Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙарҙа – рухи ҡеүәт, киләсәккә илтер мәртәбә
Тамырҙарҙа – рухи ҡеүәт, киләсәккә илтер мәртәбәҠыпсаҡ-Асҡар ауылының 255 йыллығына арналған байрамына, әйтерһең, был көндө тәбиғәт үҙе лә әҙерләнде. Кисә генә ҡойоп яуған ямғыр болоттары ла әллә ҡайҙа осоп таралды, ҡояш йылмайып ебәрҙе, талғын ғына елдәр ҙә тантанаға ҡушылып киткәндәй булды. Урта мәктәптә башланып китте йәмле көн.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов сығышы менән үҙе лә ошо ауылдан. Заманында мәктәп директоры ла булып эшләгән. Шул ваҡытта уҡ рәссамдар тарафынан биҙәлгән клас­тарҙың эсендәге рухлы һүрәттәр һаман да баланың аңына милләте асылы, туған мөхите хаҡында һөйләп тора. Бер ҡараһаң, ҙур нәмә лә түгел, әммә тап ана шул күреп өйрәнгән әйләнә-тирәләге һүрәттәр, аралашыу аша мәктәп уҡыусыһының күңеленә күп нәмә һеңә. “Урал батыр” эпосы мотивтарында яһалған был рәсемдәр әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Шуға ауаздаш булып, балаларҙың йырҙары, бейеүҙәре һәр кемгә байрам дәртен, рухын өҫтәне.
Тамырҙарҙа – рухи ҡеүәт, киләсәккә илтер мәртәбәТирә-яҡҡа башҡорт көйҙәре ағыла, майҙан уртаһында ултырған тирмә хужаларса төҫ алып торғандай, мәсет, ишек­тәрен асып, инеп доға ҡыл, тип саҡырып тора. Ҙур сәхнә, тамашасыларға эскәм­йәләр ҡуйылған, сауҙа рәттәре, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары... Элекке йыйындарҙы хәтерләткән байрамға халыҡ ҡайһы яҡтарҙан ғына килмәгән дә илдең төрлө тарафтарында йәшәгән ауылдаштар ҡайһы төбәктәрҙән генә ҡайтып төшмәгән! Тамырҙары ошо ауыл менән бәйле һәр кем осрашыу көнөнән, юбилей тантана­һынан ҡалмаҫҡа тырышҡан. “Ауылымдың оҫта ҡулдары”, “Иҫке фоторәсемдәр”, “Тарих биттәрен барлағанда”, “Данлы яҡташ­тарыбыҙ”, “Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәктәбе тарихы” күргәҙмәләре әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора, уларҙа боронғо дәүерҙән алып бөгөнгә тиклем бай мәғлүмәт туп­ланған. “Әхирәттәр” фольклор ансамбле йырлап-бейеп ҡунаҡтарҙы ҡаршылай һәм иртәнән байрам төҫө алған ауылда рәсми рәүештә тантана башланып китә.
Ауыл хакимиәте башлығы Рәмил Ғәзи­зов ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғырата. Баҡтиһәң, бында йорт, еңел автомобилдәр генә түгел, башҡа милек тә байтаҡ икән: 60 трактор, 15 йөк машинаһы. 240 йорттан торған ауылда 520 кеше йәшәй. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, буш өйҙәр ҙә юҡ түгел – 40, әммә башҡа яҡтар менән сағыштыр­ғанда, зарланырлыҡ түгел. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, медицина пункты, почта бүлексәһе булыуы урындағы халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырылғаны хаҡында һөйләй. Етәксе үҙ сығышында ауылды тиҙ арала байрамға әҙерләгән уңғандарға рәхмәтен еткерҙе. Бигерәк тә Илнур Йосопов, Рәшит Ғәли­муллин, Илфаҡ Миң­леғолов, Рәфис Сафин, Таһинур Бәҙ­ретдинова, Мөнир, Рәүеф Шәйхет­диновтар, Дәминдәр Хәй­брахманов, Айтуған Сәләмов, Наилә Исламова, Вәлимә һәм Рәүзәнә Ғәзизовалар, Марат хәҙрәтте айырым билдәләп үтте. Кемдер төҙөкләндереү, икенселәр аҡса­лата, өсөнсөләр йыйыштырыу эштәре менән ауылды ипкә килтереүгә көсөн һалған.
