Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ШЫМАРАҠ ТА, ШЫМЫРАҠ ТА
ШЫМАРАҠ ТА, ШЫМЫРАҠ ТАБынан мин йыш үтмәйем – уңайһыҙ, ҡымйыулы, аҡай күҙле, асыулы һүҙле урын ул. Трамвай юлы ла тәгәрмәстәрҙе дығыр-дығыр килтерә, зитҡа тейә. Хәйер, аңларға була инде уны – көнөн-төнөн, тегеләй ҙә, былай ҙа, арҡыры ла, буй ҙа, ҡыя ла тапалыпмы-тапалғаны өсөн шулай шаулы, әммә ыңғай һөҙөмтәһеҙ ризаһыҙлығын белдерә булыр. Үҙеңә тейешлене генә башҡарһаң, рельс ҡына булып хеҙмәт итһәң ине лә бит, юҡ шул – йәйге селләләге себендәй һаман үрсегән автомобилдәр был турала уйлап та ҡарамай, йәмһеҙ мыжғышып, бер-береһен дошман күреп, яман ажғырышып, өҫтөңдән осалар, күкрәгеңде телгеләйҙәр генә.


Һуҡранһаң, киреһенсә, һине үк ғәйепләргә мөмкиндәр: “Нишләп ятаң бында һуҙылып!?” Ул ғынамы, трамвайымдың үҙенә юл бирмәйҙәр: йә ҡырҡып уҙалар – үҙҙәрен ғәләмәт мөһим эштәр ҡылып йөрөгәнгә сығаралар, йә алдына төшөп тығылышалар. Ҡаршыһына уҡ ынтылырға ла мөмкиндәр.
Ҡотолоп булмай бынан, түҙергә генә ҡала. Берәй матурҡайҙың да бит, һис кәрәкмәгәндә лә, ир-аттың юлын ҡыйғанын – коридорҙа төртә яҙып һулдан уҙыуын, шунда уҡ, алдынан ғына, был юлы инде ташыған ҡағыҙҙары менән ирекһеҙҙән ҡағыла биреп, уңға инеп китеүен тыштан ҡаш йыйырыуһыҙ кисерергә кәрәктер һәм шулай ителә лә – ирлек юғарылығыбыҙ нисә йәшебеҙҙә лә кәмемәһен, беҙгә күркәмлек өҫтәп, арта ғына барһын. Етмәһә, сағыштырмаса һирәк ҡабатлана бит әлеге ҡылыҡ, ә бында тәгәрмәстәрҙән ғүмер буйы иҙел әле…
Ауылдарҙа, тәрән тарихлыларында, ят нәмәләргә һуҡыр эйәреүһеҙҙәрендә, ир затына шул иҫәптән уның юлын быумау, һөйләшеп торған икәүҙең араһынан уҙмау ише ҡысҡырып тормаған, ләкин ситтән йылы диҡҡәтһеҙ ҙә ҡалмаған ихтирам, шөкөр, әле лә йәшәп килә. Ошоға өҫтәмә шаһит булынғанда күңел тантаналы талпына, тәүфиҡлының үҙенә ҡарата ҡояш сыуаҡлығы ҡалҡа, йөрәктә уның өсөн әллә ниндәй арыулыҡтар эшләү теләге урғыла. Ҡатын-ҡыҙҙы ишек асып үткәреү һымаҡ дөйөм ҡабул ителгән, яҙылмаған ҡағиҙәнән күпкә үрҙәрәктер был, сөнки яҡшылыҡҡа яҡшылыҡтың сағылышы, ҡайһы бер яһалма ҡанундарға бәғзе саҡтағыса күрһәтеүле буйһоноу, һәйбәт булып күренеү генә түгел.
Әле ошо туралағы һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙыу ниәтем юҡ, шулай ҙа әйтерем, ҙурҙан алғанда, шуға ауаздаш тип уйлайым – унда ла мәғәнә кешеләрҙең бер-береһенә әлеге яҙыуһыҙ мөнәсәбәтенә ҡағыла. Ҡайһы саҡ улар шул хәтлем ки нескә тим микән – хатта күңелдә лә йәһәт салынып бармайҙар, әммә күрә белгәндәр, һиҙгер йөрәклеләр, бай эске донъялылар, йомарт йәндәр белә лә, күрә лә, хаҡ баһалай ҙа.
