Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫыуҙа агрономдар күбәйҙе
Төп милли баҫмабыҙ һуңғы араларҙа дөрөҫ яҙылыш мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Һүҙҙәр донъяһында буталмайыҡ” (2011 йыл, 2 сентябрь) тигән мәҡәләлә ғалимдарҙың, журналистарҙың башҡорт теленең орфографияһына ҡағылышлы сығыштары урын алды. Бында күтәрелгән проблемаларға үҙ фекерен белдергән Ләлә Бейешеваның “Хаталарға юл ябайыҡ” тигән яҙмаһы ла (2011 йыл, 30 сентябрь) бик фәһемле. Гәзиттең ошо һанында “Дөрөҫмө, юҡмы?” тигән мәҡәләлә уҡыусыларға “өйгә эш” тә бирелгән.
Был яҙмаларҙы уҡып сыҡҡас, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тип ҡотолорға ла булыр ине. Әммә был йәһәттән минең дә бер кәлимә һүҙем бар! Ниңәлер ашығабыҙ. Кемдер — йәшәп, кемдер эшләп ҡалырға тырыша. Шул арҡала хаталарға юл ҡуйыла. Уларҙы төҙәтергә итһәң, авторҙары үпкәләр тип тартынаһың. Мәҫәлән, бол һүҙенең мәғәнәһен һәр һүҙлек үҙенсә аңлата. Ошо уҡ һүҙҙең боллоҡ, боллау кеүек формалары һүҙлектәргә индерелмәгән. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер һүҙҙәрҙең ялғау ҡушылғандары (мәҫәлән, миҫле) бар, ә төп нигеҙ һүҙ (миҫ) алынмаған. Бына шулай күпме һүҙ телмәребеҙҙә аҙашып йөрөй! Атаҡлы ғалим, профессор Жәлил Кейекбаевтың, башҡорт теленең һүҙ байлығы һүҙлектәрҙә күрһәтелгән һан менән генә сикләнмәй, кәм тигәндә ике йөҙ илле мең тирәһе булырға тейеш, тип әйткәне хәтеремдә.
Ә бөгөнгө һүҙлектәребеҙҙә күпме һүҙ тупланған? “Башҡорт теленең һүҙлеге” 55 мең һүҙ һәм фразеологик берәмек, шулай уҡ фән, техника, сәнғәт һәм башҡа өлкәләргә ҡараған махсус терминдар, диалектизмдар һәм иҫкергән һүҙҙәр тәҡдим итә. “Башҡортса-русса һүҙлек” 32 мең һүҙ тип яҙып тора ла, аннотацияһында 40 меңдән ашыу һүҙ һәм тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙең тәржемәһе бирелде, тип ышандырырға итә. Әйткәндәремдең икеһе лә — норматив һүҙлек. Тел байлығыбыҙ ана уларҙа сағыла. Тимәк, әле беҙ 55 мең һүҙ һәм фразеологик берәмек менән шөкөр итәбеҙ.
Башҡорт лексикографияһы өлкәһендә норматив булмаған һүҙлектәр ҙә бар. Миҫал өсөн “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге”н атап китергә мөмкин. Ул, сама менән алғанда, 20 мең һүҙҙең мәғәнәһе менән таныштыра.
Һәр яҙыусы үҙ әҫәре менән яңы һүҙҙәр алып килә. Туған телде, һүҙ ҡаҙнаһын шулар иҫәбенә байытырға мөмкин бит. Жәлил ағайҙың васыятына битараф булмайыҡ. Хәҙер матбуғат биттәрендәге хаталарға күсәйек. Был турала яҙырға күптән уйлап йөрөй инем. Мәҫәлән, мин арасы (посредник) тип яҙһам, редакция хеҙмәткәрҙәре ул һүҙҙе аралашсы (собеседник) тип төҙәтә. Баҡтиһәң, һүҙлектә шулай яңылыш бирелгән икән. Йә булмаһа, мәғәнәһен боҙоп, һәр ярышты, конкурсты бәйге тип яҙыу — эт ботонан да ҡырын. Бәйге һүҙе фәҡәт аттар ярышы менән бәйле.
