Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәт_тулҡынында. Ренат ХАРИС: "Шәүлә"
Шиғриәт_тулҡынында. Ренат ХАРИС: "Шәүлә"Ренат Харис (1941) — Татарстандың халыҡ шағиры, төрлө телдәрҙә сыҡҡан илле китап, шул иҫәптән “Исемһеҙҙәр” тигән шиғри роман авторы. Башҡорт теленә уның “Яҡтылыҡ тәме” (1999) исемле шиғырҙар йыйынтығын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай тәржемә итте. Р. Харистың поэмалары нигеҙендә “Шағир мөхәббәте”, “Ҡара булат”, “Сөйөмбикә” опералары, “Йософ ҡиссаһы”, “Алтын Урҙа” балеттары, “Алтын Ҡазан” мюзиклы яҙылды, пьесалары буйынса спектаклдәр Татарстан театрҙарында ҡуйылды.
“Шәүлә” — Р. Харистың баҫылып сыҡҡан илленсе поэмаһы. Ул “Литературная газета”, “Мәҙәни йома”, “Республика Татарстан”, “Сувар” гәзиттәрендә донъя күрҙе, Татарстан һәм Сыуашстан радиоларында (В. Турғай тәржемәһендә) яңғыраны.
Ренат Харис — Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы, Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы һәм төрлө республикаларҙың абруйлы әҙәби премиялары лауреаты.


Ренат ХАРИС
Шәүлә

Ein Gespenst geht um in Europa:
Призраҡ бродит по Европе...
Шәүлә йөрөй Европала...
К. Маркс, Ф. Энгельс. 1848.

Шәүлә йөрөй Ер шарында,
томалап ҡояш нурҙарын.
Ул йәнемдең тыныслығын,
йәшәүҙең йәмен урланы...
Ҡайҙан сыҡҡан? Кем ҡуҙғатҡан?
Нимә йөр(ө)тә Ер буйлатып:
ниндәй хыял, ниндәй маҡсат,
ниндәй гонаһ, ниндәй хата?!.

Шәүлә йөрөй Ер шарында —
илдәрҙе, ер-һыуҙы кисә...
Ул үтеп киткән урында
бер ни ҡалмай элеккесә:
үҙгәрә ҡан ҡатнашмаһы,
яҡты өмөттәр ҡарая,
йөрәктә тыуа ҡойондар,
уйҙа дауылдар ярала...

Шәүлә йөрөй ниҙер эҙләп,
Антарктидала, ҡотопта —
Айсберг-боҙлоҡтарҙы
тыныс тормаҫҡа ҡоторта,
Африка, Австралия һәм
Азия, Америкала
Пандораның хафа тулы
тартмаһына1 асҡыс таба.

Шәүлә йөрөй Европала —
илдәрҙе шөбһәгә һалып,
ҡалаларға, ауылдарға,
өйҙәргә инә шыуышып,
күтәрелә парламенттар,
хөкүмәттәр мөнбәренә,
ҡағыла мәсет айына
сиркәү саңына бәрелә...

Шәүлә инде минең өйгә —
яҙыу өҫтәлемә ятты...
Туҡта! Нимә шәүләһе был?
Юҡһа күк йөҙө лә яҡты,
бер болотһоҙ һәм зәп-зәңгәр —
Әсәйем күҙҙәре һымаҡ.
Ошо яҡты зәңгәрлеккә
күпме матур хыял һыйған?!

Күҙ һәм ҡағыҙ араһында
әллә яры, әллә күбек...
Әйләнде баш... Аң-зиһенем
Әллә ҡайҙа осто кеүек:
әллә боронғо заманға,
әллә яҡын киләсәккә,
әллә үҙем күргәндәргә,
әллә улым күрәсәккә...

Ракеталар, торпедолар
Шартлай күҙем ҡараһында...
Үрмәкестәр ҡан һуралар
истребитель яраһынан.
Танктарҙың һөлдәләрен
ҡырмыҫҡалар һөйрәй ана,
әллә Курск дуғаһында,
әллә ҡайнар Сүриәлә...

