Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кемдә – ижади ҡараш
Һәр кемдә – ижади ҡарашЙылға-күлдәребеҙгә арналған бихисап йыр ижад иткән халыҡ. Үткәндәрҙән тулҡын-тулҡын булып, гүйә, хәтер аға, бөгөнгө көнөбөҙгә тере тамсылар һибелә… Быуаттарҙы тоташтырған күңел хазинаһымы ни, тулҡын йылғаның моңон да, ҡеүәтен дә, матурлығын да берҙәй сағылдыра. Ул хатта тормоштоң дәртле ауазы һәм хәрәкәте булып ҡала. Ысынлап та, шулай бит. Хәҙер заман технологияһы үҙ тулҡыны менән һәр өйгә килеп инде. Был тулҡындар күҙгә күренмәй, ләкин туранан-тура йөрәккә тәьҫир итер көскә эйә. Радио тулҡындары – үткән быуаттан алып йәмғиәт тормошонан айырып алғыһыҙ күренеш. “Ашҡаҙар” радиоһы тип әйткән саҡта ла ошо күренеш күҙ алдына килеп баҫҡандай.


Үткән менән бөгөнгөнө бәйләп торған мәшһүр бер атама бит ул “Ашҡаҙар”. Халыҡ йыры булһын­мы, йылға йәки ауыл исемеме – ҙур хәтер һәм тарих йәшәй уның эсендә. “Ашҡаҙар” радиоһы ошо төшөнсәне заманлаштырҙы, яңы яңғыраш бирҙе, тип әйтә алабыҙ. Баш­ҡортса ғына тапшы­рыуҙар яңғыратҡан был канал әле генә үҙенең һигеҙ йыллыҡ эшмәкәрлеген билдәләне. Ҙур дата булмаһа ла, радио тапшырыуҙарҙың тарихы, ғөмү­мән алғанда, үткән быуатҡа барып тоташа. 1919 йылда Ҡыҙыл Армияның айырым частары ме­нән Өфөлә радиотапшырыуҙар станцияһы төҙөлә. 1925 йылда Өфөлә генә түгел, Бөрөлә, Баҡалыла, Белоретта, Йыла­йыр­ҙа, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә ете тапшырыу станцияһы булдырыла.
Радионың йоғонтоһо ошо дәүерҙәр эсендә ифрат ҙур булды, йәмәғәтселек-т­ең идея һәм мәҙәни кимәлен үҫтереү йәһәтенән көслө ҡорал икәнен аңлаған хөкүмәт махсус ҡарар менән 1928 йылда Башҡортостан радиоһы комитетын төҙөй, шунан башлап даими тапшырыу­ҙар алып барылған өр-яңы осор башлана. Ил тормошондағы булған хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан, уның данлы традицияларын һаҡлаған һәм артабан үҫтергән радио төрлө баҫҡыстар аша үтте. Тик бер ҡасан да эфир тауышы һүнмәне, һүрелмәне. “Үҙгәртеп ҡороу” тип аталған осорҙа башҡортса тапшы­рыу­ҙарға ихтыяж артты. Заман талабын аңлаған “Башҡортостан” телерадиоком­панияһы етәкселеге 2010 йылда “Ашҡаҙар” каналын асты.
Был ваҡиға, әлбиттә, йәмәғәтселек тарафынан ҙур хуплау тапты. Башҡорт телле тыңлаусыға иҫәпләнгән канал бик әүҙем эш башлап ебәрҙе. Эстафета ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтә алабыҙ бөгөн, сөнки алтын фондта тупланған бай рухи мираҫыбыҙ менән киң ҡатлам танышыу мөмкинлегенә эйә, йыр сәнғә­тенә киң урын бирелә. Ижад әһелдә­ре­нең, зыялы заттарыбыҙҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыу, йәш таланттарҙы күрһәтеү – радио алдында торған ҡайһы бер бурыстар ғына былар.
Бер яҡтан ҡарағанда, көнө-төнө һөй­ләп торған радиоларҙың бөгөн иҫәбе-һаны юҡ кеүек, улар ниндәй генә йүнә­лештә эшләмәй ҙә тыңлаусыны нимә менән генә үҙҙәренә йәлеп итергә тырышмай. Ана шулар араһында “Ашҡаҙар” мәҙәни каналы үҙенең йөҙө, ҡарашы һәм алып барған ижади юлы менән айырылып тора. Ҡайһы бер радиолар өсөн тыңлаусыларҙы һаҡлап ҡалыу етди мәсьәлә булғанда, “Ашҡа­ҙар”ҙың тыңлаусылары бермә-бер арта бара. Бының сере нимәлә тигән һорауға каналдың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Урал Ниғмәтуллин шулай тип яуап бирҙе:
– Был иң элек республика рухи тормошон сағылдырыуға ҙур иғтибар бүлеүебеҙ һөҙөмтәһелер. Мәҙәни өлкәлә булған йәки буласаҡ хәл-ваҡиғаларҙы мәлендә биреп барырға тырышабыҙ. Радио – яңылыҡты оператив еткереү сара­һы. Тимәк, тыңлаусы менән тиҙ генә аралашырға өлгөрәбеҙ. Шул яғы бик отошло. Милли шиғриәт, театр асыштары, сәнғәт яңылыҡтары тураһын­да беренселәрҙән булып һөйләйбеҙ. Мәңгелек ҡиммәттәрҙе киләсәк быуынға ҡалдырыу төп хәстәр булып ҡала. Ра­диобыҙ халыҡ ынйыларын һаҡлап ҡа­лыуға ҙур өлөш индерә. Йәш ижадсылар менән даими таныштырып барабыҙ. Йәшәйешебеҙҙе йыр-моңдан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Шуға ла канал төрлө быуын тыңлаусыларының зауығын иҫәпкә ала.
