Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ТамғаларБыл яҙмала шағир Рауил Бикбаевҡа ғына хас табыштарҙы – ижад һыҙаттарын, образ-темаларҙы, билдә-тамғаларҙы – юлларға тырышасаҡмын. Әгәр яңылышһам, раҫлауҙарыма ҡаршы һығымталар, фекерҙәр булһа, белдерерһегеҙ.
Был тамғалар – уҡыусыға төрлө осор һулышын еткергән күңел торошо емештәре, шағир талпыныштарының билдәһе. Улар ижадсының өлгөрөү, үҫеш баҫҡыстарына, ашҡыныу-елкенеүҙәренә ишаралап тора. Тамғалар, билдәләр тигәндә, әлбиттә, шағир яратып, бәлки, үҙе генә ҡулланған образ, һүҙ, һүҙ-идиомалар, уның стиль-интонацияһы, шиғри үлсәмдәре, һүрәтләү саралары, мотивтары, ижади манераһы, пафосы, хатта менталитеты күҙ уңында тотола.



Ижады башында “Уралыма” тигән шиғырында (“Дала офоҡтары” китабы, 1964) тыуған ер, туған тел темалары күтәрелә.
Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке,
Киләсәгем шат та, тыныс та,
Сөнки беләм:
Иңдәрендә илдең
Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар.
“Донъя бигерәк сәйер” әҫәренән:
Елдәр!
Һеҙгә минең үтенес бар,
Тыңламайса уны үтмәгеҙ:
Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә
Уралымдан алып китмәгеҙ.
Башта уҡ шағир күтәренке рух менән ҡояшлы образдарға, ҙур темаларға мөрәжәғәт итә. Ул, ғөмүмән, ижады буйы оптимист булып ҡаласаҡ, хәсрәттәрен һиҙҙермәҫкә, ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәҫкә тырышасаҡ: “Ракеталар күккә ҡараһа ла, улар барыбер ергә төбәлгән”, “Һыуҙарымдың йөҙөн имдем, еремдең тоҙон яланым”, “Бер ҡанаттан ҡаурый йыр яҙғанда, икенсеһе иҙән һеперер”...
Ингәнеңдә, күңелем, ҡалаларҙа
Хәтфә баҫҡыстарҙан нур-йортҡа,
Батырҙарҙың көрһөнөүен һаҡлар
Мәмерйәләр барын онотма.
(“Мәмерйә”).
Дала темаһы шунда тыуған шағирҙың үҙ билдәһенә, ижадының тамырын, асылын аңғартҡан тамғаға әйләнә.
Далалағы алһыу таң атыуын
Тағы килә минең күрәһем,
Уйнаҡлашып йөрөгән тайҡайҙарҙың
Ялҡайҙарын килә үрәһем.
(“Әсәй, мине таңда уят әле”).
Шағир – дала йырсыһы, уның ҡыуан елдәрен иҫтерә, аҡ ҡылғандарының ебәктәй йомшаҡлығын, икһеҙ-сикһеҙ иркенлеген таныта.
