Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухиәт ҡанаттары талмаһын
Рухиәт ҡанаттары талмаһынХәйбулла районының мәҙәниәт учреждениеларында былтыр ғына ла 17 мең 551 сара үткәрелгән. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре – оҫта ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар конкурсын, төбәк-ара “Бөйөк дала” башҡорт рок фестивален һәм һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин. Әле район мәҙәниәт учреждениеларында 405 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт йорто, 48 ауыл клубы, 28 китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе бар.
Районда дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй: улар йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡара. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса МӘМБӘТОВАның ең һыҙғанып эшләүе оло хөрмәткә лайыҡ. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар һәм проблемалар хаҡында танышыу маҡсатында Лариса Рәшит ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Һүҙебеҙҙе хәйбуллаларға ғына хас булған брендлы сараларҙан башлайыҡ әле.
– Бынан өс йыл элек республикала тәүгеләрҙән булып һәр ауылдың үҙ брендын булды­рырлыҡ мәҙәни сара үткәреү буйынса эш башланыҡ. Беренсе­нән, халыҡтың йәшәйешен са­ғылдырған, онотола барған милли йолаларҙы, кәсеп-шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеү булһа, икен­сенән, бөгөн шул ауылда төп­ләнгәндәрҙең йәшәү рәүешен күрһәткән, заман талаптарына яуап биргән шөғөлдөң барлыҡҡа килеүенә юл асыу маҡсатында башланған сара ысын мәғә­нәһендә үҙ асылын тапты һәм маҡсатына өлгәште.
Халыҡтың шул тиклем ихлас, дәртле, талантлы, егәрле булыуына хайран ҡалдыҡ. Мәҫәлән, Оло Арыҫланғолда “Ҡамыр байрамы”, Подольскиҙа – “Яулыҡ”, Быҙаулыҡта – “Яҫтыҡ”, Иләстә – “Ситән”, Яңы Ергәндә – “Балсыҡ”, Аҡназарҙа “Ашҡабаҡ” байрамдары үтте. Уларҙы һанай китһәң, ваҡыттың етмәүе лә мөмкин. Ауыл халҡының берҙәм рәүештә ныҡлап әҙерләнеүен күрһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә аптырар инегеҙ. Нимә­ләр генә эшләмәй улар, йырын да, бейеүен дә күрһәтә, аш-һыуын да әҙерләй, иң мөһиме – йәш быуынға үҙ кәсептәрен күрһәтеп, уларҙы йәлеп итә. Әйткәндәй, һәр ауыл үҙҙәренең брендлы сараһын көтөп ала, ентекле әҙерләнә. Башланғыс матур йолаға әйләнде, ул йыл һайын дауам итәсәк.
– Йомабай Иҫәнбаев көн­дә­ре һәм “Бөйөк дала” рок баш­ҡорт фестивале хаҡында ла ҡыҫҡаса әйтеп үтһәгеҙ ине...
– Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Рух” рок төркөмө беҙҙең районда ойошторолдо. Ваҡыт үтеү менән был йүнәлештә йырлаусылар юҡҡа сыҡты, күп кенә төркөмдәр тарҡалды. Бәхеткә күрә, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең рокты үҙ итеүе күҙәтелә, ә беҙҙең “Бөйөк дала” рок фестивале был йүнә­леште ҡайтанан йәнләндереп ебәрҙе, күптәрҙең күңеленә осҡон өҫтәне. Хәҙер бәйгелә, Башҡорт­остандың төрлө район һәм ҡа­лаларынан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан ҡатнашыусылар йыйыла. Тамаша ғәжәп бер күренешкә әйләнә: иге-сиге күренмәгән бөйөк Хәйбулла далаһына биш меңгә яҡын тамашасы йыйылып, күңел аса. Фестивалдең төп талабы һәм үҙенсәлеге – йырҙар тере тауыш менән башҡарылырға тейеш. Ул өс йылға бер тапҡыр үткәрелә, быйыл июлдә рокты яратыусы­ларҙы йәнә үҙебеҙҙә көтәбеҙ.
Ҡурайсылар араһындағы иң мәртәбәле конкурстарҙың береһе – мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар бәйгеһе биш йылға бер тапҡыр үтә. Уҙған йылда был сара бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Хәйбулла ере – ҡурайсыларға ҡанат биргән төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә шулай уҡ йыл һайын уҡыусылар ара­һында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы үткәрелә.
– Һуңғы йылдарҙа ил һәм республика етәкселегенең мә­ҙә­ниәт өлкәһенә ҡарашы үҙ­гәр­­ҙе. Мәҙәниәт хеҙ­­мәт­кәр­ҙә­ренең эш хаҡы күтәрелде, төр­лө йүнәлештә гранттар бул­дырылды, иң мөһиме – ауыл клубтарына иғтибар артты.