Шуны ла әйтергә кәрәк, “Ашҡаҙар” кол­лективы ҙур түгел. Унда ни бары ете кеше эшләй. Күптәренең исеме бө­гөнгө уҡыусыға, тыңлаусыға яҡшы таныш. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова әҙәби тапшырыу­ҙарҙы алып бара.
– Әҙәби тапшырыуҙарҙы яҙыусылар эстафетаһы ҡулдан төшөрмәй тотоп килә, – ти ул. – Мин “Ашҡаҙар”ға килгәнгә тиклем уны Гөлсирә Ғиззәтуллина алып барҙы, үҙе киткәндә был эште Гөлназ Ҡотоеваға тапшырҙы. Артабан Зәки Әлибаев алып барҙы. Шулай ҙа иң оҙаҡ эшләгәне Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина булғандыр. Райондарға сыҡҡанда ла яҙмалар әҙерләп алып ҡайта торғайны. Етмәһә, мәктәп уҡыусылары менән бәйләнештә торҙо. Ул, төп һөнәре буйынса педагог булғанғамы, һәр саҡ йәш быуын хәстәре менән янды. Әҙәбиәт күсәгилешлеге тураһында тырышлығы бушҡа булманы, беҙ яңы тауыштар ишеттек. Ә тыңлаусыларға килгәндә инде, улар Ер шары буйлап таралған. Әле генә яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова Америкала беҙҙе тыңларға яратҡан бер ханымдың сәләмен еткерҙе. Интернет алыҫ араларҙы яҡынайта. Улар эфирҙы сайттан тыңлай. “Ашҡаҙар” ҡырҙа көн иткәндәрҙе Башҡортостан менән яҡынайта, күңелдәрен дауалай икән, беҙ быға икеләтә шатбыҙ.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинова “Ашҡаҙар” каналы асылғандан бирле эшләй. Матбу­ғат тормошон, журналистар эшмәкәрле­ген яҡтырта ул. Алтын фондты һаҡлауҙа, байытыуҙа, тулыландырыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
– Беҙҙең шул тиклем ҙур рухи байлығыбыҙ бар – ул радионың фонды. Бер инеп китһәң, унан һис кенә лә сығып китеп булмай. Быуындар бәйләнешен дә фонд һаҡлап алып килә. Ғөмүмән, фонд – ғүмер буйы өйрәнелә торған өлкә. М. Рафиҡов, Ғ. Бикбулатов кеүек дикторҙар эшләгән ваҡыттарҙы яҡшы хәтерләйем. Улар алып барған тапшырыуҙарҙы әленән-әле эфирға биреп торабыҙ. Артистарыбыҙ менән дә даими бәйләнештә булдыҡ. Р. Янбулатова, Х. Яруллин алып барған тапшы­рыу­ҙарҙы әле лә кинәнеп тыңлайбыҙ. Алтын фондыбыҙға инеп китәм дә һәр ҡайһыһын иҫләп алам. С. Әлибаев, К. Яйыҡбаев, Р. Йәнбәков кеүек шағирҙа­ры­быҙ, яҙыусыларыбыҙ, Ш. Ҡолбарисов, Т. Шәрипов, Н. Әбдиев, С. Абдуллин, З. Мәхмүтов ише йырсыларыбыҙ, композиторҙарыбыҙ йыш килеп йөрөй торғайны. Һәр ҡайһыһының тауышы һаҡланған. Ошо тиклем ҙур байлыҡты йәштәргә еткерергә тейешбеҙ…
Зөмәйрә Сафинаның мәғарифты яҡтыртҡан тапшырыуҙары көнүҙәклеге менән айырыла. “Беҙҙең донъя. Мәға­риф” тапшырыуында йәш быуын, бөгөнгө уҡыу-уҡытыу системаһындағы проблемалар, яҡшы башланғыстар яҡ­тыртыла, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелә. “Ха­лыҡ гәүһәрҙәре”ндә иһә республикабыҙ­ҙа ғына түгел, унан ситтә йәшәгән оҫта­ларыбыҙ сығыш яһай, фекерҙәре менән бүлешә. Был тапшырыу үҙенсәлекле талантҡа эйә күп кенә “гәүһәрҙәр”гә сәнғәт өлкәһендә юл асырға ярҙам итте.
