Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тетрәндерҙе, уйға һалды...
Тетрәндерҙе, уйға һалды...— Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
— Сеү, илама, улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен...
— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым...


М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған “Хыялға ҡар­шы” спектакленән алынды был һүҙҙәр. Сәхнәлә ҙур уңыш менән барған тамаша Айгиз Баймө­хәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы буйынса ҡуйылды. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡ­баевтың был ижади хеҙмәте үтә лә отошло булып сыҡты. Спек­таклдең гастролдәре Баш­ҡортостанда ғына түгел, Татарстанда, Екатеринбургта, хатта Рәсәйҙең икенсе яҡ осонда ятҡан Бүрәт Республикаһында ҙур уңыш менән барҙы. Халыҡтың был тамашаны нисек үҙ итеүе хаҡында ошо һан да һөйләй: Башҡортостандағы бер аҙналыҡ гастроль мәлендә спектаклде алты меңдән ашыу кеше ҡараған. Билеттарҙың тиҙ бөтөүе сәбәпле, актерҙарға һәр районда көнөнә ике тапҡыр уйнарға тура килгән. Әле булһа ла ошо спектакль менән килеүҙәрен һорап, төрлө төбәктәрҙән театрға үтенес хаттары килеп тора. Бына ҡайҙа ул сәнғәттең халыҡсанлығы һәм көсө!
Һанай китһәң, ижади коллек­тивтың ҡаҙаныштары тос ҡына. Тиҙҙән спектакль менән Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡтарын да әйтеп үтергә кәрәктер. Һәм был юҡҡа түгел. Рәсәйҙең йөҙҙән ашыу театры араһынан нәҡ “Хыялға ҡаршы” илебеҙҙең иң яҡшы ете сәхнә әҫәре исемлегенә индерелеп, абруйлы баш ҡала сәхнәһен­дә күрһәтелеүгә хоҡуҡ алды.
Ә инде ошо спектаклде тыуҙырған ижади коллектив (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин) быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡ­дим ителде. Ошо уңайҙан таныл­ған шәхестәребеҙ йәштәр­ҙең ижадына ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Эржена ЖАМБАЛОВА,
Х. Намсараев исемендәге Бүрәт академия драма театры­ның художество етәксеһе, Бүрәт Республикаһының ха­лыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

– Былтыр Улан-Удэла беҙ уҙғарған “Алтан Сэргэ” халыҡ-ара фестивалендә башҡорт театры ла ҡатнашты. Унда йәштәр етем балалар яҙмышы хаҡын­дағы “Хыялға ҡаршы” спектаклен күрһәтте. Был ижади бәйгелә үҙеңә иғтибарҙы йәлеп итеү еңелдән түгел ине, сөнки Рәсәй­ҙән генә түгел, Ҡытайҙан, Эстониянан, Монголиянан да абруйлы театрҙар ҡатнашты. Ә инде башҡорт театры тәүге минуттан уҡ тамашасыларҙы үҙенә ҡара­тып алды ла аҙаҡҡы ми­нутҡаса ҡәҙәр “ысҡын­дырманы”. Әҫәрҙе синхрон тәржемә аша ҡараһаҡ та, һәр геройҙың кисерешен, һыҙ­ланыуын үҙ йөрәгебеҙ аша үт­кәрҙек. Ә инде улар уйнап бөткәс, халыҡ актерҙарҙы сәхнә­нән төшөрмәй дәррәү алҡышланы.
Ҡунаҡтарҙың, йәш булыуына ҡарамаҫтан, шулай оҫта сығыш яһауына һоҡландыҡ. Шуға башҡорттар “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” тип танылды.