Децибелдар ҡоторона...
Тамуҡ какафонияһы
Ҡолаҡты яра — мәхшәр көн
килеп тә еткән тиерһең...
Устарым менән ҡапланым
ҡолаҡтарым япраҡтарын...
Ике усым араһында —
башым түгел, ә Ер шары

геүләп тора: президенттар,
премьерҙар, король, әмирҙәр,
спикерҙар, кемуҙарҙан,
береһен береһе тиргәйҙәр:
ҡайһы янай нефть менән,
ҡайһы ҡыҫа газ торбаһын,
ҡайһы санкция менән
сәйәсәткә яһай баҫым,

ҡайһы, донъяға үс итеп,
һынай атом-төш2 ҡоралын...
Мин устарым менән ҡыҫып,
башымды тотоп торамын —
унда әллә магма, әллә
мейем ҡайнай... Шартламаһын...
Кешелектең бар гонаһын
килә үҙемә алаһым.

Ғайса3 пәйғәмбәр шикелле
һәм Ер шарын ҡотҡараһым,
йә Мусалай4, халыҡтарға
азатлыҡҡа юл яраһым,
йә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәй —
асмандан иңгән аҡылды
кешелеккә еткерәһем
яңы бер Китап арҡылы...

Көрәш бара Ер шарында...
Әлегә тик һүҙ көрәше —
беҙ Аллаһҡа киҙәнәбеҙ
шайтандар менән берләшеп...
Коммунизм шәүләһенән
ҡурҡып йәшәй-йәшәй кеше
үҙе шайтанға әйләнде,
үҙе хәҙер Иблис ише!..

Олигархҡа байлыҡ етмәй,
генералға етмәй ҡорал,
сәйәсәтсе маҡсатына
уңайлы мәл көтөп тора,
банкирҙарҙың ҡомһоҙлоғо
илдәр нигеҙен емерә,
юлбашсыға еңеү кәрәк,
дан етмәү йәнен кимерә...

Һәр кем Ер шары хужаһы
булыу өсөн план ҡора,
ә уны мин ике усым
араһында тотоп торам.
Бер ни ҙә эшләй алмайым...
Эшләй алмайым бер ни ҙә,
юҡһа, Ер ул — минең Әсәм,
ниәттәрем саф һәм изге:

Йыһандағы уның урынын,
яралмышы хәрәкәтен,
үҙәгендәге йылыһын,
тупраҡ-һыуы бәрәкәтен,
һауаһының сихәтлеген,
елдәрен һәм ямғыр-ҡарын,
бөтөн булған тереклеген
һаҡлап ҡалыу ғына бары!..

Һыу һыу булһын, тупраҡ — тупраҡ:
берҙе сәсһәң, бирһен биште,
ҡош һайраһын, ат кешнәһен,
шатланып үрсеһен кеше!
Үҙ телендә яҙһын шиғыр,
һөйләһен парламентында,
ләззәтләнһен башҡа телдәр
йырлаған йырҙарҙы тыңлап...

Шәүлә тейҙе керпектәргә...
Күҙ алмама минең иңде...
Был — Өсөнсө Бөтә донъя
һуғышы шәүләһе инде!!!
Ишетәһегеҙме, кешеләр?
Ишетәһеңме, эй, Ер Шары?
Шәүләгә йән инер өсөн
бер аҙым ҡалды ни бары!!!

Бәлки, инде етәлер ҙә
яңылыш әйткән бер һүҙ көсө
“Томагавк”тар, “Искәндәр”ҙәр5
күккә күтәрелһен өсөн,
йә булмаһа компьютерға
яман вирус һалыу еткән,
осоп китер өсөн ситкә...

Шул бер һүҙҙе әйттермәҫкә,
кем телен йолҡоп атайым,
ҡайһы хәрби ойошманың
компьютерын йә ватайым?
Ниндәй диндә, ниндәй телдә,
ҡайҙа һуң доға уҡыйым,
Ерҙең ғәзиз икәнлеген
Мейебеҙгә туҡый-туҡый?..

