Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бынан бер нисә йыл әүәл һөйләшеп ултырғанда Хисмәт: “Ағай, мин шағирмы?” – тип һорап ҡуйҙы. Алтмышты ҡыуған һәм ярты быуат самаһы шиғыр яҙған кешенең көтөлмәгән был һорауы мине тәүҙә аптыратты – үтә бер ҡатлы хәбәр ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә ине. Мине һынай йәки комплимент ишетергә теләй, ахыры, был, тип уйланым тәүҙә. Бер аҙҙан башында һынау – тикшереү йәки маҡталырға теләү мохтажлығы юҡлығына төшөнгәс – характеры улай түгел – һорауының етди икәнен аңланым. “Нимә, шикләнәһеңме әллә?” – тинем. “Шикләнәм”, – булды яуап. Һынсыл ҡарап байтаҡ өндәшмәй торҙо, һүҙҙәремә ышанды ла, ышанманы ла шикелле. Хәйер, ышанмағандыр. Ниңә ышанһын ти инде, мин дөрөҫлөктөң һуңғы инстанцияһымы ни? Шағир ҙа түгелмен. Минең баһа һуҡыр ямғыр һымаҡ. Шулай ҙа Себер елдәре киҫкеләгән суғырмаҡлы йөҙөнә йылмайыу сатҡылары яғылды, һынсыл ҡараштарына нур ҡунды.

Шағир, шағир ғына түгел, ғөмүмән, ижад кешеһе, гел шулай икеләнеүҙәрҙә, шиктәрҙә йәшәргә тейештер инде ул. Ижад планка­һын бик юғары ҡуйған һәм тағы ла юғарыға ынтылған кеше генә шикләнеүҙәргә, ике­ләнеүҙәргә һәләтле. Ҡәнәғәтлек – ижадтың ҡан дошманы. Талант ни тиклем ҙурыраҡ булһа, талап та шул тиклем юғарыраҡ.

Йылғаға таш ташлап көлөшмәнек,
Бер шишмәнән икәү һыу эсмәнек.
Туғайҙарҙа тайҙар кешнәгәндә,
Ысыҡ кисеп, икәү күрешмәнек.
Бар әйләнәм – аҡлы-ҡаралы,
Шуғалыр ҙа күңелем яралы.

