Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лирик та, философ та...
Лирик та, философ та... Уның тураһындағы бөтә уйҙарымды, хис-тойғоларымды ситкә алып ташлап, шәхесенең үҙәген тәшкил иткән шиғриәт хаҡында һөйләшәйек: Риф Әхмәҙиев – лирик. Хатта мин уның шиғриәтен “камерный шиғриәт” тип атар инем.
Эйе, уның шиғырҙары ҡысҡырып бармай, үҙҙәре хаҡында алдан яр һалмай: ысын әйбер һымаҡ, ул тыйнаҡ, ғәмле, бәҫле һәм ысын.
Яҙҙағыса балҡып ҡайындарым,
Ҡул болғамай инде теҙелеп;
Һағыштанмы һыҡтап, һуҡмағыма
Һары япраҡ төшкән өҙөлөп.
Һалҡыныраҡ хәҙер иртәләр ҙә,
Ҡыр ҡаҙҙары китә ашығып;
Тал-тирәктәр өнһөҙ тынып
ҡалған,
Һағынғандай, көтөп, ғашиғын.


Шиғриәтенең төп символдары “тәҙрәләр”, “күк йөҙө”, “илаҡ талдар”, “ауылым ҡайындары”, “Тағанай тауы”, “Ай”, “Әй”, “Златоуст”, “Еҙем-Сим”, “елдәр”, “Зыярат күл”, “Салауат күпере”, “Һигеҙәктау”, “Шиҙәле йылғаһы”, “Август”, “өҙөлгән япраҡ”, “көҙ” һәм “төн”...
Ауыл кисен телеп үтә
Ҡыңғырау тауыштары;
Ҡыңғырау тауыштарында
Йөрәгем һағыштары.
“Талдар ниңә бейек булмаһындар – Ынтылғаны зәңгәр күк икән...”, “Ниндәй тыныс тирә-әйләнәм, гүйә, ер тын. Ә мин әйләнәм...”, “Көҙгө күлдәр, көҙгө йылғалар, күпме күҙҙәр һеҙгә бағалар...”
Икенсе төрлө ул шиғриәтте тәбиғәт тураһында ялҡытмаҫ йыр тип атап булыр ине.
Бына был “Көҙгө күлдәр, көҙгө йылғалар” шиғыры. Шағир тын күл төбөн күрә, хистәре терелеп китә. Ҡырсынташты иҙеп атлай, һағышынан түҙмәй, хатта ҡамыштан өйрәк осоп сыға.
“Һабантурғай” уға тағы яҡташы Рәми Ғариповты хәтерләтә.
Моңдарының һағышлыһын,
Нағышлыһын һайлап тормай;
Тел осонда ниндәй моңо –
Шуны һөйләй һабантурғай.
Ғүмеренең йәшәлгәнен,
Йәшәләһен һанап тормай,
Ғүмерҙәре өҙөлгәнсе,
Һайрап-һайрай һабантурғай.
Тәбиғәт күренештәре йыш ҡына лирик геройҙың күңел кисерештәренә тоҫмаллай: күл ҡамышы һағышты һөйләй, ә көҙҙөң көнө үтеп барған ғүмер хаҡында иҫкәртә.
“Йырламаҫтан күңел йырлап бара! Сабый булып көлә, ҡыуана – Нисәнсе яҙ шулай, һөйөүемдән Иҫерекмен мин – бер диуана”.
Быныһы мөхәббәт лирикаһына тарта. Шағир – мөхәббәт йырсыһы, ул үҙе лә йырҙан, һөйөүҙән, ҡояш яҡтыһынан ғына яралған кеүек. Ул хатта бер шиғри йыйынтығын да “Һөйөү рухы” (2004) тип атай.
Үҙем таптым һине –
Үҙем өркөттөрҙөм...
Йәки:
Һин тыуғанһың миңә хыял булып,
Ысынбарлыҡ булып башҡаға...
Һөйөклө тормош юлдашы Гөлфиәгә “Тәҙрәләр – беҙ” тип өндәшә: “Һин, мин, ике улың, Дүрт тәҙрә булып, ғорур ҡарайбыҙ бит донъяға!”
Һәр йыл һайын яҙ килтерҙе миңә
Сәскә еҫен, сәскә төҫтәрен;
Был яҙыма һис бер көтмәгәндә
Күҙҙәреңдең нурын өҫтәнем.
Һөйөклөһө алдында шағир – ҡол:
Ап-аҡ ҡарҙай, шундай йомшаҡ, нәфис,
Мамыҡ төҫлө, наҙлы ҡулдарың;
Белһәң ине, ошо ҡулдарҙың бит
Йылыһына мохтаж ҡол барын.
Һәр бер шағир, әҙип мөхәббәт тип табына, шағир һөйгәнен әллә кем итә, уның өсөн... Ул һөйгәненә үҙенең иң мөлдөрәмә күңел хистәрен арнай. Уйлай-уйлай китәһең дә, әллә мөхәббәт үҙе шиғриәтме икән, әллә шиғриәт мөхәббәт солғанышымы, тип ҡуяһың. Шәп шағир – ул һәр ваҡыт мөхәббәт йырсыһы...