Ниндәй хәлдә лә олпат юғарылыҡ һаҡлауҙы, эштәгеме, көнкүрештәгеме бәғзе өҫтөнлөктәрҙе яулайым тип, улары матди йәһәттән ныҡ кәрәктә лә бүтәндәргә таш һелтәүҙән тыйылыуҙы, шул бүтәндең тәбиғәттән иҫ киткес, бәлки, ҡабатланмаҫ та һәләтле булыуын, тик быны үҙ файҙаһына борорға теләкһеҙ-мөмкинһеҙлеген, күкрәк ҡаҡмағанын таныуҙы, етәкселәргә үҙен һерәйтеп йыш йөрөмәгәнен, әммә эшен бынамын башҡарғанын хөрмәт итеүҙе – күп инде, бөтәһен дә теҙеп бөтөп булмаҫ – бер һүҙ менән нисек атайыҡ икән? Кешелеклелек типтер, моғайын. Ҡайһылыр раҫланған ҡағиҙәгәме, кемдер ҡуйған телдән талапҡамы тура килеп етмәгән, осраҡлап ҡаршы ла килгеләгән, ләкин, дөйөм алғанда, яңылыҡ булған, ижади булған, прогрессив булған нәмәгә кәртә ҡуймау ҙа – ошо ифрат оло, гүзәл сифаттың бер көҙгөһөлөр.
Был турала йыш уйланам, шуның киреһен үҙем күргәндә йәки журналислыҡ яҙмышым башҡа кешеләрҙән ишеттергәндә, улар, рәнйеп, яһилдарҙың баҫмаҡлағанын, самалы һәләтленең ысын һөнәрмәнде эшкә өйрәтергә маташҡанын һөйләгәндә, күңелем болоҡһой, хазина урынын шулай ялтырауыҡтар оятһыҙ биләгәндә, йөрәгем һыҙлай, айырым осраҡтарҙың киләсәктә тотош күренешкә, бер-береһенә йоға-йоға, Хоҙай һаҡлаһын, ғәҙәтилеккә әүерелеүе ҡурҡынысынан йәнем тулай.
Ә трамвай юллы урам саты студент дәүеремдән әллә ни үҙгәрмәгән. Биш ҡатлы күрекһеҙ йорттарҙың береһе янынан боролорға ниәтләп дығырлағанда, быйыл булған үткеһеҙ көрт аръяғында, маңлай күҙемдән дә бигерәк күңел күҙем “Почта” тигән яҙыуҙы сырамытты. Ҡапыл йылдар тоноғонда бер ваҡиға баҙыҡланды, гүйә, һирәк асылған тартма эсенән юғалған фотоһүрәт текәлде.
… Ошо урынға яҡын туҡталышта сығыуым булды, берәү, танытмаһын күрһәтеп, билет таптырҙы. Үҙемдән саҡ ҡына олораҡтыр егет. Күҙлекле, шыма йөҙлө. Бит һыҙаттары нисектер ваҡ, осло, хатта ырғаҡлы тойолдо. Бәләкәс, төҫһөҙ күҙҙәре, мине ҡот осҡос енә­йәтселәй күреп, тишеп алып килә. Бындайҙар, ғәҙәттә, бер ҡаҙалһа, ысҡындырмай – арымай ҙа, ялҡмай ҙа.
Ә билет юҡ, туғандар…
Ике туҡталыш алдараҡ, мин ишеккә ҡыҫылғанда, лыҡын тулы ине трамвай. Балыҡ мискәһендәгеләй тығында кеҫәгә үрелгәнсе, өс тинде йонсоу сират аша тапшырғансы, уныһы, тар ҡағыҙ киҫәгенә әүерелеп, кире боролғансы, йылдам тыҡылдап, килеп тә етелде – ундай саҡта светофор ҙа йәшел яныусан бит. Ҡыҫҡаһы, алып өлгөрмәнем мин уны.
Вәт эләкте-е-м… Яҙылмаған этлек ҡанунының терелеге, көсөндәлеге йәнә раҫланды – гел түләгән бер тапҡыр билетһыҙ ҡалғайны, тикшереүсеһе һағалап та торған.