Ҙурайтып та булмай Ерҙе,
мөмкин түгел кесерәйтеү ҙә!..
Яҙмышы уның бәйле тик
беҙҙең ниндәй һүҙ әйтеүгә.
Фашизмды аҡлаған һүҙ,
террорсыны хуплағаны —
бөтә донъя күреп тора —
ағыҙа илдәрҙең ҡанын.

Ҡан ҡойошто туҡтатырлыҡ
һүҙҙе кем әйтә алыр һуң?!
Шул булыр кешелек өсөн
пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы —
барлыҡ диндәргә уртағы,
барлыҡ телдәргә кергәне,
һәр илгә, өйгә, кешегә
ырыҫ-сәғәҙәт биргәне!

Һүҙҙән яралған был донъя
юҡҡа ла сығырмы һүҙҙән?
Әллә “Диалектика”ла6
һыҙылған ғәләми эҙҙән
миллиард йылдар йөрөй-йөрөй,
әйләнеп һалҡын бер ташҡа,
Ер шары ҡолап төшөрмө
тәбиғи үлгән ҡояшҡа?..

Мин тәбиғи үлем яҡлы —
Хоҙай биргәнен тултырып!
Бөтәһе килмәй башҡаса —
һуғышып йөрөп ҡотороп...
Был донъянан бер миҙгелгә
ҡунаҡ булып кискән хәлдә,
кешесә йәшәйһе килә
эштә, ялда һәм түшәктә.

Йәшәйһе килә кешесә!
Йәшәйһе килә ышанып:
бушамаҫ тип Ер шарының
меридиандар ҡоршауы,
йомшармаҫ тип бер ҡасан да
аҡылыбыҙҙа шөрөптәр —
кешелектең киләсәге
шул шөрөптәргә береккән!

Йәшәйһе килә кешесә —
бер ниҙән дә шикләнмәйсә,
бер кемдән дә ҡур(ы)ҡмайса —
йәшәү йәмен эсә-эсә!..
Йәнә яңы шатлыҡ килде —
мин бала тәпәйе йыуҙым:
быйыл оло ейәнемдең
икенсегә улы тыуҙы.

Балаларҙың бәхеткә, тип,
һуҙылған ҡулына кем дә
мылтыҡ менән һуҡмаҫ, тиеп,
ышанаһы килә көн дә...
Күге аяҙ булыр, тиеп,
гонаһһыҙ күҙҙәре һымаҡ....
Ул күҙҙәргә бар халҡымдың
өмөт-хыялдары һыйған...

Нәҫел ағасым тамыры
оҙонайҙы бер ғүмергә!
Шул тамырҙың көтмәгәндә
әйләнеүе бар күмергә —
Ер буйлап шәүлә йөрөй бит,
болоҡһотоп күңел күген...
Күрәмен: был хәтәр шәүлә
коммунизмдыҡы түгел...

2017, ноябрь.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ тәржемәһе.
_______________

1 Пандора — грек мифологияһы персонажы. Ул ҡыҙға, бер ҡасан да асмаҫҡа ҡушып, тартма бирәләр, ләкин ул тартманы аса һәм ундағы барлыҡ афәттәрҙе, бәлә-ҡазаны, бәхет­һеҙлектәрҙе донъяға сығара.
2 Төш — емештең үҙәге, еме; бында: ядро ҡоралына ишара.
3 Ғайса — кешелекте ҡотҡарыр өсөн уның барлыҡ гонаһтарын үҙ өҫтөнә алған Иисус Христос пәйғәмбәр.
4 Муса — үҙ халҡын ҡоллоҡтан алып сыҡҡан Моисей пәйғәмбәр.
5 ”Томагавк”, “Искәндәр” — АҠШ-тың һәм Рәсәйҙең атом-ядро ҡоралы йөрөтә алырлыҡ ҡанатлы ракеталары.
6 ”Диалектика природы”. Ф. Энгельс әҫәренең инеш һүҙенә ишара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571