Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таһир менән Зөһрә кеүек
Таһир менән Зөһрә кеүекБыл көндә халыҡ Әлфиә Юлсуринаның моңло тауышын тыңларға филармонияға ағылды. Фойела бер-береһен осратып, ҡыуанып һөйләшеп торған оло йәштәге инәйҙәрҙең аралашыуы ҡолаҡҡа салынды. “Бына килдем әле Әлфиәнең үҙен тыңлайым тип. Бигерәк матур йырлай бит, йөрәген биреп йырлай. Тубыҡтарым ауыртһа ла килдем әле...” Эйе, Әлфиә – минең дә иң яратҡан йырсым ул, тим эстән генә. Фәҡәт уның тере тауышын ишетергә килдем.


Әлфиә Юлсуринаның концерты был юлы бик үҙенсәлекле булды. Программаның авторы Динара Ҡәйүмова бик матур сценарий яҙған, көндәлек концерттарҙан бик тә айырыла. Программа авторына афарин тип әйтергә һәм уңыштар теләргә генә ҡала.
Халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы, халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәрелгән Әлфиә Юлсуринаның тауышын мин ҡайһы саҡ Эдит Пиафтың тауышына оҡшатам. Һис тә арттырмайым! Даръя тулҡындарына оҡшаш эске ярһыу бар унда, әммә яғымлы. Әлфиәнең моңо берсә шарлауыҡтар тауышын хәтерләтә, берсә даръя тулҡындары булып ярһый. Уны төнө буйы тыңлап ятһаң да, ҡабат-ҡабат тыңлағы килгәндәй, Әлфиәнең моңо ялҡытмай, күңелгә ятышлы, дауа кеүек һағышты баҫа. Ә мин беләм төн буйы шарлауыҡтар тауышын тыңлап, ләззәт татып ятыуҙың ниндәй тойғо икәнлеген! Италияның Аоста ҡалаһында йәшәгәндә шундай бейек һәм мөһабәт Альп тауҙарынан атылған шарлауыҡ тауышын тыңлап, төндәрен йоҡламай ята торғайным.
Сәхнәлә бөгөн халҡыбыҙҙың ике йондоҙо, ике корифей сығыш яһаны. Береһе йырсы Әлфиә Юлсурина булһа, икенсеһе – Олег Ханов. Бөгөнгө тамашала ул – шағир ролендә. Әйтергә кәрәк, үҙенә бик килешә был образ! Уларҙың икеһенән генә торған концерт нисегерәк булыр икән, тип күптәр баш ватты. Ике йондоҙ сәхнәне тултырып, ләззәтләнеп уйнаны бөгөн, икеһе араһындағы дуэт, шиғыр-йыр бергә үрелеп барҙы.
Әлфиә Юлсурина йыр буйынса маһир булһа, Олег Ханов – һүҙ оҫтаһы. Хәйер, Олег Хановтың уйнағанын уның сәхнәгә аяҡ баҫҡан сағынан уҡ күҙәтеп киләм. Ысынын әйтәм, мин – Олег Хановтың тоғро тамашасыһы! Бөгөнгөләй күҙ алдымда уның “Гармунсы дуҫ”ы, “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ”та Кендек һәм башҡа ролдәре. Шул ваҡыттан алып уҡ уға ғашиҡмын.
Бер мәл ул юғалып торҙо... Сит өлкә тамашасыһын ҡыуандырҙы, Мәскәү һынлы Мәскәү сәхнәһендә урыҫ телендә спектаклдәрҙә уйнаны, режиссер булды. Ҡыҫҡаһы, күтәрелде лә күтәрелде... Ә беҙ, башҡорт халҡы, Олег Хановһыҙ! Шул саҡтарҙа үҙем юҡһына торғайным уның уйнағанын. Ул беҙгә, башҡорт сәхнәһенә, башҡорт халҡына, кәрәк! Үҙ телеңдә, үҙ халҡың алдында сығыш яһау – үҙе ҙур бәхет бит ул! Үҙе шуны аңлаймы икән?
Сит өлкәләр тамашасыһын бәхетле яһап спектаклдәр күрһәткән Олег Хановты көтмәгәндә мин Өфө урамдарының береһендә осратып, фекеремде еткерә ҡуйҙым. Тормош бит ул, ҡайһы саҡта кешегә бер кәлимә һүҙ ҙә етә... Иң мөһиме, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ! Ҙур дәрәжәләргә өлгәшкән халҡыбыҙҙың яратҡан артисы Олег Ханов бөгөн яҙмыш ҡушыуы буйынсамылыр, үҙебеҙҙең сәхнәне биҙәй! Уның ролдәрен, сәхнәгә сығарған спектаклдәрен мин ситтән дә, туранан-тура ла ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ҡыуанам. Әле лә бына Олег Ханов сәхнәлә!
