Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... Бейеү бит ул – ялҡынлы дәрт,
Бейеү – спорт һәм сәнғәт.
Бейеү – талант һәм хеҙмәт ул,
Бейеү – тылсымлы хикмәт...

Еңел һөйәкле, аяҡтары ергә теймәй ҡоштай осоп йөрөгән бейеүсене кемдәр генә яратмай ҙа кемдәр генә хөрмәт итмәй икән?! Халыҡ-ара фестивалдәр дипломанты “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәрен һәм ҡыҙҙарын нәҡ ана шул сифаттары өсөн ярата ла инде тамашасы. Ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамаһындар, уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар, ихлас алҡыштарға күмеп, гөл-сәскәләр менән оҙатып ҡалалар...
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарованың тырышлығы менән филармония асылған көндән эш башлаған “Сибай” бейеү ансамбле сирек быуат ваҡыт эсендә үҙен һәләтле, ысын мәғәнәһендә сәнғәткә бирелгән бейеүселәр тупланған ижади коллектив итеп танытты.
Бөгөн исемдәре тотош республикала киң билдәле күп кенә бейеү оҫталарын тәрбиәләгән ансамбль ул. Башҡортос­тандың атҡаҙанған артистары Урал Мортазин, Йәмилә Бикбаева, Сулпан Ас­ҡарова үҙҙәре генә ни тора! Ә Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова, бай тәжрибәле бейеүселәр Ләйсән Таштимерова, Гүзәл Әсәҙуллина, Рәзилә Нәбиуллина, Самат Мираҫбаев, Гөлназ Нәҙершина, Лариса менән Илдар Хәтмуллиндар өсөн “Сибай” бейеү ансамбле күптән инде үҙ һәм яҡын – уларҙың бар хеҙмәт ғүмерҙәре уның менән бәйле. Илфат Мусин, Илсур Юламанов, Гөлнара Иҫәнаманова, Оксана Похващева, Әлиә һәм Йәмил Нурмөхәмәтовтар ҙа ярайһы ғына йылдар сәхнәлә сығыш яһай. Һәр береһе үҙҙәренә генә хас оҫталығы менән тамашасы һөйөүен ҡаҙанған бейеүселәр.
Һуңғы ике-өс йылда ансамбль байтаҡ йәш көстәр менән тулыланды. Радмир Туҡбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Айнур Ишмөхәмәт, Иҙрис Таҡалов, Артур Алсынов, Илсиә Ишәева, Рәғиҙә Юнысова, Рушан Атанбаев, Фәнис Үтәбаев, Фәйез Үҙәнбаев һәм Регина Иҫәнбаеваларға өлкән ағай-апайҙарынан бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
Халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған оло байрамдарҙы, ғаилә тантаналарын, хатта өҫтәренә ишелгән ауыр мәлдәрҙе лә йыш ҡына туғандарынан, ғаиләһенән ситтә – гастролдәрҙә үткәргән бейеүселәр күптәр өсөн ысын сабырлыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ өлгөһө ул! Уларҙың бурысы – милли бейеүҙәребеҙҙең ҡотон һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү һәм заман­даштарыбыҙға ысын сәнғәт өлгөләрен бүләк итеү. “Башҡортомдоң хазинаһы – йырлы-моңло сибайҙар!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле концерт программа­һының үҙәгендә лә бит тап “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567