Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
БабичБилдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Бабич” романын тамамланы. Ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Роман тулыһынса “Ағиҙел” журналының быйылғы 6-сы һанынан баҫыла башлай.

1.

Улар көтмәгәндә килеп инде. Шәйехзада Ямалдың ҡыҙына исем ҡуйып ҡайтып ингәйне. Өҫтөн дә һалырға өлгөрмәне, күҙ алдында бүректәрен күҙҙәренә төшөрөп кейгән ике ир пәйҙә булды. Ҡаштары емерек, йөҙҙәре уҫал. Таныны уларҙы Шәйехзада – Дүсәнбайҙыҡылар. Бе­ре­һенең атамаһы – Көмөшбай, икенсе­һенекен хәтерләмәй.
Инеү менән Көмөшбай – эре кәүҙәле, киң яурынлы, ҡулдары көрәктәй ир – һаулыҡ һорашып та тормайынса, уны-быны уйламаған Шәйехзаданы яғаһынан эләктереп, күтәрә төштө һәм ҡурҡыныс тауыш менән ыҫылданы:
– Һин, йолҡош истәк! Мин һине иҫкәртәм! Дүсәнбайҙы ташлап кит! Бер көн ваҡыт һиңә! Китмәһәң, үлек кәүҙәңде Табан күл төбөндә табырҙар. Ишеттеңме?
Икенсе ир ул-был була ҡалһа, йәғни Шәйехзада ҡаршылашһа тип, күрәһең, тегеһенә ярҙамлашыу өсөн эргәгә килеп баҫҡан.
Бер ни аңламаған Шәйехзада ни тип әйтергә белмәне, фәҡәт ҡыпһыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынырға маташты.
– Ишеттеңме?! – тип тағы ла уҫалыраҡ тауыш менән ҡабатланы Көмөшбай.
– Туҡта! Ни булды?
– Бур кеүек төнөн йөрөгәс тә беҙ һиҙмәй тиһеңдер! Беҙ ҡапсыҡта ятмай! Бөтәһен дә беләбеҙ!
– Төнөн? Төнөн минең бер ҡайҙа йөрөгәнем юҡ!
Көмөшбай, ике ҡулы менән Шәйехзаданы яғаһынан ҡаты итеп тотоп торған көйө, дуҫына өндәште.
– Хәтере ҡатҡан! Эләктер берҙе! Иҫе яңырһын!
Шуны ғына көткән икенсе ир ҡапыл бер йоҙроғо менән көслө генә итеп Шәйехзаданың ҡабырғаһына һуҡты. Икенсеһе менән яңағына һелтәнгәйне, егет ялтанып өлгөрҙө, әммә уҫлаптай һелтәнгесе, “выжт” итеп сикәһен ялап үтте. Шәйехзада быларҙың бик етди дәғүә менән килеүенә төшөндө. Әммә сәбәп нимәлә?
Шәйехзада Көмөшбайҙың ҡыпһы­уырынан ҡотолоу өсөн бар көсөн һалып, уны этеп ебәрҙе, үҙе ауырая төшөп, аҫҡа эйелде. Ирҙәрҙең икенсеһе, быны ҡаршы һуғышыу тип аңлап, йоҙроҡта­рын Шәйехзадаға яуҙырҙы. Ҡулы менән бер ни ҙә эшләй алмағанға егет тегене тибеп ебәрҙе. Ир эсен тотоп туҡтап ҡалды. Быны күргән Көмөшбай, оторо ҡыҙып, Шәйехзадаға ябырылды. Ул арала икенсе ир ҙә иҫенә килеп Шәйехзадаға ташланды. Улар икәүләп егетте өҫтәл менән мейес араһына ҡыҫырыҡланы. Быларҙың маҡсаты уҫал икәнлеген тойған егет, әгәр ныҡлап ҡаршы­лашмаһаң, үлтереп ҡуймаһалар, имгәтеп ташлауҙарынан ҡурҡып, бесәй тиҙлеге менән мейес алдында ятҡан балтаны эләктерҙе. Яңағына, ҡолаҡ төбөнә, ҡабырғала­рына көслө генә төйгөс алған Шәйехзада ла ҡыҙып киткәйне. Әгәр тегеләр ҡурҡып туҡта­ма­һа, ары ни булыры билдәһеҙ ине.
– Ташла балтаңды! – тип аҡырҙы Көмөшбай ҡарлыҡҡан тауыш менән.
– Яҡын килмәгеҙ! Башығыҙҙы яра һуғам!
Шаярмағанлығын аңлатып, Шәйех­зада балтаһы менән һелтәнде. Тегеләр ҙә егеттең юҡты һөйләмәгәнлегенә төшөндө, ишеккә табан сигенде.
– Беҙ һине иҫкәрттек! Иртәгә эҙең булмаһын Дүсәнбайҙа! – Тегеләр сығып китергә ыңғайланы.
– Туҡтағыҙ! Ни булды? Мин бер ни аңламаным! – тип ҡысҡырҙы Шәйехзада.
Тегеләр туҡтаны, бер-береһенә ҡарашып алды. Әйтергәме, юҡмы, тип икеләнделәр шикелле. Шунан ирҙәрҙең икенсеһе бер аҙым алға атланы.
– Көмөшбай Хәтирәне икенсе бисәлеккә алырға йөрөй, – тине ул. – Кисә ул ризалығын бирмәне. Яңғыҙы дүрт балаһы менән астан үлә ғуй ул. Шуны аңламай иҫәр бисә. Һинең арҡала алйотлана. Һин бит уны алмайһың бисәлеккә. Башын бутама, иҫән саҡта ҡас! Беҙ һине иҫкәрттек!
Шулай тинеләр ҙә сығып киттеләр. Шәйехзада ҡулында балта тотҡан килеш иҫәңгерәгән кеүек тороп ҡалды.
Бына эш нимәлә икән! Шәйехзада­ның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡайҙан белгәндәр?! Был хаҡта ул үҙ алдына уйларға ла тартынып йөрөй, ә баҡһаң!.. Хәҙер ни эшләргә? Был ике ир ҡушҡанса ҡасырғамы? Әммә ҡапыл юҡҡа сығыуы мөмкин түгел. Уның тағы ун көн уҡытаһы бар.
Хәтирә... Сәйер генә килеп сыҡты уларҙың аралары.
Бер көндө яҡындағы станциянан йөрөп уҡыған ун йәшлек Сәлимә исемле ҡыҙ ишектән ҡыйыр-ҡыймаҫ инде лә туҡтап ҡалды. Ғәҙәттә, һүҙһеҙ-ниһеҙ инеп урынына барып ултырған балаға ни булған?
Шәйехзада уға аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла:
– Үт, үт, Сәлимә, – тине. – Ниңә туҡталдың?
Сәлимә ниңәлер ҡып-ҡыҙыл булды, шул саҡ ҡулындағы бәрәңгеләре төшөп китте. Ҡыҙ оялышынан илап ебәрҙе.
Шәйехзада Сәлимәнең янына килде, бәрәңгеләрен йыйып алды, тынысландырырға теләп арҡаһынан һөйҙө.
– Илама, иркәм, матурым, бәлә­кәсем! – тине лә етәкләп элекке урынына түгел, алғараҡ килтереп ултыртты. – Ниңә илайһың? Әллә берәй малай һуҡтымы? Йығылдыңмы?
– Юҡ. Берәү ҙә һуҡманы, – тине ҡыҙ бер аҙ тыныслана төшкәс. – Уҡыуға түләргә әсәйемдең аҡсаһы юҡ. Ошо бәрәңгеләрҙе бирҙе. Алып бармайым, тигәс, асыуланды.
