Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ӘРӘМ БУЛҒАН КИТАПТАРЫМ
ӘРӘМ БУЛҒАН КИТАПТАРЫМ Китап хаҡында, уның элекке, һәр хәлдә мин хәтерләгәнсә әүәлдәге, оло мәртәбәһе һәм бөгөнгө, дөрөҫөн әйтәйек, түбәнерәк нарығы тураһында уйланған мәлдәремдә үҫмер сағымдағы бер тарих иҫемә төшөүсән.

Күңелһеҙ ваҡиға ул, мине, хәҙер оялмай әйтһәм дә ярайҙыр, шым, әммә һулҡ-һулҡ, илатҡан да ваҡиға. Ғәжәп тойолоуы ла ихтимал, шулай ҙа ҡыйын түгел миңә уны онот­мағандан, эсте өйкәмәй ул, бының киреһен, яҡшыны, кисермәйем микән әле хатта, сөнки әлеге бәҫте, китап тигән мөғжизәнең баһаһын, уғата күтәрҙе ул. Ә арттырғы бөгөнгө көндә лә бик килә, аҡҡа төшкәнде әллә ниндәй мал-монаяттан алдын ҡуйғы бик килә, аҡта тик пакты, сифатлыны ғына күрге бик килә. Юғиһә, китабың сыҡҡанын ишеткән бәғзе замандаш биргән тәүге һорау:
– Аҡсаһы күпме төшә бынан? – булып та ҡуйыусан.
Аталған һанды ныҡ әҙһенеп башын сайҡай ерҙәшем, йәнәһе, шуға ғына ултыр инде нисәмә йыл күҙ нурыңды түгеп, кит әле, ана урамға сығып «таксовать итәһең лутсы», өс көндә эшләйһең шуны... Ә инде аралатып үҙең түләп тә баҫтыр­ғаныңды белеүҙән һинең турала тыуған һығымта билдәле – нисек инде шулайтырға мөмкин бөгөнгө заманда… Ә минең фекерем ҡаты – мөмкин һәм кәрәк тә: аҡса менән үлсәп булмаған нәмәләр ҙә донъяла, шөкөр, бар әле һәм булыр ҙа.
Тарих тигәнем бына ниндәй. Ауылдан-ауылға йөрөп, фото ҙурайтыусылар бар ине ул осоро. Берәүһенә әсәйем үҙенең һәм минең фотоһүрәттәрҙе тоттороп ебәрҙе.
Ике ай самаһынандыр, берәү ишек туҡылдатты. Ят кеше килгәнен шундуҡ аңланым – беҙҙең ауылда, ҡылансыҡланып, шаҡып-маҡып тороу юҡ, ишекте тота ла асалар, рөхсәт һәр кемгә бар, әммә, бына быныһы мөһим, шундуҡ үҙҙәрен шаулы-яғымлы белгертә һалалар:
– Өйҙәләрме-е-ү-ү!?
Шаҡылдау йәнә ҡабатланды, сөнки йүгереп барып ҡына аса һалманым – Том Сойер менән Гек Финн мажараларын уҡып ята инем, китапты ырғытып ебәрмәнем, ырғытырға ул – ялҡытҡан алгебра дәреслеге түгел, ипләп өҫтәлгә һалдым, битен бөкләнем, шунан һуң ғына йүнәлдем.
Ишек ҡыҫылыу менән таныным: теге фото ҙурайтыусы кеше тора соланда:
– Мөмкинме?
– Рәхим итегеҙ!
Инде лә, өҫтөн дә, аяҡ кейемен дә һалмайынса, сумаҙансығынан портреттар сығара башланы был. Боҫланған күҙлеген генә һөртөп кейҙе.
Һүрәттәр былай һәйбәт күренә. Тик әсәйемдең жакеты бөтөнләй икенсе, сәсе лә үҙенекенән башҡараҡ. Минең аҡ күлдәк яғаһы баяғы алгебра эсендәге линейка ише төҙләнгән, сәс шыма һыйпалған. Пионер галстугы ла кинолағыса елберҙәй. Үҙ ҡиәфәтемдән алыҫыраҡмын. Йә ярай, ижади эшләргә маташҡандыр кеше.
