Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт хан”ды уҡығыҙ
“Башҡорт хан”ды уҡығыҙ Халыҡ әйтеүенсә, ил етәксеһе – һауыт, ә халҡы – уның һыуы... Ошо һыуҙың ниндәй булыуы, ниндәй формала һаҡланыуы тик һауыттан ғына тора. Тимәк, халыҡҡа етәкселек иткәндәрҙең кемлеге билдәләй ҙә инде тотош милләтте.

Бына беҙҙең милләттең дә үткәне бөйөк һәм дәһшәтле булған кеүек, уның хандары, бейҙәре, ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдары, тархандарының да дандары ҙур. Уларҙың һәр береһенең йөрәген­дә милләт хәстәре ятһа, һәр бере­һе Сыңғыҙ хан, уларҙың уландары, ейәндәре, башҡа мәмләкәттең батшалары менән йә хеҙмәт­тәш­лек итеп, йә барымта-ҡарымталыҡ менән үҙ халҡы­быҙҙың именлеген булдырған.
Ә беҙ беләбеҙме һуң улар хаҡында? Кемдәр улар, нисәнсе йылдарҙа етәк­селек иткән, ниндәй дәһшәтле яуҙарҙа еңеп сыҡҡан?
Бына ошо һорау ҡуйылды ла инде Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, йәғни Йәдкәр Бәши­ровтың “Башҡорт хан” китабы ме­нән таныштырыу кисә­һендә. Йәд­кәр Әхәт улы – Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихы буйынса, Бөйөк Башҡорт иле, этник тамырҙар тураһындағы бер нисә ғилми-тарихи китап авторы. Был китабында ла ул Бөйөк башҡорт иленең барлыҡҡа киле­үе, урта быуаттағы башҡорт хан­да­­рының, бейҙәренең эшмәкәр­леге, төрки телле һәм уғыр ҡәби­лә­ләрен, ырыуҙарын бер башҡорт халҡына берләштереү тураһында тәфсирләп яҙа. Шулай уҡ бөйөк Башҡорт хан һәм уның нәҫеле ту­ра­һында эҙләнеп тә бик ҙур хеҙмәт туплаған ул.
Был китап тураһында фекер алы­шырға авторҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар килде. Уның барлыҡ әҫәрҙәренең дә рецензенты булған профессор, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, тарих фәндәре докторы Роза Буканова сығышында, Йәд­кәр ағайҙың илебеҙҙең ысын илһө­йәре, эшһөйәре булыуын билдә­ләп:
– Йәдкәр Әхәт улы әлегә тиклем бер ниндәй ҙә профессиональ тарихсы ҡағылмаған тарихи мәсьәләләрҙе күтәрә. Бынан бер тиҫтә йыл элек “Башҡорт­остан” гәзитендә “Башҡорт милләтенең дәүләтселеге булғанмы?” тигән һорауҙы биреп ҡараным. Әлбиттә, резонанс ҙур булды, әммә ул яуап­һыҙ ҡалды. Бик күп тарихсы­лар Башҡорт иленең дәүләте ­тураһында белһә лә, был һорауҙы күтә­рергә ҡурҡты. Заманаһы шулай ине. Ә бөгөн килеп инде, нисә­мә йыл үткәс, бө­йөк Башҡорт иленең дәүләте тура­һында Йәдкәр Әхәт улы китап яҙып сыҡты, – тине.
Ысынлап та, был китап йылдар буйы бөртөкләп йыйылған мәғлү­мәт­тәрҙән торған һәм ҙур хеҙмәтте үҙ эсенә алған. Был эште Спартак Ильясов та хуплап, һәр кеме­беҙгә тырышып тарихыбыҙҙы өйрәнеп, батырҙарыбыҙ, хандарыбыҙ, асы­лыбыҙ тураһында күберәк яҙып ҡалдырырға кәрәклекте бәйән итте.
Үткәнен белмәгән халыҡ килә­сәкһеҙ, тигәндәй, беҙҙең һәр беребеҙгә ошондай “Башҡорт хан”дарҙы уҡып, өйрәнеп, йәш быуынға еткерәһе бар әле. Ә Йәдкәр Бә­широв, китабын 50 йыл бергә ғү­мер иткән һөйөклө ҡатыны Фирҙәүес апай­ға бағыш­лаһа ла, бөгөн ул һәр кем­гә асыҡ, һәр кем аңлап уҡырлыҡ. Алығыҙ, уҡығыҙ ғына...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 395

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564