Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйнағыҙ әле, гармундар!
Уйнағыҙ әле, гармундар! Күңелле йәшәй сәйетбабалар. Бынан тиҫтә йыл самаһы элек иң ҡалҡыу урынында асылған мәҙәниәт усағы ауылды йәмләп кенә ултырмай, ә халыҡтың күңелен имләүсе изге йортҡа әүерелде. Был бина йылдың бөтә миҙгелендә умарта күселәй гөж килеп тора. Бер бүлмәлә балалар шөғөлләнһә, икенсеһендә өлкәндәр “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһенең финал концертына әҙерләнә. Ә инде сәйетбабаларҙың район ғына түгел, республикала үткән төрлө йыр, бейеү фестивалдәрендә ҡатнашып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүе уларҙың уңышы, өҙлөкһөҙ хеҙмәте хаҡында һөйләй.

Сәйетбаба ауыл ветерандар советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролта­йы ағзаһы Закир Ишмырҙин иһә, шулай итәйек, былай итәйек, тигән ҡоро һүҙ һөйләп түгел, ә һәр эште үҙе башлап йөрөүе менән халыҡтың ихтирамына лайыҡ шәхес. Ауылдаштарын әүҙем­ләштереү, ялын файҙалы итеп үткәреү, төрлө шөғөлгә өйрәтеү, кәсеп итеү, көс һалып үҫтергәнеңде һатырға өйрәтеү кеүек фәһемле сараларҙы уйлап табып ҡына тора.
“Өләсәй баҡсаһы, олатай донъяһы”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип исемләнгән тамашалар йәштәргә оло быуындың хеҙмәтен, матур йәшәү өлгөһөн күрһә­теү булһа, Бал байрамы ла үҙенсәлекле ойошторолғайны. Был юлы иһә БАССР-ҙың 100 йыллығына һәм Әсәләр көнөнә арналған “Уйнағыҙ әле, гармундар” байрамы ауыл ғына түгел, барлыҡ ра­йон һәүәҫкәрҙәрен бер сәхнәгә йыйҙы.
Тамаша башланырға шаҡтай ваҡыт бар. Район үҙәге Красноусолдан килеп еткән Наилә Хәбибуллина менән Лилиә Саяхова ошондай сара үткәрелеүгә ҡыуанысын белдерҙе.
– Гармун бәләкәйҙән айырылмаҫ дуҫым булды, – ти Наилә ханым. – Кәйефем ҡырылып торған саҡта гармунымды ҡулыма алып һыҙҙырып ебәреүем була, күңелемдәге ауыр уйҙар һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға. Гармунсылар бәйгеһе була тигәс, ҡыуанып килдек.
Уларҙан һуң оло йәштәрҙәге ағай кү­ренде. Бурлы ауылынан Ғабдулла Абдрахманов ине ул. Иң өлкән гармун­сы. Уға 79 йәш. Район хужалыҡ­тарында колхоз рәйесе, инженер вазифаһын да башҡарған ул.
– Үҙемде белгәндән бирле ҡулымдан гармуным төшмәне, – тине ул, хәти­рә­ләр­гә бирелеп. – Дүрт улым да гармун­да яҡшы уйнай. Ә Илдус был шөғөлдө профессиональ кимәлдә үҙ­ләштерҙе. Бөгөн Себер тарафтарында ла ошо йүнәлештә йәштәргә белем бирә.
Ул арала байрамдың ойошто­роу­сыһы Закир Ишмырҙиндың үҙе менән әңгәмәләшеп алырға форсат булды.
– Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә төрлө мәҙәни кисәләрҙе, концерт-тамашаларҙы, мәжлестәрҙе гармун кеүек уйын ҡоралынан тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине, – ти ул. – Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки гармун моңон тыңлап, уйнап, йырлап-бейеп үҫкән быуын кешеһемен. Иҫ белә-белгәндән бирле ауылыбыҙҙа матур ғөрөф-ғәҙәт – йәштәрҙең киске уйындары ла гармундан башҡа уҙманы.
Байрам сәнғәткә һөйөү уятыу, баш­ҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау, йыр-моңға әүәҫ йәштәрҙе асыҡ­лау, дәртләндереү, оҫталыҡтарын үҫтереү, башҡорт халыҡ ижады аша әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолдо. Бәйгенең шарты буйынса ҡатна­шыусылар бер халыҡ, бер бейеү көйө башҡарырға тейеш. Уларҙың йәше һәм гармун төрө буйынса сикләү юҡ.
