Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рауил БИКБАЕВ: “Туған телем — минең өсөн оло бәхет, иң ҙур мөғжизә”
Рауил Төхвәт улының көндәлектәрҙән торған ҙур күләмле ике китабын, 14.11.1968 — 03.12.1999 (I том) һәм 01.01.2000 — 22.12.2009 (II том), йылдар арауығындағы көндәлектәрен ике тапҡыр уҡып сыҡҡандан һуң да, ҡайһы бер өлөштәрен яңынан ҡараштырам. Был яҙмаларҙы бик тә ҡыҙыҡлы, фәһемле, үҙенсәлекле әҫәр тип атар инем. Ҡайһы бер авторҙар үҙҙәренең көндәлек яҙмаларын гәзит-журнал биттәрендә баҫтырһа, уларға көлөбөрәк ҡарап: “Кеше үҙенең йөрәк серҙәре түгелгән көндәлектәрен меңәрләгән уҡыусыға тәҡдим итәме икән ни? Улар бит иң яҡын туғандарыңдан да йәшереп һаҡлана”, — тип аптырай торғайным. Ә Рауил ағайҙың әлеге мауыҡтырғыс китаптарын уҡып сыҡҡас, көндәлектәрҙең дә төрлөһө булыуын аңлап, түҙемһеҙлек менән яңыларын көтөп йөрөйөм.


– Һорауҙарымды иң тәүге тәьҫораттарҙан башлайым әле. Халыҡ шағиры, әүҙем публицист, күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, оҙаҡ йылдар Яҙыусылар союзы идараһы рә­йесе кеүек тынғыһыҙ вазифалар башҡарыусы, әленән-әле командировкаларға сығып, төрлө дәрәжәләрҙә, төрлө аудиторияларҙа сығыштар яһаған кеше нисек ваҡыт арттырып, көндәлек тә яҙып ултыра алды икән?
— Көндәлектәремде шулай ентекләп уҡып сыҡҡаның өсөн бик ҙур рәхмәт. Башҡорт әҙәбиәтендә көндәлектәр яҙыу традицияһы электән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шәйехзада Бабичтың бер сумаҙан көндәлек блокноттары һаҡланып ҡалмаған. Мостай Кәримдең, Рәми Ғариповтың көндәлектәре баҫылды. Киләсәктә уларға тағы ла кемдәрҙекелер өҫтәлер, ләкин бик ҡалын ике том булып минең көндәлек­тәремдең баҫылып сығыуы — бындай хәлдең башҡорт әҙәбиәтендә әлегә тиклем булғаны юҡ ине.
Көндәлектәремдә һөйләнгән хәлдәр сер түгел. Улар — минең кисергәндәрем, доғаларым. Ә бит до­ға­лар йәшереп уҡылмай. Көндәлектәр яҙып барырға йәш саҡтан уҡ күнеккәнмен. Теләгәндә, ваҡыт табыла.
— Шуныһы ҡыҙыҡ: тәүге китапта шағир-философ, икенсеһендә — философ-шағир, етәксе-шағир уйланыуҙары, күҙәтеүҙәре. Беренсе китапта (бигерәк тә тәүге өлөштәрендә) романтик рухлы, донъяға күберәк һоҡланып, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәгән ижадсы. Унда сағыу, үҙенсәлекле шиғри образдар күп. Тәбиғәткә нығыраҡ иғтибар ителә. Икенсеһендә (бигерәк тә һуңғы бүлектәрендә) үҙегеҙ уртаһында ҡайнаған ваҡиғалар, тарихи күренештәр, ил, республика һәм үҙ яҙмышығыҙ, дуҫ-иш, ҡәләмдәштәр хаҡында моңһоу, шатлыҡлы йәки һыҙланыулы уйланыуҙар, борсолоулы һәм ҡыуаныслы һығымталар, икеләнеүҙәр өҫтөнлөк иткәндәй. Заман шауҡымымы, тормош тәжрибәһенән киләме улар? Әллә мин яңылышаммы?
— Тәүге китапта шағир-философ, икенсеһендә философ-шағир, етәксе уйланыуҙары күберәк тиелә. Ысынлап та, томдарҙың һәр береһендә — ике тарихи осор. Йәшәй-йәшәй уйланыуҙарҙа һыҙланыуҙар, ваҡиғаларҙың ижтимағилығы, тормош тәжрибәһе лә арта, әлбиттә.
— Был яҙмаларҙы алдан уҡ китап итеп сығарырға ниәтләп яҙҙығыҙмы, әллә олоғайғас, көндәлектәрегеҙҙәге хис-тойғоларығыҙҙы, фе­кер­ҙә­регеҙҙе башҡалар менән дә уртаҡлашҡығыҙ килгәндән тәҡдим итергә булдығыҙмы уҡыусыларға?
— Көндәлектәр алдан китап итеп сығарырға һис кенә лә уйлап яҙылманы. Олоғая килә уларҙы хәҙер китаптар итеп сығармаһам, аҙаҡ уны кем генә эшләп йөрөр, тип әҙерләнем. Әле көндәлектәрем өсөнсө томға ла тупланды, уға донъя күрергә яҙһын.
— Көндәлектәр утыҙ йәшегеҙҙән башлана. Улар ошо йәштән генә яҙылдымы, әллә үҫмерлек осорон, студент-аспирант йылдарын бәйән иткәндәре лә булғайнымы? Булһа, ниңә уларын да индермәнегеҙ китапҡа?
— Мәктәп йылдарымда яҙылған көндәлектәрем дә бер ни тиклем һаҡланған. Унда, мәҫәлән, Сталин үлгәндәге кисерештәр хаҡында әйтелә. Студент йылдарында көндәлектәр яҙылманы. Айырым тәьҫораттар теркәлгән төрлө йылдарҙағы дәфтәрҙәр ҙә байтаҡ, мин уларҙы томдарға индереп торманым.