Зилиә Шәймәрҙәнованың “Ике йон­доҙ” проекты шулай уҡ бик үҙенсәлекле. Беҙ “журналист һөнәрен алмаштыра” тигәнде бик яҡшы беләбеҙ. Ысынлап та, нимә тураһындалыр яҙыр өсөн шул өлкәне яҡшы белергә, эстән өйрәнергә кәрәк. Һөнәрен “алмаштырған” журналист бик ҡыҙыҡ мәлдәр менән уҡыусы күңелен яулай. Ә беҙ атап үткән “Ике йондоҙ”ҙа, киреһенсә, башҡа һөнәр эйә­ләре алып барыусыға һәм әңгәмә ҡороу­сыға әйләнә. Проект авторы З. Шәй­мәр­ҙәнова әңгәмәсене һәм әңгәмә ҡорорлоҡ “йондоҙ”ҙарҙы үҙе һайлай һәм студияға саҡыра. Үҙегеҙҙе хәбәрсе ролендә күргегеҙ килһә, проектҡа рәхим итегеҙ!
Берҙәмлектә – көс, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. “Ижади портрет” тапшы­рыуы айырым бер журналисҡа берке­тел­мәгән. Уны алмаш-тилмәш эшләй “аш­ҡаҙарҙар”. Гәзит теленә әйләндер­гәндә, “Ижади портрет” – теге йәки был шәхес тураһында очерк. Ысын рәссам киндергә һүрәт төшөргәндә төрлө буяу­ҙар ҡул­ла­на. Эфирҙа яңғыраған “Бер шәхескә – мең ҡараш” тигән заставка төрлө фекер­ҙәрҙе бергә туплай һәм ижади порт­рет­тың сағыу биҙәктәрен тәшкил итә лә инде.
Ысынлап та, быуындар бәйләнеше “Ашҡаҙар” каналы эшмәкәрлегенең асыҡ бер йүнәлешен тәшкил итә. Мәҙәни канал тип атаһаҡ та, ул заманында иж­тимағи-сәйәси темаларҙы ла бик әүҙем күтәрҙе, бер үк ваҡытта меңәр йыллыҡ тарихтарҙы ла байҡаны. Әйтәйек, публицист Марсель Ҡотло­ғәл­ләмов көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләрҙе яҡтырт­һа, ғалимә Розалия Солтангәрәева ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тыңлаусыға еткерҙе. Оло быуын журналистары үҙҙәренең яҡты эҙҙәрен ҡалдырҙы һәм әле лә килеп, күрешеп, уй-фекер­ҙәре менән уртаҡлашып китә. Бөгөн дә алып барыусылар халыҡ йәшәйешенең төрлө өлкәһен яҡтыртырға тырыша. “Ашҡаҙар” тормош эсендә ҡайнап йәшәй.
Әлеге яҙмала бөтөн рубрикаларҙы атап сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ. “Ашҡаҙар” радиоһының тапшырыуҙары менән ҡыҙыҡһынғандар уның сайтына инеп тулы мәғлүмәт алыр тигән уйҙа­быҙ. “Ашҡаҙар”радиоһы хеҙмәткәрҙәре тыңлаусы менән булған барлыҡ аралашыу сараһын файҙаланырға тырыша. “Бәйләнештә” лә әүҙем эшләйҙәр. Телә­гәндәр уның диуарына инеп туранан-тура һорау бирә, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерә ала. Әле яңыраҡ ҡына коллектив һигеҙ йыллыҡ эшмәкәрлекте билдәләп, М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияла уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙе, уйындар ойошторҙо. Мәктәп балалары­ның милли мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыны­уы – шулай уҡ шатлыҡлы күренеш. Коллектив киләсәккә ҙур уй-ниәттәр менән йәшәй.
“Ашҡаҙар” радиоһы Өфөлә 66,68 МГц йыш­лы­ғында эшләй. Уны әлегә радиоалғыстар аша бөтөн ерҙә лә тотоп булмай, ләкин етәкселек йышлыҡты киңәйтеү йүнәлешендә эш алып бара. Уның тулҡындары тотҡарлыҡһыҙ һәр өйгә барып етер тигән өмөт менән йәшәй коллектив. Шуныһы һөйөнөслө, “Ашҡа­ҙар”­ҙың тулҡындары күптән инде сит ил­дәрҙең ярҙарына ла барып етте. Был каналды интернеттан табып, кәрәкле тул­ҡындарға көйлә лә, әйҙә, тыңла көнө-төнө. Ундай саҡта йыраҡ аралар ҙа, тыу­ған илеңдең меңәр саҡрым алыҫлығы ла тойолмай хатта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566