Ҡыҙ йәнә илар хәлгә етте. Уны ҡыҙғанып Шәйехзада үҙе саҡ илап ебәрмәне, йәнә ҡыҙҙы һөйөп алды:
– Ниңә уның өсөн илайһың? Илама! Әсәйең белеп ебәргән! Мин бәрәңгене бик яратам. Рәхмәт!
Күҙҙәренә тулған йәште ба­лаларға һиҙҙермәҫ өсөн егет ситкә боролдо. Бер аҙ тыныслана төшкәс, дүрт йоморо бүләккә дүрт доға ҡылды.
Шәйехзада бәрәңгене, ысынлап та, һағынғайны. Был яҡта ҡаҙаҡтар ниңәлер уны ултыртмай. Аҙаҡ егет был күстәнәстәрҙе бешереп, аҡ май ялатып, бик тәмләп ашаны.
Шул көндө Шәйехзада Сәлимәне оҙата барҙы. Әсәһенә бәрәңге өсөн рәхмәт әйткеһе килде. Сәлимә бик аҡыллы ҡыҙ, белемгә ынтылышы бар, уға ары уҡырға кәрәк. Шул хаҡта һөйләшмәк булды.
Ҡыҙҙың әсәһе егерме биш – егерме һигеҙ тирәһендәге ҡатын икән. Һөйкөмлө генә. Тик күҙҙәре үтә һағышлы, моңһоу. Егеттәге Сәлимәгә ҡарата йәлләү тойғоһо хәҙер ошо ҡатынға ҡарата ла уянды. Ниндәй ҡайғы өйкәй икән йөрәген?
Ҡатын егетте сәй эсергә саҡырҙы. Шулай һөйләшеп киттеләр. Әкренләп күп нәмәләр асыҡланды.
Хәтирәгә – егерме алты йәш. Дүрт балаһы бар – ике улы, ике ҡыҙы. Сәли­мә – иң өлкәне. Ире тимер юлында стрелочник булып эшләгән, ике йыл элек поезға тапалып үлгән. Тол ҡатын тимер юлында юл таҙартыусы булып эшләй, әммә аҡсаһы аҙ, тартып-һуҙып ашауға саҡ еткерә, хатта балаларына яңы кейем ала алмай. Ярай, ҡулы оҫта, иҫкенән тегеп кейендерә балаларын. Шуныһы ла яҡшы – өлкәндәре­неке бәләкәйҙәренә ҡала.
Хәтирә үҙе күңелсәк булып сыҡты. Күҙҙәре һағышлы күренһә лә, Шәйехза­даның шаян һүҙҙәренә ихлас көлдө, егеттең килеп сыҡҡанына ысын күңелдән ҡыуанды.
Оҙаҡ ултырып ташланы Шәйехзада. Ниңәлер был һөйкөмлө ҡатындың эргәһенән ҡапыл ғына киткеһе килмә­не. Уның быяла уйынсыҡ тәгәрләп киткәндәге кеүек селтерләп көлөүен ишетеүе күңеленә яҡын ине. Тағы-та­ғы мәҙәктәр һөйләп көлдөргөһө килде. Шулай итеп, уның ҡарашындағы моң­һоу­лыҡты юҡҡа сығара алыр һымаҡ.
Төҫкә лә матур ғына Хәтирә. Күҙҙәре ҙур, керпектәре оҙон булып бөгөлөп тора, шуға ла һағышлы тойолалыр әле йөҙө. Ыҡсым тура танауы, тулы ирендәре күпереп торған ҡара сәсенә ҡушылып ҡатынды һылыу итеп күрһәтә. Ябығы­раҡ, әммә ҡалҡыу күкрәктәре, нескә биле кәүҙәһенә һомғоллоҡ, һылыулыҡ бирә.
Шәйехзада үҙенең сәсәнлеген күр­һәтмәйенсә түҙә алманы. Ни өсөндөр был ҡатынға оҡшағыһы килә ине уның.
“Һә” тигәнсә шиғыр уйлап сығарып, Хәтирәгә йырлай биреберәк уҡып ишеттерҙе:
Рәхмәт, апай, ебәргәнһең дүрт
бәрәңге,
Тәрбиәләп үҫтерә күр дүрт
балаңды.
Батыр улдар, матур ҡыҙҙар үҫеп
еткәс,
Таң ҡалдырһын тирә-яҡты, бар
әҙәмде.
Хәтирә егеттең шулай тиҙ үләң сығара алыуына хайран ҡалды.
– Әллә һин аҡынмы? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Аҡын булырға! – Шәйехзада тауышы менән был атама уның өсөн буй етмәҫлек бейеклек икәнлеген аңлатты. – Әммә тик ултырғансы тип сығарам ҡайсаҡ. Бына әлеге кеүек.
– Юҡ, һин – аҡын! Аҡын! – тип һоҡланыуын йәшермәне Хәтирә. – Бигерәк шыма килеп сыҡҡан ғой!
Шәйехзада үҙенең ун-ун бер йәштәрҙән бирле шиғыр яҙыу менән шаярыуын әйтеп торманы инде. Бында ҡаҙаҡ аҡындары менән ныҡлап аралашыуын, хатта улар менән ярышып әйтешеүен дә һөйләп торманы. Сөнки әле маҡтанырлыҡ уңыштары юҡ, бер әйтештә еңеүен һанамағанда. Биш-алты һүҙ бәйгеһендә уҙып киткәнде генә ысын аҡын тип таныйҙар бында. Әммә был әйтештәрҙә ҡатнашыу Шәйехзадаға күпте бирҙе. Ул кеше алдында йырларға оялмай хәҙер, думбыра ҡаға башланы, мандолина уйнап йырлауҙы ла бынан ике йыл элек ҡаҙаҡ аҡындарынан өйрәнгәйне.
Быларҙың бөтәһен дә һөйләп торманы инде егет ҡатынға. Әммә үҙе менән мандолина алып килмәгәнгә үкенде. Бер-ике үләң әйтеп, йырлап Хәтирәнең күңелен яулағыһы килде.
Көтмәгәндә Шәйехзадаға үҙен күрһәтергә икенсе мөмкинселек тыуҙы. Әммә ҡыуаныслы күренеш түгел ине ул.
(Дауамы бар).


Сәй эсеп бөтөп, ҡайтырға ваҡыт еткәйне. Ҡатын менән егет, бер-береһен яҡын күреп, күңелдәре­нең ауаздаш икәнлеген тойоп, айырылыу минуттарын теләмәйерәк көтә. Уйлама­ғанда улар янына уҫал ҡиәфәттәге бер ир килеп инде лә һаулыҡ та һорашып тормайынса:
– Иртәгә үк сығып кит! – тип ҡысҡыра башланы. – Миңә был бүлмә кәрәк! Үҙең сыҡмаһаң, сығарып ташлайым әйберҙәреңде! Ишетһен ҡолағың!
Был ирҙең килеп инеүе, бигерәк тә уҫал, тупаҫ аҡырыуы, тап-таҙа итеп йыуылған һары иҙән өҫтөнә бер биҙрә бысраҡ, нәжес индереп һипкән кеүек тәьҫир итте Шәйехзадаға. Ул ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҡәҙерле булып киткән ҡатынды йәберләгәндәре өсөн үҙен солғап алған асыуға, нәфрәткә түҙә алмайынса, был ирҙең боғаҙына йәбешергә әҙер ине.
