Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яралғанбыҙ донъяға Үҙебеҙ булып ҡалырға”
“Яралғанбыҙ донъяға Үҙебеҙ булып ҡалырға”Башҡорттар

“Беҙ большевиктар ҙа, меньшивиктар ҙа түгел, беҙ – бары баш­ҡорттар”.
Башҡорт шураһының
1-се фарманынан.

Ҡыҙылдар ҙа түгелбеҙ,
Аҡтар ҙа беҙ түгелбеҙ.
Башҡорттар беҙ, башҡорттар!
Беҙ һаман да үҙебеҙ.

Үҙгәрешһеҙ был оран,
Һаман да ул бөгөнгө.
Килмәй бер ҙә өмөттән,
Үҙебеҙҙән төңөлгө.

Азат түгел беҙ һаман,
Ирекле ил түгелбеҙ.
Хыялыбыҙ – азатлыҡ!
Маҡсатыбыҙ үлемһеҙ.

Аҡ яҡлы ла түгел беҙ,
Ҡыҙыл яҡлы түгелбеҙ.
Үҙебеҙ яҡлы бары беҙ!
Бөлөнгөс бар бүленгес.

Бүлдермәйбеҙ милләтте,
Беҙ һаман да бер бөтөн.
Беҙ һаман да башҡорттар!
Булмай беҙҙе өркөтөп.

Һаман да бит, һаман да
Кәрәк оран һалырға:
Яралғанбыҙ донъяға
Үҙебеҙ булып ҡалырға!

Үҙе була алғанға
Тейеш иң ҙур алҡыштар.
Халыҡ итеп тыуҙырған
Хоҙай яҡлы башҡорттар.


Бөтмәгәнбеҙ

Бер ҡайҙан да килмәгәнбеҙ,
Бер ҡайҙа ла китмәгәнбеҙ,
Яралғанбыҙ ошо ерҙә,
Һаман барбыҙ – бөтмәгәнбеҙ.

Йәннәт кеүек еребеҙҙе
Тиккә төйәк итмәгәнбеҙ,
Уны яҡлап, уны һаҡлап,
Тиккә ҡандар түкмәгәнбеҙ.

Йәлләдтәрҙән йәлләү һорап,
Шәфҡәт, аяу көтмәгәнбеҙ,
Баҫҡынсыға ҡол булам тип
Теҙләнмәгән, сүкмәгәнбеҙ.

Данлағанбыҙ батырҙарҙы,
Яманлап һүҙ әйтмәгәнбеҙ,
“Гулаг”тарҙа, барактарҙа
Тиккә михнәт сикмәгәнбеҙ.

Тоҡом тере! Ҡәүем иҫән!
Ҡырылһаҡ та бөтмәгәнбеҙ,
Азат булып етмәгәнбеҙ,
Көрәштән ваз кисмәгәнбеҙ!

Үҙебеҙҙең ғүмер өсөн
Яуаплылыҡ йөкмәгәнбеҙ.
Хыялдарға хыянат юҡ –
Маҡсаттарға етмәгәнбеҙ...


Ҡанун

Яңы халыҡ яһап булмай!
Ҡат-ҡат яһалмай өлөш,
Ҡат-ҡат яһалмай хазина,
Хоҙайҙан булғас килмеш.

Тик бер тапҡыр һәм һуң ҡабат
Яһалған намыҫ, выждан.
Яңы иман яһап булмай,
Өҫтөн ул беҙҙең аңдан.

Юғары ул тәғлимәттән,
Ғүмерле бар замандан.
Үҙгәрмәгән ҡанун ғына
Һаҡлай беҙҙе ялғандан.

Мәңге булған ҡиммәттәрҙе
Тәүфиҡлы ғына тоя.
Выжданға таянып тора
Бер ҡат уйланған донъя.


Милләт

Быуаттарҙан быуаттарға
Һуҙылып килгән сылбыр,
Ваҡыт аты дуғаһында
Сыңғырап килгән ҡыңғыр,

Уттан ҡалған, һыуҙан ҡалған,
Төшмәгән уға ҡырғын,
Туҡтамаған бер ағым ул,
Теймәгән уға торғон,

Өҙөлмәгән нәҫелебеҙ,
Юғалмаған ҡаныбыҙ,
Киҫелмәгән телебеҙ ул,
Мәртәбәле даныбыҙ,

Юғалмаған, әлегәсә
Һаҡланған ҡотобоҙ ул,
Йәнебеҙҙең сығанағы –
Терелткес рухыбыҙ ул,

Беҙҙе һаман бар итеүсе
Мәңгелек моңобоҙ ул,
Сылбырҙарҙы һуҙып килгән
Лайыҡлы юлыбыҙ ул.


Илем

Башҡортостан, һинән башҡа
Минең бүтән илем юҡ,
Бүтән төрлө ғәзиз тупраҡ,
Бата торған күлем юҡ.

Мин бит һинең, сығып китһәм,
Илап оҙатыр балаң.
Ҡайтып килһәм, ҡаршыларға
Әҙер бит тауың-далаң.
“Өф-өф” итеп тормаһа ла,
Өфөм ярата мине.
Барына ата, барына әсә
Уралым тарта мине.

