Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ТАУҘАРҘАН ДОНЪЯҒА БАҠҠАН ШАҒИР
ТАУҘАРҘАН ДОНЪЯҒА БАҠҠАН ШАҒИРЙәнә йөрөп күреп ҡайттым әле
Тыуған ерҙәреңде, ағайым!
Шатлыҡтарын күңелемә
йыйҙым,
Ҡайғыларын утҡа яғайым...

Мин дә һайрап йөрөгән булам әле
Һинән ҡалған моңға эйәреп,
Күңелемдә тыуған моңдарымды
Асыҡ күңелдәргә елгәреп...

Һин булғанға ихлас ҡабул итә
Мине лә бит ғәзиз Бөрйәнең.
Халҡым минең – киләсәгем! тиеп
Һин дә уға йәнең биргәйнең...

Урал, Баҙал, Мәсем иҫән саҡта
Буламы ни һине онотоп?!
Улар барҙа башҡорт башын эйеп
Йәшәмәҫ ул, елек ҡоротоп...

Рухтарыбыҙ бергә
яҡтырталыр
Йәшәү менән үлем араһын, –
Остаз дуҫым,
Йылдар үткән һайын,
Моңландырып йөрәк яраһын
Яҡыныраҡ була бараһың!..
– тип яҙҙым Самат ағайға ар­нал­ған бер шиғырымда. Бөгөнгө яҙ­мам уның яҡты рухына бағышлана.

Танылған шағир, Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Самат Мәһә­ҙей улы Ғәбиҙуллин 1939 йылдың 30 ок­тябрен­дә Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Өфө­ләге 1-се баш­ҡорт республика мәктәп-интернатында, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлаған ул. Артабан журналистикаға күсә. Нуриман, Күгәрсен районы, респуб­ликаның “Ленинсы” гәзиттәрендә эшләй. Һуңғы 16 йылда Бөрйән районының “Таң” гәзитендә бүлек мөдире, сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһында көс түгә.
Самат Ғәбиҙуллин минең остазым да, дуҫым да, серҙәшем дә булды... Ағай уйсан, әммә сәмсел шағир ине. Башҡортостаныбыҙҙың һоҡланғыс төбәгендә тыуып үҫкән уҙамандың күп шиғырҙары йәнтө­йәгенә, ҡая-тауҙарына, урман-ҡырҙарына бағышланған. Уның үҙ тормошо һәм ижады ла, шиғри образдарҙа сағылған яҡташта­рының яҙмышы ла йәшәүгә йәм, хеҙмәткә сәм бирә, ер-һыуынан, изге тупрағынан һутланған. Иң мөһиме – әҙип ижадҡа килгән йәштәр тип йән атты, уларға хәленән килгәнсә ярҙам итте, үҙе яҙған шиғырҙары­на ул “балаларым” тип өндәшә ине.
1990 йылғы ҡот осҡос таш­ҡындан һуң мин уны күреп ҡайтыр өсөн Иҫке Собханғолға барҙым, ул саҡта бөгөнгө кеүек асфальт юл бөтөнләй юҡ, бата-сума йөрөй инек. Самат ағайға Ағиҙел йыл­ғаһы ярында ғына урынлашҡан ике ҡатлы таш йорттан фатир биргәйнеләр. Барып инһәм, иҙән тулы шиғырлы ҡағыҙҙар, ағайы­быҙ ташҡында һыуланыуҙан һар­ғайған шул ҡағыҙҙарын үтекләй. “Ағай, нимә эшләйһең һин үтек менән?!” – тиһәм, “Бына, балаларымды тәртипкә килтерәм ташҡындан һуң, ярай әле ағып китмәгәндәр!..” – ти...
Ул, йәй булһынмы, ҡыш бул­һын­мы, йәйәү­ләп ауыл мәктәптә­ре­нән һәләтле балаларҙы эҙләй ине, тапһа, бала кеүек ҡыуанып, миңә хәбәр итә, “Зөфәр, мин дүр­тенсе синыфта уҡыусы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаны таптым, бик һәләтле ҡыҙ, бына күрерһең әле уның киләсәген...” – тип ҡыуанғай­ны бер мәл. Эйе, Тәнзиләбеҙ бөгөн Башҡортостан­дың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, танылған шағирә, драматург. Ә Самат ағай­ҙың йәнә бер уҡыусыһы Факиһа Туғыҙбаева бөгөн Башҡортос­тандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә, һанай китһәң, улар күп, Аллаға шөкөр... Уны хәтерләгән һайын күңелемдән моң булып шиғыр ағыла:
Тынғы таба алмай бер йәнемә,
Һине эҙләп барҙым Бөрйәнеңә.
Табалмағас һине, мин түҙмәнем,
Баҙал тауға менеп эҙләнем.

