Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһам – шағирға һынау
Шиғриәт_тулҡынында

Робот
Имеш, кеше хеҙмәтен
Алмаштырыр роботтар.
Улар менән аңлашыу
Килтерер ҡоролоҡтар.

Онотма, бары хеҙмәт
Кешенән кеше яһай.
Бынан да ары әҙәм
Булыуҙарыбыҙ, ай-һай...

Робот башланғысы бар
Замана кешеһендә.
Йән йылыһы тойолмай
Атҡарылған эшендә.

Робот ришүәт алмай,
Йәпле, тиҙәр шуға ла.
Ошо яман вирусты
Индерерҙәр уға ла.

Уйлама был шиғыр ҙа
Роботтың тиеп эше.
Әгәр быны уҡыһаң,
Тимәк, һин әле кеше.


Диагностика

Диагностика үтте
Бөгөн минең машина.
Алғандан бирле атым
Бәлә булды башыма.

Бөгөн яңы диагноз
Асыҡланды атымда.
Балнисҡа ятыр сиккә
Етте хатта ҡатын да.

Кәрәк ине уға ла
Диагностика үтеү.
Машинанан көслөрәк
Үкереп ташлай әтеү.

Асыҡланды, машинам
Ашай икән майын да.
Ул ҡәҙәре сығымды
Һораманы тайым да.

Диагностика аша
Йөрәгенә керҙеләр.
Йыртҡыстай үкереүен
Йөрәгенән күрҙеләр.

Оҫта ҡулы ҡағылғас,
Атым йүнәлмәһенме?
Өр-яңыса дәрт менән
Йырлап ебәрмәһенме?

Үтә лә яҡшы ысул
Уйлап тапҡан кешелек.
Диагностика үтеп
Көйләй атын күпселек.

Йәнгә диагностика
Кәрәк ине беҙгә лә.
Юғиһә күптәребеҙ
Һаран яҡшы һүҙгә лә.

Иҫке машина кеүек
Сыҡмағайы эшлектән.
Рухи үҫешебеҙгә
Сәпәп булмай “өслөк” тә.

Хәйер, беҙ робот түгел,
Тәғәйенләнеш башҡа.
Ошо яҙғандарымды
Үлсәйем әле ташҡа.

***

Ғаиләне Ғәлиә тарта,
Ир – арбала, бисә – ат.

Рауил БИКБАЕВ.

Күпме ир эшһеҙ ята,
Күпмеһе сей ир хәҙер.
Тормош ғәҙәти түгел,
Көнкүреш сәйер хәҙер.

Кәмей Ватан алдында
Бурыс үтәр егеттәр.
Ил түгел, ғаилә йөгөн
Тотмай хәҙер електәр.

Көслө зат төшөнсәһе
Көсһөҙ затҡа йәбешә.
“Көслө”ләре тормошта
Йә бөгөлә, йә бешә.

Ғәрлегенән бөтөнләй
Һәленеп төшөр кикрек,
Әрмегә китһә ҡыҙҙар
Ун һигеҙен еткереп.


Таҙ кәрәкме?

Ожмахҡа өмөтләнеп,
Ожмах көтөп ятабыҙ.
Унда ла өлгөрөрбөҙ,
Килеп етһә батабыҙ.

Әлеге йәшәйештең
Нимәһе йәннәт түгел?
Ошо йәннәт эсендә
Кемебеҙ йәлләт түгел?

Эсер һыу, һулар һауа
Ожмах өсөн аҙмы ни?
Йоҡлап ятҡан урының
Һике түгел, баҙмы ни?
Һөйөү утында янып,
Етмәй ҡалды наҙмы ни?

Ҡатын-ҡыҙ – үҙе ожмах,
Ул – ожмахтың ҡосағы.
Ул ожмахтың ҡуйыны
Һәм тамуҡтың бысағы.

Эштән тейәп тораһың,
Шөкөр ҡыл бар ашыңа.
Ожмахта йәшәйһең бит,
Таҙ кәрәкме башыңа?

