Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр-моңға сорналды Сибай
Йыр-моңға сорналды СибайЫсынлап та, өс көн, өс төн буйы Сибай ҡалаһы башҡорт йыры, башҡорт моңо бишегендә тирбәлде, халыҡ йырын тыңлап кинәнде. Халҡыбыҙға Буранбай, Сибай, Хәмит, Бирғәле кеүек бөйөк сәсәндәрҙе биргән, мәшһүр “Сибай”, “Азамат”, “Сәлимәкәй”, “Ирәндек” һымаҡ йырҙарҙы бүләк иткән сал төбәктә 14-се тапҡыр төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы үтте. Быйыл бәйге республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.

Халыҡ күңеленә дәрт һәм илһам өҫтәгән матур йолаға 1996 йылда нигеҙ һалына. Тәүҙә конкурс йыл һайын үткәрелһә, артабан ул ике йылға бер тапҡыр ойошторола башлай. Ошоға тиклем, бәйге шарттарына ярашлы, конкурста 35 йәшкә тиклемге йырсылар ҡатнашһа, быйылдан башлап уларҙың йәше 50-гә тиклем арттырылды. Шулай итеп, сираттағы конкурста балалар, үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар үҙ-ара ике турҙа һынау тотто, халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе, уларҙың тарихы менән таныштырҙы. Баһалама ағзалары конкурсанттарҙы 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 – 35, 35 – 50 йәшлектәр араһында айырым билдәләне. Балалар һәм үҫмерҙәр бер турҙа, ололар ике турҙа көс һынашты. Бөтәһе 81 бәйгесе ҡатнашып, шуның 14-е профессиональ йырсы, 26-һы үҙешмәкәрҙәр булһа, ҡалғаны — балалар. Бәйгеселәр республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгәйне.
Йыр-моңға сорналды Сибай“Ирәндек моңдары”нда күркәм һәм үҙенсәлекле йола бар: сит илдәрҙән саҡырылған йырсылар һәм йыраусылар ҡунаҡ булараҡ сығыш яһай. Ошоға ҡәҙәр Алтай, Ҡаҙағстан, Ҡалмыҡстан, Грузия, Япония оҫталарының сығышын тыңлау, милли кейеме, музыка ҡоралдары менән яҡындан танышыу бәхете тейһә, был юлы байрамға Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты, Мөкәрәм Торғонбаева исемендәге премия лауреаты, Үзбәкстандан килгән йырсы һәм бейеүсе Лилиә Мөхәмәҙиева сараға ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне.
Бәйгеселәрҙең эшен абруйлы жюри — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Флүрә Килдейәрова, арҙаҡлы фольклорсы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Үҙәнбаева, Вахит Хызыров, Азамат Тимеров, атҡаҙанған артист Баязит Байназаров баһаланы.
Эйе, башҡорттоң оҙон көйөн һаҡлау, киң таратыу, таҙа, саф көйө киләсәк быуынға еткереү, йыр сәнғәтенә йәш­тәрҙе йәлеп итеү, үҙенсәлекле талант эйәләрен асып, ҙур сәхнәгә сығарыу кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә алған “Ирәндек моңдары” йылдар дауамында бурысын лайыҡлы үтәп килә. Ҡасандыр балалар араһындағы бәйгелә ҡатнашып, призлы урын яулағандар, аҙаҡ өлкәндәр­ҙекендә гран-приға лайыҡ булып, ҙур танылыу яуланы. Мәҫәлән, Баязит Байназаров, Ғаяз Ғәйетбаев, Зәлиә Нурлы, Сөмбөл Моратова, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмырҙин, Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев — конкурстың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре. Һуңғы йыл­дарҙа ғына гран-при яулаған Гөлнара Вәлиева, Диләрә Иҙрисова һәм Иҙел Аралбаевтарҙың бөгөн Башҡорт опера һәм балет театрында уңышлы эшләп йөрөүҙәре лә конкурстың мәртәбәһен бермә-бер арттыра.
Йыр-моңға сорналды СибайБаһалама рәйесе, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре, профессор Фәрзәнә Сәғитова әй­теүенсә, быйыл бәйгегә бик көслө конкурсанттар килгән. Профессиональ йырсылар араһында ғына 16 бәйгесе ҡат­нашырға теләк белдереп, шуның 14-е үҙ көсөн һынап ҡараған.