Йондоҙҙарын сүпләй-сүпләй
Төн китеп барҙы ары;
Ҡайһылай киңәйеп китте
Даламдың офоҡтары.
(“Дала офоҡтары”).
Далала таң атыуын, ҡылған иңендә ҡояш нурының сабыйҙай шаярып уйнауын, көн үҙәгендә тынды ҡурыр елдең йөҙгә бәрелеүен тойҙора шағир. Ә кис ниндәй һиллек! Таштар һыуынып бөтмәгән, шылт иткән өн юҡ, шулай ҙа һаман ҡыуан ел һулышы һиҙелә.
Әһә, уның төп тамғалары, образ-билдәләре – дала еле, күк әрем, ҡолон, йәнә күбәләктәй елп-елп иткән ҡар бөртөгө...
Тып-тын ғына тәүге ҡарҙар яуа,
Һуңғы япраҡ менән аралаш...
...Бер һүҙем юҡ. Күктәге был моң
Туҡталмаҫтай сыңлап гел тормаҫ,
Ҡулым бер саҡ сәскә өҙә алмаҫ...
Рауил Бикбаев киләсәктә ҡар тура­һында күп яҙасаҡ. Уға бәйле тыуаһы көн, ил яҙмышы хаҡында уйланасаҡ, күңеле йыш болоҡһоясаҡ. Әйткәндәй, шағирҙың “ҡышҡы” шиғырҙары яманһыуыраҡ, ә “йәйгеләре” күңелсәгерәк: ҡолондар сырҡырай, аттар кешнәй, ҡояш көлә, йәйғор уйнай, ләйсән йылмая... Яҙ тураһындағы әҫәрҙәрендә иһә, әлбиттә, уяныу, тәбиғәттең терелеүе, күңелдең елпенеүе...
Шул уҡ мәлдә, уҙған быуаттың 60-сы йылдары уртаһында, шағирҙың ижадына Шәйехзада Бабич темаһы килеп инә. Уның менән бергә – образдар, билдәләр, йәнде тетрәткән илаһи милли мотивтар.
Алыҫ сәхрәләрҙә бер моң сыңлай,
Ошо моңға китәм эйәреп;
Килеп сыҡһам, күрәм: йыр яҙаһың,
Тубығыңа һалып эйәрең...
...Шәйехзада Бабич. Һин бит үҙең –
Тарих биттәрендә башҡортомдоң
Битенә тамған ҡанлы күҙ йәше.
(“Ш. Бабичҡа”).
Әлбиттә, образ тыуҙырыуҙың иң ябай сараһы сағыштырыуҙыр. Шағир йәнәшәлек, ҡатмарлы ассоциациялар, һүҙ уйнатыуҙар менән дә иркен эш итә. Тәүҙә сағыштырыуға миҫал:
Ҡаҙамаҡсы улар Ер шарын
Штык осона.
(“Сонгми”).
Һүҙ уйнатыу бер, ә әллә ҡайҙан, ябай ғына күренештәрҙән сағыштырыу, оҡшатыу табыуы һиҫкәндерә. Бабич – тарих битендә халыҡтың күҙ йәше, кеше ғүмере – боҙ өҫтөндәге усаҡ, Һиҙиәт бабай – “Ә һин, гүйә, заман табанынан ҡубып төшкән һыныҡ бер даға”, “Елберҙәйһең ниңә, күңелем, пуля тишкән байраҡ шикелле”...
Уйҙарым, тауҙарҙан ашып,
Ҡымыҙҙай тора ташып;
Эш бүлмәм – Башҡортостаным,
Өҫтәлем – Урал ташы.