— Рауил Төхвәт улы, иң тәүҙә көндәлектәрегеҙ өсөн шәхсән рәхмәтемде еткерәйем әле. Унда барған хәл-ваҡиғалар бер үк мөхиттә йәшәп, автор-герой менән бер ҡор ижадсылары булғанлыҡтан, күбебеҙгә таныш бит. Мин, көндәлектәремә һирәк-мирәк кенә иғтибар иткән кеше булараҡ, һеҙҙең яҙмаларға ҡарап, шул осорҙағы хәлдәргә ҡарата үҙемдең уй-фекерҙәрем, күргән-кисерештәрем иҫкә төшә. Беҙҙең заманда йәшәгән күптәр өсөн хазина бит был китаптар. Ил-көн тормошо менән бер рәттән көндәрҙең ҡасан нисек тороуына ҡәҙәр мәғлүмәттәр бар бында.
Тарихи ваҡиғалар хаҡында уйланыуҙар бөгөнгө менән үрелеп бара йәки сағыштырыла. Бала сағығыҙ, үҫмерлек йылдарығыҙ, үҫкән ғаиләгеҙ хаҡында ла иҫтәлектәр һибелеп китә китаптарҙа.
Әйтегеҙ әле, ағай, шағирлыҡ ҡайҙан килгән һеҙгә? Тәрән тамырлы ағас ҡына ныҡлы олонло, мул япраҡлы һәм емешле булыуы мөмкин. Йүкәлә алма үҫмәй, тип тә әйтәләр. Ғаилә тамырҙарығыҙ хаҡында тулыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
— Минең хәтирәләремдә башҡалар ҙа үҙ яҙмышындағы кисерештәрҙе иҫкә төшөрә икән, быға бик шатмын. Көндәлектәр фекер уртаҡлашыр өсөн яҙыла.
Тамырҙарым иһә тәрәндән килә. Нәҫелемдә шиғыр яҙыусылар, бәйетселәр, хатта рәссамдар ҙа күп булған. Әле лә барҙар. Минең быуын бик бәрәкәтле фольклор стихияһында үҫте. “Башҡорт халыҡ ижады” тигән томдарҙа яҡташ сәсәндәрҙең исемдәре күп, байтағын үҙем күреп, тыңлап үҫтем.
— Ҡасан үҙегеҙҙе шағир итеп тоя башланығыҙ йәки ошо ижади юлдан китеүегеҙгә инандығыҙ? Ижад үҫешегеҙҙә донъя, ил һәм үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың йоғонтоһо булдымы? Булһа, кемдәрҙе билдәләр инегеҙ?
— Шиғыр яҙыуым мәктәптә ауылда башланды, стена гәзитендә һабаҡташтарымдың да, уҡытыусыларымдың да шиғырҙары баҫыла торғайны. Тимәк, ижади мөхит булған. Беҙ шиғыр яҙа башлаған дәүер шиғриәттә риторика осоро ине. Баязит Бикбайҙың “Ер” поэмаһы иҫтә ҡалған. Бабичтарҙы, “Урал батыр”ҙарҙы белмәй үҫтек. Ысын шиғри гәүһәрҙәр менән университетта уҡый башлағанда ғына таныша алдым.
— Бала сағығыҙ, үҫмерлек осороғоҙ ниндәй йәнле картиналар булып күҙ алдығыҙға килә? Тыуған тәбиғәт, бала саҡ мөхите кеше яҙмышына тәьҫир итә аламы?
— Бала саҡ – ниндәй генә ауыр замандарға тура килһә лә, ғүмерлек Илһам шишмәһе. Шул йылдарға — һуғыш осорондағы, унан һуңғы ауыр замандағы бала сағыма — уйҙарымда йыш әйләнеп ҡайтам. Уҡытыусы остаздарымды студент сағымда таптым.
— Беренсе томда бәйән ителгән ҡайһы бер фекерҙәрегеҙҙе, инаныуҙарығыҙҙы үҙгәртеп яҙғығыҙ килмәнеме, әлеге олпатлығығыҙ бейеклегенән ҡарап? Бәлки, үҙгәртелеп ебәргән осраҡтар ҙа булғандыр?
— Беренсе томдағы айырым фекерҙәрҙе үҙгәртеп яҙыу теләге тыуғаны юҡ. Яҙмышты бит яңынан яҙып булмай.
— Беренсе томдың “Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер” тигән бүлегендә (7-се бит) “Халҡым быуаттар буйы әйтер һүҙен әйтә килгән, тик бөтә һүҙҙәр ҙә йыр-моңға һыйып бөтә буламы? Быуаттар буйына халыҡ күңеленә йыйылғанды беҙ әйтеп ҡалырға тейешбеҙ. ...Халҡыбыҙҙың мең йыллыҡ, ике мең йыллыҡ тормош юлы өсөн отчет, художестволы иҫәп-хисап бирергә бурыслыбыҙ” тигән юлдар тарихты өйрәнеү, тарихи әҫәрҙәр ижад итеүгә ҡайтып ҡаламы? Әлеге көндә был юҫыҡта беҙҙә ниндәй эштәр эшләнгән, алда тағы ниндәй бурыстар тора?
— Халыҡтың әйтер һүҙе йыр-моңға ғына һыйып бөтмәй, әлбиттә. Башҡорт тарихын өйрәнеү быуаттар төпкөлөнә тәрәнәйә бара. Башҡорт халҡының, Башҡортостандың күп томлыҡ тарихтары яҙылды. Беҙҙең мәшһүр “Урал батыр” эпосының тәрәнерәк өйрәнелеүе һәм донъя күләмендә тулыраҡ баһалана барыуы мөһим, ләкин башҡарылаһы эштәр һәм бурыстар тағы ла ҙурыраҡ.
