Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Донъяларҙың йәмен, именлеген, Их, һаҡлаһаҡ ине мәңгегә!”
“Донъяларҙың йәмен, именлеген, Их, һаҡлаһаҡ ине мәңгегә!”Ғүмер итеү –
тауға менеү


Ауылымдың тирә-яғы –
Зәңгәр тауҙар теҙеме.
Ошо ерҙә йәшәү – бәхет,
Бында ожмах үҙеме?!

Тәбиғәте шундай гүзәл:
Урманлы-таулы төбәк,
Шишмәләре йырлап аға,
Ҡоштары моңло бигерәк.

Бесән сабып, урман киҫеп
Йәшлегем шунда үткән.
Изге ерем шағир улын
Һаман да көтә микән?!

Иҫкә төшә йәш саҡтарым
Менгән саҡтар тауҙарға.
Офоҡтарға тартылдым гел
Яҡты нурлы таңдарҙа.

Тауҙан баҡтым ергә, күккә,
Унда күпме серҙәр бар?!
Тормош юлдары ҡатлаулы,
Күпме алда үрҙәр бар?!

Ғүмер итеү – тауға менеү,
Бейек уның һәр үре.
Түбәһенә менһәң генә
Асыла, тиҙәр, сере.

Күҙ алдымда тора һаман
Тауым, урман төҫтәре.
Үткәндәрҙе урап ҡайтам,
Өмөт нурлай хистәрҙе.

Тыуған ерҙән ҡеүәт алып,
Көс алып тауҙарымдан,
Ел-дауылды ярып барам
Мин яҙмыш ярҙарынан.

Күңелдәге саф уйҙарым,
Гүйә, ап-аҡ болоттар.
Алда көтә ҡыуаныстар,
Аға йылдар, минуттар.

Әйҙә, дуҫтар, бергә-бергә
Тыңлайыҡ тауҙар моңон.
Улар илһам, ҡөҙрәт биреп,
Һуҙалар йәшәү йырын.

...Яҡташтарым, ватандаштар,
Уң булһын юлдарығыҙ.
Йәшәгеҙ гел йәшнәп-күкрәп,
Балҡыһын нурҙарығыҙ,
Һүнмәһен уттарығыҙ!


Йондоҙло ҡапҡалар

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарымдың яҡты иҫтәлегенә.

Ауылымдың урамдарын үтәм,
Иркен һулап шәрбәт һауаһын.
Тирә-яҡҡа гөлдәр хуш еҫ бөркә,
Йәнгә табам сихәт-дауаһын.

Ҡарап барам
таныш өй-йорттарҙы,
Шатлыҡ тула берсә күңелгә.
Яҡташтарым,
һеҙҙе һағынып ҡайттым,
Ауылым ҡапҡаларын күрергә!

Һаҡта торған ауылым ҡапҡалары
Һыҡрап ҡуя хәтер еленән,
Яуҙа ҡалғандарҙың иҫтәлеге
Йондоҙ итеп шунда эленгән.

Шул ҡапҡалар хәтирәләр һөйләй:
Үткәндәрҙе, һуғыш йылдарын,
Биш йөҙ батыр
яуҙа ятып ҡалған –
Ауылымдың аҫыл улдары!
Һиҫкәнеп тә китә уйҙарым!

Ҡапҡаларҙа янған
йондоҙҙар ул –
Яҡташтарҙың яуҙа ҡалғаны,
Бер нигеҙҙән
дүрт-биш яугир мәрхүм,
Улар – ҡәһәр һуғыш ҡорбаны!

Шығыр-шығыр килә
ник ҡапҡалар?
Йәнде өтә әрнеү тауышы.
Әллә елдәр алып ҡайтҡан микән
Ятып ҡалғандарҙың һағышын?

“Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!”
Ҡайҙан килә икән ҡайтауаз?
“Беҙ үҙебеҙ ҡайта алмаһаҡ та,
Йәндәребеҙ Илгә ҡайталар!”

Был йондоҙҙар –
батырҙарға хөрмәт,
Ауылдаштарҙың ул – хәтере,
Тын баҡсала яугирҙәргә һәйкәл,
Яндарында гөлдәр гел тере!
...Мәңге шулай
балҡып торһон ине,
Батырҙарҙың йөрәк нурҙары,
Онотмаһын яңы килгән быуын
Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын!


Икмәк еҫе
тулһын йәнгә


Сал тарихлы байрам бит ул
Килгән борон-борондан,
Һабантуйы – хеҙмәт туйы,
Аҡ тирмәләр ҡоролған.

Ҡаҙан аҫҡан ватандаштар
Эшкә сәмле, уңғандар.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡты ҙурлап
Йыйылғандар туғандар.

Бил алыша ир-егеттәр,
Тик һөлгөләр сыҙаһын!
Көрәш ҡыҙа, бер кем белмәй
Алдан кемдең еңәһен.

Елдәй елә арғымаҡтар,
Ат сабышы – майҙанда,
Тәбрикләйҙәр еңеүсене,
Гөжләй халыҡ һәр ҡайҙа.

Гармунсылар, ҡурайсылар
Көйҙәр һуҙа уҙышып.
Моңдар йәнгә ҡанат ҡуя,
Хистәр таша тулышып.

Һабантуйҙар күңелдәрҙе
Елкендерә, дөрләтә.
Йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла
Йырлата һәм бейетә.

...Тик хеҙмәттән тыуа бәхет,
Иген уңһын мул булып,
Тормош күрке – икмәк еҫе
Тулһын йәнгә нур булып!
Тулһын йәнгә ҡот булып!!!