– Штраф! – тине контролер. – Өс һум.
Өс тәңкәне лә сығарып тоттора алмайым – булғаны икенән артмай. Бурысҡа баты­быраҡ йөрөгән мәлем ине. Алыр нәмәмде, бер дәрт иткәс, кешенән үтескә һорап булһа ла, алдым да ҡуйҙым шул. Ҡайтарыр ваҡыты ла йәһәт яҡынлашты. Ана шул аҡса тип киленде лә инде ошонда.
Аҙна тирәһе элек, шылтыратып, хәл-әхүәл һорашҡайным, әсәйем борсолоулы тауыш менән, гелдәгесә, башта матди хәлемде белеште.
– Һәйбәт! – тинем.
Стипендиянан мәхрүм түгеллегемде, уның баштағы ҡырҡ һумдан ошо семестрҙа иллегәсә күтәрелгәнен белә ул. Был яҡтан, һай, даланлымын – армияға барғас та айлыҡ түләү, ул “аҡсалата тәьминәт” тип аталды, ошоғасағы өс ярымдан ете һумғаса менде, бер йылдан инде, уныһы вазифам үҫтерелеп инде былай, егерме икегә үк мулыға башланым. Ә әле ара-тирә эшләштергәнемде әсәйемә белгерткәнем юҡ – эстән һыҙылып йөрөмәһен, даими түгел бит, нимәгәлер өҫтәмә аҡса хәжәттә генә дуҫтар менән тимер юл станцияһына барып, йөк бушатабыҙ.
– Әллә һалайыммы? – Һиҙгер йөрәк дө­рөҫлөктө самаламай ҡалманы барыбер ҙә.
– Юҡ-юҡ, бар әле, етә, – тинем, төрлөсә тынысландырырға ашыҡтым, сөнки шылтыратыуымдың сәбәбе һис кенә лә аҡса һорау түгел ине.
Уға мөмкин тиклем бәлә һалмаҫҡа тырышам мин, киреһенсә, инде үҙем ярҙам итер йәштәмен тип уйлайым, тик бына армияла йөрөү генә ваҡытты шылдыра бирҙе. Мәңге ярҙамлаша алмаҫымды белмәйем әле, университетты тамамлап, тәүге эш хаҡым ҡулыма төшөр-төшмәҫтән уның вафатын ишетерем алда.
Күпме генә юҡылдаһам да, аҡсаға мохтажлығымды ни тиклем генә йәшерһәм дә, егерме һум килеп төштө.
Тикшереүсе терһәктән үк тотоп алды, трамвайҙан ағылыусы бүтәндәргә иғтибар ҙа итмәй.
Ғорурлығыма тейеүҙән кәмһенеп, ҡулды һыпыра тартҡайным:
– Туҡта, милиция саҡыртам! – тип сәрелдәне.
– Саҡырт, – тип әйтке килә лә бит, ваҡыт самалы – сессия мәле.
Бының урынына:
– Аҡса, ана, тегендә, – тинем, почта яғына ымланым. – Әйҙә, барайыҡ, алайым, бирермен. Йәбешмә, ҡасмам.
Ҡаты ғына әйтеүем тегене күндерҙе, әммә арттан тотам ҡалмай эйәреп килә.
Почта бүлмәһе тар, кеше, һәр ваҡыттағыса, күп, ишек саҡ ябылды. Күпселектә ололар – фатирға түләйҙәр. Сиратҡа контролер ҙа баҫты. Бер ҙә иркенерәк урында көтмәне, минең арттан уҡ урынлашты. Арымай бындайҙар, ҡул һелтәмәй, тинем бит – шул инде.
Үҙем сиратымды көтәм, үҙем стипен­дияғаса көнитмешемде күҙаллайым: быға хәҙер өс һумын бирһәм, бурыс тулыһынса ҡапланмай шул, юҡ. Тимәк, тағы вокзалға – цемент бушатырға. Төнө буйы унда кәк­рәйгәндән һуң, иртән имтиханға барып ултырыуы ла – ай-ба-а-й… Үҙемдән дә бигерәк әсәйемде йәлләйем – балам тигән бит ул, үҙенән өҙөп һалған, ә мин шуның ана күпмеһен бынауыға тотторорға тейешмен.
