Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » журналислыҡ бурысымды атҡарғанда...
журналислыҡ бурысымды атҡарғанда...Тормошомда, рәсми стилдәгесә – шул иҫәптән тием микән, бигерәген дә тиергәме, хәйер, икеһе лә дөрөҫтөр – журналислыҡ бурысымды атҡарғанда, күп һәйбәт кешеләрҙе осратырға, бер өлөшө менән ныҡлап танышырға, байтағы менән яҡындан аралаша башларға, әҙерәге менән дуҫлашып та китергә насип булды, шөкөр. “Шул иҫәптән”, “бигерәген дә” тип шуға әйттем: һанап сыҡһаң – оҙон ғына сылбыр йылдар икән инде, яҙмышҡа рәхмәт, ил ҡаршыһында, уға тәғәйен нәфис һүҙ аша эшмәкәрлегем, һөйләргә генә түгел, ә, кемдең кем булыуына ҡарамаҫтан, тыңларға ла өйрәтте, тиһәм дә, халҡыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ кәртәһен шылдырыу булараҡ ҡабул ителмәҫтер, моғайын. Ҡабул ителмәһен дә, сөнки ана шул Һүҙгә ихтирамымды сырамытыпмы, быны алдан асыҡ белепме, миңә тасуирланған тап ошо тарихтарҙы, әлегә дүртәүһен, бәйәнләмәксемен бөгөн.

Ҡасандыр бер хикәйә итеп яҙырмын, бәлки, тип, уларҙы компьютерҙа тезистар рәүешендә һаҡлай килгәнемде лә, әйҙәгеҙ, йәшермәйем. Шулай ҙа төп мәғәнәне, ваҡиғаларҙы үҙгәртмәҫкә, йәғни булған хәлдәр рәүешендә баҫтырырға булдым әле бына. Бары тик үҙемә, үҙемдең ҡулыма хас бәйән ағышына һалдым ғына. Деталдәр өҫтәнем һәм лексиканы ла шуға яҡынлаттым, әлбиттә. Бер персонажға яңы исем һәм фамилия бирҙем. Деталдәр ҙә, минең тарафтан мәжбүри ҡыҫтырылһа­лар ҙа, тәбиғиҙәр, тормоштан алынғандар – бүтән шарттарҙан күсерелгәндәр генә. Тәүге ваҡиғаның йоморо ғына аҙағы булмауы ла, минеңсә, хөрт түгел, ә, костюм төҫөнән ныҡ айырылған галстук ише, үҙаллы бер тап, яҡшы тап, хатта биҙәк булып, киреһенсә, иғтибарҙы йәлеп итә.