Тормош, ғәрләнгән бер атай кеүек,
Ҡамсы һелтәп килә эргәмә.

Эй, был ғүмер!
Һәр һулышы
Йырлатыр-илатырлыҡ;
Үҙе таңғы ысыҡ ҡына,
Ҡош телен аңлатырлыҡ.

Анау кешенең бүркен килтер, тиһәң,
Башы менән бергә килтерер.

Яңы дәүерҙә Уралымда
Һыҙылып ҡына бер таң атҡанда
Тик күҙ һирпеп осоп үтһәң ине,
Галилей кометаһы ҡайтҡандай.
Рауил Бикбаев – һүҙ уйнатыу маһиры. Уның омоним, оксюморондары ғәжәйеп.
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.

...Әле күккә тейә түбәм,
Әле башым эйәм түбән.

...Күпме ҡар һыуҙары кистем,
Күпме яңы яҙға күстем.

...Килһен күршем ут алырға,
Килмәһен ут һалырға.

...Юлдағы боҙҙар ҡуҙ булған,
Усаҡтағы ҡуҙҙар боҙ булған.
...Бишек булыр тигән таҡтанан
Һуғыш ҡара табут яһаған.
“Ҡойон” шиғырындағы образдар иһә ҡатмарлыраҡ. “Елде ҡойон өйөрөлтөп”, “тышаулы кеүек туҡтаны, әллә нимә уйланып”. Тағы ҡайтты кире, “юғалтҡанын эҙләгәндәй, бер тирәлә йөрөй”. Бер “күккә ашты ҡойон”, “ҡапыл теҙгенен тартҡандай, ҡойолоп төштө ҡойон”. “Ергә ятты.. Ғәжәп итеп шул урынға килдем, күрҙем яңғыҙ ай шикелле моңһоу гөлдө”.
Һабағы һынған был сәскә
Килә ине һулып;
Янына ҡойон йығылған
Бер ус туҙан булып.
Әле генә ҡойон тетрәй, һауаны яра ине, ҡапыл бер ус туҙан өйөмөнә әйләнгән. Яуҙан ҡайтҡан батыр мөхәббәт ҡолона әүерелгән!
– Тыуған йылың ҡайһы?
– Халҡым тыуған йыл.
– Ҡыуған юлың ҡайһы?
– Халҡым ҡыуған юл.
– Яҙмышынан уның уҙмышым юҡ,
Ярам – яралары,
Күҙем менән күреп айырам ерҙең
Ағын-ҡараларын.
Аллалары минең Аллам булыр,
Иманы – иманым.
(“Арнау”).
Бер һүҙ беләм. Аҙашҡанда
юлдарымды
Яҡтыртырмын шул һүҙ менән.
Шул һүҙ менән, ауырҙы ла еңел күреп,
Мин тауҙарға елеп менәм.

Бер һүҙ беләм. Олатайҙар васыяты
Ошо һүҙгә һыйған һымаҡ.
Быуаттарҙың яҡты нурын, яҡшы
йырын
Ул үҙенә йыйған һынап.
(“Бер һүҙ беләм”).
Тағы:
Далабыҙҙы оло дөмбөр итеп
Дөмбөр-дөмбөр килә тояҡтар;
Умырзая уттай сәсрәп ҡала,
Уйылып ҡала ергә ҡыяҡтар...

“Дауыл” шиғырынан:
Дауылдарҙа минең байрамдарым,
Дауылдарға торам йән атып.
Йәшен күрһәм, күҙ йәштәрем йәшнәй,
Ҡанатымды осам ҡанатып.

“Күрмәнем дә көндөң ҡыҫҡарғанын” шиғырынан:
Күрмәнем дә көндөң ҡыҫҡарғанын,
Һиҙмәнем дә йәйҙең уҙғанын;
Һибеп үтте елдәр һуҡмағыма
Йүкәләрҙең алтын туҙанын.
Был юлдар әллә ҡайҙан “Беҙ – Рауил Бикбаевтыҡы!” тип ҡысҡырып торғандай.

