Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » УРЫНЫНА ҠАРАП…
Йәшлегемдән, ысын мәғәнәһендәге журналислыҡ тормошом яңы баҙлай ғына башлаған дәүерҙән, бер ҡыҫҡа, ләкин бер фәһемле тарих иҫемдә ҡалған.

Республика күләмендәге ҙур кәңәшмә, ул киңәйтелгән тип белдерелгәйне, эшенә бар күңелен һалған хәбәрсенең ҡулын рәхәт ҡысытып, шул иҫәптән минең дә бу­ласаҡ репортажыма уңыш юрап, сағыштырыуһыҙ ҡыҙыу барҙы. Тура һорауҙарға аныҡ яуаптар бирелде, аныҡ булмағандары үҙенең артынан яңыларын эйәртте. Бәхәстәр тоҡанғыланы. Йөҙ ҡыҙа­рыуҙар ҙа йәшереп ҡалына алманы – күптәргә тәнҡит һүҙҙәре эләкте. Һөҙөмтәлә тармаҡтағы күренеш аяҙ төҫмөрләнде, һәм был киң мәғлүмәт сараһы вәкиле өсөн көтөлмәгән бүләк ине – әллә ни йыш булмай ундай хәл. Ә һәйбәт материал өсөн рәсми мәғлүмәттәр генә әҙ, етмәһә, улар былай ҙа киң билдәле – ҡырҡ бел­дерелгәнде ҡабатлауҙан тапшырыуыңдың бәҫе ҡабармай. Шиңмәһә әле…
Ҡыҙыу тиһәм дә, рәйеслек итеүсе, ошо оло вазифаға тиклем оҙон, ҡатмарлы хеҙмәт юлы үткән кеше, быны мин ул ваҡытта ла яҡшы белә инем, үҙен һоҡланғыс ипле, тыныс тота, мәле-мәле менән хатта урынында ойоп киткәндәй тойола. Ләкин тәжрибәле зал ысынында былай түгеллекте арыу белә – уяу ул түрә, хәтәр уяу. Һәм был раҫлана ла: сираттағы оҫтарған сығышсы тоноҡ проценттар, дөйөм һүҙҙәр менән, эйе, ойотоп һалһа ла, уға ваҡыт-ваҡыт айыҡ, теүәл һорауҙар бирә, нимәнелер өҫтәй. Алдындағы ҡағыҙҙарҙан кәрәкле һандарҙы ярты һирпелеүҙә, гүйә, керпектәре менән генә йәбештереп ала ла, хисаптың талғын ағышын конструктив яҡҡа үҙгәртә, тыңлаусының ҡарашына яҡынайта, гүйә, күҙлектәрҙең үткерлеген арттыра. Болғансыҡ һыу өҫтөндәге күбек ян-яҡҡа таратып ебәрелә, бынан төптәге мүк баҫҡан таштар сырамытыла.
Кәңәшмә тамамланыу менән уның яғына табан өтә баҫтым – хәҙер генә “тотмаһам”, башҡаса мөмкинлек һис булмаясаҡ.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле!
Кемлегемде, ҡайҙан икәнемде иғлан иттем дә өс минутлыҡ комментарий әйтеүен үтендем.
– Нимә ҡыҙыҡһындыра һуң? – Ихлас йылмайҙы, әйтерһең дә, әле генә бәғзе арҡаларҙан тир йылғалары ағыҙған көсөргәнешле һөйләшеү үткәрмәгән, ә диңгеҙ буйында ялда осрашҡанбыҙ, йөҙө лә көньяҡ ҡояшынан ғына ҡуйы ҡыҙарған.
– Етешһеҙлектәр тураһында ҡаты ғына әйтелде бит, шуларҙы ҡыҫҡаса һөйләп бирһәгеҙ ине. – Микрофондың шнурын тағатып, диктофонға тоташтырҙым.
– Ә, юу-уҡ… – Хужа, күҙ алдында инде бөтә төҫтәре менән сағыу балҡыған бөйөк репортажымдың яҙмышын ҡапыл болот бөркәндереп, шулай тине. Башын сайҡаны, бите ҡыҙыллығынан тағы ла буҙара төшкән ҙур төйөнлө галстугын уртағараҡ шылдырҙы. – Улай бармай, ҡустым…
Ниңә бармайҙыр инде?.. Барырға тейеш тәһә: матбуғат ирке тыйылған совет осоро күптән тамам, йәмғиәт дөрөҫ мәғлүмәткә хоҡуҡлы. Ул саҡта ла, хәйер, тәнҡит булманы түгел.
Быларҙы һорап өлгөрмәнем – ағай, сәғәтенә ҡарап алды ла:
– Бында – бер нәмә, – тине, – эфирҙа икенсерәк булһын барыбер ҙә. Әйҙә, ҡабыҙ! – Ул заманда беҙ тотонған өлкән, ауыр, уның ҡарауы, өҫтөндә кирза итек кейеп бейеһәң дә ватылмаҫ, легендар магнитофон – ҙур алты батарейканан эшләгән, кассеталы “Репортер-7”гә ымланы.
Дипломатик тел менән, ләкин хаҡлыҡҡа хилаф ҡылмай, проблемаларҙы йоммай атап, әммә күңелгә ҡара хафа һалмай, ҡыланмай ғына, матур итеп һөйләп бирҙе.
Дөрөҫ эшләгәндер, тием, бөгөн килеп: һәр жанрҙың да бит – үҙ һүрәтләү ысулдары. Ғөмүмән, бөтә нәмә урынына ҡарап ҡына яйлы ла, уңайлы ла. Йәнә лә – мәсьәләләрҙе кешенең битен йыртмай ғына хәл итеү дөрөҫ тәһә. Айырыуса – ике йөҙлө булмағандарҙыҡы сыйылмаһын. Юғиһә хаслыҡтан өйөлгән ваҡ сүп тәрәнерәк сәнсеүсән.