Беренсе тарих:
БОҘОЛОР НӘМӘ
ТИК УЛТЫРЫП ТА БОҘОЛА


Камил Иштуғанов ноябрь демонстрацияһы өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде бер йылды эшенән. Әмәл юҡ, ризалашты.
Ул дәүерҙә, иҫләүселәр барҙыр, ҡалалағы һәр район халыҡты сараға күберәк сығарыу, автомобилдәрҙе матурыраҡ биҙәү һәм башҡалар буйынса ярыша торғайны. Камилдың заводы районда тап ана шул автомобилдәр өсөн яуаплы ла.
Иң алда иң оҙон автомобиль барасаҡ – КрАЗ машинаһын ҡуйырға фарман ҡылынды өҫтән.
– Тик уның моторы шаҡылдаған һымаҡ ине бит әле, әйҙә, ЗиЛ ярһын юлды, өр-яңыһы бар ҙа, – тип Камил ҡаршы төшөргә маташҡайны ла, етәкселәр ҡолағына ла элмәне:
– ЗиЛ бәләкәй була, наҙлы күренә, бында масштаб мөһим, масшта-а-б!.. Ана, моторист тиҙ генә ҡарап ебәрһен, эше ни, вкладыштарын алмаштырһын.
Ҡараны, ләкин әүеш-тәүештән ары китә алманы уныһы, ҡырҡ бәлә менән берәүһен генә алмаштырҙы. Ҡалғандарына ваҡыт та етмәне – биҙәргә лә кәрәк бит әле.
Ян-яҡтан сағыу төрнәнеләр машинаны. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһын, уны ойошторған фирҡәне данлап, хеҙмәтте маҡтап, өндәү, билдәле яҙыуҙар яҙҙылар – водителгә юлды күрер өсөн тар ғына ярыҡ ҡалды. Бынан тыш, тағы егерме авто барырға тейеш – бөтәһе лә демонстрацияла ҡатнашмаясаҡ, шулай ҙа кәрәктәр – транспаранттар, байраҡтар илтергә, аҙаҡ, эшселәрҙән кире йыйып алынғас, предприятиеға алып ҡайтырға.
6 ноябрҙә, вәт бәлә, иртәнсәк көн ҡапыл боҙолдо: буранлап ҡар яуырға тотондо. Яуҙы-яуҙы ла кискә табан шыҡырайтып һыуытты – егерме биш самаһына төшкән­дер, валлаһи! Етмәһә еле аяҡтан йыға. Былай булһа, моторҙарҙы ҡабыҙып булма­ҫы асыҡ. Нишләргә? Биҙәлеп, ибәтәйһеҙ тумпайған машиналар йә гаражға һыймай, баяғы КрАЗ үҙе генә лә, ярым арбаһы менән бергә – ун бер метрлыҡ!..
Двигателдәрҙе һүндермәй эшләтергә инде – бүтән сара юҡ. Һәр машинаға икешәр кеше яуаплы итеп билдәләнде – бер туҡтауһыҙ дырылдатһындар. Яғыулыҡ менән проблема ул саҡта – ноль, бензин менән кәрәсиндән быуалар быумалы.
Эшләттеләр, ләкин төн урталарында әлеге һонтор КрАЗ ҡылығын барыбер ҡылды – яңынан шаҡылдарға кереште. Хәҙер инде коленвалының икенсе бер быуыны түҙмәгән. Боҙолор нәмә тик ултырып та боҙола шул.
– Ярай инде, нисек тә үтермен әле, – ти ҡурҡыуынан ҡобараһы осҡан шофер.
Улай булмай инде, шундай мөһим сарала – социалистик дәүләттең ҡаҙаныштарын күрһәтергә, халыҡты яңы үрҙәргә рухландырырға тейешле демонстрацияла, эшкинмәгән машина булырға тейеш түгел. Хәйер, тәнтерәкләргә була, әлбиттә, етмәһә, колонна гөбөргәйелдәй яй шыласаҡ, дан да дан тип ҡысҡырылған майҙанда һинең двигателең шаҡылдауы кемгә ишетелһен... Ишетелмәҫ тә ул, ә майҙанда теге юл ярыусы, арҡырыланған үгеҙҙәй, ҡапыл туҡтап ҡалһа?! Бына унда инде бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп...