Бөтә уйнаған ролдәренә ҡарағанда, бөгөнгө образы бик килешә үҙенә! Ғашиҡ кеше, шағир образы. Бихисап шиғырҙарҙы, образға инеп, яттан һөйләне ул. Тамашасы диҡҡәт менән тыңланы, шиғырҙарҙың һүҙ­ҙәрен яратып ҡабул итте. Һөйөү тура­һын­да Рәми Ғариповтың, Гөлшат Әхмәт­ҡужинаның, Лариса Абдуллинаның, Лер­монтовтың шиғырҙарын, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан өҙөк һөйләне ул. Бик матур эстәлекле шиғырҙар.
Әгәр Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның Ғәлиә һәм Заһир образы мәңгелеккә халыҡ хәтерендә иң яҡты ролдәрҙең береһе булып һаҡланһа, Олег Ханов менән Әлфиәнең бөгөнгө сығышы Таһир менән Зөһрә булып тамашасы хәтерендә уйылып ҡалыр, моғайын. Һөйөүгә мәҙхиә ҡуйҙылар улар бөгөн. Ҡарап ултырыуы бик күңелле, йәнгә дауа булды. Икеһе лә пар күгәрсендәр кеүек гөрөлдәне, сөнки образдары, береһе – шағир, икенсеһе – йырсы, уларҙың эске торошона бик тә тура килә. Әлфиә, йырсы һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ, эмоцияға нығыраҡ бирелһә, шағир Олегтың холҡо тыныс, сабыр. Әммә уларҙың икеһенә лә эс­керһеҙлек, ихласлыҡ хас, ошо ихлас­лыҡтары тотош сәхнәне яҡтыртты.
Тамашаның режиссеры Сулпан Асҡарова иҫ китмәле матур концерт программаһы әҙерләгән, бер һүҙ менән әйткәндә, йөрәккә май булып яғылырлыҡ. Сәхнәлә генә түгел, залда нурлы мөхит барлыҡҡа килде, ҡояш нурындағы сағыу төҫтәрҙең уйнауы тамашаны йәмләне. Тәүҙә өҫтән алһыу раузалар ҡойола, ике ғашиҡ араһындағы һөйөү сәскәләр шәлкеме менән сырматылған сәңгелдәк, әкиәти матурлыҡ сәхнәлә. Режиссер шағир менән йырсыны төрлөсә бөктө сәхнәлә, сөнки шағир ҙа, йырсы ла шундай һығылмалы, уларҙың икеһендә лә плас­тика һәйбәт булыуы күренде, режиссер артистарҙы хатта ятҡырып та йырлатты һәм һөйләтте! Эйе, ятып йырлаһа ла, Әлфиәнең тауышы үҙгәрмәне, моңо шул килеш матур сыҡты.
Режиссер булараҡ, Сулпан Асҡарова яңынан-яңы матур программалар ҡуя. Эйе, талантлы бейеүсенән һәләтле режиссер үҫеп сыҡты. Сулпандың тәүәк­кәллегенә аптырамайым, сөнки уның атаһы Рәил Исхаҡ улы Асҡаров заманында Баймаҡты дер һелкеткән шәп баянсы булды, һәр саҡ сәхнәлә сығыш яһаны. Коллектив менән әүҙем эшләне, Баймаҡтың һәүәҫкәр артистары конкурстарҙа беренселекте бирмәне. Ә күпме йәштәрҙе сәнғәт серҙәренә өйрәтте ул заманында! Баянда оҫта уйнауы менән күпме тамашасының күңеленә орлоҡ һалды, ымһындырғыс сәнғәткә һөйөү уятты! Ә үҙе ҡыҙының сәнғәт юлын һайлауына ҡаршы булды, сөнки ул белә ижадсының ғүмер юлы ниндәй тынғыһыҙ икәнен. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, Сулпан да ең һыҙғанып ҙур эшкә тотонған, уның ошондай ҙур концерттар эшләп сығарыуы – үҙе батырлыҡ!
Йырсы менән шағир ғына түгел сәхнәлә. Уларҙың уңышлы сығышы өсөн сәхнә артында тағы байтаҡ кеше көс һала, тик уларҙың эштәре күҙгә күренмәй генә. Декорация ҡораусы ла, ваҡытында сәхнәгә ут биреп тороусы ла, хатта сәхнәне әйләндереп тороусы ла – барыһы ла концерттың уңышлы барыуы өсөн тырыша, уларҙың берҙәмлегендә бөтә көс бер команда булып эшләй. Сәхнәлә ике ғашиҡ йән айырылышҡанда йә ямғыр яуа, йә иһә һары япраҡтар ҡойолоуы ла ҡояш нурҙары төҫөндә.
Ғөмүмән, бар күренештәрҙән, Олег Ханов уҡыған шиғырҙарҙан, Әлфиәнең йырлаған йырҙарынан күңел ял итеп ултырҙы. Тамаша халыҡтың күңеленә хуш килде. Бик ҡыуанып, күтәренке кәйеф менән концерттан илһам, дәрт алып, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 669

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571