Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләр яңылышты...
Кешеләр яңылышты... “Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендә бынан яҡынса 120 йыл элек булған тормош яҡтыртылған, әммә унда күтәрелгән мәсьәләләр хәҙер ҙә көнүҙәк. Әлбиттә, заманалар бик ныҡ үҙгәреп, ҡайһы бер сюжеттар беҙгә бөтөнләй ят һымаҡ булһа ла, һаман да боронғобоҙ менән бәйләнеш өҙөлмәгән әле. Сәхнәләге күренештәр башҡорт ауылдарының бөгөнгө яҙмышын да яҡтыртҡандай булһа, Закир менән Ғәлимәнең мөхәббәте күптәргә таныш та, яҡын да...
Күмертау республика политехник лицей-интернаты уҡыусыһы, мәктәптең “Урал бөркөттәре” ойошмаһы президенты Иҙел Дәүләтбаев менән һөйләшкәндә үҙемде ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманым:
– Был спектакль һиндә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?
– Миңә бик оҡшаны, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, тәрбиәләне. Тормошта төрлө хәл була, шундай ваҡыт­та яңылыш юлға эләгеп харап булырға мөмкин икән­де, шуға ла үҙеңде нисек тоторға кәрәклекте өйрәтте.
– Сәхнәлә бик матур, шулай уҡ аяныслы мө­хәббәт тарихын күрҙек, ә һин, хәҙерге заман күҙлегенән сығып, был хаҡта нимә уйлайһың?
– Мөхәббәт ул шулай камил булырға тейеш, тип уйлайым. Шәхсән минең тормошомда ла ул шулай камил буласаҡ...
* * *
Һәр хәлдә, бәләкәй саҡта был китапты уҡығанда ул миндә ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Ул ваҡыт­тағы ауыл кешеләренең наҙанлығы кире тойғолар уята ине. Был юлы әллә сәхнәләштереү кимәле шулай ыңғай тәьҫир иттеме йәш күңелдәрҙә, ошо үҫмер егеттең яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуы ҡыуаныслы күренеш булды. Спектаклгә килгән Күмертау политех­ник лицей-интернатының директоры Рима Ғөбәй­ҙуллина менән дә әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе.
– Өфөгә был сәфәребеҙҙең төп маҡсаттарының береһе сәнғәткә, театрға һөйөү уятыу, балаларҙы уға ылыҡтырыу булһа, икенсенән, тәрбиә алымдарын күҙ уңында тоттоҡ. Ысынлап та, тормошта ниҙәр генә булмай, әммә барыбер ҙә ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Һәм уны йәмғиәтебеҙҙең киләсәге – балала­рыбыҙҙың мотлаҡ аңлауы кәрәк.
Сәхнәлә бик ғәҙел булмаған күренештәрҙе лә күрһәттеләр. Уларҙы ҡарап, күбеһе ысынбарлыҡта ауыр ваҡыттар булғанын, шуларҙы еңеп сығырлыҡ көс кәрәк икәнлеген аңлағандыр. Тағы ла барыбыҙ ҙа шуны асыҡ күрҙек: малайҙың атаһы хәҙрәттәргә: “Улымды бында ҡалдырғым килмәй, сөнки бында наҙанлыҡ, ул ҡалала уҡыясаҡ”, – тине. Тимәк, уҡырға, аң-белемде камиллаштырырға кәрәк, тома наҙан булып ҡалғанда ниндәй тормош көтәсәге асыҡ. Ысынлап та, спектакль әле лә көнүҙәк булып сыға, – тип үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты Рима Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.
Уҡыусыларҙың театрҙарға сәфәре бер бөгөн генә түгел, белеүебеҙсә. Лицей-интернат етәкселеге уларҙы әхлаҡи-рухи яҡтан тәрбиәләүҙе мөһим мәсьәлә һанай. Был юлы ла бында V – XI класс балалары килгәйне. Тамаша тамамланып, барыһы ла ҡайтыуға йүнәлгәс, театрҙың ишеге төбөндә үҙ-ара ҡыҙыу әңгәмә ҡорған өс малайға тап булдым. V – VI кластарҙа ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, әҫәрҙең айышына төшөнөүҙәренә шигем юҡ.
– Спектакль оҡшанымы? – тип һорайым.
Бер тауыштан:
–Эйе, ныҡ, – тине улар.
– Ҡайһы күренеш бигерәк тә оҡшаны?
– Миңә “Ағиҙел” тип йырлағандары оҡшаны, – тине Ирхан.
– Бөтәһе лә намаҙға баҫҡан ваҡыттары шәп булды, – тип яуапланы Иҙел.
– Ә ҡайһы ере һеҙҙең өсөн ҡурҡыныс булды?
– Атаһы балаһын ҡысҡырып әрләгәндә, ҡыҙы йығылып киткәндә ныҡ ҡурҡтыҡ, – тип ихлас әйтте Рүзил.
– Ә ҡыҙыҡай менән егеттең йөҙөнә бөтәһе лә ҡара һөрткәндә нимә уйланығыҙ?
– Улар гонаһ ҡылды, тип уйланы кешеләр, әммә яңылыштылар...
– Уларҙы мыҫҡыл иткәндәрен күрһәттеләр.
– Кешеләр дөрөҫ эшләмәне. Улайтырға ярамай... – тип бер-бер артлы фекерҙәре менән уртаҡлашты балалар.
– Ауылда бит төрлө кеше йәшәй, йәштәр генә түгел, ололар, ҡарттар, бабайҙар, улар дөрөҫ эшләмәнеме ни? – тигән һорауыма малайҙар бер тауыштан:
– Юҡ! – тип яуапланы.
Әле бына ыуыҙ ғына күңелле балаларҙың спектаклде аңлауҙарын ишетеп-күреп, Башҡорт дәүләт академия драма театрының ошондай әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүе юҡҡа түгеллегенә инандым. Ә лицей балалары һәм әүҙем йәштәр өсөн сираттан тыш “Ҡара йөҙҙәр”ҙе ҡуйыуҙы Салауат районының Өфөләге “Беҙ – Салауат тоҡомдары” ойошмаһы ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567