Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театр сәнғәтенең Тәңкәбикәһе
Театр сәнғәтенең Тәңкәбикәһе
Гөлли Мөбәрәкова... Был исемдә башҡорт театр сәнғәтенең тотош бер осоро сағыла. Мәшһүр ата-әсәһенең юлынан сәхнә донъяһына сумып, шул уҡ ваҡытта үҙ даланын табыуға өлгәшкән актрисаның яҙмышы һынлана. Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – башҡорт театр сәнғәте оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың юбилей кисәһе. Был сара үҙенә күрә уҙған йылдарға байҡау ҙа төҫлө, шул уҡ ваҡытта миҙгел сағылышы ла. Ниндәй тойғолар менән аяҡ баҫа икән гүзәл ханым был тантанаһына?
– Ҙур байрам булмаҡсы, Гөлли Арыҫ­лан ҡыҙы! Тулҡынланаһығыҙмы?
– Әлбиттә! Һис һүҙһеҙ, күңелемде тәрән тойғолар биләй, үткәндәрҙе уйлайым, моң­ланып, илап та алдым. Юбилей кисәһе нисегерәк килеп сығыр, ниндәй тамаша әҙерләнеләр? Сценарийҙы миңә күрһәтмәйҙәр һәм: “Һеҙ ҡунаҡ булып саҡырылғанһығыҙ. Тамаша барышында барыһын да күрерһегеҙ. Беҙ һеҙгә үҙегеҙҙең образды тәҡдим итәбеҙ!” – тинеләр.
Үҙемдең мәшәҡәттәрем дә етәрлек: күлдәк тектерер кәрәк, прическа эшләтергә кәрәк, ябығырға кәрәк...
– Ябығырға кәрәк? Һуң, Гөлли апай, һеҙ бит бына тигән!
– Юҡ, актриса барыбер һәр ваҡыт үҙенең тышҡы ҡиәфәтен хәстәрләргә тейеш. Ул бит кеше алдында сығыш яһай, халыҡ исеменән һүҙҙәр әйтә, күңелдәрҙе сафландырыр минуттар бүләк итә, шуға күрә уның һәр ваҡыт өлгө булыуы шарт. Сценарий яҙған кешеләргә миндә уҡып сыҡҡан балаларҙы йыйырға кәңәш иткәйнем. Бөтә студенттарымды ла күргем килә тамашала. Хәҙер инде улар үҙҙәре өлкән быуын вәкилдәре, танылған артистар, ҙур педагогтар, әммә минең өсөн улар һәр ваҡыт ҡәҙерле уҡыусыларым булып ҡала.
– Уҡыусыларығыҙҙы атап китһәгеҙ ине?
– Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Нәүфилә Яҡупова, Вәкилә Ҡалмантаева, Хәким Мортазин, Айһылыу Йомағолова... Хәйер, һанай китһәң, бәлки, бөтәһе лә хәтергә лә килмәҫ, әммә тап ошо байрамда уларҙың барыһы менән осрашҡым, ижади балҡыш­тарына шаһит ҡылғым килә.
– Актриса Гөлли Мөбәрәкова менән педагог Гөлли Мөбәрәкова һеҙҙең күңел донъяғыҙҙа нисек һыйышып йәшәй?
– Йәштәрҙе уҡытыу мөмкинлеге тыуғас, үҙемде һынап ҡараным. Был профессия ла минең күңелемә ятты. Бик яратып эшләнем, сөнки уларҙан үҙем рухландым, өйрәндем, дәртләндем. Был эш үҙенә күрә энергиялар менән алмашыу кеүек. Мин улар менән белгәнемде, тәжрибәмде уртаҡлашам, нисек тойғанымды, сәхнә теле нисек булырға тейешлеге хаҡында һөйләйем. Улар менән бергә эшләгәндә үҙ-үҙемә асыш яһайым, эҙләнәм. Бик ҡыҙыҡлы ул заманыңдың йәштәре, йәшерәк быуын менән эшләү. Сәхнәләге хеҙмәт уҡыу процесы менән ана шулай үрелеп килде. Улар бер-береһен тулыландырҙы ғына, һис тә ҡамасауламаны.