— Һеҙҙе баш­ҡорт әҙәбиә­тендә иң уңышлы эшләгән һәм һәр береһе ваҡытында матбуғатта баҫыла килгән бәхетле ижадсы тип беләм. Ә һеҙҙең беренсе томда (8-се бит) “Ностальгия” йыл башынан бирле “Ағиҙел”дә һандан-һанға күсеп килде. “Шәп яҙылған” һ.б. һүҙҙәр байтаҡ булды. 8-се һанға килеп терәлгәс, өрктөләр — үтмәне. Шиғырҙар ғына ҡалды”, — тигән юлдар бар. Ул поэманы беләм мин. Юғары кимәлдәге поэтик ижад емеше китабығыҙҙа ла донъя күрҙе. Һеҙҙең поэмаға ла тотҡарлыҡтар булған икән дә. Башҡа әҫәрҙәрегеҙгә лә ҡағылманымы ундай елдәр?
— Һәр яҙған әҫәре шунда уҡ донъя күргән бәхетле ижадсы ғына булып булманы шул. “Ностальгия” поэмаһының донъя күреүе ҡаршылыҡҡа осраны. Оҙаҡ йылдар китаптарыма индерә алманым. Һәр әҫәрҙән үткерерәк һүҙҙәрҙе сүпләп ултырыуҙар тураһында әйтеп тә тормайым, был дөйөм талапҡа, заман ҡағиҙәһенә әйләнгәйне. “Каруанһарай” поэмаһын “Ағиҙел” журналы алманы, уны өлөшләтә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫтырған егеттәрҙең шуның өсөн башына һуҡтылар. Иң яманы, әлбиттә, Шәйехзада Бабич тураһындағы монографиямдың ҡатмарлы яҙмышы булды. Уға мин уҙған быуаттың 60-сы йылдар аҙағында — 70-се йылдар башында тотонғайным. Ниңә ул эште башлайһың, Бабичҡа мөнәсәбәт үҙгәрҙе, уны программаларҙан алалар бит, тип әйтеүселәрҙең һүҙен тыңламаным, барыбер хеҙмәтемде яҙып бөтөрҙөм, әҙәбиәт секторындағы фекер алышыуҙа ул юғары баһаланды, әммә ғилми советта институт директоры Сайрановтың ярандары нахаҡ ғәйептәр ташланы һәм монография тыйылды, ләкин хәҡиҡәт барыбер еңде, хеҙмәтте рус телендә лә әҙерләнем һәм монография икеһендә лә баҫылып сыҡты. Һәйбәт үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы республикала шаулап үтте. Әйтергә кәрәк, Бабич хаҡында башҡорт һәм рус телдәрендә мин әҙерләгән һәм баҫылып сыҡҡан альбом да ошондай сериялағы тәүге баҫма ине. Артабан ундай әҙәби альбомдар классик һүҙ оҫталарыбыҙ М. Кәрим, З. Биишева, Р. Ғарипов һәм башҡалар тураһында күп сыҡты. Бабичтың 100 йыллығына шағирға ике бюст асылды, был да күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә мин төҙөгән иҫтәлектәр китабы Бабичтың башҡорт рухиәтендәге урынын тамам ныҡлап раҫланы.
Күрәһегеҙ, һәр эше матбуғатта баҫыла килгән бәхетле ижадсы тип мине атауы ҡыйын.
— Томдарығыҙҙа шиғри юлдар күп. Бөтәһен дә тулы шиғыр итеп үҙгәртә алдығыҙмы ул?
— Көндәлектәрҙең ике томында шиғри юлдар ысынлап та күп. Уларҙы яҙып бөтөп, тотош китап эшләп булыр ине, ләкин ҡайһы берҙәре тамамланған шиғырға әйләнһә лә, күбеһе шул көйө ҡалды.
— Йәшлегегеҙгә яңынан ҡайтһағыҙ, тормошоғоҙҙа нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
— Мөғжизәләр булып, йәшлегемә кире ҡайтһам, йәшлегемдең ҡәҙерен белер, бер көнөн дә бушҡа үткәрмәҫ инем. Хәйер, йәшлек һәр саҡ үҙенсә хаҡлы инде ул.
— Хыянатты ғәфү итә алаһығыҙмы? Үҙегеҙ хыянат иткәнегеҙ булдымы? Хыянат итеү хисе хыянат ителеү хисе менән оҡшашмы икән? Был ғәмәлдең эреһе-вағы, ағы-ҡараһы буламы икән, көнсөллөктәге кеүек?
— Боронғо аҡыллы китаптар әйтә: гонаһһыҙ, ғәйепһеҙ кеше юҡ, ти. Тимәк, хыянатһыҙ ҙа әҙәм балаһы юҡтыр, ләкин хыянаттарҙың да төрлөһө, кешене рәнйеткәне, хатта кешелекте рәнйеткәндәре була бит. Ғүмерҙә ғәфү ителмәй торғандары...
— Көндәлектәрегеҙгә ҡарағанда нахаҡ ишеткәндәрегеҙ ҙә байтаҡ булған икән. Кешенең ғәйебе бар икән, нисек тә яуап бирә инде ул, ғәйебенең ҙурлығына ҡарап, язаһын алыу ҙа ғәҙеллек тип ҡабул ителә. Ә нахаҡ — сараһыҙлыҡ. Бындай хәлдән һеҙ нисек сығаһығыҙ?
— Нахаҡ һүҙҙәрҙе күп ишеттем, әммә миңә ҡарата хаҡ әйтелгәндәре күберәк булды. Шуныһы үҙенсә ҡыуаныс та, йыуаныс та. Кеше барыбер һәйбәт ул. Һәйбәт яғы башҡаларға күберәк тейә.
— Үҙегеҙ яҙғанса, заманында Өфө һеҙҙе лә “өф” итеп кенә ҡаршыламаған. Ғаилә ҡороп, баш ҡалала төпләнеп ҡалғас, ниндәй ауырлыҡтар кисерҙегеҙ? Ҡайһы берәүҙәр бит һеҙҙе бөтәһе лә уңай килеп торғанға ошондай ҙур уңыштарға өлгәшә алды тип уйлай. Бәлки, был ҡарашта хаҡлыҡ та барҙыр?
— Ысынлап та, ауыл балаһын Өфө “өф!” итеп кенә ҡаршы алмай шул. Элек тә шулай ине, хәҙер бигерәк тә. Был ауырлыҡтар күптәребеҙҙең башынан үтте. Бер шағирҙың һүҙҙәре менән әйтһәк, “Беҙ подвалдан, ер аҫтынан сыҡтыҡ!”