Сыңғыр-сыңғыр сыңғыраған,
Мөңгөр-мөңгөр мөңрәгән
Көтөү-көтөү, өйөр-өйөр
Малымдан миңгерәмәм.

Ҡайҙа барһам да ашҡынып,
Атлығып ҡайтыр ерем,
Бар мөлкәтем, бар хазинам –
Һөйөклө башҡорт телем.

Ошо моңда моңайырға
Йәнем тәғәйенләнгән,
Эйәрләп сабып китергә
Илһамым эйәләнгән.

Түбәм күккә тейелер ер,
Башым эйелер ерем,
Шатлыҡтарым сөйөлөр ер,
Йәшем түгелер ерем.

Бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә
Була торған илем был.
Төшкән ерҙә таш шикелле
Бата торған күлем был.


Минең телем

“Торыйҡ-торый!” Күктә ауаз.
Минеке түгел, торнаныҡы.
Бер һүҙем дә минеке түгел,
Барыһы ла донъяныҡы.

“Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ!” Минеке түгел,
Һөрән-оран ҡаҙҙарҙыҡы.
Кейек телен кешенеке
Тиеп инде алдарлыҡмы?

Сутылдығы килә талдар,
“Һулҡ-һулҡ” итеп китә тулҡын.
Һыңар ташты ташлаһаң да,
“Былҡ-былҡ” итеп китә упҡын.

Һуҙып-һуҙып уйнай ҡурай.
Уйнай моңон тарихтыҡын.
Елдең көйөн көйләмәй ул,
Бәйән итмәй сарыфтыҡын.

Телем әйтә алмағанды
Һөйләй, ана, ялҡын теле.
Уттың телен минеке тиһәм,
Был донъяның мин һуң кеме?

Бер һүҙем дә минеке түгел,
Барыһы ла халыҡтыҡы.
Үҙләштереү мөмкин булған
Башҡорттағы байлыҡтыҡы.


Туған тел

Осорҙарҙы осорҙарға
Аса торған асҡысым.
Бикле торған йөрәгемә
Хистәрҙе астырғысым.

Асҡан һайын асыла барған
Сере бикһеҙ һандыҡ ул.
Һөйөклө ул, һәр саҡ ғәзиз,
Һәр ваҡыт та танһыҡ ул.

Күңелдәрҙе күңелдәргә
Астыра торған моңом.
Ишектәре һәр саҡ асыҡ,
Ябылмай торған аңым.
Быуындарҙы быуындарға
Аса торған тылсым ул.
Быуаттарҙан быуаттарға
Оса торған осҡон ул.

Йәнебеҙҙә һайрап торған
Рухыбыҙ ҡошсоғо ул.
Халҡыбыҙҙы йәшәтеүсе
Мәңгелек йырсыһы ул.


Ҡурай

Тамыр ебәргән еренең
Алған ул ҡеүәттәрен,
Сәскәләнеп, көпшәләнеп,
Ашырған ниәттәрен.

Ошо ерҙең ҡояшының
Нурҙарын һеңдергән ул.
Таҡыяларын бәүелтеп,
Ултырған елберләп ул.

Тулған айҙың тылсымына
Ҡойонған ул төндәрен.
Тыуҙырған тыуған ерендә
Тәбиғәт мөғжизәһен.

Көйләнгән ҡурай тауышы
Елдәрҙең көйҙәренә,
Һауаларҙың ағымына,
Гөлдәр бейеүҙәренә.

Һыу менән тулған үҙәндәй,
Моң менән тулышҡан ул.
Ҡурай менән башҡорт тындаш,
Яҙмышташ, тормошташ ул.

Онотмай ҡурай үткәнен,
Иҫләй тәрән тамырын,
Үҙен үҫтергән тупрағын,
Ямғырҙарын, йәйғорон.

Уйнай тиһәң, данлай ҡурай,
Батырҙарын хәтерләй.
Ҡорбандарын иҫкә ала,
Үткәндәрҙе тәфсирләй.

Бәйләп тора был мәҙхиә
Мәңгелекте мәл менән.
Ҡурай тиеп атала ул
Тулған өсөн ғәм менән.

Ҡурай моңонан көслөрәк
Ерҙә юҡ бүтән ҡорал.
Яулап ала донъя йәнен
Мөхәббәт иле Урал.


Ауаз

Ауаз һала икән, сабый тере,
Үле булып, тимәк, тыумаған.
Тулғаҡ тотоп тапҡан, көткән бала,
Тимәк, юҡҡа тыпырсынмаған.

Нурҙар һибә икән, ҡояш һап-һау,
Уның менән бер ни булмаған.
Тимәк, төпһөҙ упҡын төптәренә
Ул аумаған, күк убылмаған.

Тулҡын шаулай, тимәк, даръя тере,
Елдәр иҫән, иҫә, тулғана.
Тимәк, имен ер-һыу, аман һауа,
Тимәк, донъя әле тын ала.

Кешелектең көрәш майҙанында
Ауаз һалһа халҡым – башҡортом,
Беҙ йәшәйбеҙ, тимәк, беҙ теребеҙ,
Өнө тығылмаған хаҡлыҡтың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566