Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Нурлы әҙип1921 йыл. Ажғырып килгән ҡоролоҡ. Ҡояштың уттай нуры тотош йәшеллекте көйҙөрә. Ер сатнап ярыла. Аслыҡ халыҡты ҡыра. Тәбиғәттең бындай шашыныуына үс иткәндәй, Ғәлимйән Ибраһимов “Ҡыҙыл сәскәләр” тигән повесть яҙа.
Ул шулай башлана: “Иҫке Русия мәмләкәтендә, бөйөк Башҡортостан тупрағында...” Тарих бабай шаһит: “бөйөк” тигән һүҙбиҙәгес йәки логик эпитет күп илдәрҙең илаһилығын баһалау өсөн файҙаланылған (Бөйөк Һун, Бөйөк Британия, Бөйөк Венгрия, Бөйөк Болғария һ.б.). Эстетик идеалы көслө, фекер йөрөтөү офоҡтары киң, аң-аҡылы юғары, хис-тойғоһо ғиззәтле, сағыштырыу иманы серле булған Ғәлимйән Ибраһимов Башҡортостандың бөйөклөгө тураһында уның ер өҫтө, ер аҫты байлыҡтарын, айбарлы халҡының азатлыҡ өсөн ҡан ҡойоп йәшәү, көрәштәрҙә еңеп сығыу һәм башҡа мәғрур сифаттарын иҫкә алып ҡулланған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина, Молдавия, Польша, Румыния, Чехословакия, Германия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеү көрәшендә ҡатнаштым. Һуғыштан һуң да (1945—1947 йылдар) төрлө хәрби вазифалар үтәй-үтәй, ул илдәрҙә даими йөрөргә тура килде. Шулар менән сағыштырып ҡараһам, Башҡортостандың бөйөклөгөн мин дә иҫбат итә алам. Ғ. Ибраһимов әҫәрҙәрен йөрәк ҡаны, күңел күге, диҡҡәт ләззәте менән уҡыған һәр китап һөйөүсе “бөйөк” һүҙе эсендә ятҡан мәғәнәнең алтынын күрмәй ҡалмаҫ. Башҡорттар образы һәр әҫәрендә тиерлек ҡабатлана. Тыуған еребеҙҙең бай, гүзәл, нәфис, матур тәбиғәтенең сағылышы — үҙе бер эстетик бәлзәм, зиннәтле йәннәт.
Яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов 1887 йылдың 13 мартында хәҙерге Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа. Өс йыллыҡ мәктәпте бик яҡшы тамамлағас, Пушкин китаптарын бүләк итеп, әйтә уға уҡытыусыһы: “Ғәлимйән, Пушкин — урыҫ әҙәбиәте пәйғәмбәре, һин мосолман халҡы әҙәбиәте пәйғәмбәре бул!” — ти. Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә биш йыл уҡый. Унан һуң Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Һабаҡташтары — Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш. Мәжит Ғафури менән дә шунда дуҫлаша. “Яҙ башы” тигән беренсе хикәйәһе 1910 йылда донъя күрә. Унан һуң “Ҡаҙаҡ ҡыҙы”, “Беҙҙең көндәр”, “Йәш йөрәктәр”, “Тәрән тамырҙар” романдары һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Бер үк ваҡытта фәндең төрлө тармаҡтары менән етди шөғөлләнә. Телдең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, тарихы тураһында махсус хеҙмәттәр баҫтыра. 1913 йылда күренекле тел һәм әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе Я. Вәлиди Ғ. Ибраһимовтың әҙәбиәттә генә түгел, фән өлкәһендә лә классик дәрәжәһен яулауы хаҡында яҙа. Уның грамматика буйынса баҫтырған хеҙмәттәре барлыҡ төрки телле халыҡтарҙа уҡыу-уҡытыу әсбабы сифатында ҡулланыла. 1925 йылда әҙипкә “академик” дәрәжәһе бирелә. 1928 йылда инде ул — “Хеҙмәт Геройы”.
