Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләргә тура ҡарап барам
Ир намыҫы

Үлсәнәлер
Ниндәй бизмәндәрҙә
Был донъяла ирҙәр намыҫы?!
Ни ғәмәлдәр менән яулай улар
Хаҡ баһаны:
“Был — ир аҫылы!..”
Ғәййәр ирҙәр
Халыҡ хәтеренә
Яугир булып ингән мәңгегә.
Ерен-һыуын һаҡлап,
Арыҫландар
Ғорур атлап барған үлемгә!
Һүҙ баһаһын белгән аҫыл йәндәр
Үҙ баһаһын белә урынлы.
Бер әйтерҙе ете үлсәүҙәре,
Тапҡыр һөйләү әллә уйынмы?!
Ир намыҫы
Буш һүҙ булып ҡалмаҫ,
Вәғәҙәләрең мотлаҡ үтәлһә,
Башҡаларҙың именлеге өсөн,
Мең ыҙалы юлың үтелһә!
Ир намыҫы
Бөйөк, күркәм сифат,
Анһат түгел уға ирешеү.
Үҙ атаһын оҙатмаған әйткән:
“Беләмен мин, ауыр ер эше...”
Ғүмер юлым,
Изге яҡты уйым –
Артылыуҙыр Намыҫ-ҡаяға.
Кешеләргә тура ҡарап барам:
“Ир!” — тиерҙәр, бәлки, ҡайҙа ла...

Яуаплылыҡ

Ҙурҙан ҡубамындыр һәр эшемдә,
Тотонмайым еңел-елпенән.
Ялыҡтырғыс, ябай хеҙмәтте лә
Әллә ниҙәй күреп елкенәм.
“Тырыш булһаң, эш ҡарышмай ул!” —
Тигән аҡыл сыҡмай аңымдан.
Беләгеңдә көс-ҡеүәтең кәрәк,
Йөрәк ҡаҡһын теләк-ялҡындан!
Ғүмер буйы теләп атҡарамын
Белем эстәү, һабаҡ биреүҙе.
Ғилем үрҙәренә артылғанда
Буш итмәгән бәхет берәүҙе!
Иңдәремә йәнә йөкмәп алдым
Яуаплылыҡтың мин иң дәүен.
Халҡым рухиәтен байытҡанда,
Күҙәтеүсе түгел илдә мин!
Яуаплылыҡ тигән оло тойғо
Һеңгән, ахыры, минең ҡаныма.
Алда байтаҡ эштәр башҡарғанда,
Маяҡ булһасы, тим, юлыма!

Башҡорт теле

“Телем!” тиеп
Тамаҡ ярғаным юҡ,
Әйтер һүҙем – йөрәк түремдән.
Бар хыялым – телем, һине һаҡлау,
Һинең сәскә атыу еремдә!
Ҡанбабалар
Аманаты күреп,
Ҡәҙерләйем һине, телгенәм!
Һинең хаҡта яман һүҙ ишетһәм,
Тәнгенәмде хәнйәр телгеләй…
Һине яҡлап
Баҫҡан, ҡалҡан кеүек,
Мостайҙарың, Рәми улдарың.
Туған телем изге нурын сәсер,
Йәшәгәндә ерҙә Уралым!
Уяу булыр кәрәк
Һәр заманда,
Телгә һөжүм әле тиҙ бөтмәҫ.
Рухын һаҡлар ғәзиз телен аяр,
Сая халҡым минең теҙ сүкмәҫ!
Һәр бер өнөң
Әсәм һымаҡ наҙлай,
Һәр һүҙең бит миңә –
Мең дауа.
Килер быуындарға рухи дарман
Биреп, йәшә, телем, донъяла!


Юғалтыу

Эш бүлмәмдән уйламаҫтан
Кәпәс юғалды.
Һөрән һалып йөрөмәнем:
“Кем генә алды?!”
“Эшләпә шәп эшләтә”, —
Тип әйтһә лә халҡым.
Кәпәсемде сәлдергәнгә
Кергәнме аҡыл?
Әлдә әле бер ваҡыт та
Баш юғалманы.
Миңә яҙған аҡылдарҙы
Яттар алманы.

