Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Балта– Һыуытҡыста эре ит киҫәктәре генә ҡалғансы... Турап бирһәң, һәйбәт булыр ине, – тине ҡатыны Рәмискә.
– Хәҙер уны! – Ире шулай тине лә, өҫ-башына кейеп, гаражына йүнәлде. Барлыҡ эш ҡоралдары шунда һаҡлана. Һәр береһен таҫлап һалып, ҡәҙерләп тоторға ғәҙәтләнгән. Берәй нәмә кәрәк булһа, бөтә донъяны аҡтарып эҙләйһе түгел.
Ҡомартҡы булараҡ ола­таһынан ҡалғандары ла бар. Анау ҡасау хатта теге быуат башында эшләнгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: күптән түгел магазиндан яңыһын алып, әллә ни күп тә тотоноп өлгөрмәне, шарт итеп һынып сыҡты. Ә былар сыҙамлы. Үткерләп алаһың да, әйҙә, рәхәтләнеп тотон.
Рәмис балтаһын тапманы. Был юлы һалған урынында юҡ ине. Бәлки, мин булма­ғанда бүтән ергә тыҡҡан­дар­ҙыр тип гараждың ҡарамаған ерен ҡалдырмаһа ла, кә­рәкле ҡоралы күҙенә салынманы. Ҡабаттан өйгә инеп, ҡаты­нынан:
– Балта юҡсы, әллә берәй­һенә биреп торҙоғоҙмо? – тип һораны.
– Ошо арала берәү ҙә һора­ғаны булманы.
Балаларынан да бер үк яуап ишетте:
– Күрмәнек.
– Белмәйем.
– Теймәнек.
– Атаҡ, ул ҡайҙа ятырға тейеш һуң, ен эйәләш­мәгән­дер инде?! Ошонда ғына һала торғайным. – Рәмис йәнә кереп киткәйне лә, артынан ҡатыны йүгереп килеп сыҡты.
– Ә-ә-ә, иҫемә төштө, теге ваҡыт Мансур алып торғайны бит. Иҫләйһеңме, башмағын айыу талап ҡай­тарғайны.
– Нисек иҫләмә­йем, ти! Үҙем салып, эш итеп бирҙем бит.
– Шулай шул. Шунан һуң иртәгәһенә “Хәҙер килтерәм” тип алып торҙо ла “Аллаһы әппәр” булды.
– Тфү, шул Мансурҙы! Бер ваҡытта ла алған әйберен кире ҡайтарып бирә белмәҫ. Гонаһ шомлоғо! – Рәмис асыуынан серт төкөрөп, ҡулын һелтәне лә Мансурҙарға ҡарай юлланды. Эсенән йәнә уға аҙарынды. Үҙенеке бер ваҡыт та булмаҫ! Ғүмер буйы, ҡана шуны биреп тор, был нәмәң бармы, тип телән­селәне лә йөрөнө. Йә күрше генә булһа, бер хәл. Арғы урамдан һорансылап килеп етә бит әле. Йә бысҡы кәрәк, йә салғы. Бер ҡараһаң, дүрт-биш бөртөк ҡаҙау һорап та йүгереп килә. Кәртә тота башлаһа, сүкеш кәрәк. Зар­ланып алырға ла онотмай.
– Хәтер тигәнең, ҡәһәрең. Магазиндан шуны алыр өсөн генә ингәйнем, онотоп сыҡ­ҡанмын да киткәнмен!
Көтөүгә сығыр булһа, сыбырт­ҡыһын теләнә. Йә, үҙе Себерҙә эшләп йөрөй бит. Аҡсаһы булма­һа, бер хәл. Ҡайтҡан һайын, берәү ҡыҙыҡһынмаһа ла, шунса эш хаҡы алдым, ти ҙә һөйләй. Ул тиклем аҡсаны нимә эшләтәлер. Ай һайын берәй әйбер алһа ла, күптән йыйып бөтөр ине. Теге ваҡыт “Дружба” бысҡыһын бер-ике көнгә тип алып торҙо ла ай буйына һуҙҙы ла һуҙҙы. Уныһын да юлда осратып һорағас ҡына алып килде.
