Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Клуб тәҙрәләре балҡып торһа...
Клуб тәҙрәләре балҡып торһа...Мәҙәниәт усағы – ауыл ерендә халыҡты бер урынға туплап, матур башланғыстарға әйҙәп торған уртаҡ йорт. Нәҡ ошонда ауылдаштар бергә йыйыла, уртаҡ мәнфәғәттәре буйынса фекер алышып, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итә. Телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап тора ошо усаҡтар. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа дәүләт ауыл клубтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.


Халыҡ үҙе лә был йәһәттән әүҙем булырға тырыша. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының халыҡ тормошон сифатлы һәм лайыҡлы итеүгә йүнәлтелгән “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыстар”, “Урындағы мәҙәниәт йорто” программаларына ярашлы, күп кенә ерҙәрҙә мәҙәниәт усаҡтарын тәртипкә килтерҙеләр, заманса ҡорамалдар, йыһаздар һатып алдылар. Башлыса милләттәш­тәребеҙ нәҡ ауылда көн күрә, киләсәктә абруйыбыҙҙы, бәҫебеҙҙе күтәрәсәк яңы милли быуын шунда тәрбиәләнә.
Сермән ауылында тиҫтә йыл элек мәшһүр яҡташыбыҙ Заһир Исмәғилев исемендәге социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Әлбиттә, бер нәмә лә мәңгелек түгел, ваҡыт үтеү менән был үҙәккә лә ремонт талап ителә. Бинаның йәмен ебәрмәй, тәртиптә тотоу өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр йылда ла тиерлек косметик ремонт яһай, әммә тора-бара ихатаны төҙөк­ләндереү, бинаға капиталь ремонт яһау, электр селтәрен яңыртыу мәсьәләләре ҡалҡып сыға. Бынан тыш, халыҡҡа матур ял ойоштороу, республика, район, төбәк конкурстарында ҡатнашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары һатып алыу ҙа көнүҙәк проблемаға әйләнә. Бар яҡтан да әүҙем сермәндәр бында ла ярты юлда туҡтап ҡалмай, партия проектына таянып, социаль проблеманы хәл итеүгә өлгәшә. “Урындағы мәҙәниәт йорто” программаһы старт алыу менән район мәҙәниәт йорто менән мәҙәниәт идаралығы тиҙ арала документтар туп­лап, эште тиҙ башҡарып сығыуҙары арҡаһында уңыш яулай. Шулай итеп, Сермән социаль-мәҙәни үҙәгенә республиканың проектҡа эләккән 34 ауыл клубы араһына инеү бәхете тейҙе.
Клуб тәҙрәләре балҡып торһа...Проектты финанслау май байрамдарынан һуң башланды. Сермәндәр 1 миллион 394 һум аҡса алыуға иреште. Матди-техник базаны яҡшыртыу менән бергә үҙәк үҙенең статусын да үҙгәртте, хәҙер ул Сермән социаль-мәҙәни үҙәге базаһындағы күп тармаҡлы ауыл клубы тип атала. Бүленгән аҡсаға быға тиклем хәл ителмәгән бик күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, яҡтыртыу, тауыш ҡоролмалары, уйын ҡоралдары, сәхнә кейемдәре алынды. Шулай уҡ спорт-һауыҡтырыу майҙансығы, балалар бүлмәһе, тауыш яҙҙырыу студияһы булдырыу ҙа мәҙәниәт усағына заманса төҫ бирҙе. Хәҙер ауыл халҡы буш ваҡытында бында килеп һаулығын да нығыта ала. Спорт майҙансығына теннис өҫтәле, велотренажер һәм йүгереү, быуындарҙы, мускулдарҙы нығытҡан ҡорамалдар ҡуйылған, ырғымыстар (скакалкалар), туптар, ҡоршауҙар алынған. Клубта үткән төрлө мәҙәни һәм спорт сараларына хәҙер балалар менән бергәләп тә килергә мөмкин. Ата-әсәләре ял иткәндә йә иһә спорт менән шөғөллән­гәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәр менән төрлө уйындар уҙғара.