— Шул тиклем оло кинәнес менән ҡатнашыусыларҙы тыңланыҡ. Ҡайһы бер йылдарҙа конкурста еңеүсене билдәләрлек тә бәйгесене тапмайбыҙ, ә быйыл еңеүсе исеменә дәғүә итеүселәр күп. Иң ҡыуандырғаны: халыҡ йырын шул тиклем оҫта, дөрөҫ һәм теүәл башҡарҙылар. Хатта беҙҙең тәндәребеҙ семетеп, күңелдәребеҙ һиҫкәнеп, йөрәктәребеҙ һулҡылдап китте. Өмөтлө йәштәр бар, бәйгеселәрҙең күбеһе ошо төбәктән. Хатта Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһынан килеүселәр ҙә, Нефтекама, Ғафури яҡтарынан ҡатнашыусыларҙың да тыуған яғы бәрәкәтле Баймаҡ, Сибай булыуы хайран итә! Милләттәштәребеҙҙең күпләп йәшәгән, мәшһүр йыраусылары менән дан тотҡан, илаһи моңдарыбыҙҙың иң гүзәл өлгөләре һаҡланған аҫаба төбәктә халыҡ йырына, уның моңона ғашиҡ кешеләрҙең булыуына аптырайһы түгел, бының шулай булыуы тәбиғи күренеш.
Конкурсҡа, бигерәк тә “Ирәндек моңдары”на бер-ике көндә әҙерләнеү мөмкин түгел. Башҡа конкурстарҙан айырмалы рәүештә, бында йылдар талап ителә. Шуға күрә иң көслө башҡарыусылар ғына икенсе турға үтә алды. Иң ҡыуандырғаны: быйыл һигеҙ конкурсант башҡорт халҡының мәшһүр йыры “Буранбай”ҙы шул тиклем оҫталыҡ менән башҡарҙы. Ә был йырҙы барыһы ла башҡара алмай, “Буранбай”ҙы йырлаған кеше халыҡ йырын да, ҡыҫҡа, эстрада йырҙарын да еңел башҡара аласаҡ. Тимәк, йыр сәнғәтенең киләсәге бар, йәштәребеҙ лайыҡлы рәүештә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығына эйә, уларҙы дауам итә аласаҡ, тип оло ышаныс менән әйтә алам. Ике көн буйына 160-тан ашыу халыҡ йырын тыңланыҡ. Һирәк башҡарылған йырҙарҙың ишетелеүе икеләтә һөйөнөс. Был юлы беҙгә “Нәҫел йыры”, “Зарыҡай” кеүек урындағы фольклорға нигеҙләнгән йырҙарҙы, шулай уҡ “Кәтинкә”, “Типа”, “Һыу өҫтө” кеүектәрҙе ишетергә насип итте.
Ә инде конкурстың шарттарына үҙгәреш индерелеүенә, йәғни уның йәше 50 йәшкә тиклем оҙайтылыуына кире ҡараштамын. Сөнки бәйге башланғанда, уның төп маҡсаты йәштәрҙә халыҡ йырына ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм араларынан иң-иңдәрен табыу, уларҙы артабан үҫтереү ине. Илле йәштән үтеүселәр өсөн “Оҙон көй” кеүек башҡа конкурстар етәрлек, ә бына йәштәрҙә халыҡ йырына һөйөү, уны пропагандалау, башҡарыу йәһәтенә килгәндә, “Ирәндек моңдары” конкурсының әһәмиәте ғәйәт ҙур. Балалар араһында ҡатнашыусыларҙан алып беҙ уларҙы күҙәтеп барабыҙ, өмөтлөләрен музыка буйынса артабан белем биреү маҡсатында уҡырға саҡырабыҙ. Иң мөһиме: конкурс йәшәй, халыҡ йырын башҡарыусы йәштәребеҙ бар, тимәк, башҡорт йырының киләсәге ҙур, ул йәшәйәсәк, — тигән фекерҙә Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы.