***

Шағир – милләт йөрәге,
Шиғри һүҙ – йөрәк теле.
Илһам – шағирға һынау,
Мәл – шиғриәт үлсәме.


Һабантуй

Колхоздар юҡҡа сыҡҡан,
Ҡырҙа йомран асыҡҡан.
Һабантуй үтә гөрләп,
Халыҡ йыйынға сыҡҡан.

Колхозһыҙ һабантуйҙар,
Гүйә, итһеҙ колбаса.
Ауыл, ҡайҙа аҡылың,
Әллә һине ял баҫа?

Итһеҙ колбасаға ла
Күптән бөттөк өйрәнеп.
Колхоздарҙың кәмеүе
Яраттырҙы өйрәне.

Тик ошо һабантуйҙа
Рәйес бирмәҫ отчет.
Берәү ятыр ҡыуышта:
“Һабантуй миңә на черт!”

Ҡартлас йәшлеген
иҫләп,
Күҙҙәренән йәш тамыр.
Совет заманы өсөн
Йәнә закуска ҡабыр.

Берәү йөрөр маһайып,
Мин — баҫыу батыры,
тип.
Мин алған тонналарға
Еткән юҡ, ахыры, тип.
Берәү йөрөр элмәйеп,
Мин — баҫыу бахыры,
тип.

Комбайнсы маҡталмаҫ,
Һауынсы телһеҙ ҡалыр.
Беселмәгән тәкәне
Кемдер көрәштә алыр.

Һабантуй үтер гөрләп,
Үрмәләп һырғауылға.
Колхозлы һабантуйҙы
Ҡайтарығыҙ ауылға!


Хана

Юл буйы һырахана,
Бит әйтеп тора: “Хана!”
Анау “ханахана”ға
Инеп сығайым ҡана.

Һыраханаға инһәм,
Кемгәлер күптән хана.
Һыра һалыусы ханым
Йылмайып тора ана.

Юл буйы хана, хана:
Дарыухана, ашхана...
Ханалар ҡамауында
Булып ҡуйма, баш, хана.

Юғиһә йәш көйөнсә
Һине көтөр башхана.
Байтаҡ бәлә-ҡазаға
Һырахана – баш хана.


Хәләл яза

Ил һүҙенә ышанһаң:
Бурҙыҡы – бурға хәләл.
Юҡ, халыҡ улай әйтмәҫ,
Бурҙан сыҡҡан был
хәбәр.

Шул әйтем ышығында
Үрсей, ахыры, ҡараҡтар.
Бер ышыҡта үрсейҙәр,
Тик бер түгел талаптар.

Кемгә күберәк кәрәк,
Кемдер аҙға ла күнә.
Аҙҙан башлағаны ла
Аҙлап аҙлыҡтан дүнә.

Берәүҙең кеҫәһенә
Хатта тотош ил һыя.
Әйтер һүҙен табыр ул:
“Харам түгел, ил һыйы”.

Күберәк алған һайын,
Булыр уға аҙыраҡ.
Ҡараштарында яныр
Ҡомһоҙлоғо баҙырап.

Бер көндө нәфселеге
Үҙен үртәр ҡараҡтың.
Төтөнө сыҡмай ҡалмаҫ,
Шулай булыр, ҡарап тор.

Бурҙыҡы – бурға хәләл –
Сәйер бурҙың маҙаһы.
Хәләл ниәтле бурға
Булыр хәләл язаһы.

***

Шиғриәткә тамам
сумдым, буғай,
Ҡатын да йышыраҡ
ороша.
Шиғыр менән ғаиләм
ялҡынында
Уртаҡ тел табырға
тырышам.

***

Йондоҙҙарҙың янында
уралһаң,
Һине лә яҡтыртыр
нурлырағы.
Ләкин, аңла,
ҡабатланған нурҙан
Юҡтыр йәмғиәттә
хурлырағы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 591

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 398

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565