Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте
Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте Һөйөклө балалар! Текетектең урманға сәйәхәтен, ундағы мажараларын, нисек мәктәпкә китеүен “Бүрене еңгән бәрәс” әкиәтендә һөйләгәйнем инде.
Кәзә малайы Текетек шуҡ булһа ла, тик “бишле” билдәләренә генә уҡый, китап ярата, тиҙерәк, күберәк белем алырға тырыша. Ил гиҙергә әүәҫлеген күрҙек, тик уҡыу ваҡытында юлға сығып китә алмай бит инде. Бигерәк тә диңгеҙҙе күргеһе килә малайҙың, сөнки улар йәшәгән йорт хужаһының улы – Диңгеҙсе.

Шулай бер көн Текетек мәктәптән ҡайтып ҡына ингәйне, Хужа йәшәгән өй ишегенән Диңгеҙсе күренде. Күлдәге буйлы-буйлы, башына ла ҡыҙыҡ ҡына фуражка кейгән: уға ике осо артҡа һәлберәтеп таҫма тағылған, етмәһә, козырегы юҡ.
Текетектең диңгеҙгә сәйәхәтеДиңгеҙсенең ҡулында – Ҡусҡарҙың үҙенән ҡалдырмай йөрөткән өйөнә лә, һырлы-һырлы мөгөҙгә лә оҡшаш дә-ә-ү ҡабырсаҡ. Ул үҙенә эйәреп сыҡҡан ҡустыларына, һеңлеләренә шул ҡабырсаҡты биреп әллә нимә тыңлата. Текетектең быға күҙе ҡыҙҙы, тик кешеләр уның ни уйлағанын белеп бөтөрмәй шул. Баҡсаға инеп әҙерәк ҡыуаҡтарҙы кимерәйем тиһә, шунда уҡ һиҙеп ҡалалар, әле күрмәмеш булалар. Текетек, үпкәләп, баҡса яғына боролдо, сыт араһына башын тыҡҡас, ҡыяр һабағын керт итеп өҙөп алды ла сәйнәй башланы. Әһә, күрҙеләр, ҡыуа төштөләр. Текетек сабып китһә лә, ҡабырсаҡтан күҙ яҙҙырманы, уның ихаталағы йәшел үләндә ятып ҡалғанын күреп һөйөндө.
Кәзә малайын баҫтырып арығас, Хужаның балалары көлөшә-көлөшә өйгә инеп китте, ә ҡабырсаҡты онотто. Текетек уны етеҙ генә эләктереп алды ла ҡолағына терәй һалды һәм... серле шаулау ишетте: боҙ киткәндә Инйәр йылғаһы шулай геүләй. Сихри диңгеҙ тауышы...
Түҙемһеҙләнеп әллә күпме һорауҙар яуҙырған Текетекте тылсымлы ҡабырсаҡ ҡасандан бирле хыялланған диңгеҙгә сәйәхәткә алып сығып китте. Ана нимәләр ҡыҙыҡһындыра бәрәсте – һыу аҫтында малдар, урмандар бармы, унда хатта эт-бүре осрай, тигәндәре хаҡмы һ.б.
Ҡабырсаҡ, дөрөҫөн әйткәндә, бары үҙе йәшәгән урындарҙы, шунда осраған йән эйәләрен, һыу аҫты үҫемлектәрен генә белә ине. Тик быны кәзә малайына һиҙҙергеһе килмәне, үҙе белгәнсә фәстереп һөйләне лә һөйләне. Мин уларҙың әңгәмәһен түкмәй-сәсмәй яҙып алдым, әммә Ҡабырсаҡтың ҡайһы урындарҙа “шыттырғанын” һеҙгә белдереп барырмын, йәме. Шуға күрә иғтибарлы ғына уҡығыҙ. Йәгеҙ, диңгеҙгә сәйәхәткә бергә сығайыҡ.