ЮҒАРЫЛЫҠ НИГЕҘЕ

Балалар майҙансығындағы ҡомлоҡта күгәрсендәр аунашҡанына бергилкенән генә диҡҡәт ҡылдым. Бына ғәләмәт: осар ҡоштар бит әле үҙҙәре, шиғырҙан шиғырға образ рәүешендә күсә торғас, ярайһы юғарылыҡҡа менгәндәр, һәр хәлдә, мөхәббәттә тоғролоҡ билдәһеләр, ә яп-ябай сыбар тауыҡтай ятып уҡ алғандарсы… Оятһыҙлыҡ был, кәмендә генә алғанда ла. Хәйер, ҡала күгәрсене шулай түбәнһенеп бөттө хәҙер.
Ҡанаттары иркен йәйелгән. Шул таралыш хәлендә булғандары арҡаһында ла шундуҡ салынмағандар инде бая күҙгә, юғиһә тротуарҙа, аяҡ аҫтында, ҡымйышҡандарында, араларынан эләгә-ҡолай атлағаныңда, бар, күрмәй ҡара… Ҡыҙыу холоҡлолар асыуланып тибеп тә ебәрә, ләкин файҙаһыҙ – тәрбиәһеҙлек көслө. Ауылдан сыҡҡан кешеләр аптырап баш сайҡай – ауылдағы ошондай уҡ ҡоштар, ни тиклем ас булмаһын, бер ҙә былай өҫкә менеп килмәй ҙәһә.
Быларҙың арҡаларында аҡһыл уйымдары бар. Арыраҡ та урынлашҡандар икән, байтаҡтар. Юлдағылар ише талашмайҙар ҙа – һы, килде тыныс тормош.
Ултыра торғас, ҡараш яҡындағы ҡоролмаға төшә. Ә-ә, эш ана нимәлә булып сыҡты: тимәк, былар шунда йәшәй – өйлөләр, тәрбиәлеләр. Хәстәрлекле хужалары бар. Урам һәптәндәре түгел. Туҡтар. Баҙар янында симешкә сүпләп йөрөргә кәрәкмәгәс, яталар инде ҡомда ҡыҙынып, яҙмыш рәхименә кинәнеп.
Тамаҡ туҡ икән, тәртип тә һәйбәт. Кешеләр йәмғиәтендә лә күпселектә шулай.

ЭШЕҢДЕ ХӨРМӘТ ИТ

– Берәй ҡайҙа бараһыңмы әллә?
– Юҡ, эштә булам.
– Матур кейенеп алғанһың да, шуға һорайым.
– Эшемә хөрмәтем йөҙөнән был.
Дөрөҫө әйтелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545