Балалар бүлмәһендә мольбертта һүрәт төшөрөргә мөмкин, төрлө уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары бар, йомшаҡ диван ҡуйылған, иҙәнгә балаҫ түшәлгән. Ял итергә килгәндәр өсөн холға ла диван, телевизор ҡуйылған һәм ауыл оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолған. Клуб эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн мәғлүмәт стендтары ла бар.
Өс меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Сермәндә күп функциялы клуб асыу райондың башҡа мәҙәниәт йорттары өсөн дә шатлыҡлы булды, сөнки бында тауыш яҙҙырыу студияһы ла бар. Хәҙер аранжировкалар эшләү, фонограммалар яҙҙырыу уңайлы. Студияла “Елмерҙәк” этно-рок төркөмө репетиция уҙғара. Халыҡ ижады үҙәге етәксеһе А. Әлибәков та, үҙенең эш сәфәре барышында Сермәндә күп функциялы үҙәк асыуҙы юғары баһалап, яҡын арала бында республика кимәлендәге төрлө семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәңәш итте. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт идаралығынан белдереүҙәренсә, был эштәр планлаштырылған да инде.
Күп тармаҡлы ауыл клубын асыу тантанаһы тағы бер матур юбилей сараһы менән бергә тура килде. Районда ғына түгел, республикала ҙур танылыу алған, ҡасандыр Париж сәхнәләрен гөрләткән “Хәтирә” фольклор ансамбленә 30 йыл тулды. Ҡунаҡтарҙы клуб ихатаһы алдында милли аш-һыу, йыр менән ҡаршы алғас, бина буйлап экскурсия яһанылар. Тантана тамаша залында дауам итте. Сермәндәрҙе ҡотларға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Сермән ауылы хакимиәте башлығы Зилә Сибәғәтова һәм төрлө мәҙәниәт йорттарынан ижади коллективтар килде.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы һуңғы йылдарҙа Белорет районының төрлө программаларҙа, проекттарҙа уңышлы ҡатнашыуын ыңғай яҡтан телгә алды. “Күп тармаҡлы ауыл клубы асыу йәш быуынды сәнғәткә, мәҙәниәткә йәлеп итеү, тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән дә, халыҡтың буш ваҡытын файҙалы һәм дөрөҫ үткәреү өсөн дә әһәмиәтле. Сифатлы йыһазландырылған мәҙәниәт усаҡтары халыҡтың тормошон йәмлерәк, сағыуыраҡ итеү, дөйөм мәнфәғәттәрҙе бергәләп хәл итеү өсөн дә кәрәк”, – тине ул сығышында.
Байрам сараһында “Хәтирә” фольклор ансамбленең ветеран ағзаларына, әүҙем мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Мәҙәниәт министр­лығының, мәҙәниәт идаралығының, район Советының һәм Сермән ауылы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сараны “Хәтирә” фольклор ансамбленең, балалар сәнғәт һәм Сермән мәктәбе уҡыусыларының, Үткәл, Шығай, Ҡаһарман, Инйәр ауылдары ижади коллективтарының музыкаль сығышы ла биҙәне.
Бөгөн районда, Инйәр мәҙәниәт йорто филиалы булараҡ, 42 клуб ижади эшмәкәрлек алып бара. Быға тиклем Шығай һәм Ломовка ауылында күп функциялы үҙәктәр эшләһә, Сермән ауылындағыһы иһә ошо статусҡа эйә булған өсөнсө клуб. Мәҙәниәт идаралығынан белдереү­ҙәренсә, районда был өлкәне үҫте­реүгә ҙур тырышлыҡ һалына. Күп функциялы үҙәктәр һанын арттырыу маҡсаты ла ҡуйылған.

Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566