Диңгеҙ

Текетек:
Ҡабырсаҡ, Ҡабырсаҡ,
Нимә ул Диңгеҙ?
Ҡабырсаҡ:
Һо-о-о, Диңгеҙме?
Диңгеҙ ул — тиңһеҙ!
Ят әле һуҙылып,
Күҙ һалсы офоҡҡа,
Диңгеҙ — нәҡ күк һымаҡ,
Тулҡыны — болоттар.
Шундай уҡ төпһөҙлөк,
Шундай уҡ сикһеҙлек.

Йондоҙҙар

Текетек:
Диңгеҙ күккә оҡшаған, тип
Шыттыраһың, моғайын!
Имештер ҙә, йондоҙҙары
Балҡып тора төн һайын...

Ҡабырсаҡ:
Ысын-ысын, бар-бар-бар,
Уттай яна йондоҙҙар:
Биш сатлы, илле сатлы —
Йөҙөп йөрөй кемуҙар,
Ә үҙҙәре — убырҙар,
Ни бирһәң дә убырҙар.
Мидия, устрицаны
Йотоп ҡына уҙырҙар.
Һәр кемдең ала ҡотон
Йыртҡыс йондоҙҙоң уты.

*Ҡабырсаҡтың ҡурҡышынан күҙенә ут күренгәндер, моғайын. Диңгеҙ йондоҙҙары яҡтыртмай. Әммә әкәм-төкәм унан бик ҡурҡа, сөнки рифтар барлыҡҡа килтергән мәрйен-коралдар, устрица, мидия — диңгеҙ йондоҙҙарының яратҡан ризығы.
Артабан Ҡабырсаҡҡа һорау биреүҙең кәрәге лә ҡалманы, ул теҙеп-теҙеп үҙенең таныш-тоношо, тормошо тураһында һөйләне лә һөйләне.

Акула

Диңгеҙҙәге балыҡтарҙың
Иң-иң ҙуры — акула.
Буйы уның шундай оҙон —
Егерме метр була.
Ун һыйырҙай — түшкәһе,
Бысаҡ кеүек тештәре.
Ҡуймағыҙ һыуҙа ҡалып,
Тотоп ашар был балыҡ.
Уның ҡарауы — ите,
Уның ҡарауы — һөтө!
Сепараттан үткәрәм,
Майҙар бешәм түтәрәм,
Йомортҡаһы — ҡабаҡтай,
Бешерәбеҙ табаҡта.

*Ҡабырсаҡ бында бер аҙ ғына арттырып ебәрә. Акула һөтимәр түгел. Бауырынан алынған майҙан һәм йөҙгөсөнән дан ҡаҙанған дарыуҙар эшләйҙәр. Ите ашауға яраҡлы, ә һөлдәһенән елем етештерелә. Ҡайһы бер төрҙәре, ысынлап та, эре йомортҡа һала.

Кит

Бына кит балыҡ түгел,
Һөтимәр хайуан ул кит,
Оҙонлоғон белгең килһә,
Йүгер әле анау ергә,
Утыҙ өс метрға кит:
Һинән миңә
Күпме ара —
Кит шул ҙурлыҡ,
Уйлап ҡара!
Зәңгәр кит бар, аҡһылы,
Тешлеһе бар, тешһеҙе,
Акулаға оҡшаһа ла,
Тешләмәй ул кешене.
Киттың һөтө янында
Һыу һымаҡ һыйыр һөтө:
Бер китты үлсәр өсөн
Һыйыр кәрәк бер көтөү.

*Ҡабырсаҡ был юлы һис тә арттырмай. Киттың оҙонлоғо 1,2 метрҙан 33-кә етә, һөтө һыйырҙыҡынан 10 тапҡырға майлыраҡ, ә аҡһымға өс тапҡырға байыраҡ. 30-50 йыл йәшәй. Был гигант һөтимәрҙең күп төрө һәләк булған. Тешлеләренең теше 240-ҡа етә. Балаларын дүрт айҙан бер йылға тиклем имеҙә.

Һыйыр

Һөтлө ине беҙҙең һыйыр,
Һөтө шау ҡаймаҡ ине.
Ашағаным — майлы бутҡа,
Тик майлы ҡоймаҡ ине.
Ҡәһәр һуҡҡыр браконьерҙар
Һыйырымды һуйҙылар.
Диңгеҙҙә хәҙер һыйыр юҡ —
Әрәм итеп ҡуйҙылар.