– Сәхнә телмәре ниндәй булырға тейеш?
– Сәхнә тамаша залынан өҫтәрәк тора, шуға күрә ундағы һүҙҙең яңғырашы башҡа. Ролдәге, шиғырҙағы мәғәнәне еткереүҙең үҙенсәлеге бар. Бик ҡыҙыҡлы һөнәр сәхнә теле. Ул бит ҡәҙимге, ябай һөйләшеү түгел, фәҡәт сәхнә телмәре. Кинола, телевидениела, минең белеүемсә, үҙеңде ныҡ тәбиғи тоторға кәрәк, һәм режиссерҙар ҙа быны талап итә. Авторҙың тексы барып етһен өсөн үтә лә тормошсан булыу шарт. Ә сәхнәлә улай түгел. Унда күтәренке рух хаким итергә тейеш. Ҡабартыу, шаштырыу түгел, ә хистәр ҙурыраҡ булыуы зарур. Сәхнәнән тамашасы йыраҡтараҡ ултыра, шуға күрә уға фекереңде еткерер өсөн бөтә йөрәк көсөңдө, рухи энергияңды һалыу бик мөһим. Микрофон алдында телмәр тотоу ҙа башҡа, ә сәхнәлә бөтәһе лә эске потенциалға таяна.
– Һеҙ уйнай алмай ҡалған ролдәр булдымы? Шул күңелегеҙҙе өйкәп торғаны бармы?..
– Ундай хәлдәр һәр артист менән булалыр инде ул. Бөтә ролдәрҙе лә уйнап, сәхнәгә сығарып бөтөп булмай. Башҡалар ҙа бар бит әле, режиссер үҙе нисек күрә, тамашаны шулай әҙерләй. Ымһынып ҡалған ролдәрем байтаҡ булды, хатта бик күп...
– Хатта бик күп?
– Йәш сағымда А. Островскийҙың “Гроза” спектаклендә Катеринаны бик уйнарға телә­гәйнем.
Анна Каренинаны уйнарға теләгәйнем, әммә мөмкинлек булманы. Театрҙың үҙенең талаптары, режиссерҙың үҙенең һайлаған юлы була бит инде. Бына Медеяны уйнаным, ә Ж. Сенекиҙың “Федра”һында төп героиня Федраны уйнау мөмкинлеге тыуманы. Ана шул ымһынып ҡалыуҙар йөрәкте яндыра ул. Ә-ә-ә, йәнә лә А. Чехов әҫәрҙәрендә бик уйнарға теләгәйнем. Теге йәки был образды нисегерәк сәхнәгә сығарыр инем икән, тип уйланып, хыялланып йөрөгән саҡтарым булды. Эске һыҙланыу­ҙарымды ошо образ аша сығарыр инем, тигән мәлдәрем булды, әммә тура килмәне.
Шундай образдар бар, уларҙы тап миңә башҡарырға насип булды һәм шуға бик шатмын, яҙмышыма рәхмәтлемен. Кешеләргә шул ролдәрҙе еткерҙем, йөрәк хистәремде һалдым, тап күңелем теләгәнде әйтергә яҙҙы, тип ҡыуанған саҡтарым да күп булды. М. Кә­римдең “Ай тотолған төндә” спектаклендәге Тәңкәбикә образын шулай бик яраттым. Кем генә хыялланмай уны башҡарырға! Мин шул бәхеткә ирештем. Шәфәҡте лә әсәйемдән һуң мин башҡарҙым.
Ошондай героинялар иҫ киткес бит ул. Тәңкәбикәне генә алайыҡ! Унда Клеопатра ла, Медея ла, Каренина ла йәшәй, әммә милли колоритта. Әйтеп аңлатып бөткөһөҙ тәрән образ ул!
– Ә теләгән образды сәхнәләштерә ал­мағас, күңелдә тумаланған хистәрҙе, башта туплаған фекерҙәрҙе ҡайҙа ҡуя­һығыҙ? Нисек баҫаһығыҙ ынтылыш­тарҙы?
