Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡынлаша көҙҙөң һуңы ла…”
Мөғжизәләр – әкиәттә,
Тылсымдар инде көтмәм.
Бәхет тәтемәй һәр кемгә,
Бәхетһеҙ генә китәм.
Был юлдарҙы яҙған саҡта ул үҙенең оҙаҡ йәшәмәҫен белә ине инде. Оҙон-оҙаҡ әңгәмәләрҙә төрлөсә кәйефләндерергә, алдында бәләкәй генә булһа ла өмөт-маяҡ ҡабыҙырға маташҡан ваҡыттарҙа шуны аңланым: был кешенең умыртҡа һөйәге һынған, “тегендә” китеү тойғоһо ышаныслы теләккә әүерелгән… Быйыл ғына донъя күргән “Иртә көҙ” йыйынтығында ла һуңғы яҙылған шиғырҙары тик өмөтһөҙлөк менән һуғарылған, үҙе яҙғанынса, “башым эйелгәндән эйелә”.

Былтыр алтын көҙ аҙағында һуңғы барғанымда ул баҡсаһында ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра ине. “Ике көндә әллә күпме шиғыр яҙҙым, дәрт уятыр өсөн, бына, китаптар ҙа уҡыштырып алам”, – тип аҡланғандай әйтеп ҡуйҙы ла өҫтәлдә, диванда туҙып ятҡан китаптарға ишараланы. Өйө ҡараңғылыҡҡа сумған, ут янмай. Күрше-тирәлә бер кем дә ҡалмаған инде, баҡса миҙгеле ябылған. Ә бында берәү тырышып-тырмашып яҙыу менән була. Өмөт сатҡыһы уятҡандай итте бындай халәте, сөнки йәйге кистәрҙә беҙгә килеп, ҡатыныма:” Рима, мин, моғайын, китермен ул…” – тип ултырыуҙары ялҡыта башлағайны.
Ҡатыныма өндәшеүе лә шунан – мин уның бындай зарҙарына битараф була башланым. Япа-яңғыҙ ҡалған кешегә тыңлаусы ғына түгел, кисерештәрен аңлауын һиҙҙереп, уфтанғылап алыусы ла кәрәктер, күрәһең. Ләкин яҙылған шиғырҙарын уҡый башлағайны, үҙем дә шул күңелһеҙ юҫыҡҡа төшөп китә яҙҙым: тағы ла өмөтһөҙлөк, көтөүҙәренә һәм китәсәгенә ишара…
Ә бит ниндәй матур әңгәмәләр ҡорола ине был донъяла күпте күргән, күпте кисергән, әллә күпме тарихты мауыҡтырғыс итеп һөйләй белгән Рәмил ағай Йәнбәк менән! Кешеләр, ваҡиғаларға тос һәм тапҡыр баһа биреп, уйынлы-ысынлы итеп әйтеп ҡуя ул, ә һиңә иһә, оҙаҡ уйлап ултырғас: “Ысынлап та, шулай бит!” – тип ғәжәпләнеп ҡуйырға ғына ҡала. Күпте белеү генә етмәй бының өсөн, белгәнеңде мәлендә хәтер төпкөлөнән сығарып, кәрәк ерҙә генә дөйөм хәбәргә ҡушып ебәрә белеү ҙә мөһим. Шуға ла һәр компания, йыйылыштың үҙәгендә ул була, йәштәр, өлкәндәр булһынмы, һәр кем Рәмил Йәнбәктең ауыҙына ҡарап тыңлай. Студент йылдарында уҡ радиола диктор булып эшләп йөрөүе сәбәпселер быға. Ә артистар, яҙыусылар тормошонан уйынлы-ысынлы “этлектәре” һуң? Уларҙың ҡайһыһы ысын булған, ҡайһыһы ағайҙың уйҙырмаһы икәнен ҡапылғара аңлауы ла ҡыйын. Тик үҙеңә ҡағылғанын һөйләгәндә генә абзыйҙың шаҡтай шаштырғанын күрәһең. Ләкин Йәнбәк һөйләгәндә башыңдан үткән әллә ни ҡыуаныслы булмаған хәлдәр ҙә ҡыҙыҡ һәм бер ғәйепһеҙ мажара булып күренә, сөнки ул кемгәлер нимәлер һөйләй башлаһа, сырайы асылып, күҙҙәрендә серле осҡондар ҡабына. Ҡайһы ерендә кинәт боролош яһап, баяғы шул “этлеге” килеп сығыр икән, тип көтә кеше.
