Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азат, Азамат, Байегет һеҙҙе көтә
Азат, Азамат, Байегет һеҙҙе көтә 23-24 ноябрҙә баш ҡаланың “Башҡортостан” концерт залында “Их, өс егет, өс егет...” исемле тамаша була.
Ҡылыҡтары һынды ҡатырған күҙлекле Бөжәнчикте хәтерләйһегеҙме? Тоҡанған матай кеүек сәхнәгә йүгереп сыҡҡан спортсы Сагидуллушканы онотмағанһығыҙҙыр? Хәҙер инде был егеттәр халыҡ һөйөүен һәм ихтирам яулаған ир-уҙамандар –
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров менән Алмас Әмиров. Һәм бына тиҫтә йылдар үткәс, был проект өр-яңынан баш ҡалабыҙ сәхнәһенә ҡайта.
Күптән түгел ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы үтте. Сәстәренә бер аҙ сал ҡундырып, бер нисә йәш өҫтәһәләр ҙә, йөрәктәре һәм күңелдәре менән һәр саҡ йәш һәм дәртле өс егет уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.



– Заманында “Их, өс егет, өс егет...” проекты юғары уңыш ҡаҙанды. Бы­ның сере нимәлә?
Алмас ӘМИРОВ:
– Ысынлап та, ул замандарҙа төрлө мәҙәни проекттар күп булһа ла, бер нисә йыл дауамында тулы залдар йыйған тамашалар аҙ ине. Беҙҙең проекттың уңышы иһә уның драматургик нигеҙле булыуындалыр, моғайын. Сөнки төрлө йүнә­лештә киңәйтелеүенә ҡарамаҫтан, сюжет бар. Унан һуң егеттәр, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, билдәле шәхестәр. Тамаша­сы­лар­ҙың уларҙы яңы образдарҙа күрә алыуы, шул уҡ ваҡытта күренештәрҙең йыр-моң менән үрелеп барыуы уңышҡа илткәндер тип уйлайым.
– Ә тарихына күҙ һалһаҡ...
Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ:
– Бик ҡыҙыҡ булды ул. Йәйге ялдан һуң театрға килеп, оперативкаға индек. Кемдер диңгеҙ буйында, кемдер ауылда ял иткән. Ихластан аралашабыҙ. Азамат ҡына етди күренә. “Бына егеттәр менән бер проект хаҡында уйлайбыҙ, ҡатна­шырға теләгең бармы?” – ти был. Иртәгә­һенә башланғысҡа “Их, өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет” тигән исем дә уйлап таптыҡ...
Алмас ӘМИРОВ:
– Егеттәр ярҙам һорағас, эшкә башкөллө сумыу шарты менән ихлас ризалаштым. Проектты театр менән берлектә башлап ебәрҙек. Башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн етәкселек менән һөйләшергә кәрәк ине. Дүртебеҙ йыйылышып, театрҙың ул саҡтағы етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшевкә керҙек. Сцена­рийыбыҙ тулыһынса әҙер түгел, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу, сәм бар. Дүртәүләшеп дәртләнеп, әллә нимәләр һөйләйбеҙ генә... Бары етәксебеҙ, ярай, егеттәр, тотоноғоҙ, тип әйтһен генә! Шулай, Хөрмәтулла Ғаззали улы фатихаһын биргәс, ныҡлап тотондоҡ.
– Ваҡыт үтеү менән был тамашаның эстәлеге һәм образдары үҙгәрҙеме?
Алмас ӘМИРОВ:
– Проект нисек бар шулай сәхнәгә сығасаҡ. Әлбиттә, тамашасылар ҙа беҙҙең менән бергә өлкәнәйә, бергә үҫә. Шуға ла яңы проектта барыһын да иҫкә тө­шөрөп, күңел асырбыҙ тип уйлайым. Бәлки, элекке кеүек өс сәғәт буйына йүгереп тә булмаҫ, шулай ҙа тырышырбыҙ инде.
– Рәсәй һәм республика эстрада­һының төп бәләләренең береһе – билдән түбән юмор. Кәметеп булмаймы шуны?
Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ:
— Миңә ҡалһа, һәр кем үҙенә оҡшағанды һайлай. Һуңғы йылдарҙа иман көсәйә. Шуға ла бындай күренештәр яйлап үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр тигән фекерҙәмен.
– Әлеге мәлдә командала кемдәр эшләй, кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
Алмас ӘМИРОВ:
– Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Рөстәм Хәкимов. Ә сәхнә артында тотош бер команда йүгерә – костюмерҙар, гримерҙар, монтажлаусылар һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт.
– Мәскәү продюсерҙары сит илдәрҙә барлыҡҡа килгән комеди-шоуҙарҙы үҙләштереп, ыңғай баһа­ланған яңы саралар үткәрә. Беҙҙә был йүнәлештә эшләү мөмкинлеге бармы, ғөмүмән, кәрәкме халыҡҡа бындай саралар?
Азамат ҒАФАРОВ:
– Халыҡ юморҙы яратып ҡабул итә. Мәҫәлән, “Урал билмәндәре”н алайыҡ. Халыҡ рәхәтләнеп ҡарай. Тимәк, шундай тамашалар кәрәк. Бер яҡтан ҡараһаң, тормош үҙе драмаға әйләнеп бара кеүек. Шуға гел генә драма йәки трагедия уйнап булмай бит инде. Көлкө, йыр-моңо ла кәрәк, тип уйлайым.
– Был проект менән район-ҡалаларға гастролдәргә сығасаҡһығыҙмы?
Азамат ҒАФАРОВ:
– Әлбиттә. Быға тиклемге проекттар менән бик күп райондарҙа булдыҡ һәм был юлы ла тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырасаҡбыҙ, Алла бирһә.
Алмас ӘМИРОВ:
– Төрлө ерҙәрҙә йөрөйбөҙ, шулай ҙа беҙҙең тамашасылар кеүек халыҡ аҙ. Нисек кенә булмаһын улар беҙҙең менән бергә тын ала, тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһына, ниндәйҙер яңылышлыҡтар булһа ғәфү итә. Бөгөнгө проектҡа килгәндә, яратҡан тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең менән бергә булһындар, ҡартаймаһындар.
Азамат ҒАФАРОВ:
– Тамашасыларыбыҙ беҙҙе һағын­ғандыр тип уйлайым. Барыһын да баш ҡаланың “Башҡортостан” концерт залында көтөп ҡалабыҙ. Һис шикһеҙ шатлан­дырасаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571