Күрәһең, урынынан ырғып торған егеттең ҡиәфәте уның бик үк яғымлы булмаған тойғоларын асыҡ күрһәткәндер. Ир бер аҙ тыныслана төштө, ингәндәге кеүек ҡысҡырмай башланы. Һөйләшә торғас, шул асыҡланды.
Әле Хәтирә дүрт балаһы менән йәшәп ятҡан кирбес бинаның бер мөйөшө элек күмер һарайы булған. Шуны рәткә килтереп йәшәп ятыуы ҡатындың. Әммә бүлмә өсөн түләргә аҡсаһы етешмәй, шул сәбәпле бурысы байтаҡ йыйылып киткән. Был ир, тимер юлда түрәрәк кеше булараҡ, ураған һайын бурысты түләүҙе һорап килә, юғиһә, бөгөнгө кеүек, бүлмәнән ҡыуып сығарыу менән ҡурҡыта икән. Бына әле лә шул уҫал ниәте менән ингән.
Быны ишеткәс, Шәйехзада эстән генә һөйөнөс тойғоһо кисерҙе. Хәтирә уның күңеленә ятты. Егет ҡатынға тағы нисек итеп нығыраҡ оҡшарға белмәй ултыра ине. Бына Аллаһ Тәғәлә сәбәбен дә ебәрҙе. Уның кеҫәһендә аҡсаһы бар! Ике бай зәҡәттән тип ҡорсаңғы ғына ике тәкә биргәйне, шуларҙы берәр һумға һатҡайны егет. Хоҙай ҡушыуы буйынса, кеҫәһендә шунан килгән ике һум да бер нисә тине ята.
– Нисә һум бурысы? – тип һораны Шәйехзада ирҙән, һүҙҙе ары ҡуйыртырға бирмәйенсә. Үҙе эстән уйлап ҡуйҙы: “Ике һумдан күберәк булмаһа ярар ине!”
– Бер һум да туҡһан тин! – тине ир. Шуны ғына көткәндәй, Шәйехзада ҙур ҡыуаныс менән кеҫәһенән ике һумды сығарып тегенең усына шапылдатып һуҡты.
– Мә, һиңә ике һум! Ун тине хәйер булһын! Башҡаса бында инеп ҡысҡырып, кеше ҡурҡытып йөрөмә!
Ир ризалыҡ менән сығып китте.
Хәтирә ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты:
– Ниңә бирҙең? Мин нисек түләйем һиңә? Ул ни көн дә тиерлек килә. Гел шулай ҡурҡыта. Уның һүҙенә иғтибар итә башлаһаң... Бирмәҫкә ине! Беҙ нисек тә түҙер инек әле.
Ҡатындың йөҙөндә Шәйехзаданың ике һумы өсөн ихлас ҡайғырыу яҙылғайны, егет уны йәлләп китте, тынысландырырға тырышты.
– Борсолма! Хәйергә килгән аҡса ул. Тағы бирәсәктәр.
Хәтирә бошонмаһын өсөн шулай тине. Ә ысынында иһә Шәйехзадаға аҡса ауырлыҡ менән килә. Дүрт айҙа ул барлығы утыҙ биш һум йыйырға өмөтләнә. Ул аҡса ҡыш буйы мәҙрәсәгә түләргә, йәшәргә, кейенергә етәсәк.
Ошонан һуң Шәйехзада йышайҙы Хәтирәләргә. Ҡулына мандолинаһын тотоп килә башланы.
Һылтауы ла табылып тора. Ямғырҙар башланды. Туҡтаһа ла, тышҡа сығып йөрөрлөк түгел, көн һалҡын, көҙгө ел иҫә. Гәзит-журналдар һирәк килә, булған китаптар күптән уҡылып бөткән. Эш юҡ. Дәрестән ҡайтаһың да ни эшләргә, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөйһөң. Эс боша. Ғүмер бушҡа үтә кеүек. Һәм “барып һөйләшеп ултырайым әле” тип Шәйехзада Хәтирәнең өйөнә табан атлай.
Балалар ҙа егеттең мандолина сиртеп йырлауын хуш итә. Бигерәк тә бейеү таҡмаҡтарын ярата улар. Ҡылдарға тәүге сиртеүе була, бейеү көйөн белеп алғандар, шунда уҡ төшөп китәләр. Шәйехзада ла таҡмаҡтарҙы балалар аңларлыҡ итеп сығара, уларға шаяртып төрттөрә, шуныһы бигерәк оҡшай тегеләргә.
Алты йәшлек Биксура – бик йыл­ғыр малай. Шәйехзада килтергән кәнфиттең күбеһен һуғышып-талашып үҙенә эләктерә, башҡаларға аҙ ҡала. Ошоға төрттөрөп тә йырлап ебәрә Шәйехзада:
Килтергәйнем биш кәнфит,
Барын алған Биксура.
Башҡаларға кәнфит юҡ,
Биксура кәнфит һура.
Шулай тип ҡат-ҡат йырлағандан һуң, Биксура кәнфиттәрҙе тигеҙ бүлешә башланы.
Хәтирә, ғәҙәттә, үҙе бейемәй, йылмайып ҡул сабып ҡына ултыра. Шулай ҙа бер төшөп китте. Бик матур бейей икән. Кәүҙәһенә йәтешле яһаған хәрәкәттәре күҙҙең яуын алып, күңелгә хуш килеп тора. Егеттең һоҡланып ҡарауын күрепме, әллә башҡа сәбәп булдымы, шул бер тапҡырҙан һуң, Шәйехзада күпме һорамаһын, башҡаса төшмәне.
Шулай итеп, көн дә бара башланы егет Хәтирәләргә. Әлбиттә, буш ҡул менән йөрөмәй: йә сәй, йә шәкәр тотоп бара, хәйергә ит төшһә, уны ла йәлләмәй. Йышыраҡ кескәйҙәргә шәкәр-кәнфит, тәмлекәстәр алып килә. Уның килеүенә балаларҙың шатланғанын күрһәң! Ләкин егет өсөн ҡатындың йөҙөндәге ҡыуанысты күреүҙән дә оло бәхет юҡ. Оҡшай ул Шәйехзадаға, оҡшай! Үҙенән һигеҙ йәшкә өлкәнерәк тип уйламаҫҡа тырыша. Булһасы! Өйләнергә йыйынмай ҙабаһа! Күңеле тартыла, ҡатынды күргеһе, уның менән һөйләшкеһе, мәҙәк һүҙҙәр менән йәки шаян таҡмаҡтар йырлап көлдөргөһө, ҡыуандырғыһы килә. Һәм был татлы ла, ләззәтле лә тойғонан һис тә ҡотолоп булмай. Хәйер, егет унан арынырға ла теләмәй. Бындағы ҡотһоҙ тормошон биҙәй бит ошо осрашыу, һөйләшеп-йырлашып ултырыуҙар.