Мин дә шундайҙарҙан. Университетты ҡатыным Фәриҙә менән бер йылда бөтөргәс, яңы тыуған улыбыҙ менән кешенең ташландыҡ, шулай ҙа йәшәр өсөн әҙерәк әтмәләнгән мунсаһында йәшәнек. Өфөгә Затондан килеп ингәндә иң беренсе булып ҡаршылаған йорт та беҙ йәшәгән урын ине. Шунан һуң ун йыл буйы Черниковкала күрше менән торҙоҡ. Ул саҡта мин фән кандидаты, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты булһам да, Өфөнөң беҙҙең эштән ныҡ алыҫтағы районында күрше менән донъя күрҙек. Ярай күршебеҙ Наталья Ивановна бик яҡшы кеше ине.
Бер ваҡыт миңә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының поэзия секцияһы етәксеһенә, Ҡаһим Әүхәтов тигән һәйбәт шағир килгәйне. Ул ваҡытта ҡулъяҙмаларҙың ижади секцияла хупланыуы мотлаҡ ине. Килгән ҡәләмдәшемә күршем мәрйә апай ишек асҡан. Ағай менән матур ғына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡаһим Әүхәтов ауылдашы, ҡорҙашы Әнғәм Атнабайҙа туҡтаған икән. Ҡайтҡас, яҡташына аптырап һөйләй икән: “Бына Бикбай, исмаһам, йәшәй! Аҫрау тота, ишекте аҫрауы асты!” Шундай саҡтарҙы ла баштан үткәрҙек, “аҫрау”ҙар тотоп та йәшәп алдыҡ.
— 70 — 90-сы йылдарҙағы яҙмаларығыҙҙа, ҡайҙа ғына булмаһын, шиғыр кисәләренә халыҡтың залдар тултырып, эркелеп килеүе хаҡында иҫтәлектәр күп. Бындай осрашыуҙар­ҙа минең дә ҡатнашҡаным булды. Әле лә, һәйбәт ойошторолһа, яҙыусылар (кемдәр булыуына ла ҡарап, әлбиттә) менән осрашыуға килә инде әҙәбиәт һөйөүселәр. Тик барыбер ул саҡтағы ихласлыҡ, тәбиғилек, күңел күтәрен­келеге ҡайтышыраҡ һымаҡ. Бәлки, яңылы­шамдыр. Бигерәк тә студенттарҙың, буласаҡ уҡытыусыларҙың, битарафлығы, хатта күре­некле әҙиптәрҙең юбилейына ла йөрөмәүе аптырата мине. Интернет хәҙер көндәлек бәй­ләнешкә әйләнһә лә, барыбер йәнле ара­лашыуҙы алмаштыра алмай бит инде. Был һүлпәнлектең сәбәптәрен һеҙ нимәлә күрәһегеҙ?
— Хәҙер әүрәткестәр бик күбәйҙе шул. Элек китап, матбуғат донъя менән бәйләнештең төп юлы булғандыр. Ә инде тере яҙыусының үҙе менән осрашыу уҡыусылар өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл ине. Хәҙер бәйләнеш юлдары күбәйҙе, конкуренция артты. Быға тағы ла халыҡтың күңел төшөнкөлөгөн, күп идеалдарҙың емерелеүен, күптәр өсөн матди байлыҡтың төп маҡсатҡа әйләнеүен дә әйтергә кәрәк. Бәғзеләрҙең карьераһы өсөн нимәгә ул һинең шиғырың, сығарған китаптарың! Был күренеш хатта студенттарҙы ла кисәләрҙән ситләштерә. Ә күренекле әҙиптәрҙең кисәләргә йөрөмәүҙәре әҙәбиәттең, ижадтың дөйөм яҙмышы тураһында уйланмауҙан, үҙен үҙе генә ҡайғыртыуҙан, һауаланыуҙан да килә.
— Рәми Ғарипов менән дуҫлығығыҙ хаҡында бөтә ғәләм белә. Шағир үлгәс, һеҙҙең, арҙаҡлы шағир булараҡ та, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһында ла, уның шәхесен тейешле юғарылыҡҡа күтәреү, исемен мәңгеләштереү буйынса эшләгән изгелектәрегеҙҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Республикабыҙҙың ҙур-ҙур һәм бәләкәйерәк залдарында гөрләтеп кисәләр, ғилми конференциялар уҙғарыу тиһеңме, китаптарын сығарыу, көндәлектәрен барлап, халыҡҡа тәҡдим итеү, теле-видеофильмдар сығарыу, уның хаҡында иҫтәлектәр, мәҡәләләр яҙып баҫтырыу, “Рәми” исемле ҙур күләмле проза әҫәре яҙып, башҡорт һәм рус телдәрендә китап итеп сығарыу, ағайыбыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен юллап алып бирешеү кеүек һеҙҙең башланғыста һәм тырышлыҡта башҡарылған эштәр әҙипте бөгөнгө юғары дәрәжәһенә күтәрергә ярҙам итте. Бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ күңелендә ул хәҙер ҡасандыр ҡыйырһытылған шағир образынан бигерәк бөйөк шәхес булып йәшәй.
Эйе, Рәми ағайҙы республика буйлап, сит илдәргә лә командировкаларға йөрөүҙән дә бер кем тә тыйманы, ике, унан һуң өс бүлмәле фатир ҙа бирелде ғаиләһенә, теләһә, ижад йорттарына ла йышыраҡ йөрөй алыр ине. Яҙыусылар араһында уның ижадын ихлас хөрмәт иткән кешеләр ҙә етерлек ине... Ә ниңә улар күмәкләшеп яҡлаша алманылар икән Рәми Ғариповты? Кәрәк саҡта, үҙен дә тәнҡитләп йә кәңәштәр биреп? Һеҙҙең “Рәми” тигән китабығыҙҙы уҡығандан һуң да ҡала әле бындай һорауҙар. Әйткәндәй, был әҫәр магазинда ла күренмәй инде хәҙер. Рәми ағайға замандаш булған әҙиптәр араһында ла байтаҡ ине ил, халыҡ яҙмышы хаҡында ҡайғыртып ижад итеүселәр, бөтәһе лә юғары вазифалылар алдында дер ҡалтырап торҙо тип тә әйтеп булмай. Ошо ысынбарлыҡты хәҙерге йәштәргә нисек аңлатырға?
