы ауыҙына килтерә. Кейәүе быға күҙ ҡыҫа.
Араҡыны берәй нәмә эшләткәндәрҙер тип, ҡайнағаһы эсмәй кире ултырта. Икенсе тост иғлан итәләр. Ҡайнаға кеше рюмкаһын ауыҙына килтерһә, кейәүе тағы күҙ ҡыҫа. Ҡайнағаһы, бик эскеһе килһә лә, шикләнеп, тағы эсмәй. Мәжлес буйы ашап ҡына ултыра. Ир-ат тышҡа тәмәке тартырға сыҡҡас, ҡайнағаһы һорай бынан: “Кейәү, күҙ ҡыҫаһың да ҡыҫаһың, араҡыны бер нәмә эшләткәндәрме әллә?” “Юҡсы, ҡайнаға, минең күҙ үҙенән-үҙе шулай ҡыҫылып йөҙәтә”, — ти. Ҡайнағаһы хәлде төшөнә лә бит, һуң була...

“Сквозняк сире”

Үҙебеҙҙең Мәҡсүт ауылында минең ҡоҙам булды. Ауылдаштарын шаяртырға яратты, кешене тиҙ генә ышандырыу һәләтенә эйә ине, еңел ышаныусыларҙы алдап та киткеләне.
Бына шул ҡоҙам, СПТУ-ны бөтөп, “Юлдыбай” совхозында тракторсы булып эшләй башланы. Ул саҡта тракторсы һөнәре иң “престижный” һөнәр ине, ҡоҙам көнө-төнө тырышып эшләне. Үҙен дә онотманы: тракторы ҡулында булғас, бер-ике йыл эсендә өйлөк ағас ташып, ҙур итеп йорт күтәреп ултыртты.
Клуб мөдире булып эшләп йөрөй инем, яҙғы сәсеү ваҡытында кеше етешмәгәс, мине ошо ҡоҙама прицепщик итеп беркеттеләр (заманында шундай вазифа ла булды). Тырма менән пар ҡаплайбыҙ. Беҙҙең яҡта баҫыуҙар 3 – 15 гектарҙан артмай. Бер баҫыуҙа пар ҡаплап бөтһәң, икенсе баҫыуға күсергә кәрәк, ә тырманы тар урман юлы буйлап йыймайынса үтеп булмай. Шуға күрә икенсе баҫыуға килгәс, йыйылған тырманы киренән ҡорабыҙ. Мин ҡайһы саҡ тракторға ултырып йөрөйөм, йоҡо баҫа башлаһа, ятып йоҡлайым. Урманлы ер булғас, ағас ҡалдыҡтары, ботаҡтар күп, тырманы шуларҙан таҙартам. Асыҡһаҡ, сәй ҡайнатып эсеп алабыҙ.
Бер саҡ тамаҡ ялғап һөйләшеп ултырғанда, ҡоҙам әйтеп һалды: “Тракторҙы ташламай булмай, ауырыта”, — ти был. Мин һорай ҡуйҙым: “Ниндәй ауырыу ул?” “Сквозняк”, — тип яуапланы ҡоҙам. Ундай ауырыуҙы бығаса ишетмәгәс, уйлап ултырам, уныһы ниндәй ауырыу икән, тип.
Ысынлап та, ҡоҙам оҙаҡламай тракторын ташлап, еңелерәк эшкә күсте. Мин, ауырыу көйө саң йотоп, майға буялып йөрөгәнсе дөрөҫ эшләне, тип уйланым. Аҙаҡтан сквозняктың ниндәй “сир” икәнен белгәс, ҡоҙамдың шаяртыуын, йорт төҙөп алғас, тракторҙың да, ауыр эштең дә кәрәге ҡалмағанын аңланым. Бына ниндәй билдәһеҙ ауырыу “сквозняк сире” бар икән донъяла!
Әбделәхәт БИКБУЛАТОВ.
Йылайыр районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566