Шүлгәнеңә барҙым, күренмәнең,
Йылҡысыҡҡан күле өндәшмәй.
Бабсаҡ бейҙең мәсете лә бикле,
Исмаһам, ул сығып һөйләшмәй...

Арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым,
Һөйләһәң һүҙ, көлөр кеше лә:
Айыу булып үкереп һине эҙләп,
Айыу булып ҡайттым Өфөгә...
Донъялар нисек кенә үҙгәр­мәһен, Самат ағай Ғәбиҙуллиндың шиғриәте бер ҡасан да үҙенең ҡиммәтен юғалтмаҫ, тимен.

Зөфәр ВӘЛИТ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Самат ҒӘБИҘУЛЛИН
Тауҙарҙа

Нурлана, нурлана, нурлана
Салт ҡояш аҫтында тауҙарым.
Күңелем ҡанатлы саҡтарҙа –
Шул тауҙар хаҡында йырҙарым.

Киңәйә, киңәйә, киңәйә
Офоҡтар тауҙарға менгәндә.
Ҡаянан уҡталып хыялдар
Йондоҙҙан йондоҙға елгәндәй.

Уралып, уралып, уралып
Тауҙарҙы аралап юл үтә.
Шул юлдан саҡ та соҡ елеүсе
Һыбайлы күңелде елкетә.

Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр,
Халҡым һис һыр бирмәҫ яттарға:
Алдарҙар, Салауат, Ҡаһымдар
Тоҡомо елгәндә аттарҙа!

Халҡым

Уралымды көмөш эйәр итеп,
Ауыҙлыҡлап ваҡыт толпарын,
Елеп үткән халҡым.
Ҡылысынан
Уйнап ҡалған йәшен уттары.
Урауҙарҙан ураулығы менән
Айырылып торған юлдары.
Тик түҙемдән түҙемлеге менән
Айырылып торған улдары.
Йәбер-золомдарҙан ҡото осоп,
Олаҡҡанда һанһыҙ замандар,
Ерен-һыуын ҡурсып ауһа ауған,
Әммә ҡалған улар Уралда.
Урал менән халҡым шуға бөгөн
Ер йөҙөндә берҙәй һөйкөмлө.
Урал ғорур минең халҡым кеүек,
Халҡым ғорур Урал шикелле !

Күҙе була үрҙә, ҡояшта

Ҡабарынып ҡалҡҡан ҡаяларҙың
Баштарында бөркөт балаһы.
Күҙләп ята үҙе тишеп сығыр
Болот менән оя араһын.

Кеше лә бит, уйлап ҡарағанда,
Нәҡ шул бөркөт инде тәү башта:
Сәңгелдәктә ятҡан сағында ла
Күҙе була үрҙә, ҡояшта.

Баҫыр әле саған ҡаршыбыҙға

Туҡ башаҡтар башын ергә эйһә,
Һары алһа саған япрағын,
Аңғар, ваҡыт юлын дауам итә –
Ҡапҡабыҙҙы шаҡый көҙ тағы.
Һөйөүеңдең нуры тоноҡланһа,
Ташлап китһә әгәр яҡының,
Тимәк, һинең күңел түрҙәреңә
Үрмәләне көҙҙөң һалҡыны.
Күҙҙәреңдең ҡоросо ҡайтһа бер саҡ,
Салланһалар сикә сәстәрең,
Аңғар, ваҡыт юлын дауам итә –
Был да ғүмер көҙөнөң эштәре.
Ләкин, көҙ тип, бик бойоҡма, дуҫҡай,
Йәшәр кәрәк әле теттереп.
Баҫыр әле саған ҡаршыбыҙға,
Иңдәренә яҙҙы күтәреп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571