Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирә булыр уның исеме
Шағирә булыр уның исеме ХХI быуат башы әҙәбиәте. Уның асылын нисек аңлатып булыр ине икән? ХХ быуат шаңдауымы ул? Әллә өр-яңының, әлегә таныш түгел күренештәрҙең башымы?
Ошо хаҡта уйланған һайын күҙ алдыма ике китап килә: береһе “Көмөш йөҙөк” тип исемләнеп, уның авторҙары сифатында ижадтары бер осорҙараҡ тумалып сәскә атҡан ҡатын-ҡыҙ шағирәләр Айһылыу Ғарифуллина, Гөлназ Ҡотоева, Лилиә Ҡәйепова, Рәшиҙә Шәмсетдинова сығыш яһай. Икенсеһенең исеме – “Егет һүҙе”, уныһы дүрт ир-егет: Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла Зарипов авторлығында донъя күрҙе. Был быуын – ХХ быуат башҡорт поэзияһы традицияларынан һут, көс-кәр алып, ХХI быуат әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан быуын ул. Ошо быуынға ике быуат алмашынған саҡта үҫергә, ҡанат нығытырға тура килде. Яңы заман уларҙың әрнеү-һыҙланыуҙарында, яҡты хыялдарында бөрөләнеп тыуҙы. Уларҙың ижадының өлгөрөү тигән этабында беҙ тарихта ҡалған дәүерҙең шаңдағын һәм йор шишмәләй алға ынтылған әҙәбиәтебеҙ киләсәген төҫмөрләй алабыҙ.
Бөгөнгө һүҙебеҙ шул быуынға ҡараған күренекле әҙибәләребеҙҙең береһе Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова хаҡында.