Тамырҙарҙа – рухи ҡеүәт, киләсәккә илтер мәртәбәБай тарихлы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ир-егеттәре Бөйөк Ватан һуғышында күпләп ҡатнашҡан. Бөгөн инде иҫән ҡайтҡан­дарҙың барыһы ла баҡыйлыҡҡа күскән. Марат хәҙрәт уларҙың рухына бағышлап доға ҡылһа, йыйын халҡы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Зөфәр улы, ауылдаштарын байрам менән ҡотлап: “Был сара элекке һабантуй һымаҡ түгел. Беҙ бында нәҫел-ырыуы­быҙҙы барларға, киләсәккә пландар ҡорорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итергә, ауылыбыҙҙы йәмләр өсөн кем, нисек ярҙам итә ала, шул хаҡта һөйләшергә йыйылғанбыҙ. Әлбиттә, хеҙмәт алдынғыларын да бил­дәләп китербеҙ”, – тине һәм Әлшәй районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын Таһинур Бәҙретдиноваға, Альмира Ғәзи­зоваға, Рәмил Ғәзизовҡа, Илфаҡ Миң­леғоловҡа, Рәмзиә Иманғоловаға тапшырҙы.
Тамырҙарҙа – рухи ҡеүәт, киләсәккә илтер мәртәбәХакимиәт башлығы урынбаҫарының һүҙен ҡеүәтләп, шуны ла әйтәһе килә. Ысынлап та, һабантуй – уҙған быуаттың 80-се йылдарында килеп кергән атама. Борон-борондан башҡорт халҡы йыйын­дарҙа, уйындарҙа бар шатлығын, хәсрәтен уртаҡлашҡан. Ул сараларҙа ҡыҙ күҙлә­гәндәр, мал һанын барлағандар, йәмғиәт­тәге ҡыуаныслы, хәүефле мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡандар. Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡының да ана шулай уртаға һалып һөйләшер һүҙҙәре күптер. Иң ҡыуандырғаны шул – урта мәктәптең һаҡланыуы. Йөҙҙән ашыу бала белем ала бында. Улар ата-әсәһенең күҙ ҡарашын тойоп, бергә ҡайнашып, хеҙмәт тәмен белеп үҫә. Күптәр балаларын интернаттарға бирергә тырыша. Улар бит һуғыштан һуңғы йылдарҙа етем, атайһыҙ ҡалғандар өсөн асылған. Тора-бара башҡа статусҡа эйә булып, милләтенең уҡымышлыларын тәрбиәләүҙе бурыс итеп алғандар. Әммә бөгөн янында тәрбиәләгән балаһының да нимәләр менән ҡыҙыҡһынғанын белеп бөтә алмай әле атай-әсәй. Шуға күрә ауылдарҙа урта мәктәптәрҙең һаҡланыуы – милләттең ырыҫы, ҡото билдәһе.
Гөлсинә Хәйбрахмановаға республика Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталары бирелде. Әлшәй районы хаки­миәтенең мәғариф идаралығы тарафынан Миңзәлә Муллағолова, Талғат Ғәбитов, Наилә Исламова, Шәмсиә Ҡорманаева билдәләнде. Ә үҙәк дауахана етәкселеге урындағы фельдшер Резида Йосопованы тәбрикләне.
Әлшәй районынан бик күп артист сыҡҡан, төбәк халҡының һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнашыуына һис ғәжәплә­нергә түгел. Шуға күрә иң күп Маҡтау грамоталарын тап төбәктең мәҙәниәт бүлеге өләште. Тәбрикләнеүселәр – Гөлнәзирә Ғәлимуллина, Гөлдәр Шафиҡова, Мөслимә Әхмәтова, Зөлхизә Батталова, Люция Ту­ғанова, Зәйтүнә Шәрәфетдинова, Гөлшат Иҫәнғолова, Миңлегөл Ғималетдинова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары тыуған яҡты өйрәнгән педагогик хеҙмәт ветераны Мөнир Шәйхетдиновҡа, сит тарафтарҙа йәшәһә лә, тыуған яҡтарына ҡайтып һабантуйҙарҙа матди ярҙам күрһәткән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын ойошторған Земфира Ғайсинаға, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы хеҙмәткәре Дәминдәр Хәйбрахмановҡа, Әлшәй урман хужалығы мастеры Рәшит Ғәлимуллинға, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәүеф Шәйхетдиновҡа тапшырылды. Әйткәндәй, Земфира Ғайсина менән уның тормош иптәше, Себерҙә “Ямал” транспорт компанияһының генераль директоры булып эшләгән Рөстәм Ғәбделхаҡ улы Ғәлимовҡа ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың рәхмәте ҙур: йыл һайын ҡайтып, ауыл һабантуйҙары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын ойоштороп үткәрәләр.