– Үҙегеҙ ҡасан гармунда уйнарға өй­рәндегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынам инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, һаман йәштәрсә теремек, еңел кәүҙәле ветерандан.
– Ун ике йәштә. Халыҡ араһында гар­мунда мунсала уйнарға өйрәнәләр тигән лаҡап йәшәй бит инде. Тәүге көй­ҙө мунсала сығарҙым. Шулай ҙа үҙем­дең гармуным булмауы ныҡ ҡыйын ине. Атайымдың алып бирерҙәй мөм­кин­леге юҡ, колхозда йүнле эш хаҡы түлә­мәйҙәр. Шуға ла эшләй башлаһам, иң тәүҙә гармун аласаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым. Стәрлетамаҡ ҡалаһын­да училищены тамамлағас, беренсе хеҙмәт хаҡына “Беларусь” тигән гармун алдым. Армияла хеҙмәт иткәндә һәр ваҡыт гармунда уйнай торғайным.
Уңған кеше бөтә ергә лә өлгөрә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Закир ағай балаларында ла сәнғәткә мөхәббәт тәрбиәләп үҫтергән. Өфөлә үткәрелгән “Тальян гармун” байрамдарында ғаилә­һе менән сығыш яһап, халыҡты һоҡ­лан­дыра. Хәҙер Закир ағайҙың төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәләп гармуны бар. Бөгөн улы Таһирҙың был шөғөлдө үҙ итеүенә ҡыуанып бөтә алмай бәхетле атай.
Электән Сәйетбаба гармунсылары менән дан тотҡан. Мәҫәлән, 1785 йылғы ир-уҙаман Хөбөтдин Мырҙаҡаев француз яуынан гармун алып ҡайтып, үҙе уйнап, ауылдаштарын хайран ҡалдыр­ған. Бөйөк Ватан һуғышына гармун уйнап китеүсе Мәхмүт Байбулдинды, һуғыш яланында привалда билдәле йырсы Клавдия Шульженконы гармунда уйнап йырлатҡан Ҡаранйылға ауылы егете Барый Ғәзизовты, ветерандар Сахый Исхаҡов, Ғәйетхан Фәйрузов, Әмир Мәүлетҡолов, Юнир Шәйәхмәтов, Аллабирҙе Хызыров, Әхәт Ғәлин, Әхмәт Юлдашев, уларҙан йәшерәк быуын Уҫман Ғәзизов, Ғәле Сәғәҙиев, Марат Мөхәмәтдинов, Рима Латипова һәм башҡа бик күптәрҙе хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлай ауылдаштар.
...Сәхнәнән гармун моңо түгелә. Ҡайһылай танһыҡ! Талғын йыр көй­ҙәрен бер аҙҙан дәртле бейеү моңо алмаштыра. Оҫталар ҡулында сихри көй бөрккән ошо уйын ҡоралы залда­ғыларҙы берсә уйға һалды, күңел түрҙәрендә ойоп ятҡан хәтирәләрен яңынан тергеҙеп ебәрҙе.
Ғабдулла Абдрахманов атаһын һуғышҡа оҙатҡан саҡта уйнаған көйҙө уйнап ишеттерһә, Наил Хызыров “Кил, иркәм” йырын үҙе уйнап, үҙе йырлап халыҡты ҡыуандырҙы. Бер туған Флүр, Фәрит, Фәрих Фәхриевтәр – Ҡаран­йылға егеттәре. Бөйөк Ватан һуғышы­нан ҡаты яраланып ҡайтҡан атайҙары Ғималетдин ағай ауырыу-һыҙланыуын гармун телдәре менән баҫыр булған. Иртә мәрхүм булған яугирҙең балаларына төп мираҫы – гармун. Егеттәр – бөгөнгө бөтә мәҙәни сараларҙың йәме.
Уларҙы хаҡлы ялға сығып тыуған ауылына йәшәргә ҡайтҡан Хатмулла Байбулдин, Закир Ишмырҙин, Сәлим­йән Түҙбәков, Әхнәф Суфиянов, Таһир Ишмырҙин алмаштырҙы. Бәйгелә ҡат­нашыусыларға дипломдар, аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Ҡара көҙҙөң болоҡһоу кисендә яң­ғыраған гармун моңдары тамашасылар күңелен оҙаҡ ваҡыт йылытып торор әле. Кем белә, бәлки, байрамда зиһене­нә халҡыбыҙҙың танһыҡ көйҙәрен һеңдергән балалар, йәштәр үҙе лә тиҙҙән ҡулына ошо серле уйын ҡоралын алыр.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545