Фестиваль бөткәс, ошо көнүҙәк мәсьәләне күтәргән спектаклде нисектер үҙебеҙҙә ҡуйыу теләге баштан сыҡманы. Бәйләнешкә инеп, режиссер Илсур Ҡа­ҙаҡбаевты үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Илсур бер ай эсендә беҙҙең коллектив менән уртаҡ тел табып, бүрәт телендә спектаклде сәхнәгә сығарҙы. Был иһә ике милләт араһындағы дуҫлыҡҡа ныҡлы күпер һалды.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең театрҙа ла ул әҫәр ҙур уңыш менән бара. Республикабыҙҙа ғына түгел, Байкал аръяғы крайында ла гастролдәре гөрләп үтте. Башҡорттарҙың шундай шәп яҙыусылары, актерҙары, режиссерҙары булыуына һәм улар менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ. Ә инде егеттәрҙең дәүләт премияһына тәҡдим ителгәнен ишеткәс, барлыҡ театр коллективы ҡыуанды.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Режиссер Илсур Ҡаҙаҡ­баев­тың был ижади эшен күреп, йәштәребеҙ өсөн ҡыуан­дым. Спектаклдә режиссерҙың үҙ табыштары, алымдары бар, ул ҡыҫҡа ғына диалогтар аша күп мәғәнәгә өлгәшә, тел төбө аңла­шылып тора. Сәхнәләге ваҡиға­лар тығыҙлығы, динамика, тамашасыны даими көсөргәнеш­тә тотоуы – бөтәһе лә һоҡлан­дыра. Башҡорт театрына өмөтлө режис­серҙың килеүе, һис шикһеҙ, милли сәнғәтебеҙ, Олег Ханов мәктәбенең ҡаҙанышы.
Артур Кәбировтың әҫәрҙәге төп герой Ильясты уйнауы, уның һабаҡташы һәм иң яҡын дуҫы Фәрит образын Урал Әминев һынландырыуы бик ышандырғыс, көслө тәьҫирле һәм эмоциональ. Спектаклдәге төп кире герой­ҙарҙың береһе – Даянды – Фәнис Рәхмәтов кинәнеп, рәхәтләнеп, бирелеп уйнай. Был тиклем дә кире буяуҙарҙы, яман холоҡ-һыҙаттарҙы артист ҡайҙан табып бөтә торғандыр! Был йәштәр төркөмөндә Ринат Бай­мыр­ҙин­дың Саша образы ла тамашасыны битараф ҡалдыр­май.
Ошо йәш таланттар дәүләт бүләгенә тулыһынса лайыҡ, тип һанайым.

Риф ҒӘБИТОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– “Хыялға ҡаршы” спектаклен ҡарағас, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Һәр актерҙың уйнауы, геройҙарҙың ҡатмарлы яҙмышы, тетрәндергес хәл-ваҡиғалар күҙ алдымда оҙаҡ торҙо. Икенсе яҡтан, әҫәрҙең заманса ҡуйылы­шы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Декорация өсөн әллә ни күп әйбер ҡулланылмай, кейемдәрҙең ябай­лығы ла – үҙе бер алым. Бында барыһы ла образлы фекерләүгә ҡоролған.
Тамашаның йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел. Унда көнүҙәк мәсьәлә күтәрелә. Ни өсөн бөгөн тыныс тормошта етемдәр һаны арта? Ниңә күптәр әсәлек бурысын дәүләткә йөкмәтергә тырыша? Ғаиләлә үҫмәгән бала йәмғиәткә яраҡлы була аламы? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрә режиссер.
Ни өсөн был спектакль айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята? Сөн­ки әсәлек һәм бала пробле­маһы һәр заманда, һәр кемде бор­сой. Ғаилә – илдең нигеҙе, тип әйтәбеҙ. Ә ниндәй хәлдә һуң бөгөн ул нигеҙ? Бына ошо хаҡта уйландыра “Хыялға ҡаршы” әҫәре.
Актерҙарҙың шул тиклем бирелеп уйнауы хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Унда һәр кем – төп герой. Улар уйнамай, ә шул балалар йортонда йәшәй кеүек. Шуға ышандырыу көсө лә ныҡ.
Үҙ ваҡытында ғына әйтелгәндә һүҙҙең ҡәҙере бар, тиҙәр. “Хыялға ҡаршы” спектакле ана шулай үҙ мәлендә тамашасыға еткерелеүе менән отошло. Ошондай һәләтле ижадсыларыбыҙ барҙа театр сән­ғәтенең киләсәге яҡты. Йәш дуҫ­тарға был яуаплы хеҙмәтендә бары тик уңыштар ғына теләйһе ҡала.
Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры элек-электән шәп артис­тары менән дан тота. “Киләсәк кемдәр ҡулына ҡала?” тип йыш ҡабатларға күнеккәнбеҙ. Ә инде театрҙа ошондай һәләтле артис­та­рыбыҙҙың уйнауын күргәндән һуң күңел ҡанатлана. Әле мәртә­бәле премияға тәҡдим ителгән йәштәрҙең һәр кеме республика халҡына яҡшы таныш. Берен­сенән, егеттәрҙең бишеһе лә Мәскәүҙәге М. Щепкин исемен­дәге Юғары театр институтын тамамлаған. Улар хәҙер ун йыл дауамында театрыбыҙҙа арымай-талмай хеҙмәт итә.
