Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалдат-скульптор
Һалдат-скульпторОшо көндәрҙә күренекле рәссам Зилфәт Басировтың тыуыуына 90 йыл тулды.
Уның ижады бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда айырыуса аһәңле яңғырай, үҙенең героик һәм патриотик рухы, тормошсанлығы менән һоҡландыра, күптәргә өлгө булып тора. Әҫәрҙәренең һәр ҡайһыһында үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ сифаттар бар. Ул ижад иткән образдарҙың һәр береһе үлемһеҙ, уларҙа Тыуған иленә бирелгәнлек, уның азатлығы, бәхетле киләсәге өсөн үҙ-үҙеңде ҡыҙғанмайынса көрәшеү тойғолары ярылып ята.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты скульптор Зилфәт Рәүеф улы Басиров 1927 йылда Татарстандың Аҡтаныш районы Иҫке Ҡормаш ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ҡылҡәләм оҫтаһының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, ғаилә күп ауырлыҡтар кисерә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Зилфәт урман да ҡырҡа, токарь ҙа булып эшләй. Ләкин сәнғәтте өҙөлөп яратҡан егеттең күңеле ғилемгә тартыла. 1962 йылда ул Мәскәү ҡалаһындағы Урындағы сәнәғәт технологияһы институтының скульптура бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң йәш рәссам башта Көнгөрҙә, унан Мәскәү өлкәһенең Абрамцево художество-сәнғәт училищеһында эшләй, 1962 — 1965 йылдарҙа ошо уҡ училищела рәсемдән уҡыта. Әммә Зилфәттең күңеле һәр ваҡыт тыуған яҡтарына тарта, уның үҙ илендә файҙалы кеше булып йәшәгеһе килә. 1965 йылда рәссам Башҡортостанға ҡайта.
1968 йылда Зилфәт Рәүеф улын Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзына алалар. Шулай итеп, күптәнге хыялы тормошҡа аша: рәссам республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙ­мәләрҙә ҡатнаша, илһамланып ижад итә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә талантлы скульптор булып таныла. 1985–1987 йылдарҙа ул Башҡорт­остан Рәссамдар союзының идара рәйесе итеп һайлана.
60 – 70-се йылдар З. Басиров өсөн уңышлы була: ул ауыл эшсәндәре, хеҙмәт геройҙары, һуғыш ветерандарының портреттар галереяһын тыуҙыра. Улар араһында рәссамдың йылдар буйы күңелендә йөрөткән хыял һәм аҡыл емеше – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев, мәғрифәтсе-гуманист Мифтахетдин Аҡмулла, режиссер Лек Вәлиев, композитор Нариман Сабитов һәм башҡа бөйөк шәхестәр бар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһын биҙәп торған бейеү алиһәләренең һындары иһә З. Басировтың ижад фантазияһы емеше булараҡ танылыу яулай. Лирик планда һынландырылған баҡырҙан ҡойған был һоҡланғыс һын-кәүҙәләрҙе рәссам ҙур һөйөү менән ижад иткән. Ғөмүмән, скульптураларын таштан, баҡырҙан йә бронзанан, металдан ҡойоп эшләһенме, һәр береһенә рәссамдың хәтһеҙ йоҡоһоҙ төндәре, уйлы көндәре һәм туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәренә ҡушылған йөрәк йылыһы биреп яҙылған, шуға күрә гипс, гранит, мәрмәр, ағас, шамот, бетон, алюмин, баҡыр кеүек яратып эшләгән тәбиғи материалдарҙан тыуҙырылған әҫәрҙәре һоҡландыра ла, уйландыра ла.
Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған рәссам ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһын бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырмай. Уның тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән яҡташтар портреты галерея­һында “Һуғыш ветераны комдив Ә. Бәхтизин”, “1941 – 1945 йылдарҙа һәләк булған яҡташтар”, “А. Попов”, “Дәүләкән ҡалаһынан һуғышҡа китеп һәләк булғандар иҫтәлеге өсөн”, “Бәләбәй ҡалаһынан китеп Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған сығарылыш студенттары һәм уҡытыу­сылары иҫтәлеге өсөн”, “Өфө районы В.И. Ленин исемендәге колхозының һуғыш һәм хеҙмәт ветераны X. Солтанов”, ”Һалдат тосы” кеүек скульптуралары бар.
Ә 70 – 80-се йылдарҙа ижад иткән “Б. Ну­­риманов”, “Революция һалдаты”, “Дүртөйлөлә – чеверевсылар”, “Ҡарт коммунист Зиннәтуллин”, ”Учалы районы Сәфәр ауылынан Советтар Союзы Геройы Х. Әх­мәтғәлин”, “Ф.Э. Дзержинский”, “В.И. Ленин менән Н.К. Крупскаяның хушлашыуы”, “Коммунист”, “М.В. Фрунзе менән В.И. Чапаев Өфөлә” кеүек тарих һөйләгән скульптуралары иһә үткән дәүерҙе, йәғни ҡанлы революция иҫтәлеген мәңгеләш­терә.
Зилфәт Басировтың әҫәрҙәре төрлө темаға ижад ителгән. Улар араһында ябай ауыл кешеләре, һуғыш ветерандары, революция батырҙары, ижади шәхестәр генә түгел, балалар портреттары ла бар. Быға миҫал итеп “Умырзая”, “Айгөл”, “Вәсил”, “Лида”, “Марта”, “Раушания” кеүек скульптураларҙы килтерергә мөмкин. 60 – 70-се йылдарҙа яһалған “Эшсе”, “Иретеп йәбештереүсе ҡыҙ”, “Агроном”, “Ҡошсо”, “Октябрьский ҡалаһындағы 100-сө скважина” декоратив ансамблдәре лә һоҡландырғыс.
Уның скульптуралары 1956–1978 йылдарҙа республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә сәнғәт һөйөүселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булған. Башҡорт­остан Хөкүмәте рәссамдың ижади хеҙмәтен юғары баһалаған: 1986 йылда “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләһә, 1992 йылда уға Башҡортостан Респуб­ликаһының М. Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Монументаль сәнғәт оҫтаһы Зилфәт Басировтың йөрәге 2000 йылдың 19 ноябрендә тибеүҙән туҡтай. Талантлы рәссамдың исемен мәңгеләштереү маҡса­тында тыуған яғы Аҡтаныш районының Иҫке Ҡормаш ауылында рәссамдың скульптура портреты ҡуйылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573