– Эйе, ундай хәл-торош хас артистарға. Мин йөрәктә туплаған энергетиканы шиғырҙар аша бирергә тырышам. Бәләкәйҙән шиғырҙар уҡырға яратам.
– Һис аптырамайым: шағирәнең ҡыҙы, шағирҙың хәләл ефете!
– Шулай (көлә)! Шиғырҙы уҡының да, сыҡтың да һөйләнең түгел бит инде, уны аңларға, автор нимә әйтергә теләгәнен тойорға кәрәк. Ошо һүҙ менән шағир нимә әйтергә уйлаған, нишләп тап ошо ике һүҙ йәнәшә килә? Үҙеңә бик күп һорауҙар биреп, күңелең аша үткәреп эшләйһең шиғыр өҫтөндә. Һәр һүҙҙең, һөйләмдең айышына төшөнгәндән һуң, үҙеңдең рухи донъяңда ҡайнап, күкрәгеңде йыртып килә ул уҡыр шиғыр.
– Һеҙ шундай күренекле шәхестәрҙең ҡыҙы. Был яуаплылыҡ өҫтәнеме, юлдар астымы? Әллә, киреһенсә, кәртәләр ҡуйҙымы? Кешеләр араһында төрлөһө бар бит...
– Нәҡ өҫтөнә баҫтың. Атай-әсәйҙең мәшһүр сәнғәт әһелдәре булыуы миңә, ысынлап та, кәртә булып торҙо. Һәр саҡ уларҙың юғарылығын тойоп, үҙ тауышымды эҙләргә тырыштым. Ә ул күренеш бик ауыр барҙы. Ҡыйралыр сиккә еткән, сәхнәнән китергә йыйынып бөткән саҡтарым да булды. Башҡалар, бәлки, ҡәҙимге юлдан килгәндер театр сәнғәтенә, ә миңә үҙемде табыуы еңел бирелмәне. Әммә тапҡас, үҙ һүҙемде әйткәс, сикһеҙ офоҡтар асылып киткәндәй булды. Үҙемде тапҡанмындыр тим, сөнки хәҙер тамашасы мине Рәғиҙә Янбулатова менән дә сағыштырмай, Арыҫлан Мөбәрәковтың һыҙаттарын да эҙләмәй.
– Улар, һеҙҙеңсә, ниндәй артистар ине?
– Арыҫлан Мөбәрәков – ул башҡорт театры сәхнәһенең арыҫланы, тиҙәр бит, шул фекер менән мин дә килешәм. Ундайҙар һирәк, бик һирәк тыуа, күрәһең. Уға тышҡы ҡиәфәте менән дә, эске рухи байлығы яғынан да Күктәр тарафынан барыһы ла бирелгәйне. Рәғиҙә Янбулатова тиреһеҙ кеше кеүек миңә. Ел иҫһә лә, һиҫкәнеп ҡала торғайны. Бик нескә тойғоло актриса һәм шағирә ине, уның яҙмышы хаҡында роман яҙырға була. Ул шул тиклем бәхетле булды: шундай матур ролдәрҙе үҙе генә башҡарҙы. Йырлы образдарҙың барыһын да ул тыуҙырҙы һәм халыҡ күңелендә лә тап ана шундай моңло актриса булып ҡалды. Әсәй киноға төшмәне, ул ваҡытта видео юҡ, әммә миңә осраған һайын уның ролдәре, атай менән икеһенең сәхнәләге миҙгелдәре хаҡында бик яратып һөйләйҙәр. Улар халыҡ хәтерендә йәшәй.
– Тәңкәбикәне театрҙа сәхнәгә тәүге­ләрҙән булып халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова сығарған. Унан һуң был ролде уйнауы нисек булды?
