Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙ динеңде, үҙ телеңде һаҡла, тип аталарым әйткән миңә васыят...”
Ҡумыҡ шағиры Баһауетдин Саматов 1978 йылда Дағстандың Ҡаработаҡкент районының Олобейауыл ауылында тыуа. Махачкалала Дағстан дәүләт университетының журналистика бүлеге магистратураһын тамамлай. 2009 йылда “Районну яшаву” (“Район тормошо”) гәзите хәбәрсеһе булып эш башлай, 2014 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 2014 йылда ул Дағстан Башлығы грантына һәм дипломына лайыҡ була. 2013 йылда “Өмөт” тигән беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫыла, ә дүрт йылдан “Алға аҙым” тигән икенсе китабы нәшер ителә. Шағир — Рәсәй һәм Халыҡ-ара журналистар союздары ағзаһы.
Тәҡдим ителгән шиғырҙарының күбеһе һуңғы йыйынтығынан алынды. Китапҡа баш һүҙ яҙған Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Ҡәҙим Ҡәҙимов ижадсының үҙенең яңы уй-фекерҙәрен уҡыусыларға еткереп торорға тырышыуын, тәүәккәллеген билдәләй.
Баһауетдин Саматов әҫәрҙәрен күбеһен ҡумыҡтарҙың тарихына, халҡын борсоған бөгөнгө мәсьәләләргә, ер, тел, дин темаһына бағышлаған. Дини темаға ла байтаҡ ҡына шиғыр ижад иткән. Уның ижадында өгөт-нәсихәт мотивтары ла асыҡ күренә. Автор шиғырҙарында Тыуған илен, туған телен, туған халҡын күтәрергә тырыша.

Баһауетдин САМАТОВ



Болоттар

Һыуҙа йөҙә кәмәләр,
Болоттар йөҙә күктә.
Болоттарға етергә
Теләгән инем күптән.

Болоттар ҡарҙай таҙа,
Йом(о)шаҡ мамыҡ кеүек.
Күктәге болоттарҙан
Йондоҙҙар ғына бейек.

Болоттарға ҡараһам,
Йылҡы сабышҡан кеүек,
Кәзә менән һыйырҙар,
Уртала тора кейек.

Күктәге аҡ болоттар
Төрлө-төрлө уй бирә.
Болоттар ямғыр булып
Тупраҡты туйындыра.

Болоттар һалҡын бирә
Эҫе көн башыбыҙға.
Ул — Алланың рәхмәте
Оло һәм йәшебеҙгә.

Күктәге болоттарҙың
Ағы менән ҡараһы,
Тупраҡҡа ысыҡ төшһә,
Һау буласаҡ яраһы.

Болоттоң файҙаһы күп
Кешегә, тәбиғәткә.
Болот бер күҙҙән баға
Ҡәрҙәштәр менән ятҡа.

Уйҙарыма уй ҡуша
Күктәге аҡ болотом.
Халҡыма хеҙмәт итеү —
Йөрәктәге өмөтөм.

Булғанһың бүлек-бүлек

Әлимсолтан Әлхаматов үлтерелгәс яҙылған.

Ҡумыҡтөҙөм, тупрағың бик балсыҡлы,
Ҡумыҡ халҡым, хәлең бөгөн талһыҡлы.
Ҡайғы диңгеҙҙәрең тора йырылып,
Аҫыл-аҫыл балаларың ҡырылып.

Дошмандарға билебеҙҙе эйҙермәй,
Ҡасан бер көн килер интектермәй?
Егеттәрҙең ҡанын ергә түктермәй,
Ҡасан бер көн килер, бил бөктөрмәй?

Арғымаҡтар саптыртылған Ҡумыҡтөҙ –
Дуҫ-иштәргә һәр ваҡытта яҡын төҙ.
Тигеҙлеккә тигеҙһеҙлек тә тулған,
Ҡумыҡтөҙҙөң исеме генә ҡалған.

Ҡумыҡтөҙҙөң тигеҙлеге бүленгән,
Ҡумыҡтөҙҙөң бөтөнөһө һатылған.
Ирмен тигән балаларың аҙ ҡалған,
Егетең юҡ дошмандарға торалған.

Йөрәк яна, эс-бауырым өҙөлә,
Был хәлеңә күҙ йәштәрем түгелә.
Эй, ҡумыҡтар, уянайыҡ, әйҙәгеҙ,
Уянмаһаҡ, һуң буласаҡ, белегеҙ.