— Рәми Ғариповтың үлеменән һуң үлемһеҙлеге башланды, был шағир иҫән сағына ҡарағанда вафатынан һуң күпкә бәхетлерәк булды. Рәми ағайҙың яҙмышына был бәхеттең килеүенә остаздың тоғро шәкерттәре бик ҙур өлөш индерҙе. Яҙыусылар союзында әҙиптең йәки шағирҙың исемен мәңгеләштереү тигән төшөнсә бар, хатта махсус комиссия төҙөлә. Ләкин беҙ — остазыбыҙ Рәми ағайҙың тоғро шәкерттәре Динис Бүләков, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, был рәсми сараларҙы көтөп торманыҡ. Аҙна һайын ҡатындарыбыҙ менән Надежда Васильевна янында йыйылдыҡ. Рәми ағайҙың ҡустылары Рауил менән Урал да даими килә торғайны. Шағирҙың бай архивынан блокноттарҙы бүлешеп алабыҙ ҙа бер аҙна үтеүгә тағы осрашабыҙ, нимәләр тапҡаныбыҙҙы уртаға өйөп һалабыҙ. Уларҙы матбуғатҡа әҙерләйбеҙ, яңы шәлкемдәр, яңы китаптарын төҙөйбөҙ.
Шул рәүешле “Табыныу” поэмаһы минең инеш һүҙ менән радионан тәүге ҡабат яңғыраны, Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев премияһы бирелде, ул Башҡортостандың халыҡ шағиры булды, тыуған йорто музейға, уҡыған мәктәбе Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһына әйләнде. Һанай башлаһаң, бик күп эш башҡарылды. Рәми ағай башҡорт рухының символына әйләнде. Ә ниңә ағайҙар күмәкләшеп яҡлашып ҡала алманы икән тигән һорауға нимә тип яуап бирәһең? Бөйөк Мөхәмәтша Буранғолов та үҙе иҫән саҡта лайыҡлы хөрмәт күрмәне бит. Ә Һәҙиә Дәүләтшина, ә Таһир Байышев йәки Билал Юлдашбаев? Бындай ғәҙелһеҙлектәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәти һаналды. Ағайҙар өсөн дә был хәлдәр ғәҙәти күренгәндер. Нимә генә тиһәң дә, 37-се йыл түгел бит, бөтәһен дә бер юлы ҡырып һалмағандар. Шуға шөкөр итеп йәшәгәндәр.
— Беренсе томығыҙҙа (288-се бит) “Яҙыу­сының төп эше телмәр һөйләү түгел, әҫәр яҙыу. Бөгөн яҙыусыларҙан депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре күберәк булһын. Мөмкинлектән файҙаланырға, ил, халыҡ яҙмышын хәл иткәндә, күберәк эшләп ҡалырға кәрәк” тигән юлдар бар. Ул саҡта үҙегеҙ депутат булырға ашыҡманығыҙ. Ниңә башҡа әҙиптәрҙе “ҡотортоп” та, үҙегеҙ был эшкә тотонманығыҙ икән? Һеҙҙең “сәйәси эштәрҙе сәйәсмәндәр эшләһен” тигән һүҙҙәрегеҙ ҙә бар. Ә үҙегеҙ етмешкә етеп килгәндә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайланып, комитет рәйесе вазифаһын башҡарҙығыҙ. Әле килеп унда ла эшләп алғанға үкенмәйһегеҙме? Халҡыбыҙға ниндәй изгелекле закондар ҡабул итеүгә өлгәштегеҙ комитетығыҙ аша? Иҫегеҙҙә иң ныҡ ҡалған ҡабул итеү һәм һеҙгә төбәп яҙылған хат-мөрәжәғәт?
— Һәр ижадсының төп эше — уның әҫәрҙәре. Оло дәрәжәләргә ашҡынып торманым. Яңы Башҡортос­тандың ижтимағи күтәрелеше ваҡытында депутат, хатта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа комитет рәйесе булғас, тәүге сығышым туған телде яҡлау, милли-төбәк компонентын һаҡлап ҡалыу хаҡында булды. Һуңғы хәстәрҙәр ҙә шул хаҡта ине, ләкин күп кенә милли республикаларҙың, шул иҫәптән Башҡортостандың президенттары был хаҡта — мотлаҡ һаҡлау хаҡында бик принципиаль һүҙ әйтһәләр ҙә, мәғариф системаһын емереү Рәсәйҙә дауам итте һәм уның әле лә туҡтағаны юҡ.
Элек совет заманында депутатты “халыҡтың ҡоло” ти торғайнылар. Халыҡ үҙе лә, бигерәк тә беҙ бәләкәй саҡтарҙа күп яҡтан ҡол хәлендә ине. Тимәк, депутат асылда “ҡолдоң ҡоло” булып сыға. Шул хәлендә ул нимә ҡыйрата алһын? Депутат әле лә шулай хоҡуҡһыҙ көйө ҡала.
Граждандарҙы ҡабул итеүҙәге кисерештәрем шул хаҡтағы поэмамда әйтелгән. Шуны ла өҫтәп ҡуяйым: әҙип депутаттар күп булды, ә поэма яҙырға миңә генә насип итте.
— Көндәлектәрегеҙҙе уҡып, иртүк (3-4-тәрҙә үк) тороп эшләй алыуығыҙға иҫем китте. Тәбиғәтегеҙҙең ошондай мөмкинлеге ижад кешеһе өсөн оло бәхет инде ул. Ижадығыҙҙың мул булыуында иртәселлектең дә роле ҙурҙыр. Ә көндәлектәрегеҙҙәге берҙән-бер тиерлек зарығыҙ — ул ваҡыт еткерә алмау. Һеҙгә лә етмәгәс...