Алты юллыҡ ҡына ошо шиғырҙың тәүге строфаһы – мөхәббәткә сарсаған егеттең буласаҡ һөйгәне менән тап булыша алмау үкенесе хаҡында. Ябай һәм ерлекле картина – пейзаж, йырлап торған һағышлы тәбиғәт күренеше, һәм ҡапыл, күңелде һиҫкәндереп, ошо гүзәл идиллияны аҡлы-ҡаралы донъя “алыштыра”. Үкенес, баҡһаң, ҡыҙ менән осрашмаған-табышмағандан түгел, ә донъяның ҡапма-ҡаршылыҡлы ике төҫтән: аҡтан һәм ҡаранан тороуында икән! Шуны күргән шағирҙың күңеле шуға ла яралы...
Хисмәт Юлдашев шиғриәтендә ниндәй­ҙер эске һағыш бар. Ул һағыш ҡайһы саҡ үҙәкте өҙөр ҡайғы-хәсрәт, ҡайһы саҡ оло үкенес, үҙең менән ҡәнәғәтһеҙлек, ҡайһы саҡ тормошҡа ашмаған хыял рәүешендә яңғырай. Уның шиғриәте – тойғо шиғриәте, эске кисерештәр, үрһәләнеүҙәр, хатта үҙ-үҙеңде аңлай, таба алмау мотивтарынан туҡылған шиғриәт. Был мотивтар шәхси планда ғына түгел, улар йәмғиәт, йәшәйеш, халыҡ төшөнсәләренә барып тоташа. Ул һағыш – ҡанлы үткәнебеҙ өсөн, ул һағыш аңлайышһыҙ һәм камиллыҡтан алыҫ бө­гөнгөбөҙ өсөн, ул һағыш томанлы иртәгәбеҙ өсөн көйөп яныу. Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуған ил тойғоһо көслө был шиғриәттә. Бик тә милли ерлекле был шиғриәт.
Был мотивтар Рәми Ғариповтың “заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте” тигән гражданлыҡ позицияһына бик тә ауаздаш. Рәми Ғарипов тигәндән, шулай уҡ бер нисә йыл әүәл уның тураһында һүҙ сыҡҡас, Хисмәт: “Һин ағайҙы күргәнең булдымы?” – тип һораны. Өс тапҡыр күреп һөйләштем, тигәс, һин бәхетле, тине оло үкенес менән. Уға шағирҙы күрә алмауы ла ҙур бәхетһеҙлек ине. Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған йылдарҙа Хисмәт Рәми ағай тураһында күп һорай торғайны.
Китаптарын алып килде, уҡыны, һоҡланды, аптыраны, һөҙөмтәлә Рәми ағай уның өсөн ысын ир-егеткә, ағайға, остазға, яҙмышҡа әүерелде, ә шиғриәте юғары гражданлыҡ позицияһының иң юғары өлгөһө булды. Ҡасандыр Рәми ағай уҡыған институтта уҡығаны менән дә ғорурланды, сөнки ул һулаған һауаны һуланы, ул йөрөгән юлдан йөрөнө, ул ултырған аудиторияла ултырҙы. Мин институт ихата­һындағы бар ағастарҙы ла Рәми ағай Переделкинонан (институттың дөйөм ятағы элек ҡалала түгел, Мәскәү янындағы шул исемдәге ҡасабала булған, студенттар уҡырға электричкала йөрөгән) рюкзак менән йөкмәп ташып ултыртҡанын да әйткәс, тамам хайран ҡалды. Шунан тәнәфес ваҡыттарында ла, дәрестәрҙән һуң да ошо ағастар араһында йөрөнө, олонона ҡулын ҡуйып уйланып баҫып торҙо, әйтерһең дә, шағирҙы күреп өлгөрә алмау бәхетһеҙлеген ошо рәүешле аҡларға һәм аҡланырға тырыша ине...
Бишектәге бала бишкә төрләнә тигән һымаҡ, әлбиттә, студент йылдарында Хисмәттең кумиры бер Рәми ағай ғына булманы. Рауил Бикбаев, Тимер Йосоповтарҙы үҙенең бер туған ағалары һымаҡ күрҙе. Күҙе асыҡ, ҡолағы һаҡ егеткә институт, Мәскәү мөхите камиллашыуға ҙур импульс бирҙе. Ҡош балаһына оҡшап Хисмәт институт, дөйөм ятаҡ стеналарында әйтелгән һәр һүҙҙе йотоп йөрөнө, аралашты, бәхәсләште. Әле студент ҡына көйө Хисмәттең тәүге шиғри шәлкеме Йыһат Солтановтың баш һүҙе менән “Ағиҙел” журналында сыҡты.
Талантлы рус шағиры Николай Рубцов йәшәп киткән бүлмә ятаҡта йәшәгән барыбыҙға ла билдәле ине. 1971 йылда (беҙ килерҙән бер нисә йыл алда ғына!) фажиғәле һәләк булған был шағир хаҡында легендалар уҡ булмаһа ла, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөнө, күптәр ҡайһы шиғыры ошо бүлмәлә яҙылғанын да хәтерләй, уның менән аралашҡан, сәй- мәй уртаҡлашҡан һәм үлеме хаҡында ла белеүселәр бар ине. Былар барыһы ла “быуындан быуынға” тапшырыла килә, беренсе курстағыларҙың һәр кеме әлеге бүлмәне кереп ҡарай. Күптәребеҙ һымаҡ Хисмәт тә уның 1967 йылда сыҡҡан “Звезда полей” исемле тәүге китабын табып уҡыны һәм... “минең Рубцов” тип, үҙенә яңы шиғриәт донъя­һын асты.
Торараҡ ул Сергей Есенинды ла үҙ итте.
Студент йылдарында, бигерәк тә тәүге курс­тарҙа, Хисмәт күп яҙҙы – инс­ти­тутҡа ул яҙышырға кил­гәй­не. Линейка менән һыҙ­ғандағы ише уның тип-тигеҙ һәм ваҡ хә­рефле матур юлдары һаман да күҙ алдында. Көн дә булмаһа ла, көн аша йәки өсөнсө көнөнә, кис мотлаҡ ул минең бүлмәгә килә, ағай (үтә кәйефле са­ғында кантон тип тә ебәрә), шиғыр яҙғай­ным, тыңла әле, тип уҡый ҙа башлай. Уға тыңлаусы кәрәк, шат­лыҡты уртаҡ­лашыусы, шиғыр тыуҙырыуына шаһит кәрәк. Уҡыған ыңғайы, туҡтап, рифмаға йәки ритмға тап килмәгән һүҙҙәрҙе алыштырып та ҡуя, мәғәнәһенә ныҡлап төшөнөргә теләгәндәй, юлдарҙы яңынан да уҡый, ручкаһы менән ҡағыҙына нимәлер төрткөләп тә бара. Мин тыңлайым, шунан фекеремде белдерәм. Хәҙер Хисмәт тыңлай. Килешә лә, килешмәй ҙә. Күпселектә килешә, эйе, фекерҙе көсәйтергә, теге ерен, был ерен яңынан ҡарарға кәрәктер, тип мөгөрҙәй. Шунан ҡабаланмай ғына сәй эселә, Хисмәт тәмәкеһен тоҡандыра. Ул ҡәнәғәт... Бындай кис ултырымдар күпселектә икәү ара үтә, ҡайһы саҡ Вил Ғүмәров та ҡушыла, етенсе ҡатта йәшәгән Тимер Йосоповҡа ла күтәреләбеҙ. Ул сағында инде өс шағир алмашлап уҡырға тотона...

