Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамғалы ырыу – таныулы ырыу
Һәр халыҡ үҙ дәүләтселек билдәләрен — флагы, гимны, гербын танып белергә генә түгел, ә аңлата белергә лә тейеш. Бурысым – ошо мәҡәләлә Башҡортостан Республикаһының йөҙөн һынландырған герб тураһында мәғлүмәт биреү. Герб (немецса “эрбе”) мираҫ тип тәржемә ителә. Киң таралған бер легендала әйтелгәнсә, Хоҙай барса халыҡтарға ер-һыу бүлеп биргән саҡта, башҡорттар йылҡы-ат туплап йөрөп һуңлап ҡалған... Килһәләр, бөтә ер-һыу бүленгән булған, ти. Тик ҡөҙрәтле Хоҙай, хәлдең асылына төшөнгәс: “Ҡунаҡтар өсөн генә тип һаҡлаған ерем ҡалды, хеҙмәт кешеләренә хөрмәт йөҙөнән ошо изге ерҙе — Уралды һеҙгә бирәм, башҡорттар!” тигән, имеш...
Шулай итеп, башҡорт халҡы үҙ ерҙәрен элек-электән ырыу ағастарына, менгир таштарына тамға һуғып билдәләй башлаған. XIII быуатта Сыңғыҙхан һәр башҡорт ҡәбиләһенең тамғаларын шәхсән үҙе раҫлаған тигән мәғлүмәт һаҡланған халыҡ хәтерендә. Һәр тамға айырым бер төшөнсәгә һәм мәғәнәгә эйә булған. Мәҫәлән, ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуының киң таралған тамғаһы ҡапҡа йә даға тип билдәләйҙәр. Был тарихи ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер тип уйлайым, сөнки ярым күсмә тормошта йәшәгән ҡыпсаҡ ауылы һәм йәйләүендә ҡапҡа булыуы йә иһә тибендә йөрөгән аттарҙың дағалы булыуы икеле. Хужалыҡта ҡапҡа — сәсер баҫыуҙар, дағалы йөк аттары ҡала-заводтар өсөн бүрәнә-ағас ташыған заманға тура килә. Минең уйымса, ҡапҡа-даға билдәһе – ул башҡорт йәйәһе тамғаһы! Халҡым был тамғаны сал быуаттар тарихы аша беҙгә еткергән. Уралын, илен, азатлығын һаҡлап башҡорт уҡ-һаҙағы менән яуға күтәрелгән.
1236 йылда Көньяҡ Уралға сәйәхәт ҡылыусы венгр Юлиан 14 йыл буйына монгол-татарҙарға ҡаршы көрәш алып барған башҡорттарҙың бер нисә яуҙа еңеүгә өлгәшеүҙәре, ахыр сиктә дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөүҙәре тураһында мәғлүмәт ҡалдыра. Монгол-татарҙарға баш бирмәй көрәшеп йәнен фиҙа ҡылыусы ҡыпсаҡ бейе Бошман батыр, Рәсәй дәүләтенең тышҡы дошмандарға ҡаршы һәр яуында, бигерәк тә 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы, Европа походында немец сиркәүе көмбәҙенә уҡ ҡаҙаған башҡорт ҡына ян-йәйәне тамға итеп алырға хоҡуғы булғандыр тип уйлайым.
Ян-йәйә тамғаһының беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеүе тураһында мәғлүмәтте Икенсе Этҡол мәктәбенең тарих уҡытыусыһы М. Хәлилов еткерҙе. Мораҙым уҙаман, ауыл янында боронғо ҡурған-ҡәберлек ташы тамғаһын, археолог Нияз Мәжитовтың фекеренә таянып, “ян-йәйә” тамғаһы тип белдерә. Күрәһең, был урында билдәле Алдар батыр йә булмаһа Этҡол батыр ерләнгәндер, ни тиһәң дә, Азов яуы батыры Алдар тархан, ихтилал башында торған Этҡол батыр халҡын яҡлап батша влас­тарына ҡаршы сыға бит. Шуға күрә был батырҙарҙы йәшерен ерләгәндәрҙер, ә ҡәбер ташына йәйә тамғаһы һуғып халыҡ хәтеренә теркәгәндәрҙер тип уйлайым. Ташҡа һуғылған тамға халыҡ телендә “ташҡа баҫылған”, йәғни дөрөҫ-тоғро төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән.
Ян-йәйә тамғаһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт атрибуттарында һаҡланғанмы тигән уй минең артабанғы эҙләнеүҙәремә сәбәпсе булды. “Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға” тигән әйтемде раҫлағандай, 2014 йылда, билдәле археолог, академик Нияз Мәжитов, Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры Игорь Кызласовтар, археолог Ф. Сөнәғәтов, Д. Ғәйнуллиндарҙы Ирәндек тауы итәгендә асҡан Ханҡала ҡәлғә-ҡаласығы менән танышырға саҡырҙым. Ҡунаҡтар Өмөтбай ауылы менән танышыуҙы тыуған якты өйрәнеү музейынан башланы. Мәрхүм профессор Н. Мәжитов, бар республика музейҙары фондында булмаған сармат хәнйәре беҙҙең эраға