Әллә мөхәббәтме икән был? Һөйөү тойғоһо кешенең йәшенә ҡарап тормай, тиҙәр бит. Ошоға­са ун һигеҙ йәшенә етеп, был татлы хисте ысынлап кисергәне юҡ Шәйехзаданың. Дөрөҫ, оҡшатҡан ҡыҙҙары булды, бер-икәүһен әҙәби-музыкаль кисәләрҙән һуң оҙатҡылап та ҡуйҙы. Әммә шунан ары китмәне. Йә теге ҡыҙҙар әкренләп ос­рашыуҙан ҡаса башланы, йә Шә­йехзадаға ҡыҙҙың ниндәйҙер сифаты оҡшамай ҙа, аралар әкренләп өҙөлә. Ҡайһы саҡта егет буй етмәҫлек берәй ҡыҙға, хатта үҙенән өлкәнерәк сибәр ҡатынға ситтән тороп ғашиҡ була ла, был хаҡта тегегә һиҙҙермәйенсә, әйтмәйенсә төрлө хыялдарға сумып йөрөй. Имеш, Шәйехзада ҡыҙға яратыуын һиҙҙерә, теге ҡыуанып китә, үҙенең дә егетте күптән яҡын күреүен белдерә, улар осрашалар, Шәйехзада ҡыҙҙы үбә. Шунан өйләне­шәләр һәм бик бәхетле минуттар, сәғәттәр кисерәләр...
Ошондай мәлдәрҙә мөхәббәт хаҡында шиғырҙар яҙа егет. Улар йә бәхетле мәлдәргә бағышланған була, йә һағышлы тамамлана.
Хәтирәгә бағышлап та бер нисә шиғыр яҙҙы егет. Унда Шәйех­за­да хыялға бирелеп булма­ғанды бар тип һүрәтләне, йә ҡайнар мөхәб­бәттә аңлаштылар, йә төрлө сәбәптәр арҡа­һында, бер-береһенең йөрәктәрен яралап, араларын өҙҙөләр. Һуңғыһы бигерәк һағышлы, ҡыҙғаныс килеп сыға ине, хатта уларҙы уҡып илағаны булды егеттең. Тик уларҙың береһен дә Хәтирәгә уҡыманы Шәйехзада. Оялды. Әммә бер көндө уларҙың мөнәсәбәт­тәре өҙөлдө.
Егет ҡатындарҙа ике сәғәттәй булып, сәй эсеп, балаларҙы бейетеп, үҙе шаян таҡмаҡтар менән көлдөрөп ҡайтырға йыйынғайны. Хәтирә уны оҙата сыҡты. Был егетте һағайтты, сөнки ҡатын менән, балалар менән бүлмәлә хушлаша ла Шәйехзада ҡайтып китә ине. Ниңә был юлы уға эйәрҙе? Ҡатындың бөгөн көлөүҙәре лә ихлас булмаған кеүек тойолғайны шул егеткә.
Яңылышмаған Шәйехзада. Ҡатын етди ҙә, ҡайғылы ла ҡарашын ситкә бороп, йөрәк өҙгөс һүҙҙәр әйтте:
– Шәйехзада, башҡаса килмә беҙгә. Йә эҫенешеп китербеҙ. Кешеләр әллә нимә һөйләй, төрлө хәбәрҙәр килеп етә миңә. Һиңә тиҙҙән ҡайтырға, ә миңә бында йәшәргә. Асыуланма. Шулай кәрәк. Хуш.

2.

“Дүсәнбай ауылының байы Быҡтымбай ун алты йәшлек һылыу ҡыҙын аҡындар әйтешендә еңеүсегә бисәлеккә бирә!”
Шундай хәбәр “һә” тигәнсә эргә-тирәләге йәйләүҙәргә, ауылдарға таралды. Һәм бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы. Был өндәмәгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне халыҡ, сөнки Быҡтымбай ҡыҙы Йомаби­кәнең сибәрлеге хаҡында даны бөтә ҡаҙаҡ далаһына таралған: уның ҡашын-керпек­тәрен – ҡамышҡа, йөҙөн – айға, билен талға оҡшатып көйгә һалды йырауҙар. Ун ике йәше тулыр-тулмаҫтан яусылар Быҡтымбайҙың тупһаһын шымартып бөттө.
Эйе, ҡыҙҙы хәлле кешеләр араһынан кәләш итеп алырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Былай ҙа бай Быҡтымбай тағы ла сереп байый был ҡыҙы арҡаһында, тиешеп көнләште күршеләре, сөнки Йомабикә өсөн Быҡтымбайҙың ябай ҡалымға ҡара­ғанда йөҙ тапҡыр күберәкте һораясағы көн кеүек асыҡ ине. Һәм көтмәгәндә – ошо хәбәр! Имеш, әйтештә енеүсегә бирә. Ә ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған берәйһе алға сыҡһа һүҙ бәйгеһендә? Аҡындарҙың бөтәһе булмаһа ла, күбеһе ярлы, яланғас бит... Шунан?
– Юҡ, буш хәбәрҙер, – тип тел шартлатты донъя күргән, күпте ишеткән ҡарттар. – Быҡтымбайҙы беләбеҙ. Ул бер ус онон да бушҡа бирмәҫ. Ә бында бит йөҙ алтынға торорлоҡ ҡыҙын – әйтештә еңеүсегә... Юҡ, булмаҫ!
– Берәй әтнәкәһе барҙыр, – тип йомғаҡлап ҡуйҙылар. Ҡайҙа ғына кемдәр араһында ла был хаҡта һүҙ сыҡҡанда.
Ә әтнәкәһе, ысынлап та, бар ине. Һәм ул бик тә ябай ине. Турғай яҡтарының аҡын тигән даны сыҡҡан Хәжибәк төбәктең өлкәндәре йыйылған ҙур бер ҡымыҙ мәжлесендә Быҡтымбайҙы ситкәрәк алып сығып, серле ҡиәфәттә әйтеп ҡуйҙы:
– Иртәгә һинең йәйләүеңә киләм әле. Йомошом төштө ғой.
– Данлыҡлы аҡын ҡунаҡҡа килһә, ҡыуанысыбыҙ ҡуйынға һыймаҫ! – тине Быҡтымбай.
Иртәгәһенә, ысынлап та, ярҙамсыла­рын, ҡуштандарын эйәртеп, Хәжибәк килеп төштө.
Быҡтымбай һыр биргеһе килмәне, ҡунаҡ­тарҙы ҡабул итеү тирмәһенә матур итеп һый әҙерләтте, ҡымыҙҙың мул сағы, ҡуйҙарҙың һимеҙ заманы – табын иҫ киткес ине.

Хәжибәк үҙенең аҡын оҫталығын күрһәтеп, хужаларға, уның ҡунаҡтарына бағышлап үләң әйтте, йыр йырланы, “һә” тигәнсә әле генә танышҡан кешегә таҡмаҡ сығара алыуы менән бөтәһен дә хайран итте. Бағышлауҙарҙың иң матуры, әлбиттә, сибәр Йомабикәгә эләкте. Ҡунаҡ: “Ҡана бөтәһен дә матурлығы менән телһеҙ иткән ҡыҙыңды күрһәт”, – тигәс, ул аш-һыу индергән ҡатын-ҡыҙ менән инеп күренде. Аҡын, Йомабикәне Ай ҡыҙына оҡшатып, Ерҙеке түгел, күктән төшкәндер был илаһи зат, тип йырланы.
Бына байрам аҙағына яҡынлашты, әммә Хәжибәк һаман да ниндәй йомош менән килгәне тураһында ләм-мим. Быҡтымбай аңланы: сәсән икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшмәксе. Аяҡтарҙы һоноп алырға саҡырҙылар.
Быҡтымбай менән Хәжибәк тирмәнән сыҡҡас, әкрен генә атлап башҡаларҙан ҡайырылып ситкәрәк атланы, эргәләге ҡалҡыулыҡ битләүендә уйнаған йылҡы, ҡуй көтөүҙәренә һоҡланып ҡарап торҙолар.