Яңылышмаһам, ижади коллектив “Хыялға ҡаршы” спектакле, шулай уҡ башҡорт театры сәнғәтен пропагандалағаны өсөн дәүләт премияһына дәғүә итә. Әгәр уларҙың башҡарған төп ролдәрен, тыуҙырған образдарын хәтергә төшөрһәң, байтаҡ ҡына һанарға тура килер ине. Шулай ҙа бер нисәһен атап үтергә кәрәк. Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған Т. Миң­нул­линдың “Мин – ҡатын-ҡыҙ”, Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектаклдәре башҡорт сәхнәһендә яңыса һу­л­ыш алып, тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Артур Кәбиров иһә М. Ғафу­риҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә – Закир, И. Йомағоловтың “Нәр­кәс”ен­дә – Тимерхан, З. Бураҡае­ва­ның “Февраль. Буран...” драма­һын­дағы Рәми образдары аша күптәрҙең яратҡан артисына әүерелде.
Урал Әминев – шәп бейеүсе лә. Уның был һәләте А. Абушах­ма­нов­тың “РУДИ – NEVER OFF…” тамашаһы аша Рудольф Нуриевты ҡабаттан Башҡортостанға “ҡайтарҙы”.
Фәнис Рәхмәтов О. Жанайда­ров­тың “ДЖУТ” (“Һуңғы йәйләү”) драмаһында – Әхмәт, Б. Бикбай­ҙың “Ҡоҙаса”һында Басирҙы, С. Айытматовтың “Аҡ паро­ход”ында Малайҙы ышандырыр­лыҡ итеп һүрәтләүе менән иҫтә ҡалған.
Ринат Баймырҙин иһә Ҡ. Ғәли­ҙең “Йософ менән Зөләйха” әҫәрендә – Батша, “Ҡара йөҙҙәр”­ҙә – Ғәйфулла, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” әҫәремдә Моҡаш образын хәтерҙә ҡалыр­лыҡ итеп башҡарҙы.
Егеттәрҙең һәр кеме бихисап ролдәре аша төрлө төбәктәрҙә, хатта сит илдәрҙәге сығыштары менән милли театр сәнғәтен танытыу өсөн байтаҡ эш баш­ҡарған. Һәләтле йәштә­ребеҙҙең тырышлығын күрә белергә, уларға дәүләт кимәлендә лайыҡлы баһа бирергә кәрәк тип уйлайым.


Ркаил Зәйҙулла, драматург, Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Мәғариф” жур­налының баш мөхәррире:
– Өфөнән М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль алып килгәнен ишеткәс, Камал театрына ашыҡтым. Был тамаша, йәш автор хаҡында ишетеп белә инем. Айгиз башҡорт әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан йәштәр араһында айырылып тора, яҙмышы менән дә, ижады менән дә.
Проза әҫәренә инсценировка эшләп сәхнәгә ҡуйыу режис­серҙан шаҡтай ҡыйыулыҡ һорай. Айгиздең үҙенсәлекле бәйәнен сәхнә теленә күсергән сценарий авторы Әнгизә Ишбулдинаға рәхмәт. Режиссер сәхнәлә һәр геройҙың холоҡ-фиғелен аса алған. Тетрән­дергес спектакль! Актерҙар, гүйә, уйнамай, ә ысын тормошта йәшәй: аяуһыҙлыҡ диңгеҙендә иртәме-һуңмы, мәрхәмәтлелек пәйҙә булыуына ышанаһың. Ләкин ҡаршыла битарафлыҡ диуары дусар була, уны өйөүҙә әҫәр ҡаһарман­дарының ғына түгел, гүйә, һинең ҡатнашлығың да бар кеүек. Шул уҡ ваҡытта ул диуарҙы төп ҡаһармандың емерәсәгенә ышанаһың да. Сәнғәт әҫәренең көсө шунда ла.
Йәш актерҙар уйынына һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Ә инде уларҙың шундай мәртәбәле премияға тәҡдим ителеүенә икеләтә шатмын. Улар бындай хөрмәткә лайыҡ.
Венер Исхаҡов
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567