Беҙ уның менән бик күп ут-һыу кистек. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында әсәһе һәм үҙе тураһында “Бер иларға ине” тигән йыр таныштырҙы беҙҙе. Яңылыш сәнғәт институтына барып сыҡҡайныҡ бер төркөм йәштәр – аҙаҡтан Йәнбәктең тос билдә­ләүенсә – “Йәшлек”тең пониҙары”. Шунда Айрат Ғайсин тигән кеше менән таныштыҡ. Йәшкә минән байтаҡҡа өлкән булһа ла, студент ҡына икән. “Кем булаһың инде?” “Композитор мин”. “Бынау доңғорҙаҡта (пианиноға ымлап) ниҙер дымбырлатырға маташыумы?” “Бына ошолайыраҡ”, – пианино тигәнем ул саҡтарҙа саҡ пәйҙә булған синтезатор икән. Айрат дуҫ уның артына баҫты ла “Әсәкәйем” тигән йырын иғлан итте. Һуңғы аккордтар тынғас та беҙ бик оҙаҡ аһәңләнеп ултырҙыҡ. “Кем яҙған?” “Рәмил Йәнбәк һүҙҙәре!”
Был йырҙың әле лә эфирҙан төшкәне юҡ. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ишетергә тура килә. Авторҙың “Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?” тип үпкәле-кинәйәле һорауын бик күптәр үҙ әсәһенә лә бағышлауы мөмкин булғанға шулай оҙон ғүмерле һәм киң аудиториялы ул йыр. Ҡыҙыҡ, ғәҙәттә, әсәйҙәргә йә һағыныу, йә мәҙхиә һәм рәхмәт һүҙҙәре арнайҙар. Ә бында хисле тәбиғәтен улына күсергән өсөн үпкә, хатта ғәйепләү ҙә һымаҡ… Ысын, был турала һирәк кеше уйға ҡалалыр, әсәйеңдән алған һәләтең булмаһа, “ғәҙәти генә” кеше булып оҙағыраҡ та йәшәп булыр ине бит.
Рәмил Йәнбәк менән төрлө темаларға бик оҙаҡ һөйләшергә мөмкин ине. Сөнки, билдәләүемсә, белмәгән нәмәһе юҡ. Иң мөһиме, ул бик ихлас кеше булды, уйлағанын йәшермәй әйтә, шуға ла унан һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы һүҙ көтәһең. Ҡайһы өлкәне генә алма, унда Йәнбәктең берәй яҡын танышы булып сыға, республиканың һәр районында уның дуҫтары йәшәй, һәр ҡайһыһы тураһында ул кинәнес менән һөйләй ала. Иҫ киткес яҡты хәтере шунда уҡ ҡасан, ҡайҙа ул кеше менән осрашҡанын иҫенә төшөрә лә мотлаҡ берәй ҡыҙыҡ ваҡиғаны ҡаҙып сығара.
Кешеләрҙе үҙҙәренсә итеп абзый һәм мырҙаларға бүлмәне Рәмил Йәнбәк. Беҙ, уның янында сағыштырмаса шыйтыҡ малай-шалай, үҙебеҙҙе һәр саҡ уға тиң тойҙоҡ. Ағай тип өндәшкән дә булманы шикелле хатта, ул беҙгә гел Йәнбәк кенә булып ҡалды. Хатта “Китап” нәшриәтенең директоры булғанда ла. Сөнки ул шағир ине, ә улар барыһы ла бер заттан – хисле итеп яратылғанһың икән, шул йөктө тартмай сараң юҡ…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566