Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирен башҡаларға өлгө итеп ҡуйған ҡатын
Ирен башҡаларға өлгө итеп ҡуйған ҡатын Береһе – аккомпаниатор, икенсеһе – “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәксеһе. Икеһе лә Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләй. Ғүмере буйы сәхнәлә йырлап-бейеп йәшәгән был һоҡланғыс парға донъя көтөү ауырлыҡтары ят кеүек. Береһе гармун күреген тартһа, икенсеһе моңло тауышы менән уға ҡушылып, тамашасыларҙың кәйефен күтәрә.
Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ Рәшиҙә Тайып ҡыҙы Әбйәлил районының Ҡужан ауылында тыуып үҫә. Артабанғы тормошон сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтермәгән ҡыҙ артист булырға хыяллана. Әммә атаһы тәүҙә ҡыҙына һөнәр алырға ҡуша, шунлыҡтан ул Магнитогорск ҡалаһының индустриаль-педагогия техникумына уҡырға керә. Студент йылдарында Рәшиҙә Мортазина бер мәҙәни саранан да ҡалмай, киреһенсә, уның уртаһында ҡайнай. Кәрәк саҡта әбйәлилдәрсә ойотоп баҫып бейеп ебәрһенме, йә булмаһа күңелдәрҙе тетрәндерерлек йыр һуҙһынмы?! Сит өлкәлә милләттәштәренең рухын күтәрерлек, уларҙы берләштергән ансамбль төҙөү тураһында хыяллана. Ул йылдарҙа ҡалала төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплаған Магнитогорск милләттәр мәҙәниәте үҙәге эш башлай.
Сәхнәнән башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаған Рәшиҙә Тайып ҡыҙы үҙәктән саҡырыу алғас, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй: күптән хыялында йөрөт­кән ансамбль төҙөүҙе тәүге көндәрҙән тормошҡа ашыра. Төрлө йылдарҙа уның етәкселегендә “Ҡомартҡы” фольклор, “Ләйсән” бейеү, “Миләш” вокаль ансамбл­дәре барлыҡҡа килә. Ҡалала үткән “Наурыҙ”, “Һабантуй”, “Башҡорт һылыу­ҡайы” кеүек сараларҙың ойош­тороусыһы һәм уларҙы оҫта алып барыусы булараҡ та яҡшы таныш ул Силәбе башҡорт­тарына. Ике телде яҡшы белгән Рәшиҙә Мортазина – ҡалала үткән күп байрам­дарҙың алыштырғыһыҙ ойошто­роусыһы, режиссеры һәм алып барыусыһы ла.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Тайып ҡыҙының буласаҡ тормош иптәше, ошо коллективта оҙаҡ йылдар аккомпаниатор булып эшләгән Рафаил Мортазин – Магнитогорск ҡалаһы башҡорто.
– Ауылдарҙа йәшәгән күп олатай-өләсәйҙәр телдәрен вата-емерә үҙ ейән-ейәнсәрҙәренә урыҫса һөйләп маташ­ҡанда, мин уларға үҙемдең Рафаилымды өлгө итеп ҡуям, – тип шаярта Рәшиҙә ханым. – Ҡалала тыуыуына ҡарамаҫтан, ул телен онотмай, киреһенсә, башҡорт халҡының йыр-моңона ғашиҡ булып үҫә. Бигерәк тә ретро йырҙарҙы яратып башҡара. Һуңғы йылдарҙа икәүләп йырларға тотондоҡ. Уның еңгәһе Сания Мортазина ижад иткән “Яҙмышыбыҙ” йыры визит карточкабыҙға әйләнде тиһәк тә була. Репертуарҙы бергә һайлайбыҙ, үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ, бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була.
Әле Рәшиҙә Мортазина “Миләш” вокаль ансамбленә һәм “Мираҫ” клубына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләй. Яңынан-яңы йырҙар өйрәнәләр, төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ҡайҙа ғына сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, һәр саҡ еңеү менән ҡайта улар, сөнки янында дәрт һәм ҡеүәт өҫтәгән, күңелдәрен ҡанатландырған тормош иптәше, ышаныслы терәге бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566