– Зәйтүнә апай Бикбулатова – беҙҙең театр өсөн ҙур исем. Ул Тәңкәбикә ролен бик матур итеп уйнаны. Әммә миңә уны ҡабатламаҫҡа, үҙ героинямды табырға кәрәк ине. Үҙемдең Тәңкәбикәмде эҙләргә тырыштым. Зәйтүнә апайҙың образы – ул ҡырыҫ, ҡаты күңелле ҡатын. Шулай булмай ҡара: бөтә ырыу уға ҡарап тора! Ә мин уның ҡатын-ҡыҙ булараҡ яңғыҙлығын асырға тырыштым. Ул үҙенең эске донъяһын берәүгә лә аса алмай, гонаһы бар, күптән яңғыҙ ҡалған, әммә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уның да яратҡыһы, яратылғыһы килә. Әммә ул үҙен тыйып йәшәй, сөнки артында – ырыу, балалар яҙмышы. Бер ерҙә генә асыла ул. Дәрүиш менән һөйләшкәндә ул бар асылын күрһәтә. Шул тиклем матур образ. Уның холҡон эҙләү, деталдәр табыу миңә ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Тормошта һин бөтөнләй башҡаһың, әммә ошо образда йәшәү ниндәй шатлыҡтар килтерә. Актрисаның бар бәхете шунда – бер ғүмерендә әллә нисәмә яҙмыш менән йәшәп ҡарай алыу мөмкинлеге.
Ниндәй генә ролдәрҙе уйнаһам да, мин героиняларымды аҡларға, аңларға тырыштым. Шул уҡ Медеяны ла йөрәгем менән тойҙом. Ҡот осҡос хәл бит инде – балаларын үҙ ҡулдары менән үлтерә. Ә бит сабыйҙары тәхеткә ултырмаһын, башҡалар уларҙың ғүмерен ҡыймаһын өсөн ул үҙе был юлға бара. Бер ҡараһаң, быны аңлап та булмай кеүек, әммә Медея шундай. Уның балалары менән хушлашҡан сәхнәләре, йөрәк кисерештәре минең дә күкрәгемде йыртып сыҡты.
– Әле һеҙҙе тыңлап ултырам да шундай һығымтаға киләм: тимәк, Гөлли Арыҫ­лан ҡыҙы үҙе лә тормошта кеше­ләрҙе хөкөм иткән, ғәйепләгән түгел, ә ярлыҡаған, һәр хәлдә аңларға тырышҡан зат, тигән фекергә киләм. Әллә яңы­лышаммы?
– Мин кешеләрҙе һәр саҡ аңларға, асылына төшөнөргә тырышам. Ниндәйҙер конкрет баһа, анализ яһау ҙа кәрәктер, әммә ни өсөн ул былай тип әйтте, ни өсөн ул тегеләй эшләне, ниңә бындай юлдан атланы, ниңә шуны һайланы, тигән һорауҙарҙы мин үҙемә йыш бирәм. Тап бына ошо эҙләнеү тоталыр ҙа беҙҙе сәхнәлә. Бигерәк тә бөгөн. Сөнки эш хаҡы түбән, әммә театр тип йән атабыҙ. Йәштәрҙе йәлләп тә ҡуям. Беҙ, исмаһам, фатирлы булдыҡ, исемдәр ҙә бирҙеләр, ә уларға бит хәҙер шул тиклем ауыр. Ә театр бит – ул кешелектең бөйөк ҡаҙанышы. Милли сәхнәләр, әҫәрҙәр билдәләй милли сәнғәттең йөҙөн. Һәр дәүләттең гербы, гимны, әләме, нәшриәте булған кеүек, милли театры ла булырға, йәшәргә тейеш. Кешеләр театрға күңелен сафландырырға килә.
– Юҡҡа ғына театр биналары изге ҡорамдар һымаҡ эшләнмәгән, тимәк.
– Эйе, тап шулай. Йырҙар, халыҡ ижады, әҙәбиәт, театр аша милләттең үҫеше баһалана. Был элек-электән шулай булған. Беҙ үҙебеҙ һаҡларға тейеш милли сәнғәтте. Башҡорт дәүләт академия драма театрыбыҙ булыуы – ул ҙур бәхет.
– Халыҡ нисек йөрөй театрға?
–Төрлөсә, сөнки күптәргә хәҙер шоу кәрәк.
