Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң тәүҙә һүҙ булған
Иң тәүҙә һүҙ булған Белоретта Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев һәм уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, бүлек мөдире Сабир Шәрипов, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте йорто директоры Илһам Йәндәүләтов, “Юлдаш” радиоһы журналисы, яҙыусы Рәсүл Сәғитов, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, яҙыусы Светлана Чураева, журналист, яҙыусы Игорь Фролов сәфәрҙе Асы ауылынан башланы.
Асылар осрашыуға етди әҙерләнгән. Ҡунаҡтарҙы “Еңгәләр” фольклор ансамбле йыр-моң менән ҡаршы алды. Артабан Өфө ҡунаҡтары актер, режиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Мөбәрәков музейында булды. Һуңынан Асы ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашты.
— Ижад иткән кешенең күңеле бай, уның башҡаларға булған мөнәсәбәте лә матурыраҡ. Һәр сәфәргә сыҡҡан һайын, ҡайҙалыр осрашыуҙарға барабыҙ икән, беҙ иң беренсе, Сократ һымаҡ шәмдәр яҡтыртып, яңы ижадсылар эҙләйбеҙ. Әгәр ҙә саҡ ҡына уның осҡоно була икән, уны дөрләтеп ебәрер өсөн ниндәйҙер кимәлдә өмөт сатҡылары һалырға тырышабыҙ.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағза­ларының күбеһе райондарҙа ижад итә. Инйәрҙән Әлиә Саматованың “Ағиҙел”дә баҫылған “Кәкүк” повесын уҡыған­һығыҙ­ҙыр. Беҙ ул әҫәр менән былтыр Белоретта үткән “Әҙәби марафон” ваҡытында таныштыҡ һәм повесты журналда баҫтыҡ. Әлбиттә, ижадсы “мин ижад итәм” тип әҫәр яҙмай. Бына Яныбай ағай ҙа 45 йәшендә беренсе романын яҙып, әҙәбиәткә килеп ингән. Шулай ҡулға-ҡул тотоношоп эшләһәк, киләсәк быуын алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫ.
Яңыраҡ Өфөлә “Бабич” киноһы күрһә­телде, ул тамашасы тулы залда үтте. Был ихласлыҡ кешенең әҙәби һүҙгә һыуһағанын дәлилләне. Беҙҙең ижад Рәсәй һәм унан да юғарыраҡ кимәлдә таныла икән, был – беҙҙең ҡыҙ һәм егеттәрҙең эшмәкәрлеге. Хеҙмәтте күрергә, уның тураһында әйтергә кәрәк. Халыҡты уята, күтәрә алырлыҡ, үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан гәзиттәр бар. Уларҙы алдырып, тормошта булған тик яҡшы ваҡиғаларҙы уҡып, ҡыуанып йәшәйек. Киләһе осра­шыуға килгәндә, Асыла яңы мәҙәниәт йортоноң мәрмәр баҫҡыстарынан күтә­релеп, Асы ташының сит тарафтарҙа ғына түгел, бында ла файҙаланылыуын күрергә насип итһен, — тине Зәки Арыҫлан улы, осрашыуҙы башлап.
— Ауылығыҙ ҙа, уның халҡы ла бик күркәм, бында һәләтле кешеләр йәшәй. Әҙәбиәтте, матбуғатты һөйгәндәр күптер. Хәҙер республикала сыҡҡан журналдар берләште. Шишмәнең башы ауылда. Тел, рух йәһәтенән һеҙ төп уҡыусыбыҙ булып тораһығыҙ, шуға ла һеҙгә таянабыҙ. Манышты ауылынан Нурулла Миһранов Өфөгә килеп, “Аманат” журналдарын йыйып алып ҡайта ла кластарҙы журналға яҙҙырта. Шуға беҙ уға “Йәш хәбәрсе” тигән танытма бирергә вәғәҙә иттек, — тип башланы сығышын Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин.
Ул республикала сыҡҡан “Ағиҙел”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Һәнәк”, “Бельские просторы” журналдарын алдырғандар менән ҡыҙыҡһынды. “Аманат” журналы менән яҡындан таныштырып, киләсәктә лә йәш быуындың гәзит-журналдарҙан айырылмай, уҡымышлы, киң ҡарашлы булып үҫеүен теләне.