– Мин күптән өсөнсө бисә алырға йыйынам, – тип һүҙ башланы Хәжибәк. – Тәүге ҡатындарым ҡартайҙы. Береһе иллене ашаҡланы, икенсеһе ҡырҡты йомғаҡлай. Оҡшатҡан ҡыҙ таба алманым ошоғаса. Бына ҡыҙыңды бик яҡын иттем күңелемә. Мин уны күргәйнем инде. Уға тиклем сибәрлеге хаҡында ишетеп белә инем. Ысынлап һылыулығын данлап йырларлыҡ ҡыҙ. Һинең рөхсәтең менән яусы ебәрмәксемен. Шуға алдан һөйләшеп ҡуяйыҡ: күпме ҡалым һорайһың?
– Ҡалымы ҙур инде уның. Тик кәттәһе унда түгел. Ҡыҙым иркә үҫте. Матурлығына һоҡланып, башҡалар ҙа бик күтәрҙе. Бик үҙһүҙле. Үҙем дә үтә ныҡ яратҡас, уйына-теләгенә ҡаршы килмәнем бер ҡасан да. Һинән байыраҡ, һинән йәшерәк ил ағалары һоратып ҡараны. Береһен оҡшатманы.
– Ҡыҙ бала ни белә? Уны үҙ иркенә ҡуйырға ярамай, – тине Хәжибәк. – Үҙ бәхетенә үҙе аяҡ салыуы бар.
– Уныһы шулай, – тип уфтанды Быҡтымбай. – Далала уйнап йөрөгән ҡоралай кеүек, ирекле үҫте. Гел шатлыҡта, бәхеттә булды. Шуға ла ана шулай һоҡландырғыс булып буй етеп килә. Күңелемдә шом бар, риза булмаҫ һиңә өсөнсө бисәлеккә барырға.
– Уныһын хәл итербеҙ. – Хәжибәк ышаныслы тауыш менән әйтте. – Ҡалымы күпмерәк булыр? Бәлки, минең иңем күтәрә лә алмаҫ.
– Ҡалымы уның һылыулығына таман инде. Биш йөҙ алтын булыр. Ике һандыҡ аҫыл зат тағы өҫтәмә.
– Күберәк икән шул.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип ҡыуанып китте Быҡтымбай, ҡыҙын был кешегә көсләп бирергә тура килмәйәсәген аңлағас. – Һәр кемдең көсө етмәҫ. Әле йәшерәк тә. Ун алтыһы ла тулмаған ғой.
– Йәш тип... Ҡыҙ баланы ун ике тирәһендә биреп ҡотолорға кәрәк. Әйҙә ире үҙе ҡарап үҫтерһен. Аҙаҡ бирерлек һәйбәт кеше таба алмаҫһың.
– Минең ҡыҙым көндән-көн матурая, көндән-көн уның хаҡы арта ғына бара.
– Ярай. Риза, – тине Хәжибәк, бер аҙ уйланып торғас. – Бирәм мин һиңә биш йөҙ алтын. Өҫтәп ике һандыҡ аҫыл зат. Килешәбеҙме?
Быҡтымбай быны көтмәгәйне. Был илле йәшлек таушала башлаған иргә өсөнсө бисәлеккә барыуҙан ҡыҙының ҡырҡа баш тартырын һиҙенә ул. Ҡалымы ҙур икәнлеге тураһында уйлаймы ни бала? Өс-дүрт хәлле генә кешенән яусы килеп тә, ҡыҙы береһен дә оҡшатмағас, бер тапҡыр Йомабикәнең тын алышын аңларға теләп, оҙаҡ ҡына шул турала һүҙ ҡуйыртып ултырҙы. Ярата ул ҡыҙын. Һауалағы ирекле ҡош кеүек үҫкән бәпесен үҙе оҡшат­маған кешегә биреп, ситлеккә бикләгеһе килмәй. Тиҙ арала эргәһенән дә ебәрергә теләге юҡ. Көн дә күреп, арҡаһынан һөйөп, оло ҡыуаныс кисерә ғой атай кеше. Кәйефе юҡ саҡта, тормош ауырлыҡтары баҫа башлағанда, Йомабикәне күреүе була, күңеле ҡыуаныс кисерә, донъя мәшәҡәт­тәре онотола. “Гел генә яныңда тота алмаҫһың, – ти ҡыҙҙың әсәһе, Быҡтым­байҙың икенсе бисәһе Гөлзада, – ризалығын һорап тормайыҡ, ҡалымы ҡалыныраҡ булған кешегә бирәйек тә ебәрәйек. Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шул инде, күңелең ятҡанға түгел, атай-әсәйең биргәнгә сығаһың”. “Уныһы шулай”, – тип килешә бисәһе менән Быҡтымбай, әммә ҡыҙын көсләп бирергә күңеле ятмай. Йәш әле, ваҡыты еткәс оҙатырбыҙ, бәлки, үҙенә оҡшаған берәйһе килеп сығыр. Ә ниндәй кешегә йөрәге ятырҙай икән һуң?
Быҡтымбай шул һөйләшеүҙән уратып-суратып ҡыҙҙың күңеле ҡайҙа тартыл­ғанын белешергә тырышты. Быҡтымбайға килгән бар гәзит-журналды, һатып алған китаптарҙы уҡып барғанлығын белә, быға бик ҡыуана ине. Оҡшаған үләңдәрҙе яттан һөйләгәндәрен ишеткәне бар. Әлеге һөйләшеүҙән ҡыҙы­ның да үләң яҙып маташыуын ишетеп хайран булды. Быҡтымбай өсөн сәсәндәр, аҡындар – буй етмәҫлек бөйөктәр, күктә йәшәгән илаһи заттар! Аллаһу Тәғәлә маңлайына өргән бәхетле әҙәмдәр. Ундай бейеклеккә ябай кеше бер ҡасан да күтәрелә алмаҫ­тыр. Һәм көтмәгәндә ошо һөйләшеүҙә ҡыҙы үҙе яҙған үләңдәрен уҡып ишеттерҙе. Бик оҡшаны Быҡтымбайға ҡыҙының яҙғандары. Шыма, матур, һүҙҙәре урынлы, килешеп тора. Быҡтымбай әҙәбиәтте аңлай әҙерәк, ни тиһәң дә, уҡып бара ғой.
Йомабикә, асылып китеп, ниндәй аҡындарҙы оҡшатыуын әйтеп һалды. Быҡтымбай хатта һиҙенде: ҡыҙы тегеләрҙең үләңдәрен генә түгел, үҙҙәрен дә яҡын күрә. Уларҙың береһенә кейәүгә сығырға риза булыр ине, моғайын. Тик ҡайҙан табаһың ундай илаһи заттарҙы? Икенсенән, Быҡтымбай белгән аҡындар йә бик ярлы, йә бик ҡарт. Бына был Хәжибәк тә ошо тирәләге данлыҡлы аҡын да бит, тик олораҡ. Алтмышты ваҡлаған. Уға барырға риза булырмы ҡыҙы?