тиклемге IV–II быуаттарға, ә еҙ өҙәңге монгол яуы осорона тап килә тип белдерҙе. Академиктың һүҙҙәре мине ҡомартҡыларҙы ентекләберәк тикшерергә булышлыҡ итте, был ике ҡомартҡыла уртаҡ – ҡусҡар тәкә мөгөҙө тамғаһы булыуы һәм был тамғаның Башҡортостан Республикаһы Гербында урын алыуы мине хайран итте. Фәнни телдә, ҡусҡар-биҙәүес (орнамент) сифатында ҡулланыла. Төрки халыҡтарҙа мөгөҙ символы киң ҡулланыла, мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтайҙа архар – тау тәкәһе, башҡорттарҙа ҡусҡар тәкә тип атап йөрөтөлә. Шулай итеп, ҡусҡар мөгөҙө уралып үҫкән тәкә булыуы бәхәсһеҙ.
Ҡусҡар мөгөҙ формаһында ҡабырсаҡ эсендә йәшәгән мөгөҙлө бөжәк икәнен һәр кем беләлер. Бала саҡта ҡусҡарҙы усыбыҙға алып: “Ҡусҡар, ҡусҡар, мөгөҙөңдө сығар, ҡара һыйырыңды һауып бирәм, күбеген һөҙөп бирәм”, тип һамаҡлауыбыҙға мөгөҙлө ҡусҡар ысынлап та сығып күренә ине бит! Тик ни өсөн ҡусҡар тамғаһы Гербта урын алған?
Башҡортостан Гербы тарихын тикшергән саҡта түбәндәгеләрҙе асыҡланым. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан суверенитетын иғлан итеү айҡанлы дәүләт гербы проектын эшләү конкурсы иғлан ителә. Ике йыл дауамында Юғары Совет тарафынан 40-лап проект ҡарала, өс проект Юғары Совет сессияһына тикшереүгә сығарыла. Беренсе проект авторы, рәссам Азат Мөхтәруллиндың эшендә ҡанатлы толпар ат булыуы ҡабул ителмәй. Сәбәбе: толпар аттың Ҡаҙағстан гербында һүрәтләнеүе. Икенсе вариант авторы — рәссам Илдар Шәйәхмәтов. Өсөнсө вариант авторы — Ф. Ислахов. 1993 йылдың 12 октябрендә Юғары Совет сессияһында Ф. Ислахов проекты ҡабул ителә, тик ағымдағы йылдың аҙағында гербта урын алған милли батырыбыҙ С. Юлаевтың һүрәте үҙгәртелә, дөрөҫөрәге, ысынбарлыҡҡа тап килтерелеп уңға борола. Ни өсөн Салауат батырҙың һүрәтен уңға борорға булғандар һуң тигән һорауға мин, Ағиҙел ярында Салауат батыр Баймаҡ тарафтарына ҡарап торорға теләгән, шуның өсөн, тип шаяртып яуап бирәм...
И. Шәйәхмәтов һәм Ф. Ислахов проекттарының уртаҡлығы — герб түңәрәген милли орнамент – ҡусҡар менән уратып алыуы. Телефон аша бәйләнештә, хәҙер инде мәрхүм Фазлетдин ағай, ҡусҡар – халыҡтың мул һәм етеш йәшәү билдәһе, тип белдергәйне. Ысынлап та, донъя халыҡтарының күптәрендә: гректарҙа — байлыҡ мөгөҙө (рога изобилия), йәһүдтәрҙә мөгөҙ ҡысҡыртыу (трубить рог) тигән төшөнсәләр ҡулланыла. Башҡорт википе­дияһында ҡусҡар уңыш һәм кешенең хеҙмәт етештереү көсө тамғаһы тип теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының “Дәүләт символикаһы тураһында законы”ның 11-се статьяһында Герб тураһында: “Государственный Герб Республики Башкортостан представляет собой изображение памятнику Салавату Юлаеву на фоне восходящего солнца и его лучей, вписанное в круг, обрамленной национальным орнаментом. Ниже изображено соцветие курая, лента, окрашенная в цвета Государственного флага Республики Башкортостан, памятник Салавату Юлаеву и орнамент – золотистого, цветок курая – зеленого, фон между памятником и орнаментом — белого. Внутренняя и наружная окружности — темно-золотистого цвета” тип әйтелә.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербының иң боронғо тамға-символдары булып ҡурай һәм ҡусҡар орнаменты тора. Әгәр ҙә ҡурайҙың барлыҡҡа килеүен Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) менән бәйләһәк, ҡусҡар тамға-орнаменты беҙҙең эраға тиклем IV–II быуаттар арауығына барып тоташа, һәм тап ошо ваҡытта буласаҡ герб нигеҙе барлыҡҡа килә тип фараз итһәк, тарихи күҙлектән дөрөҫ булыр тип уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 562

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 589

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 394

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564