Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хазиналар утрауында
Хазиналар утрауында Кәштәләрҙә төрлө китаптар, өҫтәлдә гәзит-журналдар тупланмаһы... Кемдер ҡыштыр-ҡыштыр китап уҡый, икенсеһе үҙенә кәрәкле баҫманы эҙләй. Ҡапыл ишек асылды ла оло ғына йәштәрҙәге әбей килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” тигән китабын һораны.
– Үҙем күптән уҡып сыҡтым, бик фәһемле повесть, ейәнемә алып бүләк итергә уйлағайным, – тине ул. – Уҡыһын, фәһем алһын, тим.
– Район үҙәгенә барһам, алып ҡайтырмын, – тип яуапланы Рәзилә ханым.
Ауыл китапханаһы... Компьютер, Интернет заманы тиһәк тә, Аллаға шөкөр, ишек яңағы тынмай бында.
– Халыҡ китап уҡымай тип лаф орһаҡ та, баҫма әҙәбиәткә һөйөү кәмемәй, – ти Имәндәш ауыл китапханаһы хужабикәһе Рәзилә Зөбәйҙуллина. – Һуңғы осорҙа Рамаҙан Өмөтбаевтың, Таң­сулпан Ғарипованың китаптарын йыш һорайҙар. Уҡыусылар төрлө ижади эштәр, реферат яҙырға, теге йәки был темаға материал эҙләп тә килә. Бөтә кеше­нең дә барлыҡ гәзит-журналды алдырып уҡырҙай мөмкинлеге юҡ.
Әлбиттә, китапхана халыҡтың яратҡан, ихлас йөрөгән урынына әүерелеүендә 35 йыл ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған Рәзиләнең өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Яҡты йөҙлө, һәр кеше менән уртаҡ тел тапҡан ханым – үҙ эшенең оҫтаһы.
Бөгөн китапханасыларға оло бурыс йөкмәтелгән. Беҙ күҙ алдына килтергәнсә, йылы бүлмәлә китаптар биреп ултырыу ғына инмәй уларҙың вазифаһына. Балалар араһында төрлө ярыштар, конкурстар йыш уҙғарыла. Ауыл­дың мәҙәни тормошон йәнлән­дереүгә, халыҡты төрлө сара­лар­ға йәлеп итеүгә тос өлөш индерә улар. Йәнә күршелә урынлашҡан Тайыш, Ҡарағай, Ташаҫты ауылдарына йөрөп теге йәки был баҫманы тәҡдим итәләр.
– Яңы китаптар килгәс тә, ен­текләп уҡып сығам, күҙәтеү эш­ләйем. Шунан ҡыҫҡаса эстәлеге хаҡында һөйләйем. Үҙемде хазиналар утрауында ултырған кеүек хис итәм, – ти ул, ихлас йылмайып.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 056

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 671

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572