Өйөңдө яҡшы һаҡла:
Ҡапыл ҡунағың килер.
Үҙеңде яҡшы һаҡла:
Ҡапыл әжәлең килер, –

тигән халыҡ аҡылы менән башлана шағирәнең бер әҫәре. Яҙмыш, әжәл, тоғролоҡ, хеҙмәт – был темалар Рәшиҙә Рәшит ҡыҙының ижадында ҙур урын биләй, дөрөҫөрәге, уның шиғриәте кешене мәңге борсоған әлеге һорауҙар, әрнеүҙәр, өмөт-талпыныуҙарҙан яралған, замандың бөткөһөҙ ҡаршылыҡтарын йыра-йыра алға, яҡтыға барыусының күңел кисерештәрен, йыуаныстарын һәм көйөнөстәрен берләштерә. Шул юлында ул “ҡыҙыл еләнле ҡояш”, “оялсан ҡыйырсыҡ” ай менән һин дә мин серләшергә, Ҡош юлына, Етегән йондоҙға баҫып ергә күҙ ташларға ла, берсә ҡул һуҙымындағы йомарт урман-ҡырҙарҙы, ойоп ятҡан баҫыуҙарҙы гиҙергә лә өлгөрә. Тәҙрә төбөндәге яран гөлдәре уның хәстәрле ҡағы­лыуын көтә, Туйрал түбәһе, Маҡар тауҙары буйлап йөрөйһө, Рәүҙәкте буйлайһы бар. Рәшиҙә Шәмсетдинова тыуған ер изгелеген, һөйгән йәр танһыҡлығын, әсә булыуҙың ғорурлыҡ менән тулған мәлдәрен, килен, ҡәйнә булыу ҡыуаныс­тарын ихлас шиғыр юлдарына һала, һәр берәүҙең тәҡдиренә яҙған бөйөк бурысты – Кеше булыу, намыҫлы йәшәү ҡағиҙәләренә тоғро ҡалырға саҡыра.
Шағирәнең лирикаһын образдарҙың мәғәнә-төҫмөрҙәре нескәлеге, зауыҡлы ҡаш­мауҙағы тәңкә-биҙәктәр кеүек һиҙелер-һиҙелмәҫ балҡып, затлылығы менән арбап-һоҡландырып тороуы билдәләй. Лирик герой ҡатын-ҡыҙҙарса баҫалҡы, инсафлы ла, бер үк ваҡытта тәүәккәл, сая ла.
Ҡолас ташлап бесән сапҡан саҡта
Беләккәйем юҡтыр талаһы.
Һыуыҡ шишмәм туғып биргән айран –
Барса һыуҙарымдың аллаһы, –
ти шағирә, үҙенең йәнтөйәгенә, йәншишмәһенә өндәшеп. Ижадсының һүҙ тамыры, ижад ҡомары – тыуған ерендә, халыҡсан фекерләүҙә, әлбиттә. Ишембай ере – уның йомарт шишмәләре бик күптәргә ижад ҡанаттары ҡуйған мөғжизәле сығанаҡ. Рәшиҙә Шәмсетдинованың шиғри поэтикаһы Кешенең ер, һауа, һыу, йыһан менән бер бөтөн итеп тойоуына таяна. Уның тәүге шиғыр китабында донъя күргән, тимәк, авторҙың башланғыс ижады осоронда яҙылған тәүге шиғырҙарының береһенә иғтибар итәйек:
Ҡосағымда – зәңгәр сәскә, арыш
араһында тыуған.
Ҡосағымда – ләйсән ямғыр, таңда
биттәремде йыуған.
Беҙҙең алда – тәбиғәт күренештәрен ҡосағына һыйҙыра алған романтик образ. Ул кешенең борон-борондан тышҡы донъя менән бер бөтөн итеп ҡарауынан, үҙе һәм тәбиғәт араһында бер ниндәй ҙә сик тойолмауынан яралған мифологик ҡараштарға барып тоташа. Бына бер шиғырында героиняны “борма-борма юлдар Етегәндән тыуған илдәргә алып ҡайта” (“Мунса ташы”);
Ә мин һаман күккә ҡыйғырлайым,
Болот – егет, үрел, мине ҡос! –
тигән ашҡыныулы өндәшеүендә ярһыу хыялдар ҡанатында елгән ғашиҡ ҡыҙ образын күҙаллай­быҙ; Таң һылыу менән матурлыҡта, егәрлелектә һынау тоторға тәүәккәллек иткән килен дә ул, бурандарға ҡосаҡ асмаған тоғро йәр ҙә; ҡунаҡҡа барғанда йондоҙҙарҙы сәк-сәк итеп батманға тултырған шаян апай роленә лә инә ул. Йыһан уға бар ишектәрен, серҙәрен аса, сөнки ул үҙе донъя мөғжи­зәләренә, тылсымына эйә: сабый яҙға күҙ тейгәнен тоя ала, илағанын ишетә, кәкүкте Ҡош юлына осора, болот-инәйҙең мендәр ҡабарт­ҡанын, ямғыр-бәпәйҙең ер-йүргәккә күҙ йәштәрен ҡойғанын күреп тора.
Йондоҙҙарҙы уйынсыҡтар
итеп,
Сабыйымды Ай-бишеккә
һалам...
Был юлдарҙа – Рәшиҙә Шәмсетдинова шиғ­риә­тенә хас биҙәктәр. Уның “Ҡосағымда ҡояш”, “Мин ҡояшҡай”, “Йыһанға хаж”, “Фәрештә ҡана­тында” китаптарының исемдәрен генә атау ҙа авторҙың донъяны күҙаллауын, образлы фе­керләү йүнәлеше хаҡында бик күпте әйтә ала. Уның романтик образдары йәшәү асылы хаҡында уйҙарының емеше булып тыуа. Шуға күрә шиғырҙар ҡоро хыял донъяһы менән сик­ләнмәйенсә, үҙ шәхсиәте менән генә мауығыуҙан уҙып, тормоштоң әсе хәҡиҡәттәрен хис ҡайнар­лығында, ҡатын-ҡыҙҙарса, әсәләрсә сабыр тәрәнлегендә асҡан шиғриәт булып ҡала.
Йыһан, Етегән, Ҡояш, Ай, Ҡош юлы кеүек романтик образдарҙың туған тупһа, тыуған йорт, болон, аҡлан, йәш үлән, балтырған кеүек реаль ерлекле, тормошсан образдар менән йәнәш тороуын билдәләйек: уларҙы береһе – күктә, икенсеһе – ерҙә, тип; береһе – йондоҙлоҡ, икенсеһе – ябай баҡса үләне, тип ҡапма-ҡаршы ҡуйып булмай. Улар бер фекер яҫылығында, бер йүнәлештә – “донъя һәм мин – бер бөтөн” фәлсәфәүи мифологик ҡараштар нигеҙендә тыуған образдар. Замандаштың үҙенең ҡан хәтерендә йәнле-йәнһеҙ тәбиғәттең тамырҙаш­лығы хаҡында архаик мифты тергеҙеүе булыр был. Рәшиҙә Рәшит ҡыҙының күп кенә шиғыр­ҙарында һәм поэмаларында был асыҡ сағылыш таба.
“Йыһанға хаж” исемле поэманы миҫалға ала­йыҡ. Хаж ҡылыу – Ислам динендә изге ғәмәл­дәрҙең береһе. Һәр мосолман Мәккәгә хаж ҡы­лыуҙы фарыз тип һанай. Таҙарыныу, сафланыу, иман нығытыу – хаж сәфәренең маҡсаттары шулар. Поэмала хаж сәфәре ата-бабалар, ауылдаштар йәшәгән тарих төпкөлдәрен гиҙеү, яҙмыш ептәрен тиҫбеләй тартыу, фәһем алыу, изгелек һәм яуызлыҡ тарафтарын асыҡлау ынтылышынан ғибәрәт.
Лирик герой ауыл зыяратындағы түбәләстәрҙә ауылдаштарҙың исем-шәрифтәрен уҡый, улар­ҙың рухына арнап доғалар ҡыла, йыһанды тың­лай. Мәрхүмдәр йыһанын гиҙгән лирик героиня башҡорт әҙиптәре, әҙибәләре ҡорона барып юлыға; был – матурлыҡ, камиллыҡ, гармония хөкөм һөргән Йыһан. Шул рәүешле, хаж ҡылыу – азатлыҡ һөйөүсе халыҡтың мәңге тере хәте­ренә сәфәр, уның матур күңеленә баш эйеү, рухты нығытыу һәм сафландырыу.
Шағирәнең Йыһаны – түңәрәк, камил донъя, ләкин ул хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалған донъя түгел. Тыуым менән үлем, изгелек менән яуызлыҡ араларында Кеше үҙ яҙмышын күтәреп бара. Шағирәнең күңел яралары, йән ғазаптары, юлы-сәфәре, борма-борма һуҡмаҡтары шулар ара­һында булыр. Уның аҙымдары йылдар йөгөнән йә һәлмәкләнә, йә ауырая, йә етеҙләнә. Ғөмүмән, юл, сәфәр, сәйәхәт мотивтарының Рәшиҙә Шәм­сетдинова ижадында ҙур ғына урын биләүе лирик геройҙың йыһандағы хәҡиҡәт нурҙары, ҡояш яҡтылығы, күңел сафлығы артынан ынтылыштарынан тәбиғи үрелеп сыға. “Йыһанға хаж” поэмаһының сюжет ебен барлыҡҡа кил­тереүсе төп мотив – юл мотивы. Тағы ла күп кенә шиғырҙарҙа поэтик фекер тап шуның менән бәйле. Бына юл сатында асфальт ергә ҡуша иҙелгән күгәрсен һыны күҙ алдына баҫа, бында тарих тәгәрмәсе алдында торған халыҡ яҙмышы менән параллель үткәрелә (“Күгәрсен”).
Рәшиҙә Шәмсетдинова – үҙенең поэтик Йы­һаны эсендә өҙлөкһөҙ сәфәрҙә. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, тетрәнеүҙәр – уның юлдашы. Кешелек донъяһындағы тыуым менән үлем ара­һында, яҡшы менән яман араһында туҡтауһыҙ хәрәкәтте һиҙгер тойғаны, ҡайнар йөрәге аша үткәргәне өсөн дә шағирә булыр уның исеме.