Етмәһә, боҙғанын да әйт­мәгән. Бер нисә көндән ур­манға ағасҡа барып, буш ҡул менән әйләнделәр. Юлда, шул Мансурға тағы әйбер биреп торһаммы, тип туҙына-туҙына ҡайтһа ла, кеше үтенеп килгәс, буш сығарып ебәреп булмай шул.
Рәмис шулай уйлай-уйлай Мансурҙың йортона барып етте һәм, ҡапҡаны асып инә­йем тип уны эскә эткәйне лә ул шул килеш ҡалды. Бикләп ҡуйғайнылар. Шуны ғына көткәндәй, башмаҡ дәүмәлек алабай ҡапҡаға бәрелә-бәрелә ажғырып өрә башламаһынмы! Ул бына-бына ысҡынып китер ҙә уны өҙгөсләп ташларҙай булып тойолдо. Унан Рәмис ҡың­ғырауға баҫты. Бер ниндәй ҙә тауыш-тын ишетелмәгәс, йәнә төртөп алды. Шылтыратып ҡарайым тип кеҫәһенә ҡулын тыҡҡайны ла телефонын алып тормағаны иҫенә төштө. “Йә ярай, ҡайтайым, берәй ҡайҙа киткәндәр­ҙер” тип уйлап кире боролғайны ғына, ҡатынының ҡысҡыр­ғаны ишетелде.
– Кем бар унда-а-а-а?
– Ми-и-и-нн! – тине Рәмис, һуҙып.
– Кем ул һин?
– Рәмис инде.
– Ҡайһы Рәмис?
– Яҙыусыһы!
Ауылда өс Рәмис. Бирге остағыһын “ҡыҙыл танау Рәмис” тип йөрөтәләр. Гел генә ҡыҙмаса булып йөрө­гәнгә шулай ата­ғандар. Гәзит-журнал­да әленән-әле мәҡәләһе, хикә­йәһе баҫы­лып торғас, Рәмис­кә үҙенән-үҙе “яҙыусы” исеме тағылды ла ҡуйҙы. Быға һис тә үпкә­ләмәй ул. Ауыл халҡы уны хөрмәт итеп әйткәнен аңлап тора. Ә бына арғы остағы аҙашынан ысынлап та көлөп, “директор Рәмис” тип йөрөтәләр. Хәҙер байтаҡ­тан бирле аҙашы көнө-төнө көмөш­кә һатып көн итә. Ха­лыҡ ялыу менән ҡай­ҙа ғына бармаһын, бер ниндәй фә­түә юҡ. Көмөшкәнең әллә нисә төрлө сорты бар унда, тип һөйләйҙәр. Арыуыраҡ кешеләргә первашын тот­торһа, бер аҙ һалмыштарға – ҡайтышырағын. Ә инде аҡты-күкте айырмағандарға тағы ла ҡойторағын. Шулай бер көн баштары ҡутарылып килгән Морат менән Кәбир темеҫкенеп уларға килә. Әммә “директор” ҙа, бисәһе лә ҡайҙалыр йомош менән киткән икән. “Может үҙең генә биреп ебәрерһең, – тип мөл­дөрәп ҡарай улар ун-ун ике йәштәрҙәге ҡыҙы­ҡайға. – Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең самагоны ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер”. “Бе­ләм, беләм!” – ҡыҙыҡай йү­гереп барып шкафтан бер яртыны ала. “Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле”, – тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡалай башлы ҡыҙыҡай, закускаһын да һала белеүен әйт әле, тип баш йүнәтергә ултыра. Инде рюмканы кәгеп, төргәккә үрелгән Морат ҡулына тауыҡ тиҙәген эләктереп ала.
Ҡапҡаны Мансурҙың ҡа­тыны Мәүлиҙә асты. Иҫән­лек-һаулыҡ һорашҡас, Рәмис балтаһын һораны.