— Ваҡытты дөрөҫ файҙалана белеүем, бәлки, бәхетемдер, ләкин ваҡыт бер ваҡытта ла етмәй, бигерәк тә пенсияға сыҡҡас. Йәш саҡтарҙа ваҡыт әллә ҡайҙарҙа алыҫта һымаҡ, һин уға бик үк буйһонмайһың да төҫлө, ә олоғая килә уның менән ара ныҡ яҡыная, ул яныңда аңдып ҡына, ҡарауыллап ҡына тора һымаҡ.
— Иртүк тороп яҙышҡанығыҙҙы белдек. Ә ниндәй миҙгел күберәк илһам алып килә? Һағышлы мәлдәрҙә, ғәҙәттә, һөйөү, бәхет хаҡында шәберәк яҙыла, тиҙәр, һәм киреһенсә... Был сәйерлек һеҙгә ҡағыламы?
— Миҙгелгә ҡарап илһамланғаным юҡ. Шулай ҙа күңел тыныс, намыҫың таланмаған саҡта һәйбәтерәк яҙыла. Уйланыу сәғәттәре яҙыу ваҡытынан йыш ҡына күберәк була. Матбуғатты уҡып барырға тырышыу ҙа бик күп ваҡытты ала.
— Рәми ағайҙың көндәлектәренән: “Минең Рауилдарым, Тимерҙәрем, Сафуандарым... бар” тигән һүҙҙәре билдәле. Ә һеҙ үҙегеҙҙән йәшерәктәрҙән кемдәрҙе рухташ, ижадташ, яҡын ҡустыларым тип әйтер инегеҙ?
— Рухташ, ижадташ яҡын ҡустыларым тип әйтер кешеләрем байтаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың Рәйес Түләк, Буранбай, Ҡол-Дәүләт һымаҡтары янымда юҡ. Хәҙерге йәштәрҙән (уларҙы йәштәр тип булһа) Азамат Юлдашбаевты, Хисмәт Юлдашевты, Салауат Әбүзәрҙе, Мөнир Ҡунафинды, Зөлфиә Ханнанованы, Лариса Абдуллинаны, Флүр Ғәлимовты фекерҙәштәрем тип һанайым. Яҡын фекерҙәш өсөн был исемлек һис тә аҙ түгел.
— Мин оҙаҡ ҡына йылдар кухняла ғына ижад утрауы тапҡан әҙибә булараҡ, яҙышыр өсөн кабинеттары булған яҙыусыларҙың Мәскәүгә йә көньяҡҡа ижад йорттарына китеп яҙышыуына аптырай торғайным, оҙон юлдарҙа ваҡыт, аҡса әрәм итеп йөрөгәнсе, уңайлы шарттар булған өйҙәрендә генә рәхәтләнеп ижад итмәй, тип. Һеҙгә йәшерәк саҡта ижад йорттарына барырға тура килдеме? Бөгөн унда бара алмаған һәм фатирҙары ла булмаған ҡәләмдәштәрегеҙгә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
— Мин бик оҙаҡ йылдар кабинетһыҙ шағир булдым. 2006 йылда 95 йәшендә әсәйем вафат булғас ҡына, үҙем эшләп ултырырлыҡ бүлмәм барлыҡҡа килде. Йәшерәк саҡтарҙа ижад йорттарына йыш йөрөй торғайным. Бигерәк тә Мәскәүгә иң яҡыны Переделкинола. Унда яҙылған шиғырҙарым һәм поэмаларым күп.
— Көндәлектәрегеҙҙә бер нисә тапҡыр пьеса яҙыуығыҙ, уға бик етди тотоноуығыҙ хаҡында белдерәһегеҙ. Ул пьесағыҙ нимә хаҡында ине, ә ниңә сәхнәгә сыҡмай ҡалды?
— Пьеса менән килеп сыҡманы. Ижад үкенесһеҙ булмай. Драматургияның драматургияға, йәғни алып-һатыуға, алыш-бирешкә әйләнеп китеүе, конфликттың, интриганың әҫәрҙәрҙә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә төп ҡағиҙәгә, дөрөҫөрәге, интриганлыҡҡа әйләнеп китеүе лә авторҙарҙы театрҙан биҙҙерә торғандыр.
— Һеҙ яҙмышҡа ышанаһығыҙмы? Ни өсөн?
— Яҙмышҡа ышанам. Яҙмыштан уҙмыш булыуына шикләнәм.
— Йәшлек — илһам тулҡынында йөҙөп йөрөй торған осор. Ә бына әле, илһам килмәйерәк торһа, уны нисек саҡыраһығыҙ?
— Илһам килмәй торһа, үҙем йәшлекте саҡырам, бергә аралашырға, тоҡанырға, янырға тырышам.
— Һеҙ опера арияларын да, халыҡ һәм эс­трада йырҙарын да берҙәй юғарылыҡта йырлай алған һирәк артист кеүек, шиғырҙар ҙа, поэ­ма­лар ҙа ижад итәһегеҙ. Улар нисәү? Ҡай­һы­лары күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын? Поэма­ла­ры­ғыҙҙың күпселеге 1980 — 2000 йылдарҙа яҙылған. Йәшлек кенә түгел, әллә шул осорҙағы ру­хи күтәрелештең дә йоғонтоһо булдымы икән?
— Шиғырҙарымды, поэмаларымды һанап ултырғаным юҡ. Тәүге ҙур ижади уңышым “Вокзал” поэмаһы булды. Иң яҡындары шулар тип атап әйтә лә алмайым. Ғәҙәттә, иң яңы яҙылғандары яҡыныраҡ була.
— Ҡайһы әҙиптәр менән (вафаттарын да иҫәпләп) разведкаға барыр инегеҙ?
— Разведкаһыҙ һуғыш булмай. Разведкалар ҙа төрлөсә. Бергә барырлыҡ ҡәләмдәштәремде берәм-берәм атап тормайым. Разведка ла, разведчиктар ҙа һәр ваҡыт сер бит ул.