Яҡташыбыҙ, яҙыусы Сабир Шәрипов Мостай Кәрим ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙы иҫкә алды. “Мостай Кәрим менән осрашыуҙа халыҡ клубҡа һыйманы, ахырыһы, йылға буйына алып киттек. Шунда Мостай ағай Арыҫлан ағай тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте. Үҙеңдеке үҙәктә шул, шуның өсөн дә яҙыусылар араһынан яҡташтар күберәк булһын ине, тип теләйем. Былтыр Әҙәбиәт марафоны иҫ киткес матур үтте. Илгиз Сафый улы, Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт. Белоретта башҡорт телен бөтә матурлығы менән һаҡлап килгән йәштәр йәшәй. Һуңғы йылдарҙа райондан дүрт кешенең Башҡортостан Яҙыусылар союзына алыныуы ла бында резерв булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең төбәк бик үҙенсәлекле, бай тарихлы, шуға ла уның тураһында күп яҙырға һәм һөйләргә кәрәк. Ауылдарҙы һаҡлайыҡ. Әгәр ҙә ауылдар бөтһә, еребеҙ ҙә, урманыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ ҙа, телебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ. Юғалмайыҡ, йәшәйек әле!” — тип Сабир Нәғим улы Асы ауылы хакимиәте башлығы Венер Ғариф улы Йосоповҡа китап бүләк итте.
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, әҙәби журналға яҙылыу барышы менән таныштырып, белорет­тарҙың был йәһәттән әүҙем булыуын билдәләне, “Ағиҙел”гә яҙылырға булыш­лыҡ иткән, шулай уҡ үҙе лә яңыраҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзына алынған Мансур Һиҙиәтовҡа рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә лә бер-беребеҙҙән айырылмай, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, бергә ҡалырға саҡырҙы Рәлиф Мөстәҡим улы. Инйәр ауылындағы район мәҙәниәт йортоноң “Елмерҙәк” халыҡ театры етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина: “Сәхнә әҫәрҙәрен табыуы бик ҡыйын. Һеҙҙең пьесаларҙы ҡайҙан алырға була?” — тип һораны. Рәлиф Кинйәбаев пьесаларҙан торған китаптың I томы, көләмәстәрҙән торған II том йыйынтыҡтың баҫмаға әҙер булыуы, әле публицистик әҫәрҙәрҙән торған III том өсөн материал туплауы тураһында белдерҙе. Китап һөйөүселәр: “Әҫәрҙәрегеҙ өҫтәлдә генә ятмаһын әле. Китап булып тиҙерәк сыҡһын”, — тигән теләк белдерҙе.
Әхмәр Үтәбаев уҡыусы­ларҙың “Ағи­ҙел”де нисек уҡыуҙарын белеү маҡса­тында, унда баҫылған әҫәрҙәр буйынса һорауҙар бирҙе, дөрөҫ яуаптарға бүләк итеп журналдар таратты. Шулай уҡ шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.
Яҙыусы Светлана Чураева шиғырҙарҙы башҡортсанан рус теленә тәржемә итә. Мәҫәлән, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова кеүек башҡорт шағирәләренең шиғырҙары руссаға әйләндерелгән. Әҙәбиәт кисәһендә ул үҙ тәржемәһендәге шиғырҙарҙы һөйләне, үҙенең дә ижады менән таныштырып, тамашасыны әсир итте.
Илһам Йәндәүләтов Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең эше, ниндәй китаптар донъя күреүе һәм уларҙы Өфө ҡалаһындағы Октябрь проспектында урынлашҡан “Китап” магазинынан һатып алырға мөмкин булыуы тураһында һөй­ләне. Шулай уҡ Белорет ҡалаһында ла һатыуҙы яйға һалыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыуын әйтеп үтте, урындағы китапханаға китаптар бүләк итте. “Юлдаш” радиоһы каналында “Имен-аман торайыҡ!” тигән юлдар менән тапшырыуын тамам­ларға яратҡан Рәсүл Сәғитовтың сығышы ла әһәмиәтле булды. Ул яңыраҡ сыҡҡан “Словом красен человек” тигән китабы менән таныштырҙы.
Осрашыу Фәриҙә Ноғоманова, Рафаил Сәлихов, “Еңгәләр” фольклор ансамбле, Валерия Шәрәфетдинованың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Асылар ҡунаҡтарға илһөйәрлек менән һуғарылған концерт бүләк итте.
Иртәгәһенә Әҙәбиәт көндәре ҡалала дауам итте. Делегация ике төркөмгә бүленде. Тәүге төркөм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы менән осрашты.
