Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнкиҫәк” уйға һалды
“Йәнкиҫәк” уйға һалды Яҙыусы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса ошо уҡ исемдәге спектакль бына өсөнсө йыл инде Сибай дәүләт башҡорт драма театрында уңышлы бара. Уны талантлы йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән. “Театр яҙы” республика фестивалендә коллектив ошо тамашаны тәҡдим итте.
Спектакль үҙенсәлекле башлана. Ауырға ҡалған ҡыҙ, һөйгән егетенең ташлап китеүен сәбәп итеп, йөрәк түрендә ятҡан йәнкиҫәккәйенән ҡотолмаҡсы булып, ағаһынан таныш табиптар аша ярҙам итеүен үтенә, әммә уныһы быға ҡырҡа ҡаршы төшә. Тап ошонан һуң тамаша уның өләсәһе менән бәйле ваҡиғалар аша һүрәтләнә.
…Һуғыштан һуңғы осор. Билдәле, ҡот осҡос афәттә әле һөйөү, атай булыу бәхетен дә татып өлгөрмәгән егеттәрҙең күбеһе яу ҡырында ятып ҡала. Ҡайтҡандары ла йә сулаҡ, йә аяҡһыҙ. Ауылда барлыҡ эш – ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңендә. Улар араһында Миңйыһан исемле ҡыҙ ҙа бар. Үҙен йәмһеҙ тип уйлаған сатан ҡыҙ, ишен табып, ғаилә ҡороп балалар үҫтереүгә тамсы ла өмөтләнмәй. Киләсәген күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡа. Бынан бары бала табып ҡына ҡотоласағын аңлай ул. Әлбиттә, был хаҡта оҙаҡ уйлана. “Итәгеңде елгә асып торғандан ғына бала тыумай шул”, – тип асырғанып үкһей. Бер мәл Санъяр исемле егеттән бала табырға тигән ниәт ҡора ул. Урманда бесән әҙерләгәндә, бар ҡыйыу­лығын йыйып, егет янына йүгереп килеп, үҙенең теләген ярып һала. Әммә уныһы был һүҙҙе ишеткеһе лә килмәй.
– Кит, йөрөмә, мин һине кәләш итеп алаһым юҡ, аңлайһыңмы? – тип ҡыуыш­тан ҡыуа.
Тәү ҡарауға баҫалҡы ғына күренгән ҡыҙҙың әсә булыу теләген был ғына һүндерә алһасы. Миңйыһан тағы килә, егет тағы ҡыуа. Тағы килә.
– Минең бала һөйгөм килә, ҡартайған көнөмдә яңғыҙ йәшәгем килмәй, – тип үкһей ҡыҙ…
...Көслө малай булып үҫә Сабит. Бер көндө Миңләхмәт ҡарт малайҙарҙы көрәштереп, улар араһынан иң көслөһөн атта йөрөтөргә вәғәҙә итә. Башлана алыш. Сабит һәр малайҙы йыға һала ла ҡуя. Был уның тиҫтерҙәренең сәменә тейә. Шул саҡ араларынан кемдер ғәрлегенен: “Тыума!” – ти ҡысҡыра. Уға башҡалар ҡушыла.
Тыума. Ул осорҙа был һүҙҙе бер Сабит ҡына күтәрҙеме икән! Ят һүҙ малайҙың күңеленә инеп оялай. Миңләхмәт ҡарттан уның мәғәнәһен белгән малай әсәһенән асырғанып:
– Әсәй, минең атайым бармы? Бармы? – тип һорағанда залда күҙ йәшенә төйөлмәгән кеше булмағандыр. Гүйә, тамашасылар ҙа үҙҙәрен ошо аяуһыҙ атайһыҙ тормошта йәшәгән кеүек хис иткәндер. Миңйыһан ғүмер аҙағынаса баланың атаһы кем булыуын сер итеп һаҡлай. Түшәктә ятҡанда әсәһе улына атаһының исемен, уның ҡайҙа йәшәгәнен күрһәтеп, ҡағыҙ киҫәге һонғанда, малайҙың күҙҙәрендәге шатлыҡ сатҡылары залдағы халыҡтың йөрәгенә лә күскәндәй тойолдо.
Һәр әҫәрҙең уңышын тормош дөрөҫлөгө тәшкил итеүе бәхәсһеҙ. Миңйыһан образында миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙың аяныслы, тетрәндергес яҙмышы асып бирелә. Тамашала шул осорҙағы сәйәсәт, колхоз етәкселәренең яҡлаусыһыҙ ҡалған ҡыҙ-ҡырҡынға тупаҫ мөнәсәбәте, урмансыларҙың ҡоро-һары ағас ҡырҡырға ла форсат бирмәй этләтеүе...
Башына ниндәй генә бәлә ябырылғанда ла, халҡыбыҙ ауырлыҡты йыр-моң менән баҫҡан. Спектаклдә йырға, бейеүгә урын бирелеүе лә тамашаның халыҡ күңеленә үтеп керергә булышлыҡ итә.
Сабит ролен – Вадим Ғилманов, ә Миңйыһанды бынан бер нисә йыл элек кенә театрҙа эш башлаған йәш актриса Залина Сөләймәнова шул тиклем оҫта, бирелеп башҡарҙы. Һүҙ юҡ, икеһе лә талантлы, уларҙың киләсәге ҙур. Фестивалде йомғаҡлау кисәһендә Залина “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” ролен башҡарыусы булараҡ билдәләнде.
Сер түгел, әллә ҡайҙан режиссерҙар саҡыртып, уларға мулдан аҡса өләшеп ҡуйылған спектаклде халыҡ ҡабул итмәгән осраҡтар булып тора. Килгән хәлдә лә, залды ташлап сыға башлайҙар. Икенселәре ойоп йә телефонында бүтән эш менән мәшғүл. “Йәнкиҫәк”тә ундай йәмһеҙ күренештәр күҙәтелмәне. Спектакль башынан уҡ тамашасыларҙы үҙенә ҡаратып алды ла аҙағына тиклем ысҡындырманы. Һәр деталь тормошсан булыуы менән отошло. Был әҫәр тулҡынландыра, фәһем бирә, уйға һала һәм тәрбиәләй ҙә. Мәҫәлән, арабыҙҙа карьера тип үҙенең яртыһын тапмаған, сәңгелдәк бәүелтмәгән гүзәл заттарыбыҙ тулы. Эйе, бөгөнгө ҡыҙҙарыбыҙ аҡыллы, белемле, һәр өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшә. Аҡсаһын да табалар, фатирын да алалар. Әммә барыбер Хоҙай тарафынан инселәнгән изге бурыс – бала бағыуҙы ситкәрәк ҡуйып, улар үҙҙәрен әсә булыу тигән оло ҡыуаныстан мәхрүм итмәйме икән?! Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Бер көн килеп улар өлгәшелгән дәрәжәләрҙең әллә ни ҡыуаныс килтермәүен дә аңлар, әммә һуң булыр.

