Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҫылташ” алға бара
“Аҫылташ” алға бараКүптән түгел Өфө дәүләт нефть техник университеты бинаһында башҡорт телендә үткәрелгән Беренсе “Аҫылташ” республика дебат уйындары чемпионатына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар айырым командаларҙа сығыш яһаны, йәрәбә буйынса төрлө темаға бәхәсләште. Уларҙың үҙенсәлекле сығыштары дебат уйындары ҡағиҙәләренә ярашлы баһаланды.


Учалы, Сибай, Салауат, Өфө, Бәләбәй, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында зона уйындары ойошторолдо. Унда 19 райондан 286 кеше ҡатнашты. Ко­манда­ларҙың сығыштары йәш сә­йәсмән­дәр, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре тарафынан баһаланды. Һөҙөмтәлә аныҡ һәм үткер һүҙле, үҙ фекерен дәлилдәр менән нығыта белгән иң оҫта 32 ҡатнашыусы финал уйындарына сығыу бәхетенә өлгәште.
Аҡыллы, рухлы, фекерле йәш­тәр ҡатнашлығында үткән финал бәйгеләре һәм, ғөмүмән, “Аҫыл­таш” республика дебат уйындары чемпионаты хаҡында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолованың үҙ фекере бар:
– Шәп проект! “Аҫылташ” артабан да үткәрелергә һәм үҫте­ре­лергә тейеш. Әйтер фекереңде кешегә дөрөҫ еткерә белеү, аудитория менән эшләй белеү сәйәс­мәндәр өсөн генә кәрәкле сифат түгел. Ул һәр беребеҙ, бигерәк тә йәш быуын өсөн мөһим. Шул уҡ ваҡытта дебат уйындарының башҡорт телендә үткәрелеүе сараның әһәмиәтен күтәрә.
Әлбиттә, бөгөн йәш быуында телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, телмәрҙә төрлө профессиональ терминдарҙы тәржемәләп ҡул­ланыу улар өсөн ауыр эш, әммә өйрәнмәйенсә, тырышмайынса, йәғни үҫешһеҙ тел һаҡланмаясаҡ. Шуға иғтибар иттем: дебат уйындары ярыш, бәйге рухында бул­ғанға күрә, унда ҡатнашыусы­ларҙың күҙҙәре янып тора, һәр уйынға ылығырға, үҙ һүҙен әйтергә, сығыш яһарға әҙер торалар. Беренсе чемпионат уңышлы үтте, киләсәктә уйын майҙанын тағы ла киңәйтеп, башҡорт телен белгән бөтә йәштәрҙе лә ошо уйындарҙа ҡатнашырға саҡырам! Ә йәш­тәрҙең аралашыу майҙаны булған Интернет селтәре бының өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Уйындарҙа ҡатнашыусылар төрлө милләттән булған йәштәргә никахлашырға мөмкинме, етәксе вазифаһын ҡатын-ҡыҙмы, әллә ир-егет яҡшыраҡ етәкләйме, мәк­тәп­тәрҙә сығарылыш уҡыусы­ларына һөнәри йүнәлештә дә­рестәр инде­реү мөһимлеге кеүек үҙенсәлекле темаларға бәхәстәр ҡорҙо. Шуны билдәләргә кәрәк: дебатта ҡатна­шыу­сылар термин­дарҙы ла баш­ҡорт теленә тәржемә итеп сығыш яһаны.
– Ысынлап та, башҡорт телендә үткән дебат уйындары йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Форматы ла яңы һәм бик ҡыҙыҡлы: был осраҡта һәр йәш кеше өсөн телде яҡшы белеү генә түгел, ә әйтелгәндәрҙе шәхси фекерең, аныҡ ҡарашың менән нығытып, дәлил һәм миҫалдар килтереү, матур һөйләү ҙә мөһим роль уйнай. Телде өйрәнеү һәм өйрәнергә теләк булдырыу өсөн шәп ысулдарҙың береһе был матур сара, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты “Йәш гвардия” ойош­маһы етәксеһе Люция Юлуева.
Йәштәрҙә оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан финал уйындары ла лайыҡлы кимәлдә үтте. Һөҙөмтәлә был алышта чемпион дәрәжәһен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан “Көслө тамыр” командаһы алды. Икенсе урынға Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан “Етегән” командаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урында иһә – Нефтекама нефть колледжынан “Йәш гвардия” коман­даһы. Рәсүл Билалов иһә “Иң яҡшы спикер” исеменә лайыҡ булды. Сарала ҡатнашҡан һәм ты­рышлыҡ­тары менән еңеүгә өлгәш­кән маҡсатлы, рухлы йәштәргә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең? Ышаныслы аҙымдар менән алға бара “Аҫылташ”. Киләсәктә лә уларҙың ошо заманса аҫыл һәм рухлы юлында уңыштар юлдаш булырына ышанам.



Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567