Йыр-моңға сорналды СибайБалалар араһындағы конкурстың баһалама етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева әйтеүенсә, быйыл төрлө райондан 37 баланың сығышы тыңланған. Сибайҙан 4 йәшлек Азалия Ҡәйепҡолова менән Әбйәлилдән Нәргизә Зәйнетдиноваларҙың сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуҙары һоҡлан­дырған. “Мин тәү сиратта балаларҙың ата-әсәләренә, уларҙы әҙерләп алып килгән уҡытыусыларына ҙур рәхмәт әйтер инем. Ғаиләлә бала халыҡ моңон ишетеп, йырлап үҫә икән, ул киләсәктә йырсы булып китмәһә лә, күңеле матур булыуына иманым камил. Быйыл үҙенең моңо, тауышы менән Учалының йәш йондоҙо Ләйсән Золотарева балҡыны. Дөрөҫ, балҡыны тип әйтергә мөмкин. Бәләкәс ҡыҙыҡай Мәскәү сәхнәләрен шаулатып өлгөрҙө, үҙен танытты. Бөгөн уның бәйгелә ҡатнашыуы балалар өсөн үҙе асыш булды һәм киләсәктә барыһы ла уға тиңләшергә, унан өлгө алырға тырышасаҡ. Һәр ваҡыттағыса “Ирәндек моңдары” юғары кимәлдә үтте”, – тине ул.
Әйткәндәй, конкурс юғары кимәлдә үтһен өсөн, уны ойоштороусылар, Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселәре, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған. Баһалама ағзалары ла ике көн буйы алһыҙ-ялһыҙ бик көсөргәнешле эшләне. Көндөң ҡапыл һыуытып ебәреүе лә, бер аҙ ямғыр яуыуы ла бәйгесе­ләрҙең күңелен төшөрмәне. Гала-концерт ҡаланың үҙәк майҙанында үтте. 14-се тапҡыр уҙғарылған төбәк-ара баш­ҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы­ларҙың “Ирәндек моңдары-2018” бәй­геһе­нең төп бүләгенә Өфө ҡалаһынан Дамир Тайыпов лайыҡ булды. Уға Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Балалар араһында гран-при хаҡлы рәүештә Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан Ләйсән Золо­тареваға эләкте. Беренсе урынды иһә балалар араһында Әбйәлилдән Айгизә Вәлиева менән Сибай ҡалаһынан Ильяс Кинйәбулатов бүлешһә, үҙешмәкәрҙәр араһында (16 – 35 йәшлектәр араһында) Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура) менән 35 – 50 йәшлектәр араһынан Фәнүр Аралбаевҡа (Баймаҡ районы) эләкте. Профессиональ йырсылар төркөмөндә беренселекте Өфө ҡалаһынан Алмас Хөсәйенов менән Рәфис Сирусин яуланы.
Гран-при алған Дамир Тайыпов сығышы менән Әбйәлил районы Буранғол ауылынан. Әле ул Өфө дәүләт сәнғәт академияһының бишенсе курсында уҡый. Йыр-моңға сорналды СибайТөрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашып еңеүсе булған Дамир “Ирәндек моңо”нда ла тәүге тапҡыр ҡатнашмай. “Был бәйгелә өсөнсө тапҡыр үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Тәүге тапҡыр 2014 йылда — III урын, 2016 йылда беренсе урын алдым. Быйыл иһә еңеүсемен! Бик шатмын, сикһеҙ ғорурланам! Конкурс бигерәк тә йәштәргә үҫешергә ҙур баҫҡыс булып тора, рухи этәргес бирә. Тап бында беҙ төрлө башҡарыусыларҙың халыҡ йырын нисек башҡарыу оҫталыҡтарын ишетәбеҙ, улар менән аралашыу мөмкинлеге ҙур. Халыҡ йырын яратып башҡарам, бигерәк тә “Буранбай”, “Бейеш” йырҙары күңелемә яҡын”.
Ләйсән Золотареваның да тулҡынла­ныуы йөҙөнә сыҡҡан: еңеүенә сикһеҙ шат. Шулай уҡ ҡатнашыусылар ара­һында махсус призға лайыҡ булыусылар булды.
Өс көн буйы барған йыр-моң конкурсына йомғаҡ яһалып, байрам үҙәк майҙанда дауам итте. Сәхнәлә быйылғы еңеүселәр менән бергә төрлө йылдарҙа “Ирәндек моңдары” бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булған йырсылар сығыш яһаны. Гүйә, был көндәрҙә мәғрур Ирәндек күкрәгенән халҡым моңо ағылды ла ағылды.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 456

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571