– Әлләсе, белмәйем, уны белһә, Мансур беләлер, хәҙер үҙен саҡырам. – Ҡатын тырт-тырт баҫып, ауыҙ эсе­нән нимәлер мыңғырлай-мыңғырлай өйөнә инеп китте. Ә Рәмис ҡапҡа тышында тороп ҡалды. Бер аҙҙан ире күренде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
– Балта тиһеңме? – тип ғәжәпләнеп ҡабатлап һора­ны Мансур. – Әлләсе, һинән балта алғанымды иҫләмә­йем.
– Кәләш, һыйырыңды айыу талап ҡайтарғанда алып торғайның, ти.
Был һүҙҙе ишетеүгә, Мансур аптырағандай итте.
– Ә-ә-ә-ә, алып торғайным шул, уны шунда уҡ кире алып барып бирҙем. Кеше әйберен өйҙә тота торған холҡом юҡ минең, яратмайым да.
Уның был һүҙҙәренә Рә­мис аптырап ҡалды, уңай­һыҙланды, кире боролғас, Мансур йәнә телгә килде.
– Шулай ҙа ҡарайым әле. – Ул аласығына кереп китте. Рәмис тағы ҡапҡа тышында тороп ҡалды. Ҡара, үҙҙәре көндөҙөн дә ҡапҡаһын бик­ләп ултыра. Кешегә, исма­һам, ишек шаҡып та инә белмәй. Ә үҙенә килһәң, кереп тор, тип тә әйтмәй бит әле, тип уйланы ул.
Шаҡтай ваҡыт үткәс, ҡу­лына һабы йәрселгән, тутыға башлаған балта тотҡан Мансур пәйҙә булды.
– Бына, таптым, – тип уны Рәмискә һондо.
– Был түгел.
– Миндә ошонан башҡа балта юҡ. Әтеү алмағанмын инде, алһам, шунда ғына ятыр ине, – тине Мансур. Унан башын тотто, йөҙөн йыйырҙы.
– Ә-ә-ә-ә, иҫкә төштө-ө-ө, – тине, һуҙып. – Теге ваҡыт ҡустым Карам балта һорап йөрөгән һымаҡ ине. Шул алып торҙо шикелле ул. Булһа, унда инде. – Унан ҡустыһын әрләй башланы. – Бөхил, алған әйберен һис бер ваҡытында килтерә белмәҫ. Шул эттә генә ул. Кит, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Йә, ярай. Телевизорҙан ҡыҙыҡлы кино бара ине. – Мансур, Рәмискә китергә ваҡыт тигәндәй ҡа­рап, кире ихатаһына боролдо. Шығыр­лап ҡапҡа бик­лән­де. Унан ихатала ҡатынының яңғыраған тауышы асыҡтан-асыҡ Рәмистең ҡолағына ишетелде.
– Кит, ғибрәт! Балтаһын һорап йөрөймө шул. Бигерәк сәйер инде ошо Рәмис. Как будты бер унда ғына балта бар. Һин шул әйберемде алдың, тип бер бөгөн йөрө­мәй инде. Иҫһеҙ. Әйбер­ҙәрен теләһә кемгә биреп ебәрә лә унан тота ла һиңә йүгереп килә. Ауылда бер һин генә барҙыр шул. Иҫе булмағас, яҙып барһын, подпись алып ҡалһын. Әле ерле иҫемә төшмәгән, икенсе тапҡыр килһә, шулай тип әйтәм әле бына. Бында кешене мыҫҡыл итеп. Шәп булһа, ана өйөнә һыу үткәрер ине. Ыуаҡай, йә, шул балтаға ҡалған көнө бармы икән?
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә, Рәмистең күңелендә дауыл ҡуптымы ни: сикә тамырҙары бүртеп сыҡты, башы әйлән­де, аяҡ аҫтындағы ер сайҡал­ғандай булды, тамағы кипте. Ҡатындың яһиллығына хә­тере ҡалды. Әйтерһең, баяғы тутыҡ балта менән уның йөрәген умырып алдылар!