— Ейәндәрегеҙ шиғырҙарығыҙҙы уҡыймы? Үҙҙәре яҙып ҡарағаны булдымы? Улар ниндәй һөнәр эйәләре? Уларҙы рухташ тип атай алаһығыҙмы? Ҡатынығыҙ Фәриҙә Яҡуп ҡыҙын шағир иренең уй-тойғоларын аңлаған, оҙон тормош юлында ауырлыҡтарҙы ла, бәхет-ҡыуаныстарҙы ла бергә кисерешкән, һеҙгә ижад өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған, аҡыллы, белемле, сибәр һәм сабыр ҡатын тип беләм. Ә бына үҙегеҙ илле биш йыллап ғүмер кисергән­дән һуң: “Эйе, мин ҡатынымдан уңдым”, — тип әйтә алаһығыҙмы? Бөтә серҙәрегеҙҙе лә уның менән уртаҡлашаһығыҙмы?
— Айҙар улым шиғырҙар яҙа торғайны, һәр хәлдә минең һәр шиғырымды белә ине. Ейәндәремә шиғыр ене ҡағылмаған. Асҡар улым шахмат уйнай, яңыраҡ приз алды.
Кисерештәремде иң ныҡ аңлағаны, һис шикһеҙ, ҡатыным Фәриҙә. Әлбиттә, оҙон ғүмер юлында Фәриҙәмде, бер шиғырымда әйтелгәнсә, “Илле ожмахтарҙа йөрөттөм дә, илле тамуҡтарҙа яндырҙым”, ләкин тормош ни тиклем генә ҡатмарлы булһа ла, Ҡатынымдан уңдым тип икеләнмәйенсә әйтә алам. Бик оҙаҡ йылдар иғтибарлы килен дә була белде, аҡыллы ҡатын да булды.
Бөтә серҙәремде лә ҡатыным менән уртаҡлашам тип әйтә алмайым. Барыһын да белһә, зиһененә зыян килер тип ҡурҡам.
— Сәхрәләрҙән сәфәрҙәргә сығып, бик күп илдәр күрҙегеҙ, юғары форумдарҙа ла ҡат­наштығыҙ, донъяның абруйлы кешеләре менән осраштығыҙ, был хаҡта байтаҡ әҙәби әҫәрҙәр, юлъяҙмалар яҙып баҫтырҙығыҙ. Шулар ара­һынан иң илһамлы ил, иң матур ҡала, иң ихлас халыҡ, иң талантлы кешеләр, иң бай яҡтар ҡайҙа?
— Донъя буйлап күп йөрөнөм, ләкин трафарет булһа ла әйтәм: иң матуры тыуған яғың, иң яғымлылары — туғандарың, яҡташтарың.
— Элек үҙегеҙ эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйләнеш тотаһығыҙ­мы? Унда эшләгән осороғоҙҙо нисек хәтерләй­һегеҙ? Кемдәрҙе һағынып иҫкә алаһығыҙ?
— Үҙем 30 йыл эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын ныҡ һағынам. Унда әҙәбиәтселәрҙең иң көслө заманында эшләнем, Ғайса Хөсәйеновтың тәүге аспиранты булдым. Ошо көндәрҙә оҙаҡ йылдар бер бүлмәлә ултырып эшләгән бик үҙенсәлекле теоретик Ким Әхмәтйәновҡа 85 йәш тулған булыр ине. Уға арналған ғилми советта бик ҙур сәбәп арҡаһында була алмауым үкенесле.
— Һеҙҙең Яҙыусылар союзында рәйеслек иткән осор ниндәйҙер рухи, ижади күтәрелеш, үҫеш йылдары булды. Заманы ла тура килгән­дер, бәлки. Яҙыусылар союзға кәңәш-төңәш итер өсөн дә, ярҙам һорап та, нимәләрҙер талап итеп тә теләгән ваҡыттарында бара алды. Күпме фатирҙар, ижад йорттарына, шифахана­ларға йүнәлтмәләр бирелде. Мәскәүҙә, сит ил­дәр­ҙә, күрше өлкә, республикаларҙа, Баш­ҡорт­ос­тандың район һәм ҡалаларында әҙәбиәт, сәнғәт байрамдары, әҙәби дуҫлыҡ кисәләре гөрләп үтте. Үҙебеҙгә лә ҡайҙан ғына килмәнеләр ҡәләмдәштәребеҙ фестивалдәргә, юбилейҙарға, халыҡ менән осрашыуҙарға?! Был йылдар үҙегеҙ һәм ижадығыҙ өсөн нимә бирҙе? Һәр саҡ ғәҙел була алдығыҙмы? Хәҙер килеп был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?
— Мин Яҙыусылар союзында рәйес булып эшләгән йылдарға шундай юғары баһалар өсөн бик ҙур рәхмәт. Был йылдар ижадыма, ҡәләмдәш­тәремде аңлауыма күп бирҙе, тәжрибәм ныҡ артты. Әлбиттә, һәр ваҡытта ла ғәҙел була алмағанмындыр, уға ирешеүе бик ҡыйын бит.
— Шәп оратор булыуығыҙҙы һеҙҙе яратып етмәүселәр ҙә инҡар итә алмай. Көндәлектә­регеҙгә ҡарағанда күбеһенә махсус әҙерләнә­һегеҙ икән. Ә бит ҡапыл бирелгән һорауҙарға ла аҡыл һәм ихласлыҡ менән, иҫтә ҡалырлыҡ төплө итеп яуап бирәһегеҙ. Бер ваҡытта ла еңел-елпелекте хәтерләмәйем. Был тыумыштан килгән маһир­лыҡ­мы икән, тәжрибә туплай-туп­лай өйрәндегеҙме?
— Сығыштарға килгәндә, әҙерләнмәй булмай. Ҡайһы саҡта бәләкәй генә телмәр һәйбәт килеп сыҡһын өсөн бер нисә көн әҙерлек үтә. Ҙур доклад­тарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Оло таланттарҙан өйрәнәм. Мостай Кәримдең һәр һүҙе уйланған публицистикаһына таянам.