...Риф Әхмәҙиев шиғриәтен, өсөнсөнән, дүртенсенән, мин тыуған яҡҡа һөйөү тип тә әйтер инем.
Үләндәр һарғайған –
ысыҡтар кипмәгән,
Ҡоштар ҙа Уралдан ашығып
китмәгән,
Ҡыштар ҙа әлегә етмәгән, етмәгән,
Көндәр һалҡыны үҙәккә үтмәгән,
Кем генә бар икән көҙҙө үҙ итмәгән,
Яҙҙа ла, көҙҙә лә бәхетен көтмәгән,
Көҙҙәрҙең һағышы өмөтөн өтмәгән.
...Күңелдә йәй ҡалған –
йылыһы бөтмәгән.
Күп шиғри юлдар килтергәнгә ғәфү үтенәм уҡыусымдан: ни тиһәң дә, шиғриәт тураһында һөйләмәҫкә, ә шиғриәттең үҙе менән танышырға кәрәк бит. Был юлы мин бары – шиғриәт иленә юлда бер компас ҡына. Риф Әхмәҙиев менән беҙ бергә уҡыныҡ, йәнә, беҙ яҡташтар ҙа, икебеҙ ҙә Әй һыуын эсеп үҫкәнбеҙ. Яҡташым хаҡында һүҙҙе мин күптән әйтергә тейеш инем, шулай ҙа, урыҫ дуҫ әйтмешләй, “лучше поздно, чем никогда”. Риф дуҫым бик ипле, бик тыйнаҡ кеше, бик тә сабыр, түҙемле йән, шиғриәте кеүек талғын йылға ағышын хәтерләтә уның тормош юлы, иртә атайһыҙ үҫә, яңыраҡ тыуған Әбдрәзаҡ ауылы ла бөтөүгә йөҙ тота, тип ишеттем.
Шағирға уйланырға, борсолорға, һағышланырға сәбәп етерлек. Ғөмүмән, уның бар булмышы – һағышланыу, моңланыу; әле ул туған Башҡорт дәүләт университетында эшләүен дауам итә, күңелендә – тыуған яғы, ҡый-ҡый тигән Ҡыйғы яҡтары... Мин уның шиғри йыйынтыҡтарын алып ҡарайым, күп түгел улар: “Күк йөҙө” (1982), “Тәҙрәләр” (1992), “Һөйөү рухы” (2004) һәм иң һуңғыһы “Хәтер мәле” (2015)... “Хәтер мәле”н асам. Мин шағирҙың яҡташы, Өфөнән автор менән ауылыма бер юлдан ҡайтам, Рифтең шиғырҙарындағы шул тауҙы танып буламы икән?
Китап “Тағанай” шәлкеме менән асыла. Тағанай – беҙҙең яҡтағы иң бейек тауҙарҙың береһе, Сүлейә менән Златоуст яғында.
Тағанайҙың туғайҙарын биҙәп,
Мамыҡ шәлдәй, ойоп, томан ятҡан,
Күккә тейгән нурлы түбәләре
Көтөп тора, әйҙәп йыраҡҡа –
Тағанайҙы Хоҙай томанлы ла,
Ҡояшлы ла итеп яратҡан.
“Бында – хаос, өнһөҙ ҡырағайлыҡ, боронғолоҡ күҙгә ташлана (Яһап булмай һис бер ташлама), Ерҙә бүтән бындай урындар юҡ – Йәшәү Тағанайҙан башлана”. “Тағанайҙа – Ай, Тағанайҙа – Әй, Тағанайҙа – йәй, – Фанилыҡ бит, әй!..”
Тағанайҙың “Ташйылға”һы буйлап төшкәс, “Зыярат күл... ямғырҙары”. Силәбе яҡтарының данлы күлдәренең береһе, шунда ял йорттары урынлашҡан, ә “Зыярат күлдән болот “сыға” – Ямғыры булыр инде; беҙҙе ситләтеп үткәне юҡ, әле лә килер инде”. Зыярат күл ямғырҙары Ҡыйғыла ла яуа.
“Алыҫта ул, уға барыр өсөн Әйҙе сығып, Күк-Тау (беҙҙең яҡта Урал армыттарын шулай атайҙар) үтәһе”. – “Златоуст – уҡылмаған китап. Таныш түгел Ҡөрьән сүрәһе”.
Белмәй инем, әммә һиҙә инем,
Дөрөҫ булып сыҡты тойғаным:
Бик күп яҡташтарым был ҡалала
Ғүмер буйы суйын ҡойғанын.
“Златауысым”, – тиеп йәшәй улар,
Ниндәй генә эшкә егелмәй!
Был турала мин белмәгән ярар,
Ил белмәгән, ниңә ил белмәй?
