Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт төбө – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт
Хеҙмәт төбө – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәтҠайһы саҡта осраҡлы танышлыҡтың да тормошҡа үҙенсәлекле йәм, мәғәнә индереп ебәреүе ихтимал. “Нур” татар драма театры актрисаһы Миңленур Сәйетова-Ғиззәтулина менән тап шулай булды. Хәйер, тәүге тапҡыр әңгәмәләшкәндә был сибәр, күркәм ханымдың сәхнә йондоҙо икәнлеген белмәй ҙә инем. Әммә унан килгән ыңғай ҡеүәт, дәрт-дарман арбағыс көскә эйә, эргәһендә кем генә булһа ла, тиҙ арала иғтибар үҙәгенә әүереләсәген һис инҡар итеп булмай.
Миңленур ихлас әңгәмәсе булып сыҡты – тәүге минуттарҙан үҙенең тәбиғилеге, асыҡлығы менән хайран итте. Ни генә тимә, актриса булып тыуыу кәрәк шул! Йә сәхнә түренән кешеләргә бүләк итерлек көс-ҡеүәтең бар, йә юҡ тигәндәй... Башҡаса мөмкин түгел. Әммә Миңленур Сәйетованы актриса булараҡ ҡына һүрәтләһәк, һис тә килешмәҫ ине. Геройым менән күберәк аралашҡан һайын, күп һанлы тамашасылары, таныштары уйлап та бирмәгән, күҙалламаған бихисап үҙенсәлекле сифаттарын астым. Һөнәри эшмәкәрлеге менән бер рәттән ифрат донъясыл, уңған хужабикә, һәр яҡтан килгән ҡатын-ҡыҙ ҙа булып сыҡты Миңленур.


– Тормош нигеҙе – бала саҡта, тиҙәр...
– Ҡәҙимге ауыл ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуғанмын. Күмәк үҫтек, күңелле лә, ҡыҙғаныс та мәлдәр булды – тормош бит. Атай менән әсәй фермала эшләне, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар. Тормош мәшәҡәттәре, балаларҙың ығы-зығыһы тип зарланғандарын иҫләмәйем – ауылда ҡуйылған концерттарҙа күмәкләшеп сәхнәгә сыға инек, йортобоҙҙан йыр-моң өҙөлмәне. Бер Яңы йылды ла Ҡыш бабайһыҙ, Ҡарһылыуһыҙ ҡаршыламаған­быҙ­ҙыр – ғаиләбеҙҙә был хаҡта мотлаҡ хәстәрлек күреп, өлкәндәр күркәм байрам ойоштора ине.
Атайым моңло тауышлы, дәрт-дарманлы булды (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мәрхүм инде). Әсәйем иһә аяҡ осона баҫып, еңел генә итеп өҙҙөрөп бейеһә, арбалғандай ҡарап ултыра торғайным. Апайым Фәнирә Сәйетова ла ижади күңелле – Кушнаренко ауылында йәшәй, өс тиҫтә йылға яҡын халыҡ театрында уйнай. Әйткәндәй, улы Альберт Шәрәфетдинов шулай уҡ ижад юлын һайланы, бер сәхнәлә уйнайбыҙ.