*Диңгеҙ һыйыры буйы һигеҙ метрға еткән һөтимәр хайуан булған. Тәмле ите, майы өсөн күпләп аулауҙары һөҙөмтәһендә күптән инде бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Фәрештә

Фәрештә күргәнең бармы?
Күргәнең юҡ, имеш тә.
Диңгеҙ төбөндә фәрештә
Осрай һәр бер мөйөштә.
Яҙып бара яҡшы эште,
Яҙып бара яман эште
Яурын һайын фәрештә.

*Ҡабырсаҡ диндә күҙалланған фәрештә менән диңгеҙ фәрештәһен бутап һөйләй. Диңгеҙ фәрештәһе — акула затынан, оҙонлоғо 2,4 метрға, ауырлығы 72 килограмға етә. Ул нисек яурынға ултыра алһын инде. Донъяға 10-25 бала килтерә. Диндәге фәрештәләрҙән айырмалы, был балыҡтар тамаҡ туйҙырырға ярата. Уларҙың “табынында” — балыҡ, диңгеҙ терпеһе, краб-ҡыҫалалар, моллюскылар.

Энәләр

Мең тегенсе тота инем
Оҫтаханамда.
Океанда дан тоттолар
Һаман-һаман да.
Тегеү машинаһы беҙҙә
Бик тиҙ тутыға,
Тура килде бик күп төрлө
Энә тоторға.
Бер төрлөһө — тун тегергә,
Береһе — күлдәк тегергә,
Бүрек тегергә — берәү,
Салбар тегергә — берәү,
Энә кү-ү-үп ине беҙҙә,
Бар ине хатта беҙ ҙә.

*Энә балыҡтар менән, әлбиттә, тегенеп булмай. Нәҙек оҙон булғанға уларға шундай атама биргәндәр. Беҙ-балыҡ бар ул, Ҡабырсаҡ дөрөҫ әйтә. Ул да тышҡы ҡиәфәте өсөн шундай исем алған, нерофис тип тә йөрөтәләр. Был беҙ менән, тәбиғи, бер ни ҙә тишеп булмаҫы көн кеүек асыҡ.

Сысҡандар менән көрәш

Келәтемдә сысҡандар
Күбәйгәйне бер килке,
Алып ҡайттым бер бесәй,
Алып ҡайттым бер төлкө.
Өлгөрмәйҙәр меҫкендәр,
Бөтә алмайҙар тотоп,
Алып ҡайттым бер терпе —
Бөттө сысҡанды йотоп.

*Диңгеҙ сысҡаны — ҡылсыҡ аяҡлылар тигән балыҡ тоҡомонан. Антенария тип тә йөрөтәләр.
**Диңгеҙ бесәйе сысҡандыҡы кеүек нәҙек оҙон ҡойроҡло. Ағыулы сәнскеһе кеше өсөн дә ҡурҡыныс. Яҫы кәүҙәһе — 2,5 метрға, ауырлығы бер ботҡа етә. Ҡыҙыҡ, диңгеҙ эте менән диңгеҙ бесәйе тигән атамалар — синонимдар, йәғни был йән эйәһен эт тиһәң дә, бесәй тиһәң дә бата. Акулалар затынан. Ә бына диңгеҙ көсөгө — икенсе заттан.
***Диңгеҙ төлкөһө — ҡойроғо нәҙек оҙон балыҡ. Ауыҙы төлкөнөкөнә оҡшап осло.
****Диңгеҙ терпеһе сысҡан-балыҡты тотмай, ылымыҡ, әкәм-төкәм менән туҡла­на. Энәләре менән атлап та йөрөй ала.