— Юлдар борғоланғанда ла,
Борғоланмайыҡ, күңел!
Йәшерәк сағығыҙҙағы ғүмер девизы һымаҡ итеп яҙған ошо шиғри юлдарығыҙҙан төрлө хәлдәрҙә ҡалған саҡтарымда ла үҙемә яуап табам. Ә үҙегеҙ был һүҙҙәрегеҙгә һәр ваҡытта ла тоғро булып ҡала алдығыҙмы?
— Юлдар борғоланғанда ла
Борғоланмайыҡ, күңел! —
был һүҙҙәремә һәр саҡ тоғро ҡалырға тырышам. Тоғ­ро була алдыммы икән – уныһын башҡалар әйтһен.
— Йәш ҡәләмдәштәрегеҙгә теләктәрегеҙ...
— Йәш ҡәләмдәштәргә теләгем шул: үҙҙәренән йәштәрҙе тиҙерәк яндарына туплаһындар, йәшләй ҡартаймаһындар.
— Көндәлектәрегеҙҙә әҙибәләргә ҡарата ла йылы, өмөтлө һүҙҙәр күп әйтелгән. “Шағирә­ләр” тип аталған шиғырығыҙҙы башлап Союзда, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ар­нал­ған байрамда уҡып ишеттергәйнегеҙ. Ши­ғыр китабығыҙ­ҙа ла донъя күрҙе. Беләһегеҙ: беҙ әҙәбиәткә килгәндә әҙибәләр һаны биш-алтынан артмай ине: Һәҙиә Дәүләтшина (вафат ине инде), Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйә­булатова, Фәүзиә Рә­хим­ғо­лова, Мөкәрәмә Садиҡова, Әлфинур Вә­хи­то­ва... Хәҙер, шөкөр, ир-уҙамандарҙан күберәк­беҙ әле. Арабыҙҙа ҙур исемдәргә, наградаларға ла­йыҡ булғандар ҙа бар. Шағирәләр генә түгел, хикәйә, повесть оҫталарыбыҙ ҙа, күренекле тип нарыҡларлыҡ романистарыбыҙ, драматургта­ры­быҙ ҙа бар. Был ҡыуаныслы күренеште заман менән бәй­ләп буламы? Әҙибәләр ижады әҙиптәр­ҙекенән айырыламы? Хис-тойғо, характерҙар асыу, сю­жет ҡоролошо үҙенсәлектәре менән, мәҫә­лән?
— Ирҙәр менән ижад уттарына инеү ҡатын-ҡыҙға еңел түгел. Әлбиттә, донъяны улар үҙенсәрәк, нескәрәк тоя, ләкин таланттың енесе лә, йәше йәки ҡарты ла юҡ. Талант йә бар, йә юҡ. Был хаҡта күп әйтелгән. Әлеге әҙәбиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ авторҙарға ихтирамым бик ҙур.
— Башҡорт әҙәбиәте ил әҙәбиәтендә ниндәй урын тота?
— Матбуғатты уҡыйым да әҙәбиәтебеҙгә ҡыуанам, ләкин хәҙер илдә ижади бәйләнештәр бик һүлпән. Шуға уңыштарыбыҙ күренеп бармай башҡаларға.
— 10-15 йылдан башҡорт әҙәбиәтен нисек күҙаллайһығыҙ?
— 10-15 йылдан башҡорт әҙәбиәтенең нисек булырын әлеге 35 — 45 йәштәгеләр күҙаллаһын. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге яңы быуын әҙиптәренең ижад үҙенсәлектәре, уларҙың уңыштары менән билдәләнәсәк. Беҙҙә тағы ла нығыраҡ асылыр йәш таланттар бар.
— Арып-талған саҡтарҙа яңынан тәбиғи, шәп хәлегеҙгә ҡайтыу өсөн ниҙәр эшләйһегеҙ? Ҡайҙан көс-илһам алаһығыҙ?
— Ундай саҡтарҙа дуҫтар менән бергә йыйылып алырға тырышам. Һыу инергә яратам. Ерҙән-һыуҙан көс алам.
— Тағы ла нығыраҡ асайыҡ әле, Рауил ағай, һеҙҙе: ниндәй йырҙар, төҫтәр, сәскәләр, спорт төрҙәре, ризыҡтар яратаһығыҙ? Үҙегеҙ ниндәй аш-һыу әҙерләй беләһегеҙ?
— Халыҡ йырҙарын һәр саҡ яратып тыңлайым. Сәскәләр бүләк итергә атлығып тормайым. Яратҡан шөғөлөм — йәйәү йөрөү. Аллаһы Тәғәлә яҙған ризыҡтарҙан ҡәнәғәтмен. Элек үҙем аш бешерергә ярата торғайным, хәҙер ул изге ғәмәлдән Фәриҙәне айырғым килмәй.
— Яҙмыш — холоҡтан, тиҙәр. Һеҙ үҙегеҙҙең холоҡ-фиғелегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Үҙенең холҡо менән тулыһынса килешкән кешене осратҡаным юҡ.
— Үкенестәрегеҙ күпме? Ҡайһыларын бөгөн килеп булһа ла үҙгәртергә тырышаһығыҙмы?
— Үкенестәрем күп, тик үҙгәртер мөмкинлектәр ныҡ аҙая бара.
— Иң бәхетле ете мәлегеҙҙе атай алаһығыҙмы?
— Иң бәхетле ете мәлемде һанап та сыҡтым, ти, ә ҡапыл алдыма һигеҙенсеһе килеп баҫһа... Һанау буталасаҡ бит.
Яңы ғына сыҡҡан шиғри китабым “Иң беренсе мөғжизә” тип атала. Туған телем — минең өсөн иң оло бәхет, иң ҙур мөғжизә. Унһыҙ башҡа мөғжизәләр һүнеп, һүрелеп ҡаласаҡ.
— Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Рауил Төхвәт улы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545