Йәшәһендәр
фәһем алып


Үткәндәрҙән һабаҡ алмай
Йәшәй кеше тормошта.
Хаталарын, яңылыштарын
Яҙғандыр, ти, яҙмышҡа.

Баҫа шул уҡ тырмаларға,
Бәрә йәнә маңлайын.
Шунда ғына тәүбә итә,
Иҫкә ала Хоҙайын!

Ауыҙ бешкән саҡтар була,
Өрөп ҡабабыҙ һуңлап.
Уңыр ине бөтә эштәр,
Башҡарһаҡ ныҡлап уйлап.

...Яңы быуын килә ергә,
Һоҡланам мин уларға.
Хаталарҙан фәһем алып
Йәшәһендәр донъяла!
Имен-аман ояла!
Мин яҙҙар булам

Ҡышын йәйҙәрҙе һағынам,
Көҙөн – яҙҙарҙы,
Һин булмаһаң, эҙләйем, көтәм
Һинең наҙҙарҙы.

Һин килдеңме, ҡышым – йәйҙәй,
Көҙөм – яҙ кеүек.
Беҙ бәхетле – мөхәббәттән,
Йәндә – наҙ туйы.

Һинһеҙ йәшәү еңел түгел –
Һағыштан тулам.
Һинең йәнең өшөй ҡалһа,
Мин яҙҙар булам!

Ҡырыҫ заман

Донъяларҙың еңел сағы
Булмағандыр бер ҡасан.
Беҙ күргәнде балалар тик
Күрмәһендәр, исмаһам!

Ҡәһәр һуғыш хәтирәһе
Күңелдә һаман йәшнәй.
Оноторға тырышһам да,
Төштәргә кереп йәшәй.

Тетрәнеүҙәр булып тора,
Боролоштар көн һайын.
Һынай тормош, һынма яңылыш,
Табырға тырыш яйын.

Хаҡлыҡ, иманды юғалттыҡ,
Барыһы шунан башлана.
Байҙарға күҙең ҡыҙмаһын,
Намыҫтары ҡап-ҡара.

Ҡырыҫ заман, шундай яман,
Барыһы күрә, белә ул.
Ник ҡарауыл ҡысҡырмайбыҙ?
Шулар йәнде телә ул.

Баҙар шаулай, баҙар ҡайнай:
Телһеҙ ҡалған ҡорҙаштар,
Күңелдәрҙе, йөрәктәрҙе
Баҫҡан боҙҙар, ҙур таштар.

Ауыл һүнә, милләт бөтә,
Кемдәргә минең йырым?
Ейәндәр өйрәнмәһен һис
Сит телдәр аша моңон.

Йәшәү – һәр саҡ көрәш бит ул,
Ғазап-һағыш тыуҙыра.
Еңел заман булғаны юҡ,
Ҡай саҡ арттан тондора.

Изгелек теләһәң илеңә,
Өрөп ебәр усаҡҡа.
Яҡты өмөттәр терелер
Бергәләп янған саҡта.

Берҙәмлектә кешеләрҙең
Илаһи ҡөҙрәт көсө.
Ерҙе биҙәп йәшәһәк гел,
Хоҙай ҙа һаҡлар төҫлө.
Уйымда – дуҫлыҡ, туғанлыҡ,
Изге хис, яҡты теләк.
Был заманды елләтергә
Саф еләҫ елдәр кәрәк!
Саф еләҫ елдәр кәрәк!

Их, һаҡлаһаҡ ине...

Ил, халыҡ тип һәр саҡ янғанғамы,
Һағышлыраҡ булды йырҙарым.
Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ даулағанда,
Арта барҙы маңлай һырҙарым.

Был тормоштоң
ҡайғы-хәсрәттәрен
Яҙмышымда еңеп йәшәнем.
Әллә шуға иртә ағарҙымы,
Ап-аҡ булды сикә сәстәрем?!

Йөҙҙәремдә – ғүмер биҙәктәре,
Үткән йылдарымдың эҙҙәре.
Ҡыйынын да, ауырын да күрҙем,
Һүрелмәне күңел хистәрем.

Ник яҙмыштар төрлө-төрлө икән?
Ҡаршы барҙым дауыл-елдәргә.
Кешеләргә һәр саҡ
ышандым мин,
Ышанысым һүнһә нишләргә?

Донъяларҙың тайғаҡ юлдарында
Өмөт-хыял булды терәгем,
Ана, күктә яҡты нурҙар балҡый,
Тик тынмаһын ғына йөрәгем.

...Берҙәм булһаҡ,
һәр саҡ дуҫтар булһаҡ,
Хоҙай ҙурлар беҙҙе ғүмергә.
Донъяларҙың йәмен, именлеген,
Их, һаҡлаһаҡ ине мәңгегә!
Их, һаҡлаһаҡ ине мәңгегә!


Ҡайҙа саба донъя?..

Ҡайҙа саба икән фани донъя,
Шул бит төрлө уйҙар уйлата?
Түңәрәк ер һәр саҡ хәрәкәттә,
Көндәр аға, ҡабат таң ата.

Ер – түңәрәк, ҙур тәгәрмәс кеүек,
Бер туҡтауһыҙ алға бара ул,
Поездарҙы, арба-машинаны
Тәгәрәтә, ярһып саба ул.

Тәгәрмәстәр ай-йылдарҙы ялғай,
Быуаттарҙы, ер һәм күктәрҙе.
Хайран ҡалам уның тиҙлегенә,
Һынып ҡуймаһын, тим, күсәре.

...Ал-ял белмәй
һаман әйләнә ул,
Ҡайҙа икән шулай ашҡына?
Ҡоршауҙарын ватып,
тешен ҡырып,
Ҡалдырмайыҡ мунса ташына!
Ҡалдырмайыҡ мунса ташына!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573