Хәжибәк бик ныҡыш булғас, Быҡтымбай уға үҙенең икеләнеүҙәрен, уның сәбәп­тәрен әйтеп һалды. Шунан икәүләшеп уйға баттылар һәм бер аҙҙан дөйөм фекергә килделәр. Ул шунан ғибәрәт ине. Әгәр атаһы: “Ҡыҙым, һиңә кейәүгә сығырға ваҡыт етте, һоратыусылар күп, береһен һайларға кәрәк”, – тиһә, үләңдәрҙе яратҡан ҡыҙы аҡынға сығырға ҡаршы булмаҫ ине, моғайын. Туранан-тура сәсән Хәжибәк һората тиергә ярамай, ҡыҙҙың ни тиере билдәһеҙ. Әгәр аҡындар араһында әйтеш ойоштороп, шунда еңеүсегә сығырһың кейәүгә, тиһәң, Йомабикәнең ризалығына өлгәшеп булыр һымаҡ, сөнки әйтештә күп кенә йәш сәсәндәр ҙә ҡатнашыр. Әммә уларҙы уҙып китеренә Хәжибәктең иманы камил. Илле ике йәшлек ғүмерендә күпме әйтештә ҡатнашты ул, йәшерәк сағында бер-ике еңелеүен иҫәпләмәгәндә, бер ҡасан да ал биргәне юҡ. Думбырала оҫта уйнауын күрһәтеп, төрттөрөп шаян таҡмаҡтарын әйтеп, күңелдәргә үтеп ингән бәйеттәрен йырлап ебәрһә, барыһын да йығып һала ла ҡуя.
Уйҙар уртаҡлашты, ниәттәр берләште...
Атаһының һүҙҙәрен тыңлағас, Йомабикәнең күңелендә ҡырҡа кире хистәр тыуҙы. Кемгә кейәүгә сығырға ул үҙе һайлаясаҡ! Шулай тип әйтмәксе булып ауыҙын асҡайны, атаһының үтенесле лә, ҡурҡҡан да ҡарашын күргәс, тыйылды. Атаһы бит уға насарлыҡ теләмәй. Шуға ла күпме яусы килде, ҡыҙы үҙһенмәгәс, барыһын кире борҙо. Әммә ҡасан да булһа Йомабикә кейәүгә сығырға тейеш ғой! Был — тормош ҡануны. Ошо сәбәпле йәберләмәй, көсләмәй, ихтыярына ҡуйып, үҙенсә хәйләләп ҡыҙының яҙмышын хәл итмәксе. Теге саҡта уның ниндәй үләңдәрҙе, ҡайһы сәсәндәрҙе оҡшатыуы менән бик ҡыҙыҡһынғас, аптырағайны. Бына ни өсөн булған икән! Атаһы балаһының күңеле тартылған даръяны тойомларға теләгән!
Ҡыҙға атаһы йәл булып китте. Үҙе өсөн түгел, Йомабикәне уйлап тырыша лабаһа ул!.. Ә нимә? Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ризалашырғалыр, бәлки? Аҡынға кейәүгә сығыу хәйерлерәктер, моғайын, күңеле үҙ итмәгән серегән байҙың ҡосағына ингәнсе. Икенсенән, ҡыҙыҡ та бит әле һинең өсөн ярышыусы аҡындарҙың бәйгеһен күҙәтеү! Ә еңеүсе оҡшамаһа? Йомабикә был хаҡта уйламаҫҡа тырышты. Күңеленә ятмаһа, баш тартыу мөмкин булмаҫмы икән ни? Шуныһы ҡурҡыта. Әммә... ҡыҙ иң ауыр хәлдән дә ҡотолоу юлы табып булырына ышана.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – бер көн уйлағандан һуң Йомабикә ризалығын бирҙе.
Һәм Турғай далаһы өҫтөндә хәбәр таралды:
“Дүсәнбай байы Быҡтымбай ун алты йәшлек сибәр ҡыҙын аҡындар әйтешендә еңеүсегә бирә!”

3.
Ниңә был ҡатын-ҡыҙ уйламай хәбәр һөйләй икән?! Шәйех­задаға Хәтирәнең һүҙҙәре нисек тәьҫир итә? Бәлки, егет йәшәүҙең мәғәнәһен юғалтыр? Йә үлергә булыр? Исмаһам, алдан иҫкәртергә булмаймы? Әкренләп әҙерләргә, аңлатырға ла мөмкин бит. Шул саҡта, бәлки, был тиклем ҡанһырамаҫ ине йөрәге!
Шәйехзада, башына тимер таяҡ менән һуҡҡандай шаңҡып, ҡайҙа баҫҡанын да белмәй, өйөнә ҡайтып ауҙы.
Кешеләр һөйләй, имеш! Был ҡаҙаҡ­тарҙы әйтер ине! Шулай яраймы инде?! Ниндәй рәхимһеҙлек! Кеше хаҡында уйламау! Үҙенең уларға килеүе, шаян таҡмаҡтар әйтеп көлдөрөүе, балаларының шатланыуы ҡыуаныстыр тип уйлағайны. Ниндәй бер ҡатлы иҫәр һин, Шәйехзада! Кешене үҙең кеүек күрәһең, ә улар ана ниндәй! Егет үҙ-үҙен йәлләп иланы. Яратҡанмы икән ни? Шулайҙыр. Йәнен, тәнен ялмап алған һағышҡа сыҙай алмай, уларҙы шиғыр итеп яҙырға теләне, ләкин йөрәгенән, исмаһам, бер юл һытып сығара алманы. Күңеле ҡатты ла ҡуйҙы.
Ике көн егет дәрескә барманы, ауырып китеүенә һылтанды. Ҡайтып ҡына китер ине, йәнә ун көнләп уҡытаһы бар. Алдына ҡуйғанын балаларға өйрәтеп бөтмәйенсә ташлап китә алмай бит ул.
Бөгөн Шәйехзадаға Юныс тигән егет дуҫының туйына барырға тәҡдим итте. Ғәҙәттә, ҡаҙаҡтар бындай байрамдарына билдәле генә аҡынды саҡыра. Ул егет менән ҡыҙға, ҡунаҡтарға арнап, уларҙы маҡтап, думбыра һуғып йырҙар йырлай, бәйеттәр әйтә. Былар ҙа бер данлыҡлы сәсәндең килерен көткән. Әммә бөгөн генә билдәле булған: тегеһе ниндәйҙер сәбәп арҡаһында килә алмай икән. Ҡыҙ менән егеттең ата-әсәһе улай ҡараған, былай баҡҡан, әммә һуңлағандар, бар аҡындар ҙа ҡайҙалыр саҡырылған булып сыҡҡан.
Шул саҡта Юныс Шәйехзаданы иҫенә төшөргән: егеттең бигүк ҙур булмаған әйтештә ҡайһы бер ҡаҙаҡ аҡындарын уҙып киткәнлеген үҙ күҙҙәре менән күргәйне, үҙ ҡолағы менән ишеткәйне. Шуны иҫкә алып килеп еткән.
Билдәһеҙ кешеләргә йыр арнау түгел, ҡулына ҡәләм алырға ла теләмәгән Шәйехзада туйға барыуҙан баш тартты. Юныс төрлөсә өгөтләп ҡараны ла, егеттең кәйефе юҡлығын күреп, бының сәбәбен һорашып ҡараһа ла, Шәйехзада әйтмәгәс, күңеле төшөп сығып китте.
Ярты сәғәт тә үтмәне, егеттең бүлмә­һенә ике һылыу ҡыҙ килеп инде. Икеһен дә яҡшы белә Шәйехзада, уҡыта бит уларҙы. Береһе бигерәк матур, ул йөҙө, ул кәүҙәһе ир-аттың хыялында ғына йәшәгән әкиәт сибәренән кәм түгел. Исеме Йомабикә. Ҡыҙ хаҡында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Атаһы уның өсөн бик ҙур ҡалым һорай, тиҙәр. Шуға ҡарамай бик күптәр һоратып килгән. Әммә ҡыҙ барыһынан да баш тартҡан, ә атаһы ҡыҙының ихтыярына ҡаршы барырға теләмәй икән. Икенсе ҡыҙ – Йомабикәнең әхирәте. Баҡһаң, ике көндән уның туйы була икән.