– Әйткәндәрегеҙ менән тулыһынса килешәм. Тәүге тап­ҡыр быйыл район ҡаҙнаһынан мәҙәниәт өлкәһенә 10 миллион һум аҡса бүленде. Район хаки­миәте башлығы Раил Ибраһи­мовтың һәр ваҡыт мәҙәниәтте аңлап, бар проблемаларҙы хәл итергә тырышыуы оло хөрмәткә лайыҡ. Бүленгән суммаға бер нисә ауыл клубын ремонтлау, музыка ҡоралдары алыу, сәхнә кейемдәре тектереү, бер нисә клубтың тамаша залының ултырғыстарын алмаштырыу, ҡорған-селтәрҙәрен яңыртыу эштәрен атҡарыу ҡаралған. Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу ҙа дауам итәсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙә­ниәт йорто” проектына ярашлы, мә­ҙәни-ойоштороу учрежде­ниеларының матди-техник база­һын яңыртыу өсөн Маҡан ауыл мәҙәниәт йортона 2 миллион 600 мең һум бүленде. Йәнә район ҡаҙнаһынан 1 миллион 500 мең һум аҡса күсерелде. Тиҙҙән заман талаптарына яуап биргән, техник саралар һәм музыка ҡоралдары менән йыһаз­ландырылған клуб ҡайтанан эшләй башлаясаҡ. Йыл башында Ғәлиәхмәт ауылы халҡы капиталь ремонттан һуң ишектәрен асҡан мәҙәниәт йортона аяҡ баҫты.
Беҙҙең районда хакимиәт башлығы Раил Ибраһимовтың ярҙамы менән өсөнсө йыл рәттән иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн 20 мең һумлыҡ грант булдырылды. Республика күләмендә ойошторолған күп кенә конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн киткән сығымдар район ҡаҙнаһынан ҡапланыла, ба­ғыусылар ҙа ярҙам күрһәтә. Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы яҡынса 16 мең һум тәшкил итә. Бөтәһе 126 кеше мәҙәниәт өлкәһендә эшләй.
– Күп кенә райондарҙа ауыл клубтарының ябылыуы ла кү­ҙәтелә бит әле. Һеҙҙең район­да был юҫыҡта хәлдәр нисек? Етәксе булараҡ, ауылдарға йәм һәм ҡот биргән клубтарҙа ут балҡыуын һүндермәү өсөн ниндәй эштәр башҡарыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?
– Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙең районда бер генә ауыл клубы ла ябылманы. Төрлө сәбәп арҡа­һында дүрт клуб шул ауылдағы мәктәп бинаһын ҡуртымға алып эшен дауам итә. Әйткәндәй, был белем усаҡтары, балалар һаны етмәү сәбәпле, урта мәктәптән – тулы булмағанға, тулы булма­ғаны башланғыс мәктәпкә күсе­релде. Шунлыҡтан бинаны ҡур­тымға алыу бар талаптарға ярашлы башҡарылды. Ауыл халҡы дәртле булһа, уның әйҙәүсеһе барлыҡ мәҙәни сара­ларҙың башында торһа, “клубты ябабыҙ” тиһәк тә, улар риза бул­маясаҡ. Беренсенән, беҙ мәҙә­ниәт йорттарын халыҡтың риза­лығынан тыш яба алмайбыҙ. Икенсенән, район етәкселегенең ярҙамы менән барлыҡ мәҙәни-ойоштороу учреждениелары һаҡлап ҡалын­ды, хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартыл­маны. Бер аҡыллы етәксенең һүҙҙәре менән әйт­кәндә, “Мәҙә­ниәт өлкәһен ҡыҫ­ҡартып, район иҡтисадын үҫтереп булмай, киреһенсә, уны ҡал­дырып ҡына халыҡтың йәшәйе­шен, тормошон яҡшыртырға мөмкин. Шуға күрә халыҡ тырышып эшләһен, матур йәшәһен өсөн йыр ҙа, бейеү ҙә, күңел асыу ҙа кәрәк”.
– Ауыл клубтарына нығы­раҡ иғтибар иткәндә...
– Улар – ауылдың “йөрәге”, тип әйтер инем. Халыҡтың рухи терәге лә, ауылдаштары менән осрашып, һөйләшер урыны ла, күңелдәрен байытыр һәм йылытыр усаҡ та. Райондың барлыҡ мәҙәни-ойоштороу учреждениелары халыҡты аң-белемгә әйҙәп, уларҙың рухи ҡиммәттәрен байы­тыуҙа үҙ ролен уңышлы башҡара. Халыҡ таланттары концерттарында ауыл халҡы дәррәү ҡат­наша, һәр йортта бынамын тигән артистар йәшәй, тик уларҙы табып, сәхнәгә сығарыу ғына кәрәк. Күпселек ауылдарҙа фольклор, драма, вокаль, бейеү түңәрәктәре уңышлы эшләй, ауыл халҡы бик теләп йөрөй. Һәр мәҙәни сараның башында ағинәйҙәр әүҙем ҡат­наша, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксе йөгөн дә күпселек беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарта. Мәҙә­ни мөхиткә бер килеп юлыҡтыңмы, унан китеү бик ҡыйын, шуға күрә мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләгәндә, ауыл клубтарының уты балҡып торасағына ышаныс ҙур.