...Телевизорҙан концерт-спектаклдәрҙе йотлоғоп ҡарай торғайным. Алла Пугачева уйнаған “Женщина, которая поет” нәфис фильмын күргәндән һуң, “мотлаҡ артист буласаҡ­мын” тигән хыял менән яна башланым. Ғаи­лә­лә төпсөк, иркә бала булғанғамы, ынты­лыу­ҙарыма ҡаршы торманылар, ауыл-район сәхнәләрендә лә йыш сығыш яһаным. Ләкин, мәктәпте тамамлар ваҡыт еткәс, атай менән әсәй “етдиерәк” һөнәр һайлау кәрәклеген, “уйнап-йырлап” ҡына тамаҡ туйҙырып булмая­са­ғын төшөндөрөргә тырышты. Һөҙөмтәлә мин, хыялымды бер аҙ ауыҙлыҡлап тороп, Куш­наренко һөнәрселек училищеһына тегенсегә уҡырға индем.
Хәйер, өс йыл эсендә бик матур итеп тегергә өйрәнһәм дә, ултырып эшләй торған һөнәр минең өсөн түгел икәнлеген үҙем генә түгел, уҡытыусыларым да аңлағандыр, моғайын. Училищела уҡый башлау менән барлыҡ ижади түңәрәктәргә яҙылдым, бейенем, йырланым, йәштәштәремдең художество етәксеһе булдым тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Район мәҙәниәт йортондағы драма түңәрәгендә шөғөлләнергә лә өлгөрә инем.
Тегеүсе дипломын алғас, мине Өфөләге 8 Март исемендәге фабрикаға эшкә юлланылар. Урынлашып йөрөгән мәлдә Дүртөйлө ҡала­һында яңы ғына ойошторолған “Нур” татар театр студияһына актерҙар йыйыуҙарын, улар өсөн Өфө дәүләт сәнғәт институтында махсус курс асасаҡтарын ишетеп ҡалдым. “Ятып ҡалғансы – атып ҡал”, тиҙәр бит. Документтарымды тоттом да Дүртөйлөгә сығып киттем, сөнки хыялымдан баш тартырға йыйынмай инем!
Финә Латипова, Байрас Ибраһимов кеүек билдәле сәхнә әһелдәре ойошторған сара ине ул. Кеше күп. Бар ҡыйыулығымды туплап, оҫталығымды күрһәттем – йырланым да, бейенем дә, уйнаным да... Биш тиҫтәнән ашыу кеше икенсе турға үтте. Улар араһында мин дә бар инем. Баш ҡаланың Черниковка биҫтә­һендә үткәрелгән икенсе турҙа иһә 15 кеше генә һайлап алынды, шул иҫәптән мин дә. Был 1991 йыл ине...
Бына шундай урау юлдар менән килдем мин театр сәхнәһенә. Беҙҙең сығарылыш – Өфөләге “Нур” театрына нигеҙ һалған, уның йөҙөн һәм төп йүнәлешен билдәләгән тәүге ҡарлуғастар. Театрҙың әлеге бинаһы төҙөлгән­се, төрлө шарттарҙа ижад итергә, төрлө сәх­нә­ләрҙә уйнарға тура килде, әммә ауырлыҡтар беҙҙе сыныҡ­тырҙы ғына, күрәһең. Йәш­лек дәрте, заман үҙгәреш­тәре шауҡымы менән фә­ҡәт алға ынтылып, яҡшы­ға өмөтлә­неп йәшәгәнбеҙ, шуға ла уңыштарға өлгәш­кәнбеҙ тип әйтә алам, бөгөнгө бейек­лектән ҡара­п.

– Ғүмер юлын яңы­нан һайлау мөм­кин­леге бул­һа, барыбер сәхнә тип ашҡыныр инең, ти­мәк?
– Әйткәндәй, кейәүгә сыҡ­ҡас, ирем, минең тегер­гә әүәҫлегем барлығын белеп, затлы япон теген ма­ши­наһы бүләк иткәйне. Донъя­быҙҙы ҡорғанда, тормош көткәндә, һис шикһеҙ, ҡулыма йәнем теләгән тауар киҫәген алып, үҙемә оҡ­ша­ған күркәм әйбер тегеү­ҙең бер хи­лафлығын да күр­мәйем. Театр костюм­да­ры тегергә заказ биргәндә лә фекеремде ет­­керәм, сөнки был эштең нескәлектәрен бе­ләм. Ҡыҫҡаһы, нимә эшләй белһәң дә – фай­ҙаға ғына. Ҡатын-ҡыҙ тилбер, уңған булырға тейеш.
Театр иһә – минең тормош рәүешем, илһам сығанағым. Сәхнә менән йәшәйем, ижад менән тын алам. Спектаклдә уйнағандан һуң тамашасылар ихлас алҡышлаһа, залдан килгән ыңғай энергияны бар күҙәнәгем менән тоям, ошонан дәрт-дарман йыям, көс туплайым.