Иң ҡыҙығы шунда: Йомабикә шиғриәтте бик ярата, ҡаҙаҡ шағирҙары Ҡунанбай менән Байторсондоң, хатта башҡорт Аҡмулланың бик күп шиғырҙарын яттан белә. Үҙе лә шиғыр яҙа буғай. Быныһын өҙөп кенә әйтә алмай. Әммә бер тапҡыр ҡыҙ ниндәйҙер шиғыр килтереп, шул хаҡта егеттең фекерен белеште. Төҙөлөшөнөң ҡытыршыраҡ икәнлеген күреп, был – башлап ҡәләм тирбәтеүсенең әҫәрелер, тип уйланы Шәйехзада. Әммә тәнҡитләмәне, бәлки, уны ҡыҙ үҙе яҙғандыр, ҡаты әйтеп күңелен төшөргөһө килмәне, маҡтаны ла ҡуйҙы.
Бына ошо ике ҡыҙ туйға саҡырып килгән. Уларҙы күргәс, егет өсөн күк йөҙө асылып киткәндәй итте, һағышлы уйҙар онотола төштө, кәйефе күтәрелде. Ул шаярып бер-ике һүҙ әйтеүе булды, ҡыҙҙар ихлас күңелдән көлөп ебәрҙе. Шул саҡта егетте илһам солғап алды. Йөрәгендә әйтеш ҡомары тоҡанды, ошо ҡыҙҙарға оҡшар өсөн, уларҙы көлдөрөү өсөн бик матур шиғырҙар, йырҙар сығарыу теләге тыуҙы.
Хәтирәнең һүҙҙәренә ҡайғырып ятыуҙан ни файҙа? Нисек тә был хәлдән ҡотолорға кәрәк бит. Бер аҙ онотолор туйҙа, кәйефе күтәрелер. Ҡыҫҡаһы, барырға итте Шәйехзада байрамға. Иң алда Юныс менән осрашты, унан егет менән ҡыҙ хаҡында, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында мәғлүмәттәр һораны, бер-ике кире яҡтарын да әйтеүен үтенде. Шунһыҙ йырҙарың мәҙәк килеп сыҡмаясаҡ. Ҡунаҡтарҙың да яҙмышында булып алған эреле-ваҡлы, сетерекле ваҡиғалар хаҡында белеште.
Әртис сәхнәнән тамашасыға оҡшарға тырышҡан кеүек, туйға, байрамға саҡы­рылған аҡын да ҡунаҡтарҙың, хужаларҙың һөйөүен, мөхәббәтен яуларға бар көсөн һала. Шәйехзада ҡунаҡтарға битараф, әммә туйға саҡырырға килгән Йомабикә алдында үҙен һынатмаҫҡа, бар һәләтен күрһәтергә уйы. Һәр сығыш яһаусының ниндәйҙер дәртләндергес маҡсаты булырға тейеш. Дөйөм ҡунаҡтар өсөн йырлап-бейеүҙең йәне булмай, ҡыҙыҡ килеп сыҡмай. Шәйехзада өсөн шундай маҡсат Хәтирә була алыр ине, ләкин ҡатын туйға саҡырылмаған. Әммә уның урынын Йомабикә сибәркәй алыр. Ҡыҙ өсөн шаян таҡмаҡтар уйлап сығарыр, уның өсөн илһамланып йырлар, дәртләнеп думбыра һуғыр. Оҡшай егеткә был ун биш йәшлек сибәркәй. Хәйер, кем генә уны күңеленә яҡын итмәгән. Әммә ҡаҙаҡ ир-аттарынан айырмалы рәүештә, Шәйехзада Йомабикәгә бер ниндәй өмөт бағламай, ҡыҙ уның өсөн буй етмәҫлек бейеклектә. Ул барлығы илһамланыу өсөн ваҡытлыса сәбәп кенә. Шәйкүлзада мүлдәкә йырҙары менән, оҫталығын, шаянлығын күрһәтеп, туйҙы бик матурлағайны, ғүмере онотмаҫлыҡ итте тип хәтерләһәләр, шул еткән.
Ошолар хаҡында уйлағас, күкрәгендә ҡайҙандыр илаһи көс уянғанын тойҙо Шәйехзада. Әйтеш алдынан була торған ярыш ҡомары ялмап алды күңелен.
Барҙы ул туйға. Оҡшаны барыһына ла Шәйехзаданың аҡынлығы. “Гөр” килеп ултырған туй ул мандолинаһын сиртеүе була, шау-шыу, өҙә һуҡҡандай, юҡҡа сыға. Табын тып-тын ҡалып, егеттең йырлауын көтөп алды, бигерәк тә уның һәр кем хаҡында ни ҙә булһа белеп, шуға төрттөрөп йырлауы оҡшаны. Шәйехзада йыш ҡына башҡорт халҡының шаян таҡмаҡтарын, үҙгәртә биреберәк, ҡунаҡтарға бәйләп көйләне. Шуға ла яҡын күрҙеләр.
Ҡыҙҙың атаһы Ғәҙелйән исемле икән. Уға ошондай йыр бағлауын барыһы ла үҙ итте:
Мин китһәм дә, онотмамын
Дүсәнбайҙың ҡырҙарын,
Мәжлес өсөн мин йырлайым,
Мөбәрәк булһын йырҙарым.
Әй, Ғәҙелйән,
Үткән ғүмер бигерәк йәл, –
тип һағыш һалып йырлағас, бик күптәрҙең, шул иҫәптән Ғәҙелйәндең дә, күҙҙәрендә йәше күренде.
Һуңлап килгән ҡунаҡтарға:
Ҡайһы яҡта йөрөнөгөҙ,
Ниңә һуңлап килдегеҙ?
Һағынманығыҙмы беҙҙе,
Беҙ һағындыҡ бит һеҙҙе, –
тип йырланы.
Төртмә таҡмаҡтарҙы ла күп әйтте Шәйехзада. Янтайып ултырған ҡаҙаҡтар, мендәрҙәре өҫтөнә ауып, ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ осо менән ауыҙҙарын ҡаплап көлә-көлә тыңланы егетте.
Әлбиттә, Йомабикәне лә онотманы, ураған һайын йырҙарын уға бағышланы. Шундай мәлдәрҙә ҡыҙ егеткә рәхмәт әйткән кеүек бик мәғәнәле итеп ҡарап ҡуйҙы. Бәлки, мөхәббәткә һыуһап йөрөгән Шәйехзадаға ғына шулай тойолғандыр.
Иң күп данлау йыры егет менән ҡыҙға эләкте. Уларҙың матурлығын да маҡтаны Шәйехзада, йәшлектәре менән дә һоҡланды. Киләсәктә мөхәббәтле татыу тормош ҡороу өсөн уйынлы-ысынлы өгөт-нәсихәт, кәңәш рәүешендә таҡмаҡтар ҙа әйтте. Шуныһы бигерәк оҡшаны ҡунаҡтарға. Шәйехзада арып туҡтаһа ла, ҡул сабып тағы йырлауын һоранылар. Егетте әллә ниндәй илһам солғап алды, анһат ҡына таҡмаҡтар уйлап сығара, уларҙы ошо туйға, ҡунаҡтарға, йәштәрҙең ата-әсәләренә бәйләй. Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты.