– Күптәр кимәленә төшөү яғында түгел бит театр?
– Түгел, әлбиттә. Алда әйткәнемсә, сәхнә тамаша залынан өҫтәрәк урынлашҡан, шуға күрә беҙ үҙебеҙ халыҡҡа юғары ҡиммәттәр хаҡында һөйләргә бурыслыбыҙ.
Телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлар өсөн дә кәрәк театр. Балалар килеп, башҡортса һөйләшкәнде ишетеп ҡайтыуы ла яҡшы күренеш. Тарихи шәхестәребеҙ хаҡында һөйләр­гә тейешбеҙ. “Ҡаһым түрә”не ҡараныңмы икән?
– Эйе.
– Бына ундай спектаклдәр ҙә булырға тейеш, сөнки улар аша милләтебеҙҙең данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләнелә. Бындай әҫәрҙәр тамашасыла ғорурлыҡ тойғоһо уята. Көслө образдарҙы сағылдырыр өсөн ҡеүәтле артистар ҙа кәрәк. Сәхнә бит үҙенә тоғроларҙы ярата. Фиҙакәр­легең, унда бирелеп китеп уйнауың барыбер эҙһеҙ үтмәй. Актер һөнәренә йәштәрҙе йәлеп итеүе ауырыраҡ хәҙер.
– Бәлки, был эште театр сәнғәте әһел­дәре мәғариф министрына мөрәжәғәт­тән башларға тейештер? Әйтәйек, республика райондары мәк­тәп­тәрендә театр, сәнғәт дәрестәре индерергә. Япония, Ҡытай кеүек рухиәте генә түгел, иҡтисады үҫеш­кән илдәрҙә тап ана шулай уҡыталар.
– Был бик һәйбәт булыр ине. Быны уйларға һәм атҡарырға кәрәк. Сәнғәткә ынтылып үҫкән бала бер ҡасан да насарлыҡ ҡылмаясаҡ, минеңсә. Бөгөн Интернеттан, телевидениенан баланың таҙа күңеленә ҡара яғылғанда, беҙ уларҙы тап матурлыҡ менән генә аяп ҡала алыр инек. Балаларҙы мөмкин тиклем яҡты­лыҡҡа, яҡшылыҡҡа ылыҡтырып үҫтерергә кәрәк. Әгәр ул шундай мөхиттә, шул рәүешле тәрбиәләнһә, үҙе эргәһендә лә тап шундай донъя тыуҙырырға тырышасаҡ.
– Уҡыусыларығыҙға иң төп тала­бы­ғыҙ? Артист сәхнәгә иң тәүҙә нимә өсөн сыға?
– Сәхнә дөрөҫлөктө ярата: һүҙҙәрҙең те­үәллеге, хистәрҙең аныҡлығы, фекерҙең асыҡлығы минең өсөн мөһим. Уларға бына ошо хаҡта һөйләйем. Яһалмалыҡ уйҙарҙы ла, кисерештәрҙе лә ситкә алып китә. Тамашасыны алдарға ярамай, уны алдап та булмай, ул бер генә өнөңдә ялған хис тойһа, һыуына башлай. Яулап алған, йөрәк һүҙең менән ҡаратып алған ҡәҙерле кешеләреңде юғалтырға ярамай. Уны тойоп эшләүе лә күңелле: тамашасы һинең менән бергә тын ала, фекер ебеңдән, тойғоларыңдан ысҡынмай. Бары тик дөрөҫлөктө ярата сәхнә!
– Тыумыштан артист нимә тигән һүҙ ул: тәбиғәт биргән гүзәл ҡиәфәтме, әллә тәрән кисерештәргә һәләтме?
– Төрлөсә булыуы ихтимал. Тәбиғәт биргән матурлыҡты ла ярата сәхнә. Шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡиәфәт менән генә лә булмай бит әле. Уҡытыусынан, режиссерҙан да күп нәмә тора. Әгәр улар асҡыс табып, артистың эске ҡомарын аҡтарып сығара алһа, ошо кисереш артынан ҡалмаясаҡ сәхнә әһеле. Ул һәр саҡ үҙенең образдары өҫтөндә эшләргә теләйәсәк, режис­серҙың талаптарын күңеле менән тоясаҡ. Үҙеңдең интеллектыңды үҫтерергә кәрәк. Бына нисек тыуа ул образдар!