* * *
Башҡорт шағирҙарының гражданлыҡ лирикаһы Башҡортостанға ҡарата һөйөүҙә, уның шанлы үткәне менән ғорурланыуҙа сағыла, ошо нигеҙҙә уҡыусы күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләнә. Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт – милли күренеш, улар һүрәтләү саралары, моң менән бәйле. Һәр шағир иң элек үҙ халҡына хеҙмәт итә, рухи ҡиммәттәрен үҫтерә. Башҡа ҡәләмдәштәре кеүек үк, Рауил Бикбаев та ошо бурысты алға ҡуйҙы, ижады шул юҫыҡта формалашты. Был башҡорт шиғриәте өсөн дә төп мотив, үҙәк мәсьәлә ине. Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйҙар – һәр шағирыбыҙ күңелендә. Ул ут яндыра, йөрәкте көйрәтә, уй-хисте оран итергә мәжбүр ҡыла. Был – шағирҙарҙың ҡанында, уларҙың хаҡ яҙмышы. Шул утһыҙ, бәлки, башҡорт шиғриәтенең ялҡыны һүрелер, мәртәбәһе юғалыр ине.
Рауил Бикбаевтың ижады ла ошондай рухи мөхиттә тыуҙы, сыныҡты. Халҡың араһында уның уй-хисенән, кисерештә­ренән айырылыу мөмкин түгел.
Иңкеүҙә төнгө көтөү көтөп,
Атым ысыҡ кисеп ҡайтҡанда,
Һыҙылып ҡына сыҡты ҡурай моңо
Һыҙылып ҡына атҡан был таңда.
(“Йүрүҙән ярында”).
Тыуған ерем! Ҡуйыныңдан бәрелә
Батырҙарҙың эҫе тындары;
Ҡайнар күкрәгеңә һыйынһам,
Яҙылып та китә һындарым.
...Тыуған ерем! Тәрән-тәрәндәрҙән
Атылып сыға аҫыл шишмәләр;
Ошо шишмәләрҙән бер ятып эс –
Кәрәк түгел башҡа шифалар.
...Тыуған илем! Түгеп хәләл тирен,
Халҡым һине гөлдәй ил иткән;
Ынтылам мин һинең бейеклеккә,
Ынтылам мин һинең киңлеккә.
Бикбаев стиле, Бикбаев аһәңе! Йөкмәткеһе лә, формаһы ла, интонацияһы ла.
Күҙ алдымда донъя түңкәрелде...
Әллә кисме, әллә таңмы,
Сонгми?
Ҡолағымды яра фажиғәле йырҙар!
Исемеңде яҙһам,
Ҡағыҙға ут тоҡанырҙай,
Сонгми!
(“Сонгми”).
Һиҫкәнде кинәт ер,
Һиҫкәнде зирәк ер,
Һил күктең көмбәҙе сатнаны
зыңғырҙап,
Һиҙҙеме йыраҡта
Тауҙарҙың билдәре һынғанын?
Батырҙар ауғанда
Ер тетрәй.
Тетрәй ер.
Шул саҡта
Океанды аҡтара тулҡындар –
Ябырыламы цунами?
Цунами!
Цунами!
Цунами!
Йөрәктән йөрәккә
һуғылып,
Ҡуҙғалды Чилиҙа цунами.
(“Цунами”).
“Бер һүҙ беләм”, “Дауыл”, “Арнау”, “Үҙән буйында үлгән ҡоҙғон”, “Ғүмер уртаһы”, “Далам, далам – даланым”, “Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай”, “Башҡортостан бында башлана”, “Сонгми”, “Цунами” шиғыр-балладалары, поэмалар, хикмәттәр, мәҙхиәләр, гимндар, орандар, хаттар, ҡобайырҙар...
Хаталандым. Нисәнсе ҡат икән
Һеңгеҙәтә һуға хаталар.
Тулҡындарға боҫҡан тупһаларҙай,
Улар мине көтөп яталар.

...Киләм тағы улым эргәһенә.
Йылдар баҫа. Һыҙлау баҫылмай.
Һындырмайса һалам сәскәләрҙе,
Үҙем торам әле саҡ һынмай.

...Хафаланма уттар һүнер тиеп,
Күңелемдә ҡуҙлар күмер бар.
Үтеп кенә киткән ваҡыт нимә,
Алда әле тотош ғүмер бар.
Уҡыйһың-уҡыйһың да тертләп китәһең: күҙ алдында әүәлге йылдар, беҙ кисер­гәндәр, күргән ваҡиғалар, татыған хистәр... Осор тамғалары, илдең хәл-әхүәле, заман һулышы...
Алып килдем һеҙгә туй йырҙарын,
Еңеү маршын, байрам шауҙарын.
Шағир ижадында ошондай мотивтар ҙа осрай. Тормош һағышлы йырҙарҙан, әрнеүҙәрҙән, аһ-зарҙан ғына тормай бит. Шағир – үҙ заманының улы.

