Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштарын ҡурсаҡҡа арнаусылар
Тормоштарын ҡурсаҡҡа арнаусыларРеспубликабыҙ театрҙары араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры айырым урынды биләп тора. Бөгөн ул ҡайһы йүнәлештә эш алып бара, киләсәккә пландары нисек? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры башҡорт труппаһының режиссер-ҡуйыусыһы Альберт Альфред улы Имаметдинов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Ҡурсаҡ театрының башҡорт труппаһы хаҡында һөйләгеҙ әле, һеҙгә артистар ниндәй уҡыу йорттарынан килә?
— Башҡорт труппаһын әле төрлө быуын артистары тәшкил итә. 70-се йылдарҙа стационар бина барлыҡҡа килгәндән бирле эшләүсе Фәтих Дәүләтбаев, Рәмилә Ҡобағошова, Миңлеғаян Сафина, Ләлә Булатова — театрҙа төп көс.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы йыл һайын театрға махсус бүлек йыя. Былтыр ғына беҙгә байтаҡ йәш көс ҡушылды, барыһы ла һәләтле, оҫта.
— Ҡурсаҡ театры актеры ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Иң мөһиме — сәнғәт донъяһына ғашиҡ булыу. Беҙҙә балалар күңелен аңлап, кескәйҙәр менән уйнарға яратҡан актерҙар эшләй. Әкиәттәр уҡыған, үҙҙәрендә лә ниндәйҙер балалыҡ тойғоһон юғалтмаған, тормошҡа саф ҡараған кеше генә тулыһынса ролгә инеп китә ала. Әлбиттә, артистың эске донъяһы мөһим урында тора.
Тормоштарын ҡурсаҡҡа арнаусылар“Егет кеше ни өсөн ҡурсаҡ театрын һайлай, ҡурсаҡтар менән бит ҡыҙҙар уйнай”, — тип тә әйткән кешеләр бар. Тик беҙҙең театр бәләкәй саҡта уйнаған ҡурсаҡтарҙан күпкә айырыла. Бәләкәй балалар үҙҙәре өсөн уйнаһа, ҡурсаҡ театры спектаклдәрендә ниндәйҙер фекер бар, уға кисерештәр һалынырға тейеш. Ҡурсаҡтың һөйләшеүе, хәрәкәте аша бәләкәй тамашасы фәһем ала, донъяның яңы яҡтарын аса, яҡшынан яманды айырырға өйрәнә.
— Альберт Альфред улы, һеҙ, режиссер булараҡ, әҫәр һайлағанда, спектаклдәр ҡуйғанда нимәгә таянаһығыҙ? Боронғо әкиәттәрҙе заманса эшләү мөмкинме?
— Материал һайлағанда, әлбиттә, төрлө күҙлектән ҡарайым. Балалар бөгөн бик күп әйбер менән ҡыҙыҡһына. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә балаһын театрға ла мауыҡтырырға тейеш. Мәғәнәһе кескәйҙәргә яҡын, темаһы көнүҙәк әҫәрҙәрҙе һайлайбыҙ. Әкиәттәргә килгәндә, минең уйлауымса, уларҙы әкиәт итеп һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ һалған фекерҙе балаларыбыҙға еткереү мөһим.
План буйынса, бер театр миҙгелендә дүрт премьера спектакле ҡуйыла. Шуға күрә йәш драматургтар әҫәрҙәрен алып килһә лә, уларҙы тиҙ арала сәхнәләштереп булмай.
— Билдәле булыуынса, быйыл Ҡурсаҡ театры ойошторолоуға 80 йыл тулды. Юбилей айҡанлы, яңы репертуар, премьералар, пландарығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
— Юбилей йылына бәйле, беҙ балалар һәм ололар өсөн бик күп саралар, премьералар әҙерләнек. Шулай уҡ театр барлыҡҡа килгәндән алып, 1932 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем, сығарылған спектаклдәрҙең ҡурсаҡтарынан ҙур күргәҙмә уҙғарҙыҡ. “Ижад” галереяһына килеүселәр театрҙың тарихын, яҙмышын күҙаллай алды. Һәр ҡурсаҡ бер нисә артистар быуынының яҙмышы менән бәйле. Тик әле бихисап ҡурсаҡ беҙҙең театр музейында һаҡлана, киләсәктә күргәҙмәне республика күләменә сығарырға уйлайбыҙ.
Бер нисә яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Береһе — ололар өсөн киске спектаклдәрҙе яңынан тергеҙеү. Күптән хыялланған был уйҙар 70–80-се йылдарҙа бөтә илгә билдәле булған Владимир Штейндың киске спектаклдәре менән бәйле. Премьералар сәхнәгә сыға, тиҙҙән йәш режиссерҙар бергәләшеп Н. Гоголдең “Женитьба” әҫәрен сәхнәләштерәсәк.
Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү буйынса спектаклдәр проектын башлап ебәрәсәкбеҙ. Киләһе миҙгелгә яңы премьералар әҙерләнә. Ике йыл элек уйналған спектаклдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ, әле Сәрүәр Суринаның “Янһарының тылсымлы санаһы”, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәрен ҡайтанан сәхнәләштерәбеҙ.
Эльмира БӘШИРОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566