ЗиЛды ҡупшыларға ҡарар ителде. Анауындай һыуыҡта баяғы оҙон да, киң дә “боҙватҡысҡа” үлсәп ҡуйылғанды кесерәйтеүе үҙәктәргә үтте, кемдең эстән, кемдең тыштан да һүгенеүе буран олоуын да күмгеләне.
Шулай ҙа булдырҙылар:
– Һо-о-о...
– Нисауа килеп сыҡты ла...
– Бара инде, юҡтың көнөнән...
– Белмәйем, һеҙ нисектер, ә минең бармаҡтар иҫ белмәй, туғандар...
Булдырҙылар, ләкин саҡ ҡына һуңға ҡалдылар – завод ҡапҡаһынан һигеҙенсе ун биш минутта ғына ҡуҙғалдылар. Ә ун биш минуттан ете тигәндә унда булырға тейештәр ине. Демонстрация сәғәт унда ғына башлана, шулай ҙа иртәрәк барып етергә ҡушылғайны.
Үҙе алдан еңел машинаға ултырып алды ла колоннаға команда бирҙе Иштуғанов:
– Бөтәгеҙ ҙә – минең арттан! Йәгеҙ, егеттәр, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!
Тиҙҙән йөҙөнә ҡыҙыллыҡ ҡынамы, йөрәген тотоп ауырлыҡ хәлгә етерен белмәй ине әле...
Көтөп торор урындарын да беләгендә ҡыҙыл таҫмалы йыуантыҡ эшмәкәр килеп тәгәрәне шунда уҡ:
– Ниңә һуңланығыҙ?!
Хәлде аңлата башлағайны, тыңлап торманы:
– Һинең менән разберемся!
Демонстрация арыу ғына үтте – машиналар ҙа, водителдәр ҙә, рәхмәт, ауыр хәлгә ҡуйманы.
Ауыр хәл икенсе көндә булды. Камил Иштуғановтың кисәге ҡылығын тикшереү буйынса тотош йыйылыш йыйылды. Араларында бер ябай эшсе лә юҡ – гел түрәләр. Ныҡ әрләнеләр. Махсус эшләгән­дәй итеп килтереп сығара яҙҙылар. Иҫәп карточкаһына индереп, ҡаты шелтә сәпәр­гә, тип тауыш бирелде. Утыҙ кешенең күпселеге ҡулын демонстрациялағылай берҙәм күтәрҙе.
Шул саҡта профком рәйесе урынбаҫары һүҙ алды:
– Тауыш бирҙек, әлбиттә, яҡшы, – тине, тамағын ғәфү үтенеүле ҡырып. – Партия тәртипте шулай ҡаты ҡуйырға тейеш тә. Әммә Иштуғанов иптәштең үҙенән йүнләп һорашып та торманыҡ бит әле.
– Ну, әйҙә, һөйләп бирһен һуң. – Партком секретары теләкһеҙ генә рөхсәт бирҙе.
Хөкөмгә тарттырылыусы ҡулдарын ғына күрһәтә алды:
– Икенсе машинаны биҙәйбеҙ тип, һыуыҡта, бына... туңдырҙым. Һыҙлайҙар, әле әҙерәк майлағанға ғына түҙеп торам.
Урынбаҫар яҡын килде, күҙлеген кейҙе, бының устарына баҡты. Ышанмағандан түгел, ә, киреһенсә, зыянды күберәк табырға теләгәндәй ентекле тексәйҙе – арыу, кешелекле әҙәм ине ул:
– Ай-ба-а-й...
Тәҡдиме шул булды:
– Былай ҡаты хөкөм итмәйек. Яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ әле мәсьәләгә.
Ошоно ишетеүгә, ҡыуаныр урынға йөрәге сәнсеп ҡуйҙы Иштуғановтың. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Ауып барған еренән саҡ тотоноп ҡалды. Дауаханала микроинсульт икәнен әйттеләр.
Шунан бирле демонстрацияларҙан ҡаса торған булып китте ул – йә кинәт ауырыуға һабыша, йә оҙайлы командировкаға сыға.