Сусҡа

Сусҡанан да уңа инем,
Һарай тулып йөрөр ине,
Сит-яттарҙы күреп ҡалып,
Сай-сой хәбәр бирер ине.
Тиреһе ныҡлы булғанға
Тегә торғайным ҡата,
Ә туңмайын тоҙлап ҡуйып,
Ҡышын баҙарҙа һатам.
*Диңгеҙ сусҡаһы — дельфиндарҙың бер төрө. 1,8 метр оҙонлоҡтағы был хайуан 80 килограмға тиклем тарта. Балаһын һөт имеҙеп үҫтерә. Ҡатаны иһә, белеүебеҙсә, ябай ер сусҡаһы тиреһенән тегәләр. Морская свинка менән бутамаҫҡа!
**Диңгеҙ сусҡасығы — морская свинканы шулай тәржемә итергә тура килә — төптө диңгеҙ төбөндә йәшәмәй. Уны ХVI быуатта диңгеҙ аръяғынан — Перуҙан Европаға алып ҡайтҡандар. Бер аҙҙан “аръяғы” (“заморская”) һүҙе төшөп ҡалып, ҡомаҡ ҙурлыҡ ҡына был кимереүсе диңгеҙ сусҡасығы тип атала башлаған. Индейҙар уның итен ашаған, ә хәҙер лабораторияларҙа тәжрибә үткәреү өсөн файҙаланалар. Күптәр өйҙә аҫрай, мәктәптәрҙәге “йәнле мөйөш”тәрҙә лә күрергә була уларҙы.

Көсөк

Диңгеҙ төбөндә аждаһа,
Ен-шайтан тулы,
Өй бейеклек була тулҡын,
Китһәләр туҙып.
Шуға көсөк аҫырайым,
Ҡурҡалар унан,
Муйнаҡ барҙа тыныс ҡына
Өңөмдә ҡунам.

*Диңгеҙ аждаһаһы — 40 сантиметр тирәһе генә оҙонлоҡтағы балыҡ, өй бейеклеге тулҡын тыуҙыра алмай. Йөҙгөс-сәнскеләрендәге ағыуы хатта кешене үлтерергә һәләтле.
**Диңгеҙ көсөгө (морская собачка), әйтеүемсә, диңгеҙ этенән айырыла. Уны ҡупшы, сағыу йөҙгөстәре өсөн хатта көсөк-күбәләк тип тә йөрөтәләр. Тәңкәһеҙ төрө ярға сығып, йөҙгөстәре менән этәренеп һикерә-һикерә йөрөй ала.
***Диңгеҙ шайтаны — торғаны металлист: ауыҙынан да, һыртынан да, ҡабырғаһынан да әллә нисәмә төр сәнскестәр, бысҡы кеүек ҡылсыҡтар тырпайып тора. Метр ярымлыҡ был “шомлоҡ” 20 килограмм самаһы тарта.

Әтәс

Таң менән әтәс уята,
Ҡысҡыра: “Кикири-кү-ү-үк!”
Йәнәһе лә: яҡтырҙы күк,
Оҙаҡ йоҡлама, эш күп.
Тауыҡтарын йыя алмай,
Әллә ҡайҙа себеше,
Миңә бойороҡ биреүҙер —
Әтәсемдең бар эше.

*Диңгеҙ әтәсенең “кикирикүк” тип ҡысҡыра алмаҫы билдәле, сөнки ул бит — балыҡ. Себеше лә юҡ — селбәрә генә. Әммә һыу өҫтөнән ҡош кеүек бер аҙ осоп бара ала. Ите тауыҡтыҡы кеүек тәмле, тиҙәр. Инә заттарын тауыҡ тиҙәрме икән, белмәйем. Уралда диңгеҙ әтәсе булмағас ни...

Өйрәккәйҙәр

Өйрәккәйем баҡ-баҡ, ти,
Батмай ҡалдым саҡ-саҡ, ти,
Бәпкәләрем һыуҙа, ти,
Берен бере уҙа, ти.

*Диңгеҙ өйрәккәйҙәре (морские уточки) мыйыҡ аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар затынан. Ҡарап торғанда нәҡ тажы йомолған томбойоҡ инде үҙҙәре. Ете саҡрым тәрәнлектә лә ыжламай йәшәп ята улар. Тәбиғи, баҡ-баҡ, тимәйҙәр, бәпкәләре лә юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572