* * *
Иҫтә шиғыр кисәләре. Әүәлерәк улар йышыраҡ уҙа торғайны, залдар ҙа халыҡ менән шығырым тулы булды. Шағирҙар оло ҡор булып бергә йөрөр ине.
Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын­дағы ижад кисәһе гөрләп үтте. Шағир егерме бишләп шиғырын яттан һөйләне, күп яҡлы таланты менән йәнә һоҡлан­дырҙы. Ғөмүмән, халҡыбыҙ шиғриәтте ярата, әҙиптәрен ололай, күрә белә. Бүтәндәр һымаҡ, Рауил Бикбаев та сәхнәнән шиғыр һөйләргә, халыҡ алдында сығыш яһарға атлығып торҙо. Әҙәбиәт кисәләре үткәреү тотош республикала матур йолаға әйләнгәйне, халыҡтың яҡтылыҡҡа ынтылышы билдәһе ине. Рауил Бикбаев ише ялҡынлы, шөһрәтле шағирҙар ҡатнашҡан кисәнең баһаһы бермә-бер арта. Был – йәш быуынды, халыҡты тәрбиәләү мәктәбе, сәнғәт тантанаһы.
“Баҙар балтаһы”, “Халҡыма хат”, “Тыуған ерем”, “Башҡортостан бында башлана”, “Ер аҫтынан килгән тауыштар”... Гимндар, ҡобайырҙан баш алған орандар. Шағир халҡына, тотош йәмғиәткә мөрә­жәғәт итеү кимәленә күтәрелә. Шиғриәттә гимн юҡ, тиҙәр. Ә “Башҡортостан бында башлана” ниндәй жанрға ҡарай?
Сөн ярынан офоҡтарға баҡтым,
Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,
Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,
Ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:
Башҡортостан бында башлана!

Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Минең кеүек,
Минең кеүек – Башҡортостан кеүек,
Бар донъяға тура ҡарарлыҡ.
Был үҙе гимн, моңло, тантаналы йыр түгелме? Шағир һөйөклө иленә дан йырлай, Урал ташына баҫып, күкрәк киреп, көр тауыш менән тыуған ергә аһәңле көй яңғырата. Һәм нәҡ үҙенсә!

* * *
“Халҡыма хат”...
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә;
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.

Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар;
Быуындарға ялғап быуындарҙы
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Күп шағирҙар был хаҡта әйткән, туған телгә, моңға һөйөүен белдергән, улар араһында Бикбаевтыҡы оранға нығыраҡ тартым.
Туғанынан яҙған – ярты йәтим,
Туған теленән яҙған – мең йәтим,
Телде тоҙаҡлаған ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Шағир ижадының иң матур өлгөләрен ватансылыҡ рухы менән һуғарылған гражданлыҡ лирикаһы тәшкил итә. Был – әҫәрҙәренең төп мотивы, интонацияһы.
Тынсыу торғонлоҡ осоронда (“Ностальгия” поэмаһында) “Илемдә илемде һағынам” тип белдергән ижадсы ла бит әле Рауил Бикбаев!
Илемдә илемде һағынам.
Шишмәһенән йотом һыу эсергә
Сарсап иренем көйә.
Ностальгия –
Быуындан быуынға һуҙылған
Йөрәктең был бөтмәҫ һыҙлауы.
Быуаттар күгенән күкрәккә
Шауҙырлап яуғандай боҙлауыҡ,
Кешене үткәнгә сиктереп,
Киптереп мейеһен,
Елеген,
Батшалар,
Ишандар,
Ҡуштандар сәнсергә ҡушҡандар
Ностальгия –
Һағыныу һөлөгөн.
Был утлы юлдар тәнде, мейене сәнсеп-сәнсеп алғандай. Автор ҡыҫҡа өндәр, аҙ һанлы ижектәр менән эш итә – шулай уҡыусыға нығыраҡ тәьҫир итә.