– Ололарҙан, нимә, береһе лә юҡмы ни? – тип сатнатып һораны ҡунаҡ, өйҙө һөҙөп ҡарап. Хәрәкәте нисектер һөмһөҙөрәк килеп сыҡты. Беҙҙә лә һорайҙар ошолайыраҡ итеп, тик былай һалҡын, сәнскеле килеп сыҡмай.
– Юҡ, – тием. – Әсәйем район үҙә­генә киткәйне, төнгә ҡалыр, моғайын.
– Миңә аҡса кәрәк тәбаһа! – Һүрәтсе ҡомһоҙ күҙҙәрен бәзерәйтте, әйтерһең дә, унан үтескә алғанмын да хәҙер бирмәҫкә ҡырталашам. – Бармы? – Блокнотындағы фами­лияға, ҙур ғына һанға төрттө. – Ошо һеҙ бит инде?
– Беҙ, – үҙемде лә, һүҙемде лә ҡаты тоторға тырышып, шулай тинем. – Тик миндә был хәтлем юҡ. Әсәйем тиҙ генә ҡайтмаҫ әле.
Аҡса барлығын барҙыр ҙа, ләкин ҡайҙа ятҡанын белмәйем. Белеү ошоғаса кәрәкмәне лә, әсәйем тейешлеһен үҙе бирә килә.
– Һы… – заман эшҡыуары ниңәлер йыш-йыш тар устарын ыуҙы, – нишләйбеҙ, әләйгәс? Ә? – Өйҙө тағы күҙлеге өҫтөнән тыйнаҡһыҙ байҡаны.
Мин яурын һикерттем. Ни ҡы­лырға икәнен, ысынлап та, белмәй инем.
– Улай булмай инде, – ҡунаҡ урынһыҙға усын ыуыуын дауам итте, гүйә, көткән аҡса ҡасырға түгел, ә көтмәгәндә үҙе килеп ҡабырға тора. – Бар, туғандарыңданмы, кемдән унда, һорап тор.
Киттем инде сығып урамға. Ете ят үткенсене яңғыҙын ҡалдырып сыҡтым. Үҙебеҙ ҡатышып йөрөгән яҡын-тирә өйҙәрҙе ураным. Буш ҡайттым: йә эштәләр, бала-саға ғына шаярыша, йә үҙҙәренең хәле хөрт, йә әлеге әҙәм инеп һуңғыһын алып сыҡҡан. Бала кешегә ул тиклемде тотторғолары ла килмәгәндер ҡайһыларының.
Аҡсаһыҙ әйләнеүем саҡырыл­маған ҡунаҡҡа оҡшаманы, асыулы мығырҙап, нәҙек бармаҡлы, самаһыҙ аҡ ҡулдарын яман ышҡып, тағы һораштырыуымды талап итте.
Йәнә киттем. Ун өс йәшлек баланың күҙен әллә февраль еле еүешләтә, әллә нимә…
Һөҙөмтә тағы ыңғай булманы.
Асыуы һаман ҡабара барған һүрәтсенең ауыр ҡарашына түҙә алмай, сираттағы тапҡыр кейендем. Был юлы үрге осҡаса еттем. Их, урамда әсәйемде осратһамсы… Шул аҡсаны, хәшәрәтте, алыр инем дә, алдына төшөп сабыр инем, түләр инем дә, йәһәтләп сығарып ебәрер инем теге әҙәмде. Әсәйем килеп инеүгә, фотопортреттарҙы стенаға элер инем – эй, ҡыуаныр…
Тик ҡайҙа һиңә ул ваҡытта район үҙәгендә тиҙ генә йомош йомошлау, тотош бер эпопея был – барыуы бар, ойошманан-ойошмаға йөрөүе бар, ҡайтыуы бар, оло юлда автобустан төшкәс, йәйәү атлауы ла бик ихтимал.
Шулай хәсрәттән баҫылып, оҙонайып килгән буйым ҡыҫҡарып, тағы буш ҡул менән боролдом. Өйҙә теге әҙәм ултыралыр инде, һөйләнер ҙә һөйләнер, шул ғына ла “кәпейкәһеҙ” ултырғаным өсөн битәрләр. Нисек күҙенә күренергә инде бының, нимә тиергә… Тәүге һәм һуңғы мәртәбә өйөбөҙгә ингем килмәне.