И. БАЙБУЛДИН.

Динара КӘРИМОВА:
– Йәштәрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткәндәй, әҫәр уйға һала, ҙур фәһем бирә. Элекке заманда бәхетле булыу өсөн күп ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар, күңел яралары аша үтеп тә бирешмәгәндәр. “Йәнкиҫәк” ваҡ-төйәк ығы-зығы өсөн оло ғауға ҡуптарып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫҡа өндәй. Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында икәнен иҫбатлай.

Сәриә ИШЕМҒОЛОВА-КУЧАЕВА:
– Әлбиттә, кәрәк бындай спектакл­дәр. Бигерәк тә йәштәргә, улар бит өлкән быуындың нисек йәшәгәнен күҙ алдына ла килтермәй. Кесе улым беҙҙең менән барғайны. “Рәхмәт, әсәй, спектакль өсөн”, – тине. Тамаша барышында бер нисә тапҡыр зал тын да алмай ҡалған мәлдәр булды. “Нимә тиер? Нисек булыр?” Кемдер нәҡ ошо мәлдә үҙенең нимә эшләр икәнлеген уйлағандыр, бәлки... Тормош – көрәш. Яҡшы менән ямандың, изгелек менән яуызлыҡтың көрәше. Ә кешелек ғүмере дауам итергә тейеш. Һис нигә ҡарамаҫтан. Күршемде лә алып барғайным, ҡарап ултырған саҡта ул: “Ә беҙ тормош ҡыйын тибеҙ, бына ҡасан булған бит тормош ауырлығы!” – тине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566