Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай йорто фатихаһы
Атай йорто фатихаһыЙәмле Асылыкүл буйҙары... Көмөшләнеп емелдәгән һыу өҫтө. Күлдең тирә-яғында аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән тау битләүҙәре. Халҡыбыҙ яҙмышына төшкән күп ваҡиғаларҙың шаһиты булған күл буйында өйкөм-өйкөм ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, емеш-еләккә йомарт туғайлыҡтар. Ниндәй күркәм күренеш! Ирекһеҙҙән ошо ерҙә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу”эпосы, унда барған ваҡиғалар иҫкә төшә.
Асылыкүл – республиканың иң ҙур күле. Йәннәткә тиң урында үҙең­дән-үҙең моңланып ебәргә­неңде лә һиҙмәй ҡалаһың. Ә бәғзеләр күңелендә тулышҡан уй-хистәрҙе ҡағыҙ битенә төшөрөргә ынтылыр, моғайын. Һәүәҫкәр рәссам Илдус Ҡолһариндың “Асылыкүл” тигән картинаһын ҡарағанда, шундай уйҙар килә.
Йәки бына “Ғәҙелша” тип исемләнгән картина. Билдәле булыуынса, Ғәҙелша шарлауығы – Башҡортостандың тәбиғәт ҡомарт­ҡыларының береһе. Был матур­лыҡты ҡарарға республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәренән дә киләләр. Тәбиғәт хозурлығын, таштан-ташҡа һуғы­лып аҡҡан шарлауыҡты күреп, күптәр хайран ҡала. Шул тәби­ғәттең матурлығына һоҡланып, иҫе китеп ҡарап, тыуған төйәгенә мөхәббәте урғылып торған рәссамды ла күрәһең бында.
Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуған яғының күркәмлеген күңеленә һеңдереп үҫә Илдус. Бәләкәйҙән тирә-яҡты, йәмле Ашҡаҙар буйҙа­рын күҙәтеп илһамланырға, аҙаҡ шул күренеште ҡағыҙ битендә һынландырырға әүәҫ була малай. Бер саҡ “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә иғлан ителгән конкурсҡа һүрәтен ебәреп, унда донъя күргәс, бәхеттең етенсе күгендә хис итә ул үҙен. Ошо шөғөлөн артабан үҫтереү ниәте уны Өфөләге Ҡасим Дәүләткил­деев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына алып килә. Һуғыштың барлыҡ михнәтен үҙ иңендә кисергән, биш улға, ике ҡыҙға ғүмер биргән Сибәғәтулла ағай:
Атай йорто фатихаһы– Улым, беҙҙең фамилияға тап төшөрмә, матур уҡы, – тип фатиха биреп оҙата улын.
Ысынлап та, Ҡолһариндар затының ғилемгә ынтылышы, уҡымышлылығы, тырышлығы менән төбәктә даны таралған. Әлбиттә, башҡортса уҡып килгән малайға тәүҙә еңел булмай. Хатта төрлө һылтауҙар менән ҡайтарып ебәрергә лә уйлайҙар, әммә малай ҙа ныҡ тора.
– Мин уҡырға килдем, ҡайт­майым, – ти ул. Һөҙөмтәлә белем усағын тамамлай.
Атай йорто фатихаһыҺуңынан педагогия училище­һында белем ала. Был осорҙа үҙ йүнен үҙе күрә тырыш егет, кинотеатрҙарға, артистарға афишалар, белдереүҙәр эшләп, аҡса таба.
Инде алтмышын тултырған уҙаман ғүмер юлында ҡайҙа ғына эшләмәй: ҡулланыусылар йәмғиә­тендә ревизия комиссияһы рәйесе, Дәүләкән район гәзитендә хәбәрсе лә була. Өфөләге Бөтә Союз финанс институтында ла белем ала. Өфө ҡалаһының Дим районында иң беренселәрҙән булып торлаҡ милекселәре ширҡә­тен ойоштора Илдус Сибәғәтулла улы. Бөгөн республикала күптәр өсөн өлгө булырҙай ойошма ул.
Ғәжәп әүҙем кеше Илдус ағай. Йәштәрсә дәрт, илһам менән төрлө мәҙәни сараларҙың урта­һында ҡайнай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева менән милли кейемдәр тегеү, уларға башҡорт биҙәктәре төшө­рөү менән шөғөлләнә. Былтыр ноябрҙә Үзбәкстанда Башҡорт­остан көндәрендә булып ҡайтҡан. “Мәргән уҡсы” конкурстарында ҡатнаша, йәйәләр эшләй. Буш ваҡыттарында дуҫтары менән республика буйлап сәйәхәт итергә ярата. Тәбиғәт ҡосағында күргән­дәр, кисергәндәр картина булып, дуҫтарының, улдары Илгиз менән Илмирҙың фатирын биҙәй.
– Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш, – тип һүҙен дауам итә уҙаман. – Әҙәм балаһының Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен асырға, үҫтерергә ынтылышы булырға тейеш. Ул һиңә, бәлки, матди яҡтан әллә ниндәй табыш та килтермәүе ихтимал, әммә йөрәккә ятҡан шөғөл менән булыу, үҙеңдең һәләтеңде асыу шәхестең күңел бөтөнлөгөнә алып килә.
Атай йорто фатихаһы– Кеше ниндәй генә уңышҡа өлгәшмәһен, тыуған ауылын, атай йортон онотмаһын, – ти ул.
...Ҡолһариндар фатирында тынлыҡ. Илдус Сибәғәтулла улы йәнә мольберт янына ултыра, ҡулына бумалаһын ала. Ул кисерештәре, уйҙары менән тыуған яғында сәйәхәт итә, сөнки тиҙҙән әҙер буласаҡ “Атай йорто” тигән картинаһын яҙа. Ҡасандыр оло юлға фатихаһын биреп оҙатҡан ата-әсәһенә, тыуған бишегенә рәхмәт һүҙе буласаҡ ул.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545