Ләкин был юлы аҡланырға тура килмәне – өй буш, ур-ра-а-а… Ҡарашым шул саҡ өҫтәлгә төштө, сөнки ул нисектер китек тойолдо. Оп-па-а-а… баяғы Марк Твен күренмәй ҙәһә… Шунда ғына һалғайным ул, асыҡ хәтерләйем. Бер ҡайҙа ла төшмәгән дә. Бая, ингеләп-сыҡҡылағанымда, фото ҙурайтыусы ла, сысҡандыҡы ише күҙҙәрен секерәйтеп, шуны ҡараштырған кеүек ине.
Артабан мөйөштәге, карауатым осондағы, кәштәнең ныҡ бушағанын сырамыттым. Ипләберәк ҡараһам, ундағы ҡалын-ҡалын бүтән китаптарым да юҡ!.. Мейемде әсе уй телде: теге бәндә сәлдергән! “Балалар өсөн донъя әҙәбиәте китапханаһы” серияһында нәшерләнгән шәп-шәп баҫмалар ине улар. Байтаҡ инеләр – ҡайһыһын үҙем һатып алдым – район үҙәгенә барған һайын иң беренсе китап магазинына инә инем, ҡайһыһын бүләк иттеләр, ҡайһыһын Өфөнән алып ҡайттылар.
Ҡыҫҡаһы, ҡунаҡ хаҡ урынына шуларҙы алып һыҙған.
Әсәйемде шатлыҡһыҙ ҡаршы­ланым.
– Ауырыҡһынып тораһыңмы әллә, улыҡайым? – Һалҡын усын маңла­йыма баҫты. Рәхәт булып китте. Гел шулайта ул, әйтерһең, бар һыҙлауҙы йылы усына һеңдерә.
Хәлде һөйләп бирергә мәжбүр булдым.
– Ай, әттә-ә… – Әсәйем ултыра төштө. – Ай, балаҡайым, аҡса ни шунда ғына ята ул, – үҙенең карауаты яғына ымланы, – түшәктәр араһында. Китаптарың ҡалай әрәм булған…
Ултыра торғас, ҡалҡынып:
– Ә фотолар ҡайҙа? – тип һораны.
Мин яурын йыйырҙым: ысынлап та – ҡайҙа? Улары ла юҡ та ул. Ҙурайтылғандары ла, бәләкәйҙәре лә. Был турала бөтөнләй онотҡан­мын. Быныһы инде ныҡ аптыратты – әҙер нәмәне ниңә ҡалдырып китмәгәндер, башҡа кешегә һата алмай ҙаһа. Моғайын, ҡыҫандары өсөн ҡалдырмағандыр, эстәренә бүтән портреттарҙы ҡуйырға мөмкин бит.
Бая, китаптың элекке юғары һәм бөгөнгө әллә ни түгел баһаһына ҡағылғанда, тура, таҙа мәғәнә генә күҙҙә тотолдо, шуның менән бер ҡатарҙа һирәкләп алдаҡ күренеш – стенкаларҙа кирбес-кирбес, уҡыу түгел, асып та ҡаралмаған, баҫма­ларҙың йылтырашыуы, хужаларҙың уҡымышлылығын, замансалығын яһалма күрһәтеү дәүере лә ине был. Теге заман эшҡыуары ҡалаһына ҡайтып, бәлки, һатҡандыр инде минекеләрҙе, сарыфлаған хеҙмәтен ҡатлы-ҡатлы ҡаплағандыр.
Бөгөн килеп, китаптар балкон­дарға йәшерелгәндә, ҙур теләк менән, саңдан ҡотолоу юлы булараҡ, макулатураға тапшырылғанда, бүләк рәүешендә һис ҡаралмағанда, хатта мәктәптәрҙә улар урынына компьютермы, музыка үҙәгеме, саң һурҙырғысмы өҫтөн күрелгәндә, быға, бәлки, яңылыштыр ҙа, әммә үкенес кисерәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567