“Нисә йылға бер юл шиғыр яҙҙым…”
Ғ. Кәлимуллина.

Ике йылға ике шиғыр яҙҙым,
Ике шиғыр ғына ни бары,
Яҙмышыма килеп кермәһә лә
Аҡман-тоҡмандарҙың аһ-зары.

Ике шиғыр…
Оят булып китә
Алдарымда ятҡан ҡәләмдән.
Ул бит миңә үҙе килеп керҙе
Ҡасып уйһыҙ, моңһоҙ әҙәмдән.

Шиғыр яҙам тиһәм, атам-әсәм,
Яҡындарым килә ҡунаҡҡа.
Инде яҙам тиһәм, балам сирләй,
Һырҙар ята маңлай юлаҡлап.

Таң атҡанда, шәфәҡ батҡанда ла
Аяҡ-ҡулым бәйле эш менән.
Илһам-Аҡбуҙ өркөп ҡаса мәллә
Мәшәҡәтле, тилбер кешенән.

Шиғырҙарым, ахыры, икмәк булып
Табаларҙа бешә ҡабарып.
Ҡыҙҙарымда толом булып үҫә,
Киҫмәгеҙсе, тиеп ялбарып.

Ике шиғыр…
Аҫыл шиғырҙарҙы
Яҙам тим дә, тағы туҡталам.
Аҫылдар бит ерҙә аунап ятмай,
Аҫыл эҙләп күккә уҡталам.