* * *
Кешеләр, улар ярған бураҙналар, кисергән яҙмыштар, ғөмүмән, йәшәү асылы, тормош мәғәнәһе хаҡында ыҙалы уйҙар һаман ҡаната шағир йөрәген. Ижады шул фәлсәфәүи юҫыҡҡа нығыраҡ ауыша бара. Һаҡалы биленә етә, ә һаман ғашиҡ була... Башҡортостан иһә – иң оло мөхәббәте, яратып йырлағаны.
Шиғриәт үҙе – һөйөү емеше, шағирҙың бер туғаны, сағылышы, йәшәү рәүеше. “Вокзал”, “Каруанһарай”, “Йырлы ҡаялар”, “Күк әрем”... Ошо “Күк әрем”дән әҙәбиәте­беҙҙә Бикбаев осоро башланды, шул образ, символ шиғриәттә нәҡ уныҡы ғына булып китте, бетеүенә әйләнде, ижадсы­ның пароле булды.
Артылыуым булды һуңғы һыртҡа –
Алда Соран ята күгәреп;
Ялан сәскәләре араһынан
Мин һындырып алдым күк әрем.
“Баҙар балтаһы”. Ул – Бикбаевтың иң көслө әҫәрҙәренең береһе, ҡойоп ҡуйған символдарға ҡоролған дастан. Шиғриәте­беҙҙең айырым ҡаҙанышы.
Баҙар балтаһы – символ. Ялтлап китә, һиҫкәндерә, түшкәне генә түгел, халыҡты байға һәм ярлыға бүлә. Ит сабыусы саманы белә: кемгә күпме тейеш, ҡайһы һан таман, бизмәнгә һалғас, хаҡы-нахағы ҡайһылайыраҡ тартасаҡ – барыһын да күҙаллай, яңылышмай. Балта уйнап тора, баҙар – ҡуласа. Ҡуласа һәр кемде урынына ҡуя, барыһына ла тәғәйен өлөш сығара. Шуға ҡарап дәрәжәләр билдәләнә, хаҡ баһа бирелә. Ә балта һеңкетә саба: иҫәбе бара – сап, сап! Хәҙер был тормошҡа ул етәкселек итәсәк.
Эйе, баҙар элек тә булған. Унһыҙ әҙәм балаһы йәшәй алмай, тормош алға бармай. Әммә халыҡ туплаған мөлкәтте үҙеңдеке итеп һатыуға сығарыу – ҡырағайлыҡ, көпә-көндөҙ кеше талау. Автор шундай баҙарға ҡаршы.
“Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы иһә Рауил Бикбаев ижадының офоҡтарын киңәйтте, йөкмәткеһен тағы ла байыта төштө. Ул әҙипте халҡына, иленә нығыраҡ бәйләне, хәсрәт-хәстәрҙәренә, уй-хистә­ренә яҡынайтты һымаҡ. Шағир Иҙел башынан төшөп, Ағиҙелдең Камаға ҡойған тапҡырынаса сәйәхәт итә. Бер ыңғайҙан уҡыусыны иленең үткәне, бөгөнгөһө менән таныштыра, халҡын борсоған проблема­ларҙы күтәрә. Иң ҙур мәсьәлә – ер-һыуҙың сафлығын, халыҡтың рухи йәдкәрҙәрен һаҡлау, Ағиҙелде генә түгел, бөтөн Ер шарын ҡурсалау зарурлығы.
Әҫәр эпик сюжетлы поэма тип һана­лырға ла хоҡуҡлы, гәрсә беҙҙә һуңғы осорҙа улар һирәк күренә. “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” төҙөлөшө, рухы, ҡалыбы менән Александр Твардовскийҙың “За далью – даль” поэмаһын да хәтерләтә. Уға ил көнитмеше, заманыбыҙ яҙмышы һыйған. Шулай уҡ Рәшит Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһын да иҫкә төшөрә. Тик оҡшашлыҡтар менән бергә күпме айырмалыҡ бар! Барыһы ла Бикбаевса...

* * *
Был тамғалар – “Уралым”, “Бер һүҙ беләм”, “Ғүмер уртаһы”, “Автобиография”, “Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай”, “Башҡортостан бында башлана”, “Сонгми”, “Баҙар балтаһы”, “Халҡыма хат”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Вокзал”, “Күк әрем”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” – уҡыусыға төрлө осор һулышын еткергән күңел торошо емештәре. Уларҙағы талпыныштар, ашҡыныу-елкенеүҙәрҙең барыһы ла – тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 167

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 370

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 242

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 235

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 129

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 215

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 175

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 186

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 246

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 180

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 369