– Әммә тормош көтөү өсөн уйнап-йырлап ҡына йәшәү етмәй шул...
– Тулыһынса килешәм. Әлдә ауылда тыуғанмын да хеҙмәт тәрбиәһе биргән уңған ғаиләлә үҫкәнмен, тип ҡыуанып ҡуям ҡайһы саҡта. Мин бер эштән дә баш тартмайым. Хат­та белмәгәнерәк ғәмәлгә тотонһам да, өйрәнәм, барыбер уйлағанымды еренә етке­рәм, һөҙөмтә булғансы көс һалам. Уңышһыҙ­лыҡтан ҡурҡмайым.
Аллаһ Тәғәлә эш-һө­нәр генә түгел, ғаилә бә­хете биреүенә лә ҡыуа­нам. Ирем Рөстәм – ижади мөхиттән йыраҡ кеше, яуаплы вазифа биләй, әммә төрлө холоҡ-фиғел­ле булыуыбыҙ беҙҙе яҡы­найта ғына. Иң мөһиме – ул һөнә­ремдең үҙен­сәлек­тәрен аңлап, тормош юлында терәк булып, ауыр саҡтарҙа иңен ҡу­йып, ғаиләбеҙҙең карабын алға әйҙәгән, матди то­то­роҡлолоҡто тәьмин иткән кеше. Ҡыҫҡаһы, ысын ғаи­лә башлығы. 18, 11 йәш­лек Динислам һәм Данияр исемле улдары­быҙ бар. Балаларым – бауыр ите, улар өсөн йәнем­де лә йәллә­мәҫ инем.
Театрҙан азат минуттарымда яҡындарымды тәмле аштар менән һый­ларға, күңелдәрен күрергә тырышам. Йортомдо, баҡ­самды яратам, сөнки бында барыһы ла мин телә­гән­сә, уйлағанса, үҙемдең ҡулым менән булдырыл­ған. Сәнғәт донъяһы­нан бер аҙ ситләшеп тороп, көндәлек мәшә­ҡәттәргә сумыу, донъяны теүәлләү ҙә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек бирә.

– Шуға күрә һинең иҫ китерлек шәп баҡсасы икәнлегеңә һис аптырамайым.
– Ер кешеһе бит мин, ауыл балаһы. Ҡала фатирында тыным тарыға, һауа етмәгәндәй тойола миңә, шуға күрә ҡала ситендә йәшәүемә ифрат шатланам. Шау-шыулы Өфөнән, театр­ҙан арып-талып ҡайтҡас, бындағы һиллектә күңелем ял итә, әммә диванға һуҙылып ята белмәйем, бер урында тик кенә ултырыу минең өсөн түгел. Өйҙәге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе теүәлләү менән бер рәттән ерҙә эшләү, тупраҡ йылыһын тойоу, сәскән орлоҡтарҙың шытып сығып, үҫеп китеүен, аҙаҡ емеш биреүен күреү миңә көс-дәрт өҫтәй. Йәшәү йәме – хәрәкәттә. Ә хәрәкәттә – бәрәкәт: ни тиклем үҙемә ҙурыраҡ маҡсат ҡуйып, күберәк эшмәкәрлек күрһәткән һайын, шул тиклем ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек алам.