Алып барыусылар был ауылда тыуған күренекле шәхестәр менән таныштыра. Баҡтиһәң, физика-математика фәндәре докторы, оло ғалимә Миңлегөл Сәғәҙәт­кирәева ошо ауыл ҡыҙы икән. Ниндәй өлкәләрҙә генә эшләмәй күренекле милләттәштәребеҙ, хатта беҙ уларҙың ҡайһы берҙәренең ҡаҙаныштарын белеп тә бөтмәйбеҙ. Театр сәнғәте оҫталары Ғата Арыҫланов, Ғәшиә Абыҙгилдина, Миңзәлә Хәйруллина ла – Ҡыпсаҡ-Асҡар балалары. Әйткәндәй, Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы рәхмәт йөҙөнән барлыҡ уҡытыу­сыларына бүләктәр таратты. Был да халҡыбыҙҙың боронғо йолаларының береһе – бүләк алғаны ла, биргәне лә берҙәй ҡыуана! Һүҙ оҫтаһы Рәйфә Садиҡова, йырсы Гүзәлиә Әхмәтова ла ауылдаштарын ҡыҙыҡлы телмәрҙәре, йырҙары менән тәбрикләне.
Күрше ауыл ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ла яҡташтарын тәбрикләргә ҡайтҡайны. Ул шиғри сәләмдәре аша һәр быуын вәкиленә йөрәк һүҙен еткерҙе.
Рәсми документтарға күҙ һалғанда, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы тураһында тәүге мәғлүмәттәр 1752 йылдарҙа ғына теркәл­гән. “Башҡортостан уҡытыусыһы” жур­налының яуаплы секретары, ошо ауыл ҡыҙы Таһинур Бәҙретдинова Мөнир Шәйхетдинов менән берлектә “Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы тарихы” китабын сығарған. Байрамда Таһинур Зөфәр ҡыҙы йыйынтыҡ менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә үткәндәр тураһында ла бәйән итте: “Тарихтан белеүебеҙсә, Иҙеүкәй ғәскәрендә һуғышҡан ҡыпсаҡтарға бирелгән ерҙәрҙә урынлашҡан боронғо тамырлы Ҡыпсаҡ-Әскәр. “Эске́р” төрки телдәренән тәржемә иткәндә “ғәскәр” йәки “һалдат”, عسكر‎‘askar ти­гән­де аңлата. Иҙеүкәй бей ваҡытта­рында беҙҙең ауыл тарафтарында уға буйһонған Ҡыпсаҡ ғәскәрҙәре урын­лашҡан була. Үҙенең еңеүле яуҙарынан һуң Иҙеүкәй был урындарҙы ҡыпсаҡтар ҡарамағына ҡалдыра, һәм халыҡ телендә был урындар “Ҡыпсаҡ ғәскәре” булып урынлаша. Һуңыраҡ ауыл булып ойошоп киткәс, үҙенең тәүге атамаһын юғалтмай, Ҡыпсаҡ-Әскәр ауылы булып йөрөй башлай. Урыҫ телендә “Кипчак-Аскар” булып рәсми ҡағыҙҙарға инеп китә. Тимәк, ауыл тамырҙары 1400 йылдарға барып тоташа”, – тине ул. Йыйынтыҡҡа Поль Огюст Лаббеның “В Башкирии” тигән яҙмала­рынан өҙөк тә инеп киткән. Унда шундай юлдар бар: “Достигнув Демы, изобилующей рыбой, достаточно широкой и глубокой реки, я переправился через нее по примитивному мостку из веток, и очутился у ворот первой встреченной мною башкирской деревни, носящей название Кипчак-Аскарово...” Ауыл тураһындағы яҙ­малар менән ошо йыйынтыҡтан тыш, “Ватандаш” журналының быйылғы 3-сө һанында ла танышырға була. Ҙур эш башҡарған китапты туплаусылар. Бында шәжәрәләр, ауыл тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙән тыш, һәр өлкәнең хеҙмәт алдынғылары хаҡында яҙмалар, төбәккә бағышланған шиғырҙар ҙа бар. Һәр ауылдың ана шундай рухиәт хеҙмәтселәре шәжәрәһен тергеҙһә, тарих төпкөлөндәге сығанаҡтарҙы бөгөнгөләргә еткерһә, Ерҙең кендек бауына тағы ла нығыраҡ йәбешер халҡыбыҙ.
Сарала ауылдың күрке булған йорт хужаларын да тәбрикләнеләр – Резида һәм Әлфәрит Йосоповтарҙың, Асия Ситдиҡова һәм Зариф Бикташевтарҙың, Миңзилә һәм Альберт Муллағоловтарҙың өйҙәре иң өлгөлөһө тип табылған. Афарин, төбәк йәмен күркәм йорто менән биҙәүселәр!