Ҡайҙа булған, ҡумыҡ халҡым, берлегең,
Ҡайҙа ҡалған мин-мин тигән ҡылығың?
Түр башына яраҡһыҙҙар ултыртып,
Ниңә бөгөн беҙ йөрөйбөҙ баш эйеп?


Егеттәрең был донъянан тиҙ китә,
Йөрәктәрҙе әрнеткеләп, яралап.
Бөгөндәрҙә дошмандарың, ҡумығым,
Бүреләрҙәй тора һине өҙгөләп.

Меңәрләгән балаларың йығылған,
Һүҙҙәребеҙ тамаҡтарға тығылған.
Дошман тора йәшеренеп, атышып,
Йәшәү кәрәк бергәләшеп, ҡатышып.

Әсә телен әсәң кеүек аялап

Дағстандың халыҡ шағиры Әнүәр Хажиевҡа.

Әсә телен әсәң кеүек аялап,
Ҡулға алып күккә сөйҙөң һин, Әнүәр.
Йәштәр өсөн яҙған нисә китабың,
Һинең кеүек шағирҙарым бик аҙ бар.
Әҫәрҙәрҙә һин яратҡан батырҙар
Йәшәүемдә юлыға һәр аҙымда.
Бер ҙә һинең йөрәгеңдән юйылмай
Илде һөйөү тигән яҡшы ғәҙәт тә.

Телебеҙҙән бер төшмәй йәшәйәсәк
Һин сығарған йәштәр өсөн йырҙарың.
Ҡумыҡтарҙың шағирҙары бары ла
Килеп-килеп һиңә сисә серҙәрен.

Әҫәрҙәрен һиндәй яҙа алғандар
Дағстанда шағирҙарым бик аҙ бар.
Өммөкамал, Ҡаҙаҡ һәм Аҡай кеүек,
Ҡумыҡ халҡын күтәрәһең һин , Әнүәр.

Телем дә бер,
динем дә бер


Телем дә бер, динем дә бер донъяла,
Бер-береһенән уларҙы айырмайым.
Телемде лә, динемде лә һатҡансы,
Инанығыҙ, үлһәм дә ҡайғырмайым.

Динебеҙ ҙә төрлө төҫкә буялған,
Телебеҙ ҙә туралған телем-телем.
Әгәр шулай китһә беҙҙең был йәшәү,
Йәш нәҫелгә кемдәр бирәсәк белем?

Сабый саҡтан өйрәтелһен телебеҙ,
Бишегендә аңлатылһын динебеҙ.
Йәш нәҫелде хаҡ юлына ҡуяйыҡ,
Бер-беребеҙгә изгелектәр теләйек.

Насип тигән ат менән

Моратыма етештем,
Өмөт төштө ҡулыма.
Ҡумыҡ халҡым ҡояштай
Шәүлә бирә юлыма.

Ғорур холоҡло халҡым
Терәк булды үҙемә.
Хаҡ-нахаҡты айырып,
Ҡолаҡ һала һүҙемә.

Башҡарырмынмы, халҡым,
Үргә, күккә сөйөргә,
Үҙе һөйгәндәй кеүек,
Мин халҡымды һөйөргә.

Һеҙгә ҡорбан булайым,
Ватаным, халҡым, йортом.
Насип тигән ат менән
Китап яҙыу өмөтөм.

Минең нәҫелем

Ҡыпсаҡтарҙан ҡалған минең ҡылығым,
Хазарҙарҙан һеңгән аҫыл хиссиәт.
Үҙ динеңде, үҙ телеңде һаҡла, тип
Аталарым әйткән миңә васыят.

Ҡыпсаҡтарҙың ҡылығын һаҡламаным,
Хазарҙарҙың хас телен яҡламаным.
Таҙа көйө белмәйем ҡумыҡ телен,
Таянырға тапмайым ҡумыҡ илен.

Йәүшән әременең тәме тамаҡта
Ҡумыҡтөҙҙә күп уйнаған ҡонандар.
Ҡумыҡ илен, ҡумыҡ телен яҡлаған
Ҡайҙа ҡалған беҙҙең ҡумыҡ уландар?

Дошмандары сапҡын ҡылған заманда
Ҡунаҡтарға яҡлау булған һаман да.
Ҡыпсаҡ менән хазар – минең нәҫелем,
Төрк милләте — минең төп асылым.

Ҡумыҡсанан Әхәт СӘЛИХОВ тәржемәһе.

Ремонт промышленных холодильников в Уфе




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567