Ауыр уйҙар менән ул ауылдың икенсе башындағы Карамдарға юл тотто. Эстән үҙен әрләне. Мәмәй, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ “юҡ” тип әйтә белмәй шул. Юҡ, баш­ҡаса кешегә әйбер бирһәм­ме, тип үҙ алдына күпме ант иткәне бар. Юҡ инде, юҡ. Йомош менән килгәнгә лә һораған әйбере булмаһа, үҙен ғәйепле һанай. Ана, дуҫының үҙен гелән ыштан­һыҙҙан һалдырыуы ла тиккә түгел.
Балта Карамда ла табылманы.
– Мин Мансурҙан балта алыу түгел, ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын белмәйем, – тине ул, ғәжәпләнеп.
Ни хәл итәһең, итте башҡа балта менән турарға тура килде Рәмискә.
...Ҡыш етте. Тирә-яҡты ап-аҡ ҡар ҡап­ланы. Ауылда һуғым осоро башланды. Ғә­жәп күңелле мәл. Бер көндө Мансур йәнә Рәмистең ишеген шаҡыны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул ауыҙын бейәләйҙәй йырып, үтенесен әйтте.
– Дуҫ, бөгөн башмаҡты тәгәрәтергә ине. Беҙҙең тирәлә һинән башҡа мал салған кеше юҡ, тигәндәй. Бөгөн буш та торған кеүек­һең.
Ял көнө булғас, Рәмис үҙе һаламға барырға йыйынып йөрөй ине. Улы ла ялға ҡайтҡан. Кеше йомош менән килгәс, ҡалайтып баш тартып сығып китәһең инде, йәпһеҙ, тип уйлап:
– Барабыҙ уны, – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Бер юлы әйберҙәреңде, арҡаныңды ла алырһың әле. Үҙемдекен әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, – тине Мансур.
Уның был һүҙен ишетеүгә, Рәмис, былтыр ҙа шулай тип әйткәйнең, һаман тапманың­мы ни, тип әйтергә уйлағайны ла тыйылып ҡалды. Ҡатыны менән бер-береһенә ҡара­шып йылмайып ҡуйҙылар. Ҡайтыу яғына ыңғайлаған Мансурҙың бер нисә минуттан тағы кире килеп инеүенә Рәмис тә, ҡатыны ла аптыраманы.
– Әйтергә онотоп сығып киткәнмен, – тип телгә килде ир. – Теге ней, һинең бысаҡ­тарың харап үткер була торған. Бер юлы эләктереп кенә алырһың әле…
Башмаҡты һуйып, түшкә­ләргә бүлә башлағас, Рәмис ҡулындағы балтаға иғтибар итеп, аптырап ҡалды.
– Атаҡ, был минеке түгел­ме ни? – Ир балтаһын ҡулын­да уйнатып ҡараны. Шунан үҙенең яуабын үҙе раҫла­ғандай һөйләнде:
– Шулай шул. Бына “Р” хәрефе тора лабаһа. Үҙемдең бөтә эш ҡоралдарына алғас та киртеп тамға ҡуям. Бына ҡайҙа аҙашып йөрөгән икән. Ә мин уны эҙләп эт булдым.
– Нисек инде һинеке? – Шул мәл ҡулына башма­ғы­ның тояҡтарын тотоп келәткә китергә торған Мансур туҡ­талып ҡалды.
– Бына шулай. Үҙемдең әйберҙе үҙем танымайыммы ни! Бына бит, – тип тамғаһын күрһәткәс, Мансур аптыраған булды.
– Кит, нисек инде улай? – Унан Рәмискә һынамсыл ҡарап:
– Шаяртаһың, малай. Үҙең тотоп килгәнһеңдер әле, – тине.
Шул мәл был тамашаны ҡыҙығып ҡарап торған күрше­һе Сабит, янында торған көрәкте ҡулына алып, телгә килде.
– Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, – тине ул. – Һеҙ әллә ошо көрәк Мансурҙың үҙенеке тип уйлайһығыҙмы?
– Һәнәге лә үҙенеке булһа ярар ине, – тине икенсе күршеһе.
Бәхәс тынып ҡалды. Ирҙәр мут йыл­майҙы.
Бер нисә көндән Мансур йәнә Рәмискә килде.
– Дуҫ, баш һөйәген турарға кәрәк ине. Анау балтаңды биреп тор әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545