Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштоң һәр мәле ҡәҙерле
Районыбыҙ яҙыусыларының яңынан-яңы китаптары донъя күреүе — һәр ҡайһыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ. Беҙ уларҙы көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Ошо көндәрҙә Учалы районының Ураҙ лицейында Әҡлимә Сафинаның “Күрше хаҡы” китабының исем туйы булды.


Лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, мәшә­ҡәт­ле ауыл тормошонда ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт табыу – үҙе үк ҡа­һарманлыҡ. Әҡлимә Ғиззетдин ҡы­ҙының әҫәрҙәре тормошсан, халыҡсан, бай тел­ле, уҡыусыны ҡыҙыҡ­һын­дыра, ышандыра. Уның “Йәйғором — зәңгәр күҙем”, “Өҙөлгән моң”, “Освенцим тот­ҡоно”, “Сә­фәрем – тыуған төйәгем”, “Яҙ­ҙар кө­тәм”, “Йә­шәү йәме”, “Алъяп­ҡыс­лы малай”, “Их, йә­шәй­һе ине!..” һәм башҡа ки­таптары донъя күр­ҙе. Бы­нан тыш, автор-төҙөүсе булараҡ, Әҡ­лимә Сафина “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме”, “Майҙан­дарҙа бил һынаша Учалы батырҙары”, “Учалылар Афған­станда. Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы...”, ишан Зәйнулла Рәсүлев тура­һын­да “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” исемле ҙур күләмле ижад емештәрен баҫтырып сы­ғарыуға өлгәште.
“Күрше хаҡы” исемле китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тендә быйыл донъя күрҙе. Ул үҫмерҙәр өсөн тәғәйен­лән­һә лә, повесть һәм хи­кә­йәләрендә кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ва­ҡиғалар, күңел кисерештәре өлкән быуын уҡыу­­сыларын да йәлеп итә. Йыйынтыҡҡа ин­гән “Их, йә­шәйһе ине!” тигән повесын алайыҡ. Тыумыштан ҡулы зәғиф Ай­һылыу, уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, яҡты хыялдар менән бына-бына оло тормошҡа аяҡ ба­ҫырға тор­ғанда, яман сиргә дусар була. Һөй­гәне Васи­лий­ҙың Сыктывкар ҡалаһынан килерен көтөп, ғүмеренең аҙағынаса ошо төҙәл­мәҫлек сиргә ҡаршы көрәшә. Әммә тормош шул тиклем аяуһыҙ...
Әҡлимә апайҙың “Изге мөхәббәт”, “Сабыр иткән — моратына еткән” әҫәр­ҙәрендә күп әсә­ләрҙең, йәш егеттәрҙең йөрәктәрендә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған Афған, Чечен һуғышы асыҡ яҡтыртылған. “Уларҙы тыныс күңел ме­нән, иламайынса уҡыу мөмкин түгел”, – тине бөйөк әсәләрҙең береһе Фәриҙә апай Фәсхетдинова. Әсә Афған һуғы­шынан һөйөклө улы Илгизде көтөп ала, әммә ул ауырыу булып ҡайта. Бер кемгә лә кәрәкмәгән һуғышта башын һалған, унда булған ғәрәсәтте кү­реп ҡайтҡан егеттәрҙе, төн йоҡоларын йоҡламай ул­дарын көткән әсәләрҙе әҫәрҙәрендә тасуирлауына авторға ысын кү­ңелдән рәхмәтен еткерҙе Фәриҙә апай. Ә инде улына арнап үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттергәс, залда ултырған­дарҙың күҙ­ҙәре йәшкә сыланды.
Ҡайтһаң әгәр, ҡаршы алыр инем
Ҡулдарыма тотоп сәскәләр.
Машинаны уҙып китер инем,
Әгәр һине килә тиһәләр.
Төрлөһөнән йыйып гөлләмәмде,
Килеп баҫам ҡәберең янына.
Бер мин генә түгелеп иламайым —
Туғандарың һине һағына.
Ниңә шулай иртә киттең инде,
Яҡты донъяларҙы ҡалдырып?
Мәңге ҡайтмаҫ өсөн юғалдың шул,
Минең йөрәгемде яндырып.
Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы, етди тема­ларҙан тыш, юмор һәм сатираға ла мө­­рәжәғәт итә. Йыйынтыҡҡа ингән “Ельцин бабай алдамаҫ” хикәйәһе тап шун­дай­­ҙарҙан. Ябай халыҡ ил баш­лыҡ­та­ры­на шул тиклем ышанған, вәғәҙә­лә­ренең үтәлмәүен күҙ алдына ла килтерә ал­­ма­ған — автор уҡыусыға шул хаҡта оҫта итеп еткерә алған.
“Күрше хаҡы” әҫәренә килгәндә, пәй­ғәм­бәр өндәүенсә, күрше менән дуҫ, та­тыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, кире­һенсә, тик изгелек күр­һәтергә кәрәк. “...Берегеҙ ҙә йәннәткә кермәҫ, әгәр күршеләрегеҙ һеҙҙең яманлыҡтан ҡурҡ­һа”, — тигән ул. Ер һатып алғансы, күр­­ше һа­тып ал, тип бушҡа әйтмәй­ҙәр­ҙер, күрәһең. Ғү­мер уртаһына еткән, яңы ғына ғаилә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙар фәһем алһын өсөн ижад иткән кеүек Әҡлимә Сафина был хикәйәһен.
Ысынлап та, тормошобоҙ яҡшырған һайын күршелек, туған-тыумасалыҡ ке­үек изге хистәр артҡы планға күс­кән­дәй. Бейек-бейек тимер ҡоймалар менән уратылған йорттарыбыҙға бик­лә­неп, бер-беребеҙҙең хәлен белеш­мәй, бер-беребеҙҙе күрмәй йәшәүгә күнегеп киттек. Ә элегерәк тоҙ, шәкәр, сәйебеҙ бөтһә лә, күр­ше­гә йүгерә инек. Күршегә ҡунаҡ килһә, сәйгә саҡырып алыу йолаһы бар ине. Һуғым әҙерләү, ҡаҙ өмәләре, өй күтәреү йолаһы күрше-күлән, туған-тыумаса менән бергә баш­ҡарыла тор­ғай­ны. Хәҙер нимәһе үҙгәрҙе һуң? Изгелек, яр­ҙам итеү аҡса менән үлсәнә түгелме? Ошо темаға үҙенең тәьҫораттары, уй-фекерҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Фәриҙә Ситдиҡова уртаҡлаш­ҡан­дан һуң, ауылдың һәүәҫкәр артистары Ынйы Шәрипова, Лүзә Мөхәмә­ҙиева, Венера Һәүбәнова, Ғәзимә Хажиева, Флүрә Мөхтәсимова, Тәнзилә Мә­ғә­фүрова, Земфира Әйбәтова һәм уҡыусы ба­лалар ҙур оҫталыҡ менән әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте.
Сарала ҡатнашҡан Учалы яҙыусы­лар ойошмаһы вәкилдәре лә, Әҡлимә Сафинаның ижадына ҙур баһа биреп, изге теләктәрен еткерҙе.
“Рәсәй-1” телеканалы ойошторған “Зәңгәр ҡош” проектында ҡатнашып, финалға үткән йәш талантыбыҙ — Яңы Байрамғолдан Ләйсән Золотарева, Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө, уҡыусыларҙың сағыу сы­ғыш­­тары, лицейҙың музыка уҡытыусыһы Гөл­наз Шәйхетдинова, Рәсүл ауылынан Таңһылыу Ғүмәроваларҙың моңло йырҙары байрамды тағы ла йәмлән­дерҙе. Ошо күркәм кисәне ойош­тороуҙа ҡатнашҡан Ураҙ лицейы коллективына, “Ураҡсы ҡыҙ ” фольклор төркөмөнә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Мәҡәләне Әҡлимә Сафинаның “Өҙөлгән моң” хикәйәһендәге юлдар менән тамамлағым килә: “Эй кешеләр! Ҡунаҡ ҡына булып килгән донъябыҙҙың йәмен ебәрмәй, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, изгелек-иман менән генә йәшә­һәксе! Онотмайыҡ, иҫ киткес нескә һәм нәфис тә ғүмеребеҙҙең мәңгелек түгеллеген!..

Учалы районы,
Ураҙ ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567