– Театр сәнғәтенең тәбиғәттән һалы­нышы ниҙә сағыла? Сәхнәгә сығып гармунда уйнау – ул музыка сәнғәте. Сәх­нә­нән йырлау – ул вокал сәнғәте. Ә театрҙыҡы нисек?
– Балаларса ышана белеүҙә, минеңсә. Бына тәҡдим ителгән шартлы хәлдәргә, мажараларға, ауырлыҡтарға, көлкөлө ситуацияларға бар күңелең менән ышана белеү һәм шул образға инеп китеү. Үҙең аша ана шул хәлде кисереп, ижади хыялды егеп, образ тыуҙыраһың. Мәҫәлән, балалар сәхнәлә уйнамай, ә ышанып эшләй шул эшен. Шуға күрә лә беҙ бындай осраҡта, әҙер артист, тибеҙ.
– Тимәк, башҡорттар тәбиғәттән драматик холоҡло, артист милләт?
– Эйе, бар ундай күренеш. Ысынлап та, бер ҡатлылыҡ кәрәк образ өҫтөндә эшләгәндә, әммә ул да сама менән булырға тейеш.
Бер миҫал да килтереп китә алам. Әбйәлил районында “Ай тотолған төндә” әҫәре буйынса кино төшөрҙөләр. Унда мин Тәңкәбикә ролен уйнаным. Дөйөм сәхнәләр өсөн урындағы халыҡты йыйғандар. Улар милли кейемдәрен кейеп, әҙерләнеп килеп етте. Халыҡҡа режиссер: “Һеҙ Тәңкәбикәне ҡаршыларға тейеш!” – тип ке­нә әйткән. Бер ниндәй өйрәтеү ҙә юҡ, улар уйнай башланы. Бына ҡайҙан килә был һәләт? Режиссер аптырап китте һәм репетицияһыҙ ҙа төшөрөргә әҙер булыуын белдереп: “Улар, әйтерһең, сәхнә өсөн генә яратылған, бөтәһенә лә ихлас ышана бит әле!” – тине.
– Үҙегеҙҙең балаларығыҙ сәнғәт юлын һайламанымы?
– Улымдың ике балаһы үҫте инде. Ейәнем быйыл Мәскәүҙә кинематография институтын тамамланы, кинорежиссер Урал Сафин. Ейәнсәрем Америкаға сығып китте, шунда йәшәй. Ҡыҙы бар. Хәҙер инде минең бүләсәрем үҫә.
– Бөгөнгө кисәгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Унан нимәләр көтәһегеҙ?
– Мин беҙгә тиклем башҡорт театры сәхнәһендә ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт иткән быуынды әлеге йәшерәк быуын менән тоташтарып тороусыларҙан. Ниндәйҙер бер урталыҡта торам. Беҙҙе өйрәткән быуындың башҡорт эстетикаһын бирергә тырыштым йәштәргә. Был кисә – үҙ заманында Мәскәүҙә уҡып сыҡҡан төркөмдәштәремдең дә рухи байрамы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының үҫешендә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ә. Абдра­заҡов, Х. Яруллин, З. Атнабаева, Ш. Рәх­мәтуллин, М. Солтанов, И. Йомағолов бөгөн беҙҙең арала юҡ, әммә уларҙың рухтары ла ошо көндө шат булһын ине, тип теләйем. Беҙ Р. Кәримова, Ф. Ҡасимова, М. Һөйәрғолов әле иҫән-һаубыҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Әгәр ошо иптәштәрем булмаһа, мин дә сәхнәлә актриса булараҡ балҡый алмаҫ инем. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп үҫтерҙек, театр сәнғәте өсөн йөрәк көсөбөҙҙө йәлләмәнек. Театрыбыҙҙың 100 йыллығы алдынан ойош­торолған был кисә уларға бағышлана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571