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу­сылар баҡыйлыҡҡа күсеп бөтһә лә, өлкән быуын вәкилдәре, Аллаға шөкөр, иҫән-һау әле. Осрашыуҙа уларға матур бүләктәр тапшырылды. 2017 йылдың июнендәге байрам сараһында Ғәшиә Ғибәҙуллина, Ғәлиә Әхмәтова, Хәҙисә Әлиғолова, Камила Собханғолова инәйҙәр, Хәмзә Ғәзизов, Сабирйән Йосопов бабайҙар ҡатнашҡан, тип яҙыласаҡ ауылдың йылъ­яҙ­маһына. Уларҙы ҙурлап тәбрикләүҙәре байрамға айырым бер йәм бирҙе. Матур кейемдәрен кейеп, тиҫбеләрен тотоп килеп ултырған өлкән быуын вәкилдәренең сараға мәртәбә өҫтәүен һәр кем яҡшы аңлай.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылының иң өлкән кешеләре – 89 йәшлек Асия инәй Сит­диҡова менән 89 йәшлек Барый бабай Ғәлимов. Ә инде иң бәләкәсе – ул бер айлыҡ Әҙилә Ғәлимуллина икән! Бына бит, һәр быуын байрамда үҙ тауышын белдерә! Әйткәндәй, Ғәлимуллиндарҙы айырым билдәләнеләр. Бәләкәй генә Әҙиләнең олатаһы Рәшит Ғәлимуллин “Ауылдың иң уңған ир-егете” исеменә лайыҡ булды! Шулай уҡ шәп егеттәрҙең береһе, ҡыш ауылды ҡарҙан таҙартҡан, яҙ картуф ерҙәрен һөргән, йәй бесән ерҙәрен сабып биргән ярҙамсыл ир-егет Айтуған Сәләмовҡа ла ауылдаштары сикһеҙ рәхмәтле. Юлһыҙ йөрөп ҡара әле, бәрәңге баҡсаһын да һабан менән һөргән замандар үткән шул. Аллаға шөкөр, элек әллә нисәмә кеше башҡарған эштәрҙе бөгөн бер ир-егет атҡарып сыға ала.
Илле йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙары ла етерлек икән Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа: Фәүзиә һәм Каррам Әхмәтовтар, Ира һәм Хәсән Ғәзизовтар, Рәфилә һәм Дәүлийәр Хәйбрахмановтар, Шәмсинур һәм Ғайса Кәримовтар. Улар үҙ миҫалында ғаилә ныҡлығын, милләттең бәҫен күтәрә.
Боронғо йолаларға тоғро йәшәгән Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа аш-һыу оҫталары ла күп. Һуғым аштары, ҡаҙ өмәләре, туйҙар, төрлө байрамдар “Ауылыбыҙҙың иң уңған аш-һыу оҫтаһы” тип табылған Миңлегөл Иманғолованың белендәре, телеңде йоторлоҡ бауырһаҡтарынан тыш үтмәй, тинеләр бында. Беҙгә насип булды уның ризыҡтарын ауыҙ итергә. Афарин оҫта ҡулдарға!
Ишек алдарын матур тотҡан, күпләп гөл үҫтергәндәр ҙә тәбрикләнде сарала: Өлфәт Иҫәнов, Урал Кәримов, Зөлфәр Низамов, Илгиз Камалетдиновтарҙың өй майҙанында күҙҙең яуын алырлыҡ 70-тән ашыу сәскә үҫә, ағастар ултыртылған.
Айгөл Батталова, Альбина Әминева, Фәнис Батталов, Мәжит Шәрәфетдинов, Эльвира Хәлитова, Илсиә Зәйнуллина, Гөл­нур Миңлеғолованың йырҙары, “Йәй­ғор” ансамбленең сығышы, Наил Сади­ҡовтың ҡурай моңдары, Айгиз Сәмиғул­линдың шиғыры, ҡыҙҙар вокаль ансамбле башҡарыуында “Әлшәй вальсы”, Радмир Әғзәмовтың, Гөлсинә Хәйбрах­манованың бейеүе байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Йыр-моң менән дауам итте ауылдаштар йыйыны. Ерҙең серен, әүлиәләр ҡәберен һаҡлаған пирамидаға оҡшаш тауҙар, уларҙы иңләп осҡан бөркөттәр оҙатып ҡалды беҙҙе.
Бөгөн бында башҡорт донъя көтә.
Әйләндерһәң ерҙең күсәрен,
Ышыҡ тапҡан меңдең ҡәүемендә
Ҡыпсаҡтарҙың данлы ғәскәре.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 407

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566