Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡорос”тар шулай сыныға
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында үткән “Театр һәм балалар” төбәк-ара театрҙар фестивалендә ҡатнашты. Ижади бәйгелә “Ауылға ҡыҙҙар килде” спектакле беренселәрҙән булып синхрон тәржемәлә күрһәтелде.
Республикабыҙҙа танылыу яулап өлгөргән “Ҡорос”тар бындай сәхнәгә беренсегә күтәрелмәй, әлбиттә. Өс көн дауамында Ижевск халҡы Башҡор­тостан, Татарстан, Удмурт, Сыуаш, Ма­рий Эл республикаларының, Архангел, Киров, Ярославль өлкә­ләренең бере­һенән-береһе талантлы, сағыу театр­ҙарының тамашаһын ҡараны. Ҙур сәхнәлә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән халыҡтарҙың сығышы, мәҙәниә­те бар ҡаланы моңға сорнаны, сихри сәхнә донъяһына әйҙәне. Фәдис Иҙри­сов башҡарыуын­дағы ҡурай көйҙәре, Әлиә Әбдрәши­тованың дәртле бейеү­ҙәре, Гүзәлиә Миңлебаеваның моңло йыр­ҙары удмурттарҙы битараф ҡал­дыр­маны, улар һоҡланып тамаша ҡылды, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырҙы. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, алсаҡ удмурт халҡының туғандарса мөнәсәбәте барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.
Ә инде бәйгегә килгәндә, тыуған Башҡортостаныбыҙға беҙҙең “Ҡорос” халыҡ театры буш ҡайтманы: башҡорт филологияһы факультетының V курс студенты Илһам Теләүбаев “Беренсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” номи­нацияһында еңеп сыҡты, ә коллек­тивыбыҙ үҙе III урын яуланы. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа етәксебеҙ Илнур Лоҡма­нов­ҡа, М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллинға, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситоваға, уҡытыусыбыҙ Гөлсинә Килмәковаға һәм универ­ситетыбыҙҙың режиссерлыҡ белгесе Рәмзис Зәй­ҙуллинға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567