Әбйәлилдәргә Магнитогорск яҡын, ҡыйғыларға – Златоуст.
Өфөнән һин Силәбегә барһаң,
Ҡайтһаң шунан ҡабат Өфөгә,
Бер төйәк бар,
Шуға етеү менән,
Батыр исеме төшә иҫемә.
Шайтан-Көҙәй ерҙәре был –
Сал тарихта шулай уйылған;
Бында берсә хозурлыҡҡа сумам,
Берсә уйҙарымдан уйылам...
Риф дуҫ сәйәсәтсе түгел, уны хатта ялҡынлы милләтсе тип атап та булмай, ләкин ул да “Салауат вариҫы” булараҡ, тарих хаҡында, үткән башҡорт яуҙары хаҡында уйланмай булмай.
Ҡайтмаҫһыңмы инде, Салауатым,
Йүрүҙәнең, Симең яғына?
Батырлығың инде илгә мәғлүм,
Шиғырлығың һине һағына...
...Риф Әхмәҙиевтең шиғырҙары күп түгел, шиғри китаптары иҫәпле генә, тинек. Эйе, ул әрһеҙ ҙә, шәп тә, уғата егәрле лә түгел, йәки батып-сумып бармай, хатта ҡайһы бер шағирҙар кеүек сәхнәләргә лә атлыҡмай: бәлки, камерный шиғырҙары сәхнәнән уҡыу өсөн дә түгелдер, әммә ул ысын шағир, ысын лирик... Мин хатта ҡайһы берҙә уға ҡарап аптырап та ҡуям. Риф – лирик шағир, Риф Әхмәҙиев – комсомол комитеты секретары. Эйе, ул йәштән шундай сәйәсмән, фирҡә эшмәкәре булды, факультет партия ойошмаһы ағзаһы, шундай рәсми кеше – декан урынбаҫары, филология факультеты деканы... һәм ул – шағир, шағирҙың да ниндәйе бит әле – нескә хисле башҡорт лиригы.
Уның “Көҙгө күлдәр, көҙгө йылғалар”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Шиҙәле”, “Һигеҙәктау”, “Елдәр”, “Ҡарашыңда моңһоулыҡ бар” һәм “Тротуар фәлсәфәһе”н мин башҡорт шиғриәтенең иң матур өлгөләренә тиң тип әйтер инем. Йәше лә арыу инде, алтмышты артылды, ә һаман шиғыр яҙа; шиғриәт – йәшлектең юлдашы, ә Риф дуҫ һаман шиғриәт кәүҙәләнеше булып ҡала, һаман лирик шиғырҙар яҙа, афарин.
Һаман шиғриәт иле илсеһе ул, һаман шағир... Беҙ (уға ҡарап) үҙебеҙ ҙә 25, 30 йәшлектәр кеүек. И, ғүмер тигәнең... Олпат ир булғас, олпат шағирға ла әйләнергә яҙҙы Риф Әхмәҙиевкә, алтмышты артылһа ла, дуҫым шиғриәттән айырылмай, лирик шиғырҙарҙы ҡойоп ҡуя, уҡығыҙ: “Ағиҙел” журналы, 2017 йыл, 5-се һан, “Хәтер мәле” – 2015 йыл, “Китап” нәшриәте! “Ағиҙел”дең 5-се һанында беҙҙең тиҫтерҙәрҙән Мәхмүт Хужиндың тәүге романы, Мирас Иҙелбайҙың интервьюһы, Фәнил Күзбәков менән Әхмәр Үтәбайҙың мәҡәләһе баҫылған. Бына “Тротуар фәлсәфәһе”...
Эйе, Риф Әхмәҙиев – лирик шағир, фәлсәфәүи шағир, тип әйтергә лә онотоп торам. Ысын шағирҙар ысын философтар улар, тип әйткәйне бер заман Дамир ағай Вәлиев... Тротуар, уның ниндәй фәлсәфәһе булһын инде?.. Бар икән шул.
Тротуарҙан киләм атлап,
Буйы оҙон, сиге юҡ.
Шул дәүмәлдәр кеүек бәхет –
Булғаны – бар, юғы – юҡ.
...Миҙгел ыҙанында тороп,
Өшөнөм, туңдым, яндым –
Быйыл да сыбар көҙөмдөң
Тротуарында ҡалдым.
“Тротуарҙа тигеҙ итеп Түшәлгән шаҡмаҡ таштар. Текләп торһаң, шаҡмаҡ таштар Сыбарлана ла башлар”.
Сыбарлана. Тротуарға ҡарап шағир сыбар тормошто күрә. Тротуар ҙа бер өшөй, бер яна; тормоштоң сыбар көҙөнә етеп, ул йәнә лә тормош тротуарында ҡала. Хәтәр шиғыр! Афарин, ошондай шағирҙарыбыҙ бар, лириктар, философтар, башҡорт шиғриәте ҡайһылай бай, матур, тиәйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567