Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илгә биргән илдән ҡайтыр
Илгә биргән илдән ҡайтырЭшләп йөрөгәндәргә лә пенсияны даими арттыра барыу кәрәклеге хаҡындағы сығыштар йышая... Өфөнөң “Ял” кафеһы” туҡталышында төҙөлөш-ремонт буйынса эш көтөп торған ир-ат төркөмөн көн һайын осратам... Был ике хәл-ваҡиғаның бәйләнеше юҡ та һымаҡ. Ғәмәлдә улар уртаҡ тамырға барып тоташа.

Хаҡлы ялда булып та хеҙмәт урынын ҡалдырмағандарҙың пенсияһына, бил­дәле булыуынса, индексация яһалмай. Был турала юғары даирәләрҙә лә, киң мәғлүмәт сараларында ла көн һайын тиерлек телгә алалар: ни өсөн индексация эшләмәгән пенсионерҙарға ғына ҡағыла? Ә эшләп йөрөгәндәре пенсионер булып иҫәпләнмәйме ни? Арттырмау яҡлы булғандар шулай тип дәлилләргә тырыша: эшләгән пенсионерҙар былай ҙа хеҙмәт хаҡы ала, аҙ ғына пенсияһына йәшәгән һәм уныһын да инфляция “ашай” барған ҡарттар тураһында уйлау ғәҙелерәк түгелме?
Ғәҙеллек тигәндән, вазифа бурыстарын башҡарыуҙы дауам иткән пенсионер­ҙарҙың, ҡануниәт белгестәренең һәм хатта Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренең дә был тәңгәлдә үҙ ҡарашы бар: пенсия – хеҙмәт стажы йылдары өсөн дәүләт билдәләгән баһа, ә эш хаҡы бөгөнгө хеҙмәт өсөн бирелә. Был ике түләү бер-береһенә һис ҡамасаулай алмай һәм ҡамасауларға тейеш тә түгел. Унан тыш, әлеге төр пенсионерҙар ҡаҙнаға һалым түләүен, шул иҫәптән Пенсия фондына иғәнә күсерә барыуын да дауам итә. Был аҡса, тәбиғи, эш урынынан киткән пенсионерҙарға түләүҙе арттырыуҙа ла ҡатнаша.
Ошо һуңғы ҡараш өҫкә сыға бара, ахыры: яҡын киләсәктә эшләгән пенсионерҙар өсөн дә индексация ҡулланыла башлаясағы тураһындағы сығыштар дәүләт эшмәкәрҙәре кимәлендә йыш ишетелә. Күптән түгел Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев шулай тип белдергәйне: “Эшләгән пенсионерҙар был осраҡта ныҡ ҡына отола, сөнки, әле хеҙмәт хаҡы алған осорҙа индексацияла ҡатнашмауҙары бик һиҙелмәһә лә, ҡасан да булһа уларға эштән китергә тура киләсәк һәм пенсиялары башҡалар­ҙыҡынан түбәнерәк булып сығасаҡ”.
Эштән киткәс тә хеҙмәт осоронда алмаған индексация кимәленә эйә булыу мәсьәләһе күптән түгел хәл ителде. Бының өсөн хеҙмәт урынын ҡалдырыу тураһында белешмә килтерәһе һәм пенсия бүлексәһендә документтар әҙер булыуын бер нисә ай көтәһе генә ҡала. Эшләгәндәргә лә, хаҡлы ялға бөтөнләй киткәндәргә лә тиң өҫтәмә биреү тураһында ҡануни яҡтан ҡарар ҡабул итеүҙе лә, аңлашылыуынса, оҙаҡ көтәһе ҡалмаған.
Ләкин пенсия өсөн аҡса күктән төшмәй, уны ил халҡы үҙ хеҙмәт стажы осоронда тиҫтәләрсә йыл буйы тупларға тейеш. Был осраҡта эшләгән пенсионерҙарға индексация бирмәүҙе яҡлағандарҙың дәлиле тағы иҫкә төшә: “Көнбайыш Европа илдәрендә йә хеҙмәт хаҡы, йә пенсия ғына түләнә”, – ти улар. Быға ҡаршы яуап та тиҙ үк табыла: “Уларҙа пенсия ла ҙур, шуларҙың береһе генә мул тормошта йәшәргә етә, тимәк”.
Ә ни өсөн ҙур? Хеҙмәт етештереү­сәнлегенең юғары булыуынан бигерәк, бында йәмәғәтселектең киләсәктәге пенсияһын ҡайғыртыуы хәл иткес шарт булып тора. Тап бына ошонда Өфөләге “Ял” кафеһы” туҡталышында эш көтөп торған ирҙәр иҫкә төшә: улар бөгөнгө пенсионерҙарҙың килемен арттырыуҙы ғына түгел, үҙ ҡартлығын да ҡайғыртмай (шул уҡ ваҡытта дауахана, мәктәп һәм башҡа учреждениеларҙан бушлай файҙалана), әммә, ваҡыты еткәс, пенсия юллап йөрөйәсәк. Социаль пенсия булһа ла. Рәсәй буйынса ундай кешеләр миллионлап.
Ғүмер буйы ҡаҙнаға һалым һәм пенсия фондына иғәнә түләгән пенсионерҙар был юлы барыһы бергә отолоп ҡала. Әле эшләгәндәре лә, эшләмәгәндәре лә. Шул уҡ ваҡытта илдең Пенсия фонды ла – ул пенсияны күберәккә арттыра алыр ине бит. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа “күләгәләге” иҡтисадтың күләме кәмей, тимәк, эшләп йөрөгән пенсионер­ҙарға ла даими индексация яһауҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек ҙурая. Иҡтисади хәле, бер ниндәй көрсөктәргә ҡарамай, көсәйә барған илебеҙҙә тағы бер социаль мәсьәләнең яҡын йылдарҙа хәл ителәсәгенә шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545