Башҡорт исемдәренең байтағына йән һүҙе ҡушылған: Йәнбикә, Йәнхәҙе, Йәнгилде, Йәнғәле, Йәнбирҙе, Йәнтимер, Ғазимйән, Ғалимйән, Хакимйән, Тимерйән, Әхиәтйән, Ғәзизйән һәм башҡалар. Быларҙың береһендә лә ейән һүҙе юҡ. Ә Ейәнсура атамаһын кем ижад итте икән? Билдәле булыуынса, һәр атама ерле һөйләш үҙенсәлеген һаҡлай. Ә был төбәк башҡорттарының телмәрендә ейән һүҙе бөтөнләй ҡулланылмай. Уның урынына был төбәктә ҡыҙымдың улы, улымдың улы тип һөйләү ғәҙәткә ингән. Шулай уҡ “баланың балаһы — балдан татлы” тигән әйтемде лә онотмайыҡ. Тимәк, минең уйымса, Ейәнсура районы Йәнсура булырға тейеш.
Әйтем тигәндәй, әлеге ҡайһы бер милли матбуғат хеҙмәткәрҙәре мәҡәл-әйтемдәрҙе лә танымаҫлыҡ итеп төҙәтеп ҡуя. Мәҫәлән, мин: “Ана һөтө менән инмәгән тана һөтө менән кермәҫ”, тип яҙам. “Әсә һөтө менән инмәгән кәзә һөтө менән кермәҫ”, тип төҙәтеп ҡуя редакция. “Үҙеңдеке үҙәктә, кешенеке кештәктә” тигәнемде иһә “үҙеңдеке үҙәктә, кешенеке кетәктә” тип яһап ҡуялар. Мәҡәл-әйтемдәр — тотороҡло телмәр берәмектәре. Уларҙы үҙгәртеп яҙырға ярамай. Ана, кештәк — боронғо башҡорт һүҙҙәре.
Инде хәҙер бөтә һәм бөтөн һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарҙы йүнәлтәйек. Телдә синоним һүҙҙәр, баҫым системаһы бар. Беренсенән, бөтә һүҙе бөтөү ҡылымы менән һис бәйләнмәгән. Икенсенән, уның бөтөн (целый, единый, неповрежденный) һүҙе менән дә мөнәсәбәте юҡ. Өсөнсөнән, “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тигән саҡырыу быуатҡа яҡын һәр гәзиттең уртаҡ ораны булды. Уны профессорҙар Жәлил Кейекбаев та, Ғәли Сәйетбатталов та, академик Зиннур Ураҡсин да, тел күренештәренә үтә лә һиҙгер ғалим Әкрәм Бейешев та күрә, күңелдәренә һеңдерә йөрөгәндер. Әгәр бөтә һүҙе урынлы ҡулланылмаһа, ана шул арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың береһе булһа ла баш күтәрер ине. Донъяла танылған, төрки телдәренең үҫеш ҡанундарын ныҡлы белгән Кононов, Дмитриев, Баскаков, Серебренников, Гаджиева һәм башҡалар ҙа был һүҙгә сит күҙ менән ҡараманы. Аҙаҡ килеп, бөтә һүҙе алмаш (билдәләү алмашы) һүҙ төркөмөнә ҡарай ҙаһа! Шуға күрә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” тип әйтеүҙә һис бер ниндәй хилафлыҡ юҡтыр. Был осраҡта баҫым бөтә һүҙенең тәүге ижегенә төшә. Тимәк, был һүҙҙең дөрөҫлөгө хаҡында бәхәс алып барыу урынһыҙ, нигеҙһеҙ.
Һүҙҙәрҙе урыҫсанан башҡортсаға тәржемә иткәндә мәғәнәгә иғтибар итеү мөһим. Мәҫәлән, мастер-класс һүҙен оҫталыҡ дәресе йәки оҫталыҡ дәрестәре тип дөрөҫ яҙабыҙ, уҡытыусының педагогик асылын сағылдырабыҙ.
Ғөмүмән, телебеҙҙе һаҡларға теләйбеҙ икән, бер-беребеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һалырға, яҙыу-һөйләү стилдәренең тарихына күҙ һалып эш итергә тейешбеҙ. Кем әйтмешләй, баҫыуҙағы һәр кем агроном булып йөрөмәһен ине.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545