Икенсе тарих: БӘРӘКӘТҺЕҘЛЕК

– Совет заманында ла алйотлоҡтар булды-ы-ы... – Ҡалын быялалы модаһыҙ күҙлеген таҙалығы самалы ҙур шаҡмаҡ ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә, шулай тип һығымта яһаны телевизор ҡарап ултырған өлкән йәштәге ир заты.
Ә “йәшниктә” һәр кис тиерлек барған тамаша шаша ине был мәлдә – һәйбәт костюмлы, затлы күлдәк-галстуклы бер төркөм ир-ат йыйылып алған да, шәп сәғәттәр менән быуылған ҡулдарын болғай-болғай, тик үҙенеке генә хәҡиҡәт тип баһалаған ҡарашын ҡайыра. Туҡтауһыҙ ҡысҡырышалар, гүйә, страховка мәжбүри булмаған саҡта төкөшкән автомобилселәр бер-береһен ғәйепләй. Әҙәп һаҡлаған бәғзе ҡатнашыусы, ана, бөтөнләй ҡыҫыла ла алмай.
– Алйотлоҡ тигәнем, миҫалға, шунан: барып запчасть һораһаң, һы, һорамаға­ның­ды ла бирәләр өҫтәп, – тип дауам итте артабан ҡарт. Мәҫәлән, шунда берәй рессорҙар. Ә улар әллә ни кәрәк түгел, йыш алмаштырылмайҙар. Яталар инде шунан келәттә.
Бабай күҙлеген тағы ышҡыны, һаман килештерә алмай шуны.
– Ләкин тик кенә ятмайҙар, яйлап ҡына аҡсаны ла һуралар – ә кәк же, һалым түләргә кәрәк тәһә. Шулай булды заманында.
Һаҡалһыҙ осло эйәген миңә ҡарап мәғәнәле ҡаҡты. Төҫө шыйығайған боронғо күҙҙәре урын-урыны менән тут һырыған рессорҙы хәтерләтә.
– Шуның менән бергә металлолом тапшырырға план да еткерелә.
Ә теле бер ҙә тутыҡмаған ҡарттың, шыма, етештереүсәнле эшләй һүҙ станогы. Тик анауы күҙлеге генә, эшкинмәгән нәмә, план үтәүгә оронсоҡлай. “Йә һалып ҡына ҡуймай шуны – телгә кәрәкмәй ҙәһә” –тиер инем, телевизор өсөн хәжәт шул – бер юлы экрандағы субтитрҙарҙы ла уҡып ултырғыһы килә.
– Йыл аҙағы етте ниһә, рессорҙарҙы ҡағыҙҙа ҡуйҙыҡ, тип яҙабыҙ һәм өр-яңы килеш һыныҡҡа тапшырабыҙ.
Ошо урында бабай, әллә үҙҙәренең шул саҡтағы ҡырын эшенә йәне көйөүҙән, әллә телевизорҙағы шау-шыуға мөнәсә­бәтенән, әллә замана ҡулъяулығына асыуынан, күҙлеген сисә килеп, йомшаҡ салбарлы тубығына алмаш-тилмәш тызып алды. Һәм секунд эсендә мөғжизә балҡыны – быялалары рекламалы экрандай ялтырап китте! Кейгәйне, күҙендәге “туттары” ла бермә-бер кәмене.
– Шулай ҙа булғыланы. Ә уны бит эшләргә аҡса тотонолған, эшсегә хаҡы түләнгән... – Быныһын минән дә бигерәк телевизорҙағы сығышсыға төбәне шикелле ҡарт.
Хужа аяғына муйынын һоноп серем иткән ялбыр бесәй был ҡысҡырыуһыҙ әйтелгән, әммә ҡаты ишетелгән һүҙҙәрҙән ҡурҡып уянды ла, тәҙрә төбөнә менеп, гөлдәр араһынан урамға ҡарай башланы. Ләкин оҙаҡҡа түҙмәне – келәмһеҙ иҙәнгә тып һикерҙе лә, үҙ йомошо менән юҡ булды. Түҙмәҫлек тә шул – көн тимәй, төн тимәй машиналар сабыша. Асфальтҡа тиклем саң туҙҙырып бер итәләр ине, уныһын, ниһайәт, түшәгәйнеләр, артыҡ шәп йөрөйҙәр – соҡор-саҡыр ҡалмағас ни...
– Юҡҡа бензин яғып... – Беҙҙең ҡарт та йыш һуҡрана уларға. – Йәй етте ниһә, шул отпускниктарҙан маҙа юҡ. Япа-яңғыҙҙары ултырып алалар ҙа, уҙа барһа ике кеше, әйҙә осалар зат-пирут. Бензинды һаман алғастары, хаҡы артмай нишләһен. Алмаһалар, төшөрөрҙәр ине бәләкәс.
Был мәлдә телевизор, әмәлгә ҡалғандай, тап бензин мәсьәләһен ҡуйырта ине.
– Ә гәрүчине нишләтә торғайныҡ… – Бабайға мыжыу өсөн йәнә бер ем булды был. – А-а-й... Түгә инек беҙ уны.
Эйәген йәнә баяғыса йөкмәткеле һелкеп ҡуйҙы. Әйткәненә күләмлелек бирер өсөн ҡулы менән һауала ниндәйҙер оло һауытты ауҙарып күрһәтте:
– Ай аҙағында һәр машина үҙенең багын һәм өҫтәп ҡуйылған тағы берәүһен тултыра ла ҡала ситенә сыға, биҙрәгә генә ҡойоп ала ла, ҡалғанын шабырҙатып ергә ағыҙа.
Ҡулын баяғынан да киңерәк ҡоласланы ҡарт, күҙ алдында кәмендә уртаса ҙурлыҡтағы шарлауыҡ баҫты.
Хужаһына яңынан яҡынлашҡан бесәй һағайып туҡтап ҡалды.
– Ағып бөткәс, баяғы биҙрәне бакка түңкәрә лә кире китә. – Ҡулдар күренмәгән рулде матҡыны. – Шулай ике-өс мәртәбә урай.
– Ни өсөн? – Үҙ-үҙенә һорау бирҙе бабай.
Ялбыр бесәй һорауҙы үҙенә ҡабул итеп, йыбанып ҡына иҫнәп ҡуйҙы. Йәнәһе, этем белһен әҙәмдең иҫәрлеген.
– Сөнки ай аҙағында гсмщик килә лә цистерналарҙы асып ҡарай: улары хатта бүҫкәрмәгән дә. Кәрәгенсә кәмемәгәс, шик тыуа: “Бензин тотонмаған икәнһең, тимәк, йүнләп эшләмәгәнһең. Ә үҙең юғары социалистик йөкләмә алып булашҡайның. Тағы ла шул, иптәш – киләһе айға һиңә гәрүчи нормаһын кәметергә тура килә”.
Бабай тағы ла нимәлер әйтте, ләкин тауышын урамдағы машина шауы һәм телевизорҙағы бәхәс күмде.