Оҙаҡ йылдар халыҡта мәҙә­ниәткә һөйөү тәрбиәләп, үҙ эшенең ысын оҫталарына әйлән­гән мәҙәни ойоштороусылар – Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Солтанова (Сиҙәм), Фәниә Нураева, Сергей Захаров (Маҡан), Әлфидә Ультраҡова, Гүзәлиә Әбүбәкерова, Лариса Биғошова (Әбүбәкер), Көнһылыу Ҡолон­баева (Степной) һәм башҡалар. Районыбыҙҙағы бөтә мәҙәни-ойоштороу учреждениелары уңышлы эшләй. Кемделер маҡтап, икенсеһен яманларға урын юҡ. Клубтарҙың барыһы ла халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә булыша, үҙ өлөшөн индерә. Был юҫыҡта, әлбиттә, район хакимиәте башлы­ғына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уның мәҙәниәтте аңлап, яҡлап, һәр саҡ ярҙам итеп тороуы – оло мәртәбә. Совет осоронан бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән клубтар аҡрынлап ремонтлана, уларҙың матди-техник базаһы нығытыла, ә инде хеҙмәткәрҙәргә тағы ла тырышып эшләргә генә ҡала. Мәҙәниәт – ул рухи байлыҡ, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлау, үҙ-ара мөнәсәбәт, кеше менән аралашыу, матурлыҡҡа ынтылыу. Ауыл халҡы менән күберәк эшләргә, кешеләрҙе битараф­лыҡтан арындырып, мәҙәни мөхиткә ылыҡтырырға кәрәк.
– Һуңғы йылдарҙа моделле китапхана һәм күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыу күҙә­телә...
– Беҙ ҙә заман менән йәнәш атларға тырышабыҙ. Әбүбәкер ауылында күп функциялы мәҙәни усаҡ асылды һәм, әйтергә кәрәк, бик яҡшы эшләй. Халыҡ шул тиклем ҡәнәғәт. Бөгөн районда биш моделле китапхана булдырылған, китап уҡыусылар өсөн генә түгел, ауыл халҡына төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Барыһының да ауыл ерендә Интернет селтәре аша аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә теләүселәр моделле китап­ханаға килә, үҙ йомоштарын үтәй ала. Быйыл Өфө ауылында моделле китапхана һәм күп функциялы мәҙәни үҙәк асыу планлаштырыла.
– Йыл һайын мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре исемле йылдарға арнап бихисап сара үткәрә. Мәҙәниәт, Кино йылдарын те­үәлләнек, быйыл, Экология һәм айырыуса һаҡланған тә­биғәт биләмәләре йылында, ниндәй эш пландары ҡарал­ды?
– Камиллыҡтың юҡтыр сик­тәре, тигәндәй, беҙгә, мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәренә, ниндәй йылды иғлан итһәләр ҙә, һәр саҡ уны юғары кимәлдә үткәрәбеҙ. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы програм­­маһына ярашлы, ра­йондың һәр ауыл биләмәһендә ойошма, учреждение, предприятиелар араһында КВН уйыны иғлан иттек, ошо арала ул старт аласаҡ. “Тәбиғәт. Кеше. Тыуған төйәк” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткә­рәсәкбеҙ, үҙебеҙ­ҙең район билә­мәһендә урын­лашҡан тәбиғәт ҡомарт­ҡылары буйлап экскурсиялар ойоштороу ҡаралған, “Тыуған төйәктең “Ҡыҙыл китабы” исемле сара үткәреү планлаштырыла, экологик өмәләр, төрлө кисәләр, фотокүргәҙмә эшләйәсәк. “Фольклор. Тәбиғәт. Беҙ” тигән сарала халҡыбыҙҙың тәбиғәткә бәйле йолаларын күрһәтеү, аш-һыуын тәҡдим итеү, төрлө һынамыш­тарҙы өйрәнеү буйынса һәр клубҡа бурыс йөкмәтелде, көндәр йылыныу менән был эшкә старт биреләсәк. Ғөмүмән, эш пландары раҫланған, халыҡҡа әйтелгән, быйыл да хәйбуллалар исемле йылды юғары кимәлдә атҡарып сығыр, тигән ышаныстамын.
– Лариса Рәшит ҡыҙы, ысын­лап та, райондың мәҙә­ниәт өлкәһе гөрләп эшләп тора, ауыл клубтары быҫҡып түгел, ә дөрләп яна. Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгелдер бит?
– Әлбиттә, бар эштә лә улар етерлек. Беҙҙең төп проблема – ауыл еренә эшкә килерлек белгестәр етешмәй, йәғни йәштәр ауылда эшләргә теләмәй. Уларҙы аңларға мөмкин: хеҙмәт хаҡы түбән, йәшәү өсөн уңайлы шарттар юҡ. Әммә беҙ йәш белгес­тәргә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, килһендәр генә. Район үҙәгендә бар талаптарға яуап бирерлек мәҙәниәт йортоноң булмауы – беҙҙең иң ауыртҡан урын. Репетиция залдары юҡ, тамашасы өсөн урындар етмәй, артистар өсөн уңайлыҡтар булдырыл­маған. Шуға күрә был тәңгәлдә эш алып барыла, район етәк­се­леге был турала хәбәрҙар. Ки­ләсәктә мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу ниәте менән янабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567