Мин оҙонлоҡҡа һикерәм
Артҡа сигенеп.
Керештәй тартылмайынса
Булмай һикереп.
Табандарым ерҙе тоймай
Осоп барғанда,
Тартыу көсөнә ҡарышыу—
Тәндә һәм аңда.
Нишләтәһең, миндә шулай
Холоҡ һәм Ҡылыҡ.
Үҙемдән үҙем мин шулай
Сығам йолҡоноп.

Күренеүенсә, үҙенең эске булмышына, холоҡ-фиғеленә, ҡылған ҡылыҡтарына үтә лә аяуһыҙ шағир. Йолҡоноп сығыу картинаһын реаль-натуралистик планда күҙ алдына килтерә башлаһаң, ҡурҡыныс булып китә. Ғөмүмән, ҙурҙан ҡупҡанда, Хисмәттең ошолай үҙенән ҡәнәғәт булмау мотивтары байтаҡ шиғырында ҡабатлана. Уның ярһыу йөрәге һалҡын аҡылы менән гел генә һуғыш хәлендә булды.
Ерҙән ныҡ атылмайынса, алыҫ һикереп булмай, уныһы барыбыҙға ла билдәле — физика законы. Шағир бында физик һикереү менән кеше күңеленең һикереүен, йәғни экстремаль ситуацияларҙа үҙ-үҙеңдән йолҡоноп сығыу хәленә барып етәһең, тигән һығымта сығара, һүҙ ҙә юҡ, шәп образ, хәтәр сағыштырыу. Йөрәгендә гел эҙләнеү, көсөргәнеш, икеләнеү, үҙеңде табырға, аңларға тырышыу тойғоһо булғанда ғына йолҡонорға мөмкин бит!..
Себер тарафтарына йөрөп эшләй башлағас, Хисмәт ижадына яңы тема – Себер еле килеп керҙе. Был ел уның ижад географияһының киңәйеүендә, яңы мөхит барлыҡҡа килеүендә генә лә түгел, хәйер, уныһы ла бар, ә шағирҙың фекерләү ҡеүәһе киңәйеп кисереш-әрнеүҙәре тәрәнәйә, улар тағы ла яланғаслана төшөүендә. Шағир хәҙер йәшәү мәғәнәһен асығыраҡ төҫмөрләй, дуҫлыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ белә, Ватан, тыуған ер, тыуған тупраҡтың тат-тәмен нығыраҡ тоя, үҙе лә ергә ышаныслыраҡ баҫып тора.