Өсөнсө тарих: ЭШ – ШУНДА

Завод директорына ҡулдан катер эшләп бирҙеләр. “Шкода” моторын ҡуйҙылар, икене. Шул ҡыҫынҡы заманда ла таптылар ҡеүәтле импортты. Кешеһенә күрә таптылар.
Транспортты Ағиҙелгә алып барыр өсөн оҙон машинаға унан да оҙонораҡ арба таҡтылар, ун ике метрлыҡ бер ғәләмәт килеп сыҡты.
Йөрөп ҡаранылар. Тәүҙә бер генә мотор менән баралар. Икенсеһен тартып ебәрһәләр, катер, гүйә, даръя-даръя ут эсә – һыуҙан ырғып осорҙай ажарлана.
Түрәләр бер ваҡыт шундағы яр буйында аш-һыу ойоштора. Директор үҙе ауырыуыраҡ кеше – әллә ни эсмәй ҙә, рулгә лә ултырмай. Ә бына план бүлеге етәксеһе, баш инженер баяғы аждаһала йөрөп әйләнәләр. Шә-әп!..
Шунан партком секретары ултыра. Икенсе моторҙы ла ҡабыҙа шунда уҡ. Катерҙың төбө һыу өҫтөнә әллә тейә, әллә юҡ! Йылғаның киң урынында кире боролорға кәрәк. Тиҙлекте ташламай ғына кәйелергә уйлай был һәм булдыра алмай – ярға барып ҡаҙала. Ҡаҙалыу ғынамы, өңөп инергә тырыша, әйтерһең дә, оятынан ғәрләнә. Ҡарлуғас ояларына инеп йәшеренергә уйы. Өңмәй ни – ғәйрәтле моторҙар һаман эшләп ултыра лабаһа...
Юҡ, кәмә үҙе генә яр тырнай икән, ә партком сығып осҡан инде был мәлдә, иптәштәр...
Һыу һыуыҡ, кейем ауыр – батмаҫ өсөн пинжәген сисә, бахыр. Аһ-уһ килеп, йылғанан сыға.
Әҙерәк иҫ ингәс, ҡаҡ башына йәбешә:
– Ҡайҙа минең пинжәк?!
– Һа-һа-һа!.. – Табындаштары көлөшә. – Тере ҡалғаныңа ҡыуан, пинжәклек кенә аҡса эшләйһең бит. Ана, главбух бында, берәй премия әмәлен табыр.
– Эш унда түге-е-л…
Парткомдың яратҡан һүҙҙәре был. Нимә генә тиһәләр ҙә, башҡа варианты һис булмаған нәмәне әйтһәләр ҙә, гел: “Эш унда түгел”.
– Ә нимәлә? – тип һораһаң, шул уҡты, һин әйткәнде, ләкин икенсе һүҙҙәр менән белдерә. Быны әле эргәһендә торғандар ҙа яҡшы белә.
– Партбиле-е-т! – ти был, тыны күпмелер тигеҙәйгәс.
Һәм бөтәһе лә – аҡыллы кешеләр бит – хәлдең ни тиклем хөрт икәнен тәрән аңлай: коммунистың төп документы эске кеҫәһендә, йөрәге тәңгәлендә, ятҡан, ә пинжәк ағып киткән.
Эҙләргә тотоналар. Түбәндәрәк тотоп алалар. Тоталар ҙа ул, ә партбилет ҡайҙа?! Һыу төптәрен ҡарап бөтәләр, юҡ – унда ятырға кирбес түгел бит, ҡатырға ғына.
Партком хәл тураһында ҡала комитетына хәбәр итергә мәжбүр була. Бик оҙаҡ ыҙалатып йөрөтәләр. Эшенән сығарып ҡуялар. Фирҡә бит мәсьәләне ҡаты ҡуя – билетыңды күҙ ҡараһындай һаҡла! Дубликат бирелмәй.
Бер уйлаһаң, дөрөҫ тә инде. Эш шунда ла ул, шунда ла.

Дүртенсе тарих: БЕЛДЕЛӘР

Фабрика директорының эш автомобиле икәү ине. Ҡара “Волга”лар. ГАИ-ла берәү итеп теркәлгәндәр. Нисек инде былай?!.
Сөнки заводҡа түләп, моторына ла, кузовына ла бер үк номерҙар ҡуйҙырттылар. Өлөштәрен айырым-айырым сығарып, ситтә йыйҙылар.
Ниңә кәрәк булды һуң? Береһе ватылһа, аптырап ҡалмаҫ өсөн. Теркәү номерҙарын икенсеһенә күсерәләр ҙә сығып та китәләр.
Төрлө номерлы законлы ике машина булһа, уңайлыраҡ түгелме ни? Юҡ шул, бер директорға ике машинала йөрөргә рөхсәт булманы элек. Ләкин тыйыуҙарҙы борон да ҡыйыу урап үтә белделәр.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
“Юлдаш” радиоһының бүлек етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 680

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 600

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 455

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 509

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 414

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 570