Сабир Шәрипов ҡасандыр ошо бинала урынлашҡан Белорет педагогия училище­һын тамамлаған. Осрашыу мәлендә ул йәшлек йылдары, училищела уҡыған билдәле шәхестәр тураһында һөйләне. Башҡорт милләтенең бөйөк, боронғо халыҡ булыуы хаҡында әйтеп, балаларҙы матбуғат менән дуҫ булырға, туған телдә һөйләшергә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалырға саҡырҙы.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Миңйыһан Хәлитова балаларҙы бала саҡтан матбуғат менән дуҫ булырға өндәп сығыш яһаны.
Зәки Әлибаев та Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Башҡортостан студенттарының башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүен ҡыуанып һөйләне. “XXI быуатта беҙҙең халыҡты Ер йөҙөндә бөтәһе лә белергә тейеш. Һеҙ башҡорт булыуығыҙ һәм ошо гимназияла уҡыуығыҙ менән бәхетлеһегеҙ. Бөйөк шәхестәре буйынса башҡорт милләтен беренсе урынға ҡуялар. Иҙел башының башҡорт рухы күңелегеҙҙә яталыр, тип уйлайым. Мәскәүҙә булғанда Максим Горький исемендәге әҙәбиәт инс­титуты менән йыл һайын мәктәпте тамамлаған биш уҡыусыға урын бүлеү тураһында килешеү төҙөнөк”, — тип яҡшы яңылыҡ менән һүҙен йомғаҡланы Зәки Арыҫлан улы.
Сәлмән Ярмуллин, “Аманат” журналына ҡағылышлы һорауҙар биреп, әүҙем уҡыусыларға бүләктәр тапшырҙы. Журналист Рәшит Зәйнуллин: “Уңышлы булырға теләһәгеҙ, “Шоңҡар” журналы һеҙгә ярҙамға килер”, — тип баҫманың йөкмәткеһе менән таныштырҙы.
Рәсүл Сәғитов: “Бөгөндән үк үҙегеҙҙе оло тормош юлына әҙерләгеҙ, ләкин үҙ юлығыҙ булыуы мөһим. Ә уҡытыусының көсө баланың киләсәктә һөнәр һайлауына булышлыҡ итә. Алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгеҙ. Бөгөн балаларға үҫеү өсөн мөмкинлектәр ҙур”, – тип уҡыусыларға уңыштар теләне.
Иҙел башы яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Мансур Һиҙиәтов: “Хыялдар күп ине, әммә беҙҙең заман ауыр булғас, уҡып булманы. Һеҙҙең өсөн юлдар асыҡ, уҡығыҙ!” — тип балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәне. Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова ҡунаҡтарҙы гимна­зияның эше менән таныштырҙы, осрашыуҙы ҡыуанып ҡабул итеүҙәрен белдерҙе.
Артабан ҡунаҡтар ҡала һәм район өсөн милли кадрҙар әҙерләгән ҡала лицей-интернатына юлланды. Унда ла матур осрашыу кисәһе булды. Өфө ҡунаҡтарын балаларҙың тынлы оркестры көйө аҫтында ҡаршы алдылар. Лицей-интернат директоры Гөлнара Зәйнетдинова белем усағы менән таныштырҙы.
Яҙыусыларҙың икенсе төркөмө 17-се гимназияла “Йәшел шәм” журналистика һәм әҙәби, тыуған яҡты өйрәнеү студия­һына йөрөүселәр менән осрашты. “Бельс­кие просторы” журналының баш мөхәр­рире Юрий Горюхин уҡыусыларға һүҙ көсө тураһында һөйләне. 14-се гимназия уҡыусыларына ла яҙыусылар менән осрашыу бәхете тейҙе.
Төштән һуң ике делегация ҡаланың 1-се мәктәбендә осрашып, бөйөк яҙыусы Александр Пушкин һәйкәленә сәскәләр һалды. Мәктәптең тамаша залында Башҡорт әҙәбиәте көндәрен йомғаҡлау кисәһе булды. Төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡытыусылар, медицина һәм педагогия колледждары студенттары ҡатнаш­лы­ғында үткән кисәлә билдәле яҡташыбыҙ, шағирә Гүзәл Ситдиҡова ҡатнашты. Зәки Әлибаев районда ижад иткән шағирәләр – Зөһрә Үтәғоловаға һәм Зөлфирә Сөләй­мәноваға Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы танытмаларын тапшырҙы. Ҡунаҡ­тарға рәхмәт белдереп, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынба­ҫары Илгиз Теләүбаев сығыш яһаны.
Сара шундай тығыҙ көн тәртибендә үтһә лә, белореттар яҙыусылар менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 057

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572