Күктәр серле!
Күктәр семәр-семәр!
Ерһенәм дә, ҡайтам йыр ҡайып.
“Аһ” иттерер шиғырҙарым булып,
Ике ҡыҙым булып йылмайып.


Дефо
Инглиз яҙыусыһы Д. Дефо
шундай ярлы булған.

Һуҡыр бер тин юҡ кеҫәмдә,
Дефо кеүек ярлымын.
Мин ҡайнар йәй түгел инде,
Мин боҙломон, ҡарлымын.

Боҙҙар ялай йөрәгемде,
Шарҡылдап көлә елдәр.
Яһил бейем кеүек төндәр,
Бәхәс ҡорорға телдәр.

Бирешергә иҫәбем юҡ,
Дефо ла бирешмәгән.
Минме ебеп төшөр ҡатын,
Мораҙға ирешмәгән?!

Бөттө ауа-түнә йәшәү,
Тороп баҫам аяҡҡа.
Иҙелгә лә таянмамын,
Таянмамын таяҡҡа.

Йырҙан ауыр күтәрәмен,
Тау үре – артылғаным.
Икәү бирешмәҫбеҙ, тиеп
Ҡосаҡлай сал ҡылғаным.

***
Ағайҙарым бала саҡта ерҙе
Уйнай ине бүлеп.
Тарих китабында бер аяҡта
Торған ҡарттан көлөп.

Бутанымы әллә ҡиблаларҙы
Бөгөн ғибрәт, шайтан,
Гөл ултыртам тиеп магазиндан
Тупраҡ алып ҡайтам.


Йән рәхәте
Йән рәхәте тыуған яҡта,
Бөтә нәмә һағынылған.
Оҙон ҡышта ҡайталмағас,
Бурандарға һарынылған.

Йән рәхәте тыуған яҡта,
Кесерткәндәр хатта һылыу.
Серекәйҙәр туй саҡырғас,
Ҡунаҡ килгән ырыу-ырыу.

Ҡуҙғалағы тел сығарып,
Эй үсекләй ҡаҡыларым.
Тәгәрәйем болондарҙа,
Беләм ерҙең ҡатыларын.

Ҡымыҙ, буҙа эсеп түгел,
Иҫерәйем һауа еҫкәп.
Һине шундай яратам тип,
Бер бал ҡорто китте тешләп.

Тешләй, тием.
Юҡ та!
Һурып,
Һурып мине алды үбеп.
Һағыҙаҡтар көнләшеүҙән
Китте уны әрләп, һүгеп.


Бер-беребеҙ әгәр табалмаһаҡ...
Хаҡлыҡтарым!
Ҡайҙа аҙаштым һуң?
Табалмайым әллә ниңә юлды?
Ҡанаттарым ғына булығыҙсы,
Күрһәтегеҙ, зинһар, уңды-һулды?!

Ҡылған изгелегем!
Ҡайһы яҡта
Йоҡлап ятаһыңдыр кире ҡайтмай?
Минең әле һынау тотҡан мәлем.
Ауыр саҡта дуҫтар дуҫты һатмай.


Сафлыҡтарым!
Ҡар бөртөгө булып,
Яуығыҙсы ҡара ер өҫтөнә.
Битлектәрен һалһын һәммәһе лә,
Һәр береһе инһен үҙ төҫөнә.

Үҙемдә мин үҙем табайымсы,
Һиндә һине эҙләп интекмәйем.
Бер-беребеҙ әгәр табалмаһаҡ,
Боҙҙар булып туңып, кителәйем.


Сәңгелдәгем
Аптырайым, ни хәл һарыларға
Һабышмайса иҫән ҡалғанмын?!
Һағышымды, ахыры, Рәүҙәгемдең
Тулҡынына илтеп һалғанмын.

Ҡанатына наҙлап алған бит ул,
Йыуатыусы хас та әсәйем.
Таштарына ятып йомшаҡ һыуын
Туйғансы бер услап эсәйем.

Беләҙеген бүләк итә талдар,
Кәңәш бирә ғорур тирәктәр.
Өгөттәрен бетеү итеп алам,
Инселәнгән хәҙер һирәктер.

Ҡарт еректәр йомшаҡ күңеллеләр,
Йәш ҡоялыр йәшел күҙенән.
Аҡылымды гелән теҙген итәм –
Һис сыҡмайым оло һүҙенән.

Селтербейем сәңгелдәген аҫа,
Һиҙеп кейекһегән сағымды.
Хәлдәремде һипләп, имләп торған
Иҫәкәйем – ғәзиз яғымдыр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545