Шәйехзаданың бик уңышлы бер таҡмағынан һуң Юныс шаярып, кәпәс тотоп, бар ҡунаҡтарҙы урап сыҡҡайны, ул аҡса менән тулды, һыймай ҡойолоп төшкәндәрен Юныс усына йомарлап алып килеп, көлкө өсөн Шәйехзаданың яғаһын асып, күлдәк эсенә тыҡты. Халыҡ дәррәү килеп ҡул сапты.
Шәйехзада аҡсаны алмаҫҡа тырышты, кәпәсте ситкә этте, ҡуйынындағы аҡсаларҙы ла кире бирергә маташты, ләкин йолаһы шулай булғас, бар йыйылған аҡсаны алырға тура килде. Ҡайтҡас һанап ҡараһа, күҙе шар булды егеттең. Ун өс һум! Шәйехзаданың дүрт ай уҡытып йыйған аҡсаһының өстән бер өлөшө!
Нимә эшләтергә бының сама байлыҡты? Нисектер уңайһыҙ булып китте егеткә. Әйтерһең, урлап алған. Тулыһынса үҙенә алырға ярамай, гонаһ булыр. Бер өлөшөн хәйер итеп бирергә кәрәк. Ҡапыл Хәтирәнең бер тапҡыр әсенеп әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө:
– Исмаһам, кәзәбеҙ ҙә юҡ бит. Һөт күрмәй үҫә бәләкәстәрем! – тигәйне ул.
Шәйехзада иртәгәһенә үҡ һөтлө кәзә белеште, ике бәрәсе менән биш һум тора икән. Егет, күп уйлап тормай, кәзәне һатып алды ла Хәтирәләргә алып та килде. Ҡыуанысынан ҡатындың өсөнсө көн әйткән һүҙҙәрен дә онотҡайны ул. Ишек төбөнә килеп еткәс кенә, “келт” итеп иҫенә төштө. Ул туҡтап ҡалды. Ярамһаҡланыу кеүек килеп сыға түгелме? Эй, булһын! Кем нисек теләй, шулай уйлаһын, ә Шәйехзада ысын күңелдән ярҙам итеү теләге менән бүләк итә. Аҡланыу өсөн сәбәбе лә бар. Килгән аҡсанан хәйер биреүҙе Аллаһ Тәғәлә үҙе хуплай.
Өйҙә ҡатын яңғыҙы ғына ине. Егетте күргәс, Хәтирәнең йөҙө ниңәлер ағарып китте, ә инде бүләккә ике бәрәсле кәзә алып килгәнлеген дә белгәс, ике сикәһе ҡып-ҡыҙыл булды. Шунан, көтмәгәндә, йүгереп килеп Шәйехзадаға һыйынды:
– Шәйехзада! Асыуланма миңә! Һиңә әйттем дә төн буйы йоҡлай алманым. Ниңә шулай эшләнем инде мин? Көн дә килеп үҙеңә эйәләштергәнһең. Һин күренмәгәс, өй шундай ҡотһоҙ! Бына-бына килеп инерһең һымаҡ. Ә һин – юҡ! Балалар һорай, “ҡайҙа мүлдәкә абзый?” тиҙәр! Башҡаса улай юғалма, яраймы? Мин – иҫәр, иҫәр! Үпкәләмәнеңме?
Ҡайҙа инде үпкәләү?! Ошондай һүҙҙәр ишетермен тип ғүмере уйламағайны! Шатлығынан егеттең йөрәге дарҫлап типте, ул ҡапыл үҙе лә һиҙмәҫтән ҡатынды бар көсө менән ҡосаҡлап үҙенә ныҡ итеп ҡыҫты. Хатта Хәтирәнең һөйәктәре шытырлап ҡуйҙы.
– Айналайым! Үлтерәһең бит! – Ҡатындың күҙҙәрендә йәштәре йылтырай ине, үҙе бәхетле йылмая. – Ҡайҙан алдың был кәзәне? Нисек аҡса таптың? Үҙеңә тигән аҡсаңды әрәм иттеңме?
Шәйехзада кисә туйҙа булғанлығын, ҡунаҡтарҙың уны үтә ныҡ оҡшатыуын, аҙаҡтан, алырға теләмәһә лә, йолаһы шулай тип, бер кәпәс аҡса йыйып биреүҙәрен бер аҙ маҡтанып, әммә ихлас ҡыуаныс менән һөйләп бирҙе.
Ул арала мүлдәкәнең килеүен ишетеп, ҡайҙалыр уйнап йөрөгән балалар ҡайтып инде. Шул ике көндә Шәйехзаданы ай күрмәгәндәй һағынып киткән өс бәләкәс егеткә һыйынды. Сәлимә генә оялып ситтәрәк йөрөнө, әммә уның да ҡыуанғаны күренеп тора ине. Шунан дүртеһе лә кәзәне һыйпарға, бәрәстәрен күтәреп яратырға кереште.
Хәҙер һөтлө буласаҡтары түгел, бәрәстәрҙе ҡосаҡлап иркәләү мөмкинлеге уларҙы нығыраҡ шатландыра ине.
Сәй эскәс, балалар кәзәләрҙе ашатып алырға сығып киттеләр.
– Үпкәләнеңме? – тип һораны йәнә Хәтирә.
– Юҡ, Хәтирә. – Шәйехзада тәү тапҡыр ҡатынға исеме менән өндәште. Ошоға тиклем быға батырсылыҡ итмәй ине. Әллә ҡатындың ғәфү үтенгәндәй ҡарашы, әллә ошо хәл арҡаһында уның төн йоҡламай ҡайғырыуы ҡыйыулыҡ өҫтәне – хәҙер Хәтирәне үҙенә тиң кеүек итеп тойҙо. Ә бығаса уға олораҡ кеше итеп ҡарай ине. Хатта ҡатынды тынысландырырға теләгәндәй, асыҡ беләгенән һыйпап ҡуйҙы.
Егеттән бындай хәрәкәтте көтмәгән ҡатын “терт” итеп ҡалды, керпектәрен һирпеп уға ҡурҡҡан ҡараш ташланы. Хәтирәнең беләгенә ҡағылғанда аңлайыш­һыҙ тойғолар кисереп, Шәйехзада үҙе лә эстән генә быға бер аҙ ғәжәпләнеп ҡалғайны. Татлы ла ине был тойғо, әммә ниңәлер шомландыра ла, тулҡынландыра ла. Егет хатта үҙенең әкрен генә ҡалтыраныуын һиҙҙе, сөнки ул ошоғаса бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙға ҡатын-ҡыҙ итеп ҡағылғаны, бигерәк тә, таныш булмаған хискә бирелеп йәшермәйенсә, уларҙы һыйпағаны юҡ ине.
Ҡапыл Хәтирә үҙе егетте ҡосаҡлап алды. Уның ҡулдары шул тиклем көслө ине, хатта Шәйехзада бер аҙға ҡыбырлай алмай ултырҙы, шунан ҡатындың ҡосағынан ысҡынып, уны ныҡ итеп үҙенә ҡыҫты... Егет өйөнә төн уртаһында ғына ҡайтты.
Ошо көндән һуң егет Хәтирәләргә кисләтеп, күҙ бәйләнгәс кенә килә башланы.
– Кеше күҙенә салынма инде, – тип үтенде ҡатын. – Ауыл халҡын беләһең бит. Бер күрһәләр, берҙе ун итерҙәр...
Тимәк, барыбер күргәндәр, барыбер һөйләйҙәр. Юғиһә Көмөшбай менән теге ир, егеттең бүлмәһенә баҫып инеп, туҡмарға тотонмаҫ ине.
Хәҙер ни эшләргә? Ҡас




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545