Йәййөрөм

Йәййөрөмгә сыҡтым бына,
Арытылған йыл буйы.
Эш эшләмәй, бер хәстәрһеҙ
Тәгәрәрмен йәй буйы.
Отпускымдың тәүге көнө –
Биштән аяҡ өҫтөмөн.
Көрәк, балта ҡулда уйнай,
Мин ялһыҙ ҙа көслөмөн.
Килмәгәнмен, ахыры, ергә,
Ғәмһеҙ йәййөрөмдәргә.
Ҡалмам шуға йәй йырлаған
“Сиңерткә”* хәлдәренә.

Ғүмер юлым

Бәхеттәрем менән йәнәш йөрөй
Күрер ҡайғы, килер михнәттәр.
Ғүмер юлын бергә үткән дуҫтар:
“Бөгөлә лә төшә!..” — тимәҫтәр.

Аяҙ булһын, ҡар-ямғыры яуһын,
Бик кәрәкһә, ҡойон уйнаһын!
Ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө булған өсөн,
Йәшәүҙәрҙән булмаҫ туяһым.

Аҙмы артылыштар
Артылғанмын,
Оят булмаҫ әҙәм алдында.
Ә шулай ҙа теүәл төшөнмәйем,
Ниҙәр барын тауҙар артында.

Ғүмер юлым – сикһеҙ йомғаҡ һүтеү,
Тәү нөктәнән һуңғыһына етеү;
Башҡаларҙы михнәттәрҙән һаҡлау,
Ете яттың көнөн имен итеү.

Ниндәй көн был?..

Башҡа һыймаҫ ниндәй тойғо –
Маҡсатым юҡ, үкенес юҡ.
Тыуып килгән ал таңыма
Алғышым юҡ, үтенес юҡ, —
Ниндәй көн был?..

Ике ҡулға бер эш бармай,
Хыялым юҡ, ҡасҡан уйҙар.
Донъям сумды ят бушлыҡҡа,
Еле иҫмәй, аҡмай һыуҙар, —
Ниндәй көн был?..

Бер тере йән ҡалмағанмы,
Һүҙ атырҙай бәндә ҡайҙа?!
Ҡояш инде ситтә ҡунаҡ,
Ваҡыт уҙа, бирмәй файҙа, —
Ниндәй көн был?..

Үҙ-үҙемде аңламайым,
Ҡылығыма аптырарлыҡ.
Шуға шатмын: килеп баҫҡан
Ғүмергә бер битарафлыҡ.


Артмаҡкүлем

Артмаҡкүлем,
Ата-бабам
Белеп атыңды таҡҡан.
Яҙ еттеме – һин даръялай,
Күҙгә күренеп артаң.
Ағиҙелкәй киң йәйелһә,
Ярҙарың һыуға тула.
Һиндә һыуҙар инеү түгел,
Аттар йөҙҙөрөп була.

Йылдар төрлөсә килә лә,
Һиңә ҡағылып уҙа.
Ҡоролоҡ ҡотороп уйнаһа,
Сиңерткә йырын һуҙа.

Ике ҡалаҡ һыу алғыһыҙ
Тамам кибеп ҡалһаң да,
Һин бары бер Артмаҡкүлһең,
Һис ҡоромай даның да.

Шул саҡта ла төштәремә
Керәһең даръя булып.
Ташҡын һымаҡ һөйөүемдән,
Китәһең төҫлө тулып.


Ҡарһыҙ ҡышҡа элегия

Ап-аҡ ҡарһыҙ килгән ҡыштың
Бөгөн йәнә йылы көнө.
Ҡарһыҙ ҡышым туй күлдәген
Кеймәй төшкән килен төҫлө.
Ағастарҙа бәҫ-фата юҡ,
Ап-аҡ нағыш нурламаған.
“Мендельсон”ды ҡышҡы буран
Әлегәсә уйнамаған.


Барометр

Һинең йөҙөң – барометр,
Хис-тойғолар бизмәне,
Шуға күрә ни булырын
Аҙна әүәл һиҙәмен.

Һөйөү гөлөн һулытырҙай,
Ҡапыл ҡырау төшәрен
Барометр
Алдан һөйләй –
Һинең төҫөң, йөҙҙәрең.
Аяҙға ла, йонсоуға ла
Инде мин күнеп бөткән.
Барометр мөхәббәтте
Оҙон ғүмерле иткән.


Хәйерлегә булһын!..

Февраль уртаһында
Уйламағанда,
Ҡапыл йылытты.
Аномаль йылылыҡ, тип
Аҡыллылар
Хәбәр һатты.
Арабыҙҙа аномаль йылылыҡ —
Сөсөләндең артыҡ.
Хәйерлегә юрайыҡ!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566