Иҫә генә,
Киҫә генә...
Иҫкә алдым кисә генә
Кем ҡәберҙә,
Кем Себерҙә,
Кем һыйынған бисәһенә,
Кем башҡалар иҫәбенә...
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрө, тине, иҫән генә,
Йәнкиҫәгем – бисәм генә.
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрәккәйен киҫеп йөрөр,
Йөрәккәйен киҫеп бирер
Минең кеүек иҫәр генә.

Формаһы йәһәтенән шиғыр ел өҙгөләгән япраҡ һымаҡ өҙөк-йыртыҡ, хатта марш рәүешендә, сөнки экспрессия көслө. “Иҫә генә, киҫә генә” тигән рефрен-ҡабатлауҙар шиғырға драматизм бирә, әйтерһең, уны уҡығанда ел иҫеп тора һәм һине лә уратып өрөп япраҡ ише өҙгөләп-өҙгөләй. Быныһы – шиғырҙың тышҡы төҙөлөш-фор­маһы, ә эстә лирик геройҙың үҙ яҙмышы өсөн тәрән борсолоуҙары төҫмөрләнә. Был кисерештә үкенес тә, һағыш та һәм хатта ошо иҫкән, киҫкән ыжғыр елдәргә күкрәк киреп ҡаршы тора алыуына ғорурланыуы ла бар. Барыбер ҙә Себерҙә тик ҡыйыуҙар, ныҡыштар ғына эшләй ала, йөрьәт итмәгәндәр бисәһенә һыйына... Ошоға оҡшаш шиғырҙары Хисмәттең байтаҡ, һәм улар барыһы ла “елле”.
2005 йылдың ҡарлы-буранлы бер ҡышында шағирҙың тыуған яҡтарында – Ырымбур өлкәһендә, буй еткергән, йәшлеген үткәргән Иҫәнгилде ауылында булырға ла насип итте. Хисмәт тыуған яғын күрһәтергә Азамат Юлдашбаев менән мине Сәғит Агиштың юбилейына алып ҡайтҡайны. Йәшел-һарғылт яланғас даланы күреп булманы-булыуын, әммә ҡараш төртөлмәҫлек аҡ киңлеккә хайран ҡалып йөрөгәйнем.
Хисмәт ҡатлам-ҡатлам ҡар аҫтында йоҡлаған далаһын һөйләй, маҡтай, ғорурлана, хатта уның менән һөйләшеп тә китә. Күреп торам: һағынған. Ә мин даланы күрмәйем. Шунан ауылдашы, бөйөк яҙыусы Сәғит Агиш яҙмышы хаҡында бәйән итә, уның тап үҙе тыуған 1957 йылдың йәйендә Мостай Кәримде ҡунаҡҡа алып ҡайтыуы һәм ауылда осрашыу үткәреүе хаҡында һөйләй. Осрашыуҙан һуң күмәкләп фотоға төшкәндәр икән һәм шул фотола өләсәһенең дә булыуы хаҡында әйтә (ҡайтҡас, мин Мостай Кәрим тормошона һәм ижадына арналған ул альбомды алып әлеге фотоны таптым һәм өләсәһен таныным). Бынан тыш, ул Дауыт Юлтый, Ғөбәй Дәүләтшин, Мөхәмәтша Буранғолов яҙмыштары тураһында ла хәбәрҙар (уларға арналған шиғыры ла бар). Хисмәттең мөләйем әсәһенең ҡулынан байтаҡ тәмле ризыҡтар ауыҙ иттек, туғандары менән аралаштыҡ. Тап ошо сәфәрҙә мин Хисмәттең дала һулышын, дала һауаһын һулап, дала тауышын ишетеп йәшәгәненә, үҙе лә шағир булараҡ дала тауышы булып йәшәгәненә, ҡан һәм рух тамырҙарының тап ошонда икәненә төшөнөп ҡайттым.
Ә мин бынан бер нисә йыл әүәл әйткәнемде әле лә ҡабатлайым: Хисмәт, һин – шағир, ҙур шағир!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545