Сиратым етте, квитанцияны һондом, быны күргән контролер ҡыуанғандай итте. Ошоғаса барыбер ҙә ышанманымы икән ни?..
Почта хеҙмәткәренән өс һумды айырым биреүен үтендем. Контролерҙың әскернә йөҙөнә бынан уғата ҡәнәғәтләнеү ятты.
Почтала баяғынан да тығылышлы хәҙер, ныҡ тынсыу, шуға, тышта хисаплашырға булып, ишек яғына йүнәлдем. Быны күргән контролер йәнә терһәккә йәбеште.
Ҡулын тағы һелктем дә:
– Ҡурҡма, – тинем, – әйттем бит – бирермен тип, әйҙә.
Үтәнем инде шулай үтәлгене, үҙ һүҙемде үҙем тапай алманым. Юғиһә, юғары әхлаҡилыҡты ситкә ҡуйып, өҙә баҫып кит тә бар ҙа бит, әйләнә биреп ғәфү үтенеүеңде һөрәнләргә лә мөмкинһең, усына бер тәңкәне лә йомдора алаһың, был юлдарҙы уҡыусының әле шуларҙы көлөмһөрәп тәҡдим итеүе лә ихтимал – һәм артыҡ ябайлыҡ, ысынлап та, урынһыҙ ҙа булыусан ул. Тик миңә һүҙемде тотоуым кәрәк ине.
Теге алмашҡа квитанция һуҙҙы, йәнәһе, ул да – намыҫлы, дәүләтте алдамай, үҙ кеҫәһенә тыҡмай өслөктө.
– Ырғыт шунда, – сүп-сар һауытына ымланым.
– Ярамай, документ! – Контролер баяғы, мине тотҡан мәлдәге, сәнскеле рәүешенә тиҙ әйләнеп ҡайтты. – Тәртип боҙоусыға мотлаҡ тапшырырға тейешмен.
Ярай инде, һүҙ көрәштермәйем, ваҡыт әҙ, алайым шул ҡәһәрле ҡағыҙҙы. Йомарлап үҙем бырағыттым.
Ә ошо тарихты нисек атайыҡ һуң? Кешелекһеҙлек типме? Улай тиергә, инструкцияһы ҡушҡанды ғына башҡарҙы ла инде инспектор, артығын ҡайырманы, һуҡыр тинен дә үҙләштермәне. Билетһыҙ пассажир шулай унлата түләргә тейеш тә – тағы ниндәй һорауығыҙ бар?! Студент икәнеңде, эйе, күҙлегемде сисһәм дә күрер инем, аҡсаның өйҙән, ҡырып-һепереп тигәндәй, килгәне лә өндәшмәһәң дә билдәле, ләкин бында минең, контролерҙың, эше булырға тейеш түгел, закон һәр хәлдә лә закон, һәммә хәрефенәсә үтәлер өсөн яҙыла, һәр береһенең хәленә инә башлаһаң, ҡайҙа китә ул?.. Дөрөҫ әйтә иптәш, ҡаршылыҡ юҡ.
Ваҡиға күңелде тырнап та тормай – әйтеүемсә, онотҡан инем мин уны, донъя малына бәйле хөртлөктәрҙән тиҙ ҡотолорға тырышыуым шулайттыра, күңел хөрлөгөн өҫкәрәк ҡуям.
Ләкин баяғылар – бер ҡайҙа ла тер­кәл­мәгән, теркәлмәҫтер ҙә инде әхлаҡи сик­ләүҙәр ошолай урын-еренә еткерелеп, икеләнеүһеҙ хөрмәтләнелһә, ғәмәлдә ҡул­ланылмалы яза ҡаралмаған ана шул баҙ­натһыҙ, ҡылдан нәҙек тыйыуҙар алдында ла алан-йоланһыҙ тыйылынылһа, тәү нәү­бәттә намыҫ таҙалығы уйланылһа ине лә бит. Шулай иткәндә йәмғиәтебеҙ барған юл шымараҡ, рельс шымыраҡ булырҙай тойола.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571