Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡъюл, Аҡъяр аҡ юл юраны
Аҡъюл, Аҡъяр аҡ юл юраныХәйбулла районының үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышта, Йылайыр йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан Аҡъюл исемле ауыл бар. Ул ҡая ташлы бейек тауҙар араһында ята. 1795 йылда уҙғарылған V халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә ул дүрт йорттан торған Утар тип аталған. 1816 йылда ауылда 133 кеше йәшәгән. Нигеҙ һалыусы – Аҡъюл Абҙанов.
1917 йылда ауылда 131 йортта 800 кеше көн иткәне билдәле. Колхоздар ойоштороу эше башланғас, 1931 йылда Аҡъюлда Таһиров исемендәге хужалыҡ төҙөлә. Әммә ниндәйҙер сәбәп менән атамаһын үҙгәртеп, “КИМ” тип йөрөтә башлайҙар 1934 йылда 21 йәшлек комсомол ағзаһы Мөтиғулла Арыҫлановты колхоз рәйесе итеп һайлайҙар (ул – минең атай).
Бер төйәктә урынлашҡан Аҡъюл, Ишкилде (Аҡнаҙар, Ғәлиәхмәт, Ғәлекәй, Нураҙбай), Ибраһим ауылдарын берләштереп, Аҡъюл ауыл Советы ойошторола. 1934 йылда уның башҡарма комитеты рәйесе итеп ВКП(б) ағзаһы Сөләймән Насировты һайлайҙар. Шулай итеп, төбәктә яңы тормош башлана.
Ауыл Советы башҡарма комитеты, колхоз идараһы етәкселәре, халыҡ тормошон яңыртыу, колхоз нигеҙен нығытыу бурысын тормошҡа ашырыу менән бер рәттән, Аҡъюл башланғыс мәктәбен тулы булмаған урта мәғариф учреждениеһына әйләндереү мәсьәләһен ВКП(б) райкомы һәм район Советы ҡарамағына ҡуя, һәм 1937 йылда был теләктәре тормошҡа аша.
Аҡъюл тулы булмаған урта мәктәбе төбәктә мәҙәни революцияны тормошҡа ашырыуға, халыҡҡа белем биреү бурысын үтәүгә ҙур өлөш индерә. Бында ғилем алғандарҙың күбеһе танылған уҡытыусы, табип, ауыл хужалығы белгесе, ғалим булып китте.
Белемдең беренсе баҫҡысына мин дә ошонда күтәрелдем. Беҙҙә ете класс белем алып, ҙур ғилми тормошта танылған ғалимә Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина ла бар. Ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, педагогика фәндәре докторы, педагогика һәм психология факультеты деканы дәрәжәһенә етте. Рәсәй юғары профессиональ белем өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Фәнни хеҙмәттәре педагогика һәм белем тарихына, дөйөм педагогика проблемаларына, юғары һәм профессиональ белем теорияһы һәм методикаһына бағышланған. Ул – 135 ғилми эш авторы. Республикабыҙҙың күренекле шәхесе Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова ла Аҡъюл ете йыллыҡ мәктәбендә белем алып, оло юлға аяҡ баҫты. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәрен йөрөтә, Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты рәйесе урынбаҫары. Бер нисә тиҫтә шиғырҙар йыйынтығы авторы ла.
Ошо белем усағын тамамлап, оло хеҙмәт юлына баҫҡан Фәрит Яңыбай улы Аҡъюлов та – тау тоҡомдарын байыҡтырыусы технолог, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Ул күп йылдар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында комплекс бригадаһы бригадиры, комплекслы байыҡтырыу корпусы начальнигы, Гай тау-байыҡтырыу комбинатында фабрика етәксеһе вазифаларын башҡарҙы.
Суфиян Мәхмүт улы Байғабулов Аҡъюлда белем алып, һуңынан Ырымбур дәүләт педагогия институтында уҡып, күп йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры, Хәйбулла район хакимиәтенең мәғариф идаралығы мөдире булып эшләп, “Почет Билдәһе” ордены, “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде.
Ошонда хәреф танып, артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, оҙаҡ ваҡыт тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған, СССР мәғарифы отличнигы Рәшит Ғимат улы Насиров бер нисә файҙалы китап нәшер итеп, халҡын ҡыуандырҙы.
Беҙҙең мәктәптә белем алғандар араһында күренекле ауыл хужалығы хеҙмәткәре күп. Мәҫәлән, Сәйфулла Ҡужин Салауат исемендәге колхозда бик уңышлы эшләне. Бригадир, агроном бурыстарын атҡарҙы, 1962 йылда ВЛКСМ-дың ХIV съезында делегат булып ҡатнашты. Мин үҙем артабан Аҡъяр урта мәктәбендә уҡыным. Был мәғариф учреждениеһының тарихы бай. Ул үҙенең эшмәкәрлеген 1908 йылда мәҙрәсә булып башлай.
Аҡъяр урта мәктәбе илгә белемле кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Унда уҡып сыҡҡан меңәрләгән йәштәр СССР төбәктәрендә төрлө вазифа биләп, уңышлы эшләне. Шулар араһында Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, РСФСР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Исхаҡ Дәүләтбирҙин, РСФСР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Ҡәҙим Ҡәйепов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән шәхес Әмирхан Салауатов оҙаҡ йылдар Хәйбулла районы совхоздарына етәкселек итте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев та Аҡъяр урта мәктәбендә белем алды. Хәйбулла районы халҡы уның менән нигеҙле рәүештә ғорурлана.
Күренекле шағир, публицист, Башҡорт­остан­дың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Ғәзим Шафиҡов, республика сәнғәтендә танылған оҫта опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, Башҡорт­остандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина институты доценты, оҫта ҡуллы хирург Шәрифйән Ишимов, философия фәндәре докторы, күренекле ғәрәп теле белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты ғалимы Илшат Насировтар ҙа Аҡъяр мәктәбендә белем алды.
Шулай итеп, Аҡъюл, Аҡъяр мәктәптәре беҙгә аҡ юл асты, меңәрләгән үҫмергә кәрәкле һөнәр алырға ярҙам итте. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Ғәйнислам Үзбәковты, Искәндәр Миңлишевте, Төхвәт Вахитовты, Мәҙинә Хәсәнованы, Нина Семенихинаны, Ғәлиә Сабитованы, Сәмий Шмелковты һәр ваҡытта ла йылы иҫкә алабыҙ, онотмайбыҙ.

Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе”, Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566