Ғ. Ибраһимовтың әҙәби әҫәрҙәре (хикәйә, повесть, романдары) урыҫ теленә тәржемә ителә. Урыҫ теле аша улар, кешеләргә изгелек теләп осоусы Сәмреғош һымаҡ, башҡа милләттәргә, Ер йөҙөнә тарала. Ләкин илдә ҡупҡан репрессия дауылдары Ғ. Ибраһимов ише бөйөк шәхесте лә урап үтмәй. 1937 йылдың ғинуар айында Ҡазандағы Пләтән төрмәһендә хушлаша яҡты донъя менән. 20 йылдан һуң ғына аҡлана. Шөкөр, Өлкәр йондоҙҙай балҡып, арабыҙға ҡайта.
Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, педагог (1915—1917 йылдарҙа “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыта), методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер (дүрт ай Колчак армияһы тылында разведчик), йәмәғәт эшмәкәре, Ленин, Сталин менән берлектә милли мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе... Барыһынан да бигерәк, ул көслө прозаик ине. Боронғо ҡыпсаҡ далаларында иҫкән иманлы сабах елеләй (иртәнге, шифалы, нәфис, латиф ел), әҙип әҫәрҙәренең эстетик нуры күп милләттәр даирәһенә таралды. Был хаҡта аҡыл әһелдәренең ысын йөрәктән әйткән башҡорт балындай тәмле, мәғәнәле, нәфис фекерҙәре бар. Уларҙың күбеһе — урыҫ телендә.
Ғ. Ибраһимовтың башҡорт халҡына, бай, матур, гүзәл, нәфис Башҡортостан тәбиғәтенә мөхәббәте айырыуса ҙур. Ожмахтай ошо изге тәбиғәт тә уны ғиззәтле бөйөк яҙыусы итә. Ошо мәрхәмәтле тупраҡтан йөрәгенә алған рух шәүҡәтен ул халыҡтың үҙенә сәнғәт сараларына төрөп ҡайтарып бирә. Нәҡ ҡояштың ер һыуҙарын үҙенә алып, кире шифалы ямғыр итеп бүләк иткәндәй. Шулай уйлаһаҡ, әҙипте ҡояш менән дә сағыштырырға мөмкиндер. “Һәр сағыштырыу аҡһай”, ти немец мәҡәле. Аҡһау беҙҙең сағыштырыуҙа ла бар шикелле. Ҡапыл ғына сыҡҡан ҡара болот кешене ҡояш нурынан мәхрүм итә. Әҙиптең ҡояш нуры әҙәм балаһының күңелен ҡараңғы төндә лә, баҙҙа ла, ҡойма ямғырҙа ла, ҡоторонған буранда ла яҡтырта ала. Теләһә ниндәй ҡәләм эйәһенеке түгел, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов кеүек нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы булғандыҡы.
Кемдең кем икәнлеген бер һүҙ менән генә баһалау ғәҙәте бар: уҫал, йыуаш, йомшаҡ, эскерле, эскерһеҙ, ҡурҡаҡ һ.б. Ғ. Ибраһимов “уҫал” булған. Ләкин башҡа атамалар ҙа кәрәҙләнгән уға: моңло, хисле, тойғоло, йөрәкле, сабыр, итәғәтле, ябай, кешелекле. Һуңғыһы, ҡарҙы ярып сыҡҡан умырзая һымаҡ, башҡаларына ҡарағанда ҡалҡыуыраҡ. Был хаҡта бер һөйләшкәндә мәрхүм Сәғит Агиш (йәне ожмахта булһын) ағай ҙа әйткәйне. “Яҙыусының бөйөклөгө уның ябай, кешелекле булыуы менән дә бәйле. Ғәлимйән Ибраһимовта шул сифаттар бар ине, уның менән бер һөйләшеп ултырыу — үҙе бер ғүмер”, — тигәйне ул.
Йәмәғәтселек бөйөк шәхестең 125 йыллығын үткәрә. Һуңғы ваҡытта, шөкөр, илдәр араһында йөрәкте йөрәккә нағышлап, күңелде күңелгә кәрәҙләп, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни, әҙәби мәсьәләләр буйынса изге фекер алышыуға ҙур иғтибар ителә. Донъя даирәһендә алтын бағана булып балҡыған Ғәлимйән Ибраһимовтың Башҡортостанды “бөйөк” тип баһалауы — Тәңре рухы. Бына ни өсөн нурлы әҙип ул Ғәлимйән Ибраһимов!
Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545