– Һәүәҫкәр баҡсасы булараҡ, һин үҫтергән ҡайһы бер үҫемлектәр ҡәҙимге ҡалыптарға һыймай ҙа һымаҡ.
– “Булғас – булһын сифатлыһы, яҡшыһы” тигән инаныуҙан сығып эш итәм. Ғөмүмән, шундай һыҙатым бар – мине ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша яулап алынған уңыш ҡыҙыҡһындыра. Баҡсаны ғына алайыҡ. Кишер менән һуған, помидор, ҡыяр үҫтереүҙе ҡатмар­лы эшкә һанамайым. Олоғара теплицам бар, бер ни тиклем тырышлыҡ күрһәтһәң, унда ба­ры­һы ла ишелеп уңа (йылмая – авт.). Ә бына ландшафт дизайны – башватҡыс. Йор­то­боҙҙо төҙөп бөткәс, был хыялымды ла тор­мошҡа ашырырға булдым. Үҙ ҡулыбыҙ менән быуа булдырҙыҡ, уны шартына еткергәс, ба­лыҡтар ебәрҙек. Һыуҙың эргә-тирәһен үҙемдең хыялыма ярашлы итеп биҙәй башланым. Дөрөҫөн әйткәндә, был – оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс, сөнки беҙҙәге климат шарттары ниндәй икәнлеген аңлатып тораһы түгел. Үлән-сәскәләр бер генә миҙгел күҙҙең яуын алып тора, ә ағас-ҡыуаҡтарҙы шартына килтереп, урынын уйлап ултыртырға кәрәк. Заман мөмкинлектәре үҫемлектәрҙе үҙең теләгән бейеклектә, формала үҫтереү мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән мамонтҡа оҡшаған күк шыр­шым, шарға оҡшаған бәләкәй миләш ҡыуағым һәм башҡа тәжрибәүи үҫемлектәрем менән ғорурлана алам. Ғөмүмән, баҡса фай­ҙалы хужалыҡ объекты булыу менән бер рәттән, йәнгә йәм биргән күркәм ер булырға тейеш, тип уйлайым.
Өйҙә иһә һәр миҙгелде йәшеллек менән йәмләп, күҙҙең яуын алып торған ҡышҡы баҡсам бар.
– Ижадыңа табынғандар, һине нәзәкәтле, сибәр ҡатын-ҡыҙ тип танығандар шәп баҡ­сасы ғына түгел, тәжрибәле ҡош ҡараусы икәнлегеңде лә белһә, бөтөнләй хайран ҡалыр әле...
– Был да минең хобби, күңелгә ятҡан шөғөл! Бер шулай таныштарҙа аяҡтарына йөнтәҫ “ойоҡ” кейгән эре кәүҙәле, һалмаҡ ҡына баҫып йөрөгән нескә “алҡалы”, бейек “кәпәсле” әтәс-тауыҡтарҙы күреп иҫем китте. Баҡһаң, Брама тоҡомло ҡош-ҡорт икән. Иттәре мул, йомортҡа һалалар, талымһыҙ ҡоштар. Ҡарап тороуы ла күңелле – үҙенә күрә йәмдәре бар... Ҡыҫ­ҡаһы, башыма шәп идея килде – ә ниңә миңә лә аҫрап ҡарамаҫҡа? Яҡындарымдан кәңәш һорағас, тәүҙә аптырап ҡалдылар, хатта бер аҙ ҡаршы булдылар. Шунан инде: “Миңленур алдына алғас ҡуймаҫ”, – тип ҡул һелтәнеләр. Үҙем автомобиль йөрөтәм бит – ҡоштарҙы ба­рып һатып алдым, яңы ҡоролған ояға урын­лаштырҙым. Уларҙың ите, йомортҡаһы булыу шәп, әлбиттә, әммә тәүге сиратта, был ҡоштар – күңелем талабы, миңә улар менән булышыу ҡыҙыҡ. Тауыҡ аҫрап, бер аҙ тәжрибә туплағас, бүҙәнәгә ҡыҙыҡтым. Бәләкәй генә ҡоштарҙың йомортҡаһы ифрат файҙалы, итен дә тәмләт­кестәр менән ҡурырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ми­нең “ҡошсолоҡ фермаһында” бүҙәнәләр ҙә бар хәҙер.
Шөғөлөмдөң тәрбиәүи сифаттары ла юҡ түгел. Улдарым ярҙамлаша икән, беренсенән, улар эшкә өйрәнә. Икенсенән, тере йән менән ҡыҙыҡһынған балала изгелек, ғәҙеллек кеүек сифаттар уяна, ул үҙен генә уйламай, башҡа­лар өсөн яуап бирергә лә өйрәнә.
Әммә башымда сираттағы идея тыумаһа, яңы маҡсат менән янмаһам, тормошомдоң ҡы­ҙы­ғы бөтә. Быйыл бер таныштарҙың баҡ­саһында ғорур баҫып йөрөгән ҡоштар батша­бикәһе – тауисты күреп, ифрат ҡанатланып ҡайттым. Ә ниңә аҫрап ҡарамаҫҡа? Ҡоштоң йомортҡаһын һатып алып, йорт инкубаторында сығарып ҡарарға мөмкин, баҡтиһәң. Әммә тәүге ынтылыштарым бушҡа булды – һөҙөм­тәгә өлгәшә алманым. Шулай ҙа маҡсаттан да баш тартманым – себешен алып аҫрайым.

– Театр сәхнәһен биҙәргә лә, донъя көтөргә лә, ғаилә тип йәшәргә лә өлгөрәһең, афарин! Һәр кемдең хәленән килмәй был ғәмәл...
– Тиктормаҫлығым, ныҡ сәмле булыуым алға әйҙәй мине. Девизым шундай: бөгөнгө көн менән йәшәйем, әммә алға ҡарайым. Йәш, дәртле сағымда теге хыялымды, был теләгем­де тормошҡа ашырғым килә, төрлө башланғыс­тарҙан, яңылыҡтарҙан ҡурҡмайым, киреһенсә, берәй идея менән яна башлаһам, уның эсенә башкөллө сумам, ғәмәлгә ашырыу юлдарын барлайым.
Һылыуланып, буянып-төҙәнеп, диванда телевизор ҡарап йәки компьютер алдында ултырып көн уҙғарыу – минең өсөн ят шөғөл. Бындай көн – бушҡа сарыфланған көн. 24 сә­ғәт­те ифрат файҙалы итеп үткәрергә, образлы итеп әйткәндә, теләгән саҡта тауҙы аҡтарырға, хатта Айға менеп төшөргә лә мөмкин тип иҫәп­ләйем, бының өсөн алға ынтылырға, бәрә­кәтле хәрәкәт итергә кәрәк.
Хеҙмәттәштәремә килгәндә, театрҙа һәләт­ле, уңған сәхнә әһелдәре эшләй, һәммәһе са­ғыу шәхес, һәр ҡайһыһының үҙ урыны, амплуа­һы бар. Әммә үҙ-ара һау көнәркәшлек мотлаҡ кәрәк: был да кешене дәртләндерә, алға ынты­лырға, тағы ла уңышлыраҡ образды табыу өсөн эҙләнеүҙәргә этәрә.
Тағы бер бәләкәй генә, әммә мөһим серем бар – ул да булһа матурлыҡҡа баш эйәм. Шуға ла үҙемдең тормошомдо күркәм уйлы кешеләр, матур эштәр, яҡты маҡсаттар менән тулыландырырға тырышам, ошо ынтылыш миңә көс һәм дәрт бирә.

Беҙҙең белешмә

Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт ин­ститутының “Нур” татар драма театры өсөн махсус йыйыл­ған тәүге төркөмөн тамамлаған. Театрҙа 1993 йылдан уйнай. “Наурыҙ” халыҡ-ара театрҙар, “Театр яҙы” республика фестивале лауреаты, “Актер йыры-1996” конкурсы еңеүсеһе.
Сәхнәлә биш тиҫтәгә яҡын роль уйнаған. Улар араһынан Н. Асан­баевтың “Һыу юлы” спектаклендә Зәмзәбикә; Х. Ирғәлиндең “Ҡул­дарымда турғай” спектаклендә – Хәбибә; Т. Миң­­нул­линдың “Ҡулъяулыҡ” драмаһында – Әминә, ошо уҡ авторҙың “Алты ҡыҙ”ында – Гөлсимә, “Әсәй­ҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклен­дә – Валентина; Х. Ибраһимовтың “Баш­ма­ғым” ко­ме­дияһында Йыһан; К. Гальдониҙың “Шайтан ҡотортто” комедияһында Марианна, Д. Сәлиховтың” Ҡатын түгел – аждаһа” спек­таклендә Юлбикә һәм башҡа сағыу образдар Миңленур Сәйетованың